«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МЕНӘН ОШОЛАЙ АРАЛАШЫУ ОҠШАЙ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Быйыл журналистар менән аралашыу яңы форматта үтте һәм унда республиканың төп телеканалдары журналистары ҡатнашты, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама ҡалалары, Янғантау ҡасабаһындағы күсмә студиялар менән тура бәйләнештәр ойошторолдо. Һорауҙарҙы алдан бирергә мөмкин ине, уларҙың иҫәбе 10 меңдән ашып китте.

Ысынлап та, республика халҡы Башҡортостан Башлығына һорау биреү мөмкинлегенә битараф ҡалманы. Тематик йәһәттән һорауҙарҙың 40 проценты юлдар, 17 проценты торлаҡ-коммуналь хужалығы, ҡалғандары торлаҡ төҙөлөшө, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҫешенә, шулай уҡ спорт, эшһеҙлек, йәмәғәт транспорты, бушлай бүленгән ер участкалары проблемаларына ҡағылды. "Юл мәсьәләһе быйыл беҙҙең республикала ғына түгел, тотош илдә киҫкен тора. Сөнки ҡыш йылы булды. Был автомобиль юлына ҙур зыян килтерә. Әммә был аҡланырға тырышыу түгел. Мин бөтөн кимәлдәге власть юлдарҙың торошо өсөн халыҡтан ғәфү үтенергә тейеш, тип күптән әйтә киләм. Юл төҙөлөшөн контролдә тотоу, заманса технологиялар ҡулланыу буйынса ла саралар күрелергә тейеш", - тине юлдарҙың торошона ҡағылышлы һорауға яуап биреп Рөстәм Зәки улы.
Халыҡты яҙғы ташҡынға бәйле хәл дә борсой. Республика башлығы билдәләүенсә, әлегә һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ, шулай ҙа йылғаларҙа боҙ тығылыуы һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, Саҡмағош районында бер ауылды һыу баҫыуы күҙәтелде. "Бөгөн һыу һаҡлағыстар ҡар иреүҙән барлыҡҡа килгән һыуҙы ҙур күләмдә ҡабул итеп, һыу ташыуҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә. Әммә ямғырҙар йышайып, көндәр ҡапыл йылытыуы арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүе ихтимал", - ти республика етәксеһе һәм быйыл республика ташҡын хәүефе алдында тороуын таныуын билдәләне һәм йылғалар буйында йәшәүселәрҙе һағыраҡ булырға саҡырҙы.
Баймаҡ районы халҡы исеменән Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин сығыш яһаны һәм бөгөнгө көрсөк шарттарында республиканың көньяғын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү эше нисек дауам итәсәген белеште. Был төбәктә эре сәнәғәт предприятиелары юҡ, матди-техник база ла иҫкергән, шуға ла Урал аръяғы программаһы артабан ниндәй йүнәлештә эшләр икән, тип борсола баймаҡтар. "Мин әле генә Урал аръяғы райондарында булып ҡайттым. Был программа 2020 йылға тиклем оҙайтылған һәм мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ. Яңы социаль, сәнәғәт объекттары төҙөү планлаштырыла. Шулай ҙа беҙҙең бурыс - кешеләрҙе үҙаллы эшләргә өйрәтеү. Бөгөн был райондарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫешә, шуға ла беҙ уларға күберәк ярҙам итергә тырышабыҙ, белемдәрен камиллаштырырға мөмкинлек бирәбеҙ. Шуға ла тиҙҙән Урал аръяғының иҡтисади хәле яҡшырыр тип уйлайым". Әммә Рөстәм Зәки улы Урал аръяғы райондары халҡының ситкә күпләп китеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тыуым ҙур булған райондар - Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, хатта Сибай ҡалаһында күҙәтелә был хәл. "Әлбиттә, урбанизация процесы ла көсәйә, был тәбиғи. Республикала 40 процент халыҡ ауыл ерендә йәшәй, Рәсәйҙә - 25 процент. Әммә беҙгә хәҙер ауылдарҙа ла эш урындары булдырыу кәрәк. Шуға ла Урал аръяғын үҫтерәсәкбеҙ", - тине Р. Хәмитов. Башлыса ошо төбәк балаларына юғары белем алырға мөмкинлек биргән Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты яҙмышына ла битараф түгел халыҡ. Бюджет урындарының һәм финанслау кәмеүе һөҙөмтәһендә был вуздың киләсәге хәүеф аҫтында, тип иҫәпләйҙәр улар. "Сибай институтында бер нисә мең кеше уҡый һәм ул беҙҙең өсөн кәрәк. Уның абруйы ла юғары, матди яҡтан да яҡшы үҫешә. Унда шундай яҡшы, йылы мөхит тыуҙырылған, шуға ла институт булһын өсөн бөтөн нәмәне лә эшләйәсәкбеҙ. Бюджет урындары, тимәк, студенттар ҡабул итеүҙең ҡыҫҡарыуы проблемаһы барлығын беләм. Шулай ҙа Сибай институты бөгөнгө көндә лицензияһын оҙайтты һәм артабан да уңышлы, сифатлы эшләйәсәк. Беҙ был мәсьәләлә ярҙам итәсәкбеҙ, республикаға ла, Урал аръяғы халҡына ла филиал кәрәк", тине Рөстәм Зәки улы. Өфө ҡалаһы халҡы медицина ярҙамы, иҫке өйҙәрҙән күсеү буйынса һорауҙарына яуаптар алды. Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Төҙөкләндерелгән үҙәк кеүек, ҡаланың бөтөн өлөштәре лә матур булырға тейеш, тине республика етәксеһе: "Бөгөн Өфөнөң Рәсәй ҡалалары араһында лайыҡлы урыны бар. Быйыл баш ҡалала июнь айында Рәсәй ҡалалары мэрҙары форумы үтәсәк. Ҡунаҡтарға ла беҙҙең ҡалабыҙ оҡшар, тип ышанам". Шулай уҡ тиҙҙән Өфөлә Ленин майҙанында тағы бер яңы фонтан төҙөләсәк. Баш ҡала һәм Баш-ҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы проект - тарихи парк төҙөү планы ҡарала. Интерактив формала илдең, республиканың үткәнен һөйләүсе тарихи музей ВДНХ территорияһында урынлашасаҡ. Киләсәктә уның эргәһендә музейҙар комплексы барлыҡҡа килеүе лә ихтимал һәм ул ҡыҙыҡлы, заманса, тарихи, мәҙәни, күңел асыу үҙәгенә әүереләсәк.

Шулай итеп...
Минең өсөн министрҙар һәм Хөкүмәт ағзалары алдыма һалған отчеттарға ҡарағанда, республика халҡы менән ошо рәүешле аралашыу мөһимерәк, - тине Рөстәм Хәмитов осрашыу аҙағында. "Әле телгә алынмаған темалар күп булды, беҙгә сәнәғәт производствоһын үҫтереү, заводтар төҙөү, яңы эш урындары булдырыу мөһим. Миграция мәсьәләһе, уртаса ғүмер оҙайлығын, тыуымды күбәйтеү тураһында уйланырға кәрәк".

Ләйсән ДАЯНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1045

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru