«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛДЫР, УҠЫ, ТАРАТ, МИЛЛИ ГӘЗИТЕҢДЕ ЯРАТ!
+  - 

Ҡөрьән Кәримдең "Әр-Рахмән" (Шәфҡәтле) сүрәһе 4-се аятында: "Һәр кемгә Аллаһ бөйөктәрҙән-бөйөк бер бүләк - әсә теле бирҙе", - тиелә. Бер кемдең дә Тыуған илен, ерен, милләтен, телен, рухын, йәнен, ата-әсәһен, балаларын һайлап алыу мөмкинлеге юҡ. Бөтәһе лә Хаҡ Тәғәлә бүләге - ошо хәҡиҡәткә кем ҡаршы сыға ала?

Дин хөкөмөнән ҡарағанда, "Әр-Рахмән" сүрәһен уҡыған аңлы кеше уйланырға тейеш: "Әсә телендә һөйләшмәү, уны үҫтереүгә ярҙам итмәү, шулай уҡ милли баҫмаларҙы алдырмау - ул Аллаһтың үҙенә ҡаршы сығыу түгелме? Ни өсөн мин донъяға башҡорт милләтенән булып тыуҙым, ни өсөн ошо иң матур, гүзәл Башҡортостан - тыуған ерем? Минең бурысым ниндәй, илем, милләтем өсөн ни эшләргә тейешмен? Ахырыһы, бәндә ошондай һорауҙарға яуап та эҙләмәй, уйланмай ҙа, шөкөр ҙә итмәй. Сөнки милли матбуғат баҫмаларында яҙылған хәҡиҡәти һүҙ, зыялылар тауышы уға барып етмәй. Ул башын интернеттағы "сүп-сар" менән тултыра, аңын бөтөнләй башҡа ҡиммәттәр тураһында һөйләгән фильмдар менән ағыулай. Ни өсөн йәмәғәт менән уҡыған намаҙ күпкә сауаплы? Ғилләһе шунда: мосолмандар бер-береһен күреп, бер епкә теҙелә, берләшә. Ошо рәүешле үҙҙәрен, имандарын һаҡлай, тарҡаулыҡҡа юл ҡуймай. Милли баҫмалар алдырыу, уҡыу, таратыу ҙа шулай уҡ йәмәғәт менән башҡарылған намаҙ ролен үтәй. Ҡайһы милли гәзитебеҙ, журналыбыҙ әхлаҡһыҙлыҡты, яуызлыҡты алға һөрә, уҡыусыларын енәйәт ҡылырға саҡыра? Юҡ ундайҙар!
Егерме йылдар элек башҡорт мәктәптәре юҡ, гәзиттәребеҙ юҡ, тип зарландыҡ. Ә хәҙер милли мәктәптәребеҙ бар - балаларыбыҙҙы унда уҡытырға ашыҡмайбыҙ; милли гәзит-журналдарыбыҙ етерлек - тираждары йылдан-йыл кәмей; милли театрҙарыбыҙ ҙа, тамашасылары юҡлыҡтан, табышһыҙ булыуҙан ябыла башланы. Етмәһә, бәғзе берәүҙәр алдында ошо һорауҙарҙы күтәреп сыҡһаң, төрлө һылтау эҙләйҙәр: йә аҡса юҡ, йә кемдер оҡшамай, һәм башҡалар. Теләгәндәр мөмкинлек эҙләй, таба, сөнки телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеү, уны үҫтереүгә булышлыҡ итеү - Аллаһ алдындағы кешелек бурысыбыҙ. Был бурысты инҡар итеү - киләсәктә һәләкәт һәм фажиғә булып сағылыш табыуы ихтимал. Башҡорт ғаиләһендә донъяға килгән икән бала, атай-әсәй бурысы - әсә телен өйрәтеү, яратыу, башҡорт итеп тәрбиәләү. Шулай тәрбиәләй алмайбыҙ икән, тимәк, ата-әсә бурысын да үтәмәйбеҙ. Мосолмандар Аллаһҡа ата-әсәлек, кешелек бурыстарын үтәп яҡынлаша. Шул юлдарҙы таба белеү - иманлы булыу өлгөһө. Балаларыбыҙға милләтебеҙҙе яратырға өйрәтмәйенсә тороп, мин мосолман, тип йөрөү - аңһыҙлыҡ билдәһе.
Мин гәзит уҡыусыларға Рәүеф Насировтың ҡасандыр "Ағиҙел" журналында баҫылған "Илемә хат" мәҡәләһенән бер өҙөк тәҡдим итәм. Хаттың авторы Талха Рәсүлев. Ул Зәйнулла ишандың ҡустыһы, урыҫ-япон һуғышы геройы, исеме "Илсе Ғайса" булып халыҡ араһында киң таралған Ғайса Рәсүлевтың улы. Әхмәтзәки Вәлидиҙең артынан эйәреп, сит илгә сығып китә һәм һуңынан Ҡытайҙа тимер юлдар һалыусы ҙур белгес булып таныла. Һуғыш алдынан Рәсәйгә килеп, тимер юл эштәре буйынса килешеүҙәр төҙөп, юл ыңғайында йәшерен генә ауылын барып күрә. Шулай иленә бер бағыр өсөн мөмкинлек таба, сит илдә ятып, Башҡортостан яҙмышы менән йәшәй, яйын табып, китап-гәзиттәр алдырып уҡый. Күптәребеҙ Назар Нәжмиҙең "Урал" поэмаһын уҡыу түгел, белмәйҙер ҙә, ә ул поэма баҫылып сыҡҡандың икенсе йылында уҡ уҡый уны, үҙенең башҡорт рухына шик белдергән поэманы ҡабул итә алмай һыҙлана.
"Һаумыһығыҙ, хөрмәтле милләттәштәр! Был юлдарҙы алыҫ илдә көн итеүсе бер башҡорт яҙа. Һеҙ хат менән танышҡанда был донъяла мин булмамдыр. Шулай ҙа һүҙҙәрем ҡасан да булһа милләттәштәремә барып етер тип ышанам. Балаларыма, ейәндәремә хатымды берәй уҡымышлы башҡортҡа еткереүҙе васыят итеп ҡалдырам.
...Әле яҙғандарым ғына икеле булыр. Хәҙер хат яҙырға мәжбүр иткән сәбәпкә күсәм. Тик шуныһы: йәшәгән илемде лә, исем-шәрифемде лә теркәмәйем. Башҡортостандағы яҡындарыма, таныштарыма ялҡыны тейер тип ҡурҡам. Зиһенле кеше былай ҙа кемлегемде яҡшы аңлар, төшөнөр. Күптән түгел шағир Назар Нәжмиҙең "Урал" поэмаһын уҡып сыҡтым да, үҙ фекеремде белдереп, хат яҙмай түҙә алманым. Оҫталыҡ яғынан поэма бик шәп, һүҙ тейҙерерлек түгел. Әҫәрҙең "Урал" йыры менән бәйле булыуы уның әһәмиәтен тағы ла арттыра төшә. Һүҙем ул турала түгел.
Поэмала артист менән эмигрант башҡорттоң осрашыуы һүрәтләнә. Әҫәр аҙағында шағир артистан: "Юҡ, һин барыбер башҡорт түгелһең", - тип әйттерә. Ни өсөн?
Башҡорттар нисәмә йыл, Урал, тип, даулашып, яулашып йәшәгән. "Аямаған тәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын", - тип әйтелә "Урал" йырында. Әгәр яҙмыш инсанды иленән китергә мәжбүр итһә, башҡорт ни эшләргә тейеш һуң? Мин дә илемде ташлап китмәһәм, күптән теге донъяла булыр инем. Элекке арҡаҙаштарым, башҡорт данын бөтә донъяға билдәле иткән Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған кеүек ғалимдар сит илдәргә китмәһә, күптән үлтерелгән булырҙар ине. Шунан, улар ҙа башҡорт түгелме ни?
...Алда яҙғанса, "Урал" поэмаһында артист менән эмигранттың осрашыуы тасуирлана. Ул эмигрант мин инем. Үтә бай булмаһам да, хәлле генә көн иттем. Поэмала яҙылғанса, бейә бәйләп, ҡымыҙ ҙа бештем. Тура килгәндә, Башҡортостандан килгән кешеләр менән дә осрашырға тырыштым. Тик ундай мәлдәр бик һирәк тура килде шул...
...Башҡортостандан артист килеүен ишеткәс, концертында булдым. Осрашыу ҙа насип итте. Бик оҙаҡ һөйләшеп тә ултырҙыҡ. Ул ҡурайҙа уйнаны, мин халыҡ йырҙарын һуҙҙым, эсемдәге һағышымды түктем. Был әңгәмә барышында "һин башҡорт, мин башҡорт, тигән" бәхәс-фәлән булманы. Ошо осрашыу хаҡында, күрәһең, артист шағирға һөйләгәндер инде. Ә Назар Нәжми, үҙ сиратында, поэма яҙған. Ул совет сәйәсәтенә яраҡлаштырып, тубәндәге һығымтаға килгән:
Башҡорт ҡына шулай йырлай ала,
Ә шулай ҙа
Һин бит ысын башҡорт түгелһең...
...Поэма 1976 йылда яҙылған. Мин уны икенсе йылында уҡ уҡыным. Хәҙер бик оло йәштәмен. Тик башҡорт рухыма ҡаршы яҙылған әҫәрҙе күңелем ҡабул итмәй. Шуға ла илемә, милләттәштәремә үҙ фекеремде яҙып ебәреүҙе изге бурысым һананым. Әле ошо хатты яҙам, үҙем пластинканан "Илсе Ғайса" йырын тыңлайым. Күңелем менән Уралыма, Уй, Яйыҡ буйҙарына елдерәм.
Һөйөкле Уралым, Тыуған илем, милләттәштәрем! Был хат һеҙгә барып юлыҡҡанда, мин был донъяла булмам. Күңелем шулай һиҙә. Шулай ҙа яҙмам аша рухым һеҙҙең менән һөйләшер. Теләгем шул: башҡортлоҡтан мине һыҙып ташламағыҙ! Онотмағыҙ! Мин барыбер - башҡортмон! Һау сәләмәт булығыҙ!" (Хат ҡыҫҡартыуҙар менән бирелә).
Хәҙер башҡорт булып та, башҡортса һөйләшә белмәгән, үҙ балаһына әсә телен өйрәтергә теләмәгән атай-әсәйҙәр арта. Үҙ телендә матбуғат баҫмалары яҙҙырырға теләмәүҙе лә аңламайым. Башҡорт икән, үҙ Ватанына, үҙ рухына, ниндәй генә шарттарға ҡарамай, тоғро булып ҡалһын ул кеше. Барҙың ҡәҙерен белеп, юғалтмай һаҡлап, Аллаһ ризалығына ирешергә яҙһын. Ә бөгөн иһә, милли гәзиттәребеҙгә яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ, һылтау түгел, яйын табайыҡ, тип өндәшке килә милләттәштәргә.

Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА,
педагогия хеҙмәте ветераны.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1352

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru