«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНСА УҠЫТ ӘММӘ ТЕЛЕБЕҘГӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘ!
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Егерме беренсе тапҡыр ойошторолған конкурста Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән бөтәһе 46 педагог көс һынашты. Улар сәмле ярышта ҡатнашып, фекерҙәштәр табыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙы ла маҡсат итеп килгәйне.

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсының маҡсаттары төрлө, әммә иң мөһиме - башҡорт халҡының киләсәге өсөн эшләгән уҡытыусыларҙың заман талаптарына яуап биреү-бирмәүе лә һынала бында. Сөнки һуңғы йылдарҙа педагогтар эшмәкәрлеге ҡырҡа үҙгәрештәр кисерҙе. Яңы стандарттарға ярашлы дәреслектәр талап ителә, уҡытыу пландары яңырҙы. Балаларҙың талаптары үҙгәреүе, йәғни уларҙың алдынғы технологияларҙы биш бармағы кеүек белеүе, компьютер, гаджеттар менән иркен ҡулланыуы ла уҡытыусыларҙы белемдәрен камиллаштырырға этәрә. Уҡыусыны үҙаллылыҡҡа, фекерләргә өйрәтеү, туған теле аша милли рух уятыу өсөн педагогтар бер үҙгәрештән дә артта ҡалмаҫҡа тейеш. Быйылғы конкурста ҡатнашыусылар ошо йәһәттән ниндәй уңыштарға өлгәшеүен асыҡ дәрес, мәғариф проекты, педагогик инициатива һәм оҫталыҡ дәресе аша сағылдырҙы. Конкурстың баһалама рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова әйтеүенсә, ярышҡа үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогтар килгән. "Федераль дәүләт стандарттарын яҡшы белеү конкурстың төп талаптарының береһе ине, баһалама ағзалары ошо факторға ҙур иғтибар бүлде.
Түңәрәк ҡорҙа һөйләшеүҙәр барышында "Башҡортостан республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы мәғарифы тураһындағы закондарҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға йоғонтоһо" тигән дөйөм тема тәҡдим итеп, уҡытыусыларҙың шәхси фекерҙәрен тыңланыҡ. Улар был закондарға таянып эшләүҙән тыш, киләсәкте алдан күрә белеүҙәрен, алдынғы ҡарашлы булыуҙарын да иҫбатланы", - тине Луиза Хәмзә ҡыҙы. Йәғни, конкурста ҡатнашыусылар алдына һуңғы йылдарҙа төрлө кимәлдәге конференцияларҙа күтәрелгән башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы актуаль һорауҙарға яуап эҙләү бурысы ҡуйылған. Ошондай һөйләшеүҙәрҙең һығымталары тураһында быйылғы конкурстың абсолют еңеүсеһе титулына лайыҡ булыусы Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова шулай тине:
- Түңәрәк ҡор артында һөйләшеүҙәрҙә Федераль белем биреү стандарттары тураһында бик етди фекер алышыу булды. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға яңы стандарттарҙың файҙалы йә зыянлы йоғонтоһон һәр кем үҙенсә баһаланы. Әммә ултырыштың аҙағында бөтәбеҙ ҙә бер фекергә килеп, һығымта яһап ҡуя алдыҡ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - туған тел аша балаларҙы башҡорт рухлы итеп үҫтерергә булышлыҡ итеү. Закондарҙағы үҙгәрештәр сиктәрендә ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләргә кәрәк, тип билдәләнек. Конкурсҡа килгән коллегаларым был юҫыҡта ҡулдарынан килгәнсе эшләй. Башҡа предмет уҡытыусыларынан электрон белем биреү йәһәтенән дә артта ҡалмайбыҙ. Әммә бөгөн беҙгә уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтен маҡсатлы өйрәнеүен тәьмин итеү мөһим. Әгәр ҙә туған тел буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусыға техник вузға ингәндә өҫтәмә балл иҫәпләнһә, моратҡа ирешер инек. Сөнки беҙҙең гимназия уҡыусылары йыл да үҙ теләге менән башҡорт теле буйынса БДИ тапшыра килә. Бының сере ябай - балаға рухи тәрбиә бирелә һәм ул күңеле ҡушҡанса эшләй...
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында Фаягөл Тимербай ҡыҙы кеүек утыҙ йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусылар менән бергә йәш белгестәр ҙә ҡатнашты. Был конкурсты быуындар араһында тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ иткән сараға әйләндерҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рим Ғәббәсов "Иң яҡшы педагогик инициатива" номинацияһын алды. Егерме бер йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы һаман да коллегаларының эшенән фәһем алыуы тураһында белдерҙе. Уны бигерәк тә электрон белем биреүгә бәйле проекттар ҡыҙыҡһындырған. "Педагогиканың өмөтлө киләсәге" номинацияһында еңеүсе Өфө ҡалаһының 114-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаева: "Мин оҫталыҡ дәресендә "Федераль белем биреү стандарттары шарттарында этномәҙәниәт компетентлығын формалаштырыу" тигән тема буйынса сығыш яһаным. Башҡа конкурсанттарҙы тыңлап, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашҡандан һуң, яңыса белем биргәндә лә халыҡтың тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен хәтерҙән сығармаҫҡа кәрәк, тигән фекер нығынды. Киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә түгел, үҙем етәкләгән "Тыуған яҡты өйрәнеү" түңәрәгендә лә уҡыусыларға ошо маҡсатҡа ярашлы белем бирәсәкмен", - тине.
Артабан төрлө милләт балалары уҡыған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтар балаларҙы дәрескә ылыҡтырыу серҙәре менән бүлеште. Өфө ҡалаһының 94-се лицейы уҡытыусыһы Әлимә Салауатова башҡа милләт балаларында башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн уҡытыусының белем даирәһе киң булырға һәм ул һәр төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш, тине. Әйткәндәй, Әлимә Салауатова һәм Нефтекама ҡалаһының 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Элиза Шәрәфетдинова, Яңауыл ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Әлфиә Фаршатова, Учалы районы Мулдаҡай ауылы урта дөйөм биреү мәктәбенән Зөлфиә Әминева быйылғы конкурстың лауреаттары исеменә лайыҡ булды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 14203

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru