«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪАЛЫ БАЛАҪТАР ҘА АҪЫЛ РУХЫБЫҘҘЫ ҺАҠЛАЙ
+  - 

Донъяла глобалләшеү көсәйгән һайын, халыҡтарҙың үҙ тамырҙарын барлау, милли асылына төшөнөү ынтылышы көсәйә бара, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Башҡорттоң быуаттар дауамында һаҡлап ҡала ҡалған мәҙәниәтенең тағы бер гүзәл өлгөһөнә тамаша ҡылырға насип булды ошо көндәрҙә - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге Әлшәй районында "Быуаттарҙы бәйләүсе еп" Республика башҡорт балаҫы оҫталары фестивале үткәрҙе. Быйыл унда Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын, Шишмә, Бишбүләк, Благовар, Баймаҡ, Учалы райондарынан, Бөрө ҡалаһынан балаҫ һуғыусылар ҡатнашты.

Дим-Өршәк буйы башҡорттарының төп кәсептәренең береһе ул - аҫалы балаҫ һуғыу эше. Ике йылға бер үткәрелә килгән был фестивалдең оло ҡаҙаныштарының береһе шулдыр - балаҫ һығыу эшенә яйлап башҡа райондар ҙа ҡушыла, быны фестивалдә ҡатнашыусы төбәктәрҙең төрләнә барыуында күрергә була. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың ырыуҙарға бүленеү үҙенсәлеге лә бар. Йәғни, билдәле бер этник төркөмдөң үҙен танытып торған үҙенә генә хас биҙәктәре, үҙенә генә хас кәсеп-шөғөлө булыуын иҫәпкә алғанда, аҫалы балаҫтың һәр төҫө, һәр орнаменты уның Дим буйы башҡортоноҡо икәнен һөйләй. Шуға ла быйылғы фестиваль күргәҙмәһенә тамаша ҡылыусылар төҫтәре, биҙәктәре буйынса айырым райондарҙың, уларҙың эшенә ниндәй милләттең йоғонтоһо күберәк икәнен тойомлай алғандыр.
Биҙәк - юҡтан бар булмаған, уның үҙенең аңлатҡан мәғәнәһе, хатта ниндәйҙер йөкләмәһе бар. Шуға ла киләсәктә биҙәктәрҙе боҙмау маҡсатында уларҙың тарихын өйрәнеү эше лә яйға һалыныр, тигән өмөттәбеҙ. Дәүләкән районынан килгән һәм үҙе лә ҡасандыр был фестивалдең еңеүсеһе, быйыл иһә баһалама ағзаһы булған Назиә Әхмәтвәлиева әйтеүенсә, асыҡ һәм ябыҡ баҙыян, бөтөй, айсыҡ, батмус аҫа, сулпы аҫа, әҙрәс, ҡаҙ тешләтеү, тәкә мөгөҙө - иң боронғо аҫалар иҫәпләнә. Назиә Фазлый ҡыҙы күргәҙмәләге ҡайһы бер эштәрҙә төҫтәрҙең дөрөҫ ҡулланылмауын да билдәләне. Сағыу булһын, тип, ҡайһы оҫталар кибеттәрҙә һатылған еп ҡуллана, әммә көнкүрештә ҡулланылған әйбер, шул уҡ балаҫ артыҡ сағыу төҫтә булһа, күҙҙе арыта. Әлшәй районы Иҙрис ауылынан 75 йәшлек Сәүиә Иманғол ҡыҙы Муллағәлиева ла бөгөнгө көндә аҫалы балаҫтарҙың биҙәге ябайлаша барыуына хәүефләнеүен белдерҙе. "Шау сәскәнән генә торған балаҫты һуғыуы еңелерәк, хәҙер шуға өҫтөнлөк бирәләр. Элек йөндө иләп, ҡаҙанға ут яғып, һәр төҫкә айырым мана инек. Буяуы сығып тормаһын өсөн тоҙ, ҡатыҡ йәки эркет һыуы өҫтәйһең. Шунан ниндәй төҫкә ниндәйе килешә, шуныһын ҡарап, ҡатмарлы аҫа биҙәктәрен тура килтереп һуғаһың. Аҫалы балаҫты ҡәҙерлегә генә, матурлыҡ өсөн тотаһың, һәр өйҙә сепрәк балаҫ ҡулланыла. Йөндән һуғылғаны бирнәгә тип әҙерләнә ине йышыраҡ. Тарманы талҡып, киптереп, төйөп, иләп эшләнгән ептән таҫтамал да, ашъяулыҡ та һуға торғайныҡ. Бар кешелә шундай сүпләм таҫтамал булды".
Ысынлап та, йола - милли мәҙәниәтте генә түгел, халыҡты һаҡлаусы ла икәненә тағы бер инанаһың ошондай байрамдарҙа. Ана шул йола үтәү өсөн ҡуланылғанға күрә лә, аҫалы балаҫ бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланғандыр ҙа. Әлшәйҙән 96 йәшлек Нәсихә Сиражетдинова 80 йәшенә тиклем һуҡҡан балаҫты.
- Элек бөтөн Стәрле халҡы беҙҙең балаҫтарҙы келәм итеп элде өйөнә. Ҡыҙҙың бирнәһендә лә балаҫ булыуы мотлаҡ. Өй ҡотлап алып барһаң да дан бер бүләк инде. Бер балаҫ һуғыу өсөн бер аҙна ваҡыт кәрәк, әле лә һуға алыр инем дә, аяҡ ауырта шул", - тип шаяртһа ла, был эш байтаҡ көстө ала икәне былай ҙа аңлашыла. Әммә ауырлығына ҡарамайынса, был төбәк һаман да ҡыҙҙарын аҫалы балаҫ менән оҙата бөгөн дә. Нәсихә Мырҙағәли ҡыҙының ҡыҙҙары Зөлфиә менән Зәкирә лә ҡатнашты күргәҙмә эшендә. Улар ҙа ҡул көсө, күҙ нуры түгелгән башҡорт балаҫын килем алыр өсөн түгел, ә йола үтәү өсөн һуғыуҙарын әйтте.
Өләсәйҙәре, әсәйҙәренән күреп, ҡыҙ балалар был эшкә бала саҡтан уҡ тотонһалар ҙа, Әлшәй уҡыусылар һәм пионерҙар йортонда балаҫ һуғыу түңәрәге лә эшләп килә. Өйрәтеүсеһе табылһа, мәктәптәрҙә лә уның филиалдары асыла. Мәҫәлән, күргәҙмәлә Сурай мәктәбенең балаҫ һуғыу түңәрәге етәксеһе Лариса Усманова ҡатнашты. Ҡәйнәмдән өйрәнгән һөнәремде 12 йәшлек ҡыҙыма ла, уҡыусыларыма ла өйрәтәм, ти ул. Әлеге мәлдә түңәрәктә 16 кеше ҡатнаша. Тик станоктарҙың етерлек булмауы эште бер аҙ ҡатмарлаштыра. Ауылда балаҫ һуғыу станогының төп өлөштәре - ҡылыс менән көрө бәйләүселәр ҙә бар икән, тимәк, әлшәйҙәр алдында хәҙер станоктар эшләү эшен тергеҙеү тора. Әйткәндәй, Архангел районы Орловка мәҙәниәт йорто етәксеһе, үҙҙәрендә лә, Әлшәйҙә лә оҫталыҡ дәрестәре үткәреп йөрөүсе Фәнисә Сәйфетдинова әйтеүенсә, балаҫ һуғыу станоктары ла бер-береһенән айырыла икән. Ул үҙе урыҫ станогында башлап эшләп өйрәнгән, унда башлыса буй балаҫ һуғалар. "Әлшәй яҡтары, Ғафуриҙар башҡорт станогында һуға. Аҫалы балаҫ һуғыуы ауыр түгел, әммә унда төҫтәрҙе эске тойомлау менән ҡуллана белергә кәрәк", - ти Фәнисә Фәрит ҡыҙы.
Өфөнөң һаңғырау балалар өсөн 6-сы балалар баҡсаһы етәксеһе Фатима Мәхмүтйән ҡыҙы Күскилдина ла үҙ тәрбиәләнеүселәрен алып килгәйне Әлшәйҙәге күргәҙмәгә. Улар ҙа оҫталыҡ дәрестәрендә балаҫ һуғыу эшен үҙләштерҙе.

Шулай итеп...
Аҫалы балаҫ - башҡортто башҡаларҙан айырып, башҡаларҙан бер башҡа күтәреп торор рухиәт өлгөһө ул. Аҫалы балаҫ сәнғәтен өйрәнергә, серен асырға кәрәк әле беҙгә, сөнки унда ата-бабаларыбыҙҙың донъяны күҙаллауҙары ла, матурлыҡты нисек аңлауы ла ярылып ята. Шуға ла был фестивалдең әһәмиәтен баһалап бөтөп тә булмай. Бик ваҡытлы башланы был эште ихлас әлшәйҙәр. Башҡорт халҡының сәнғәт әйберҙәренең зауығы һәр заманға ла тап килә, тиһәләр ҙә, иң боронғо сәнғәт төрө булараҡ, аҫалы балаҫтың тарихи-этник үҙенсәлеген иҫтә тотоу мотлаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1715

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru