«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ШӘЛЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘҘЕКЕМЕ?
+  - 

Һуңғы ваҡытта йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙ милли мәҙәниәтебеҙгә, боронғо йолаларыбыҙға бәйле проекттар ижад итә башланы. Кемдер эшҡыуарлыҡҡа тик аҡса һуғыу өсөн тотонһа, икенселәр тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле булған тармаҡта кәсеп итә. Тап шундай мөһим өлкәлә эш башлаусы, йәғни "Башҡорт шәле" проектын тормошҡа ашырыусы Илнур Хужахмәтов һәм Айҙар Камаев менән әңгәмәбеҙ.

Һәр эштең йәки идеяның авторы була. "Башҡорт шәле" проекты булдырыу уйы нисек тыуҙы?

Илнур: Мин Ейәнсура районының Яныбай ауылында тыуып үҫтем. БДУ-ның география факультетында магистратурала уҡыйым. Уҡыуҙан тыш, фотоға төшөрөү менән мауығам. "Бәйләнештә" сайтында үҙемдең ижадыма бәйле сәхифә эшләнем. Әлеге көндә төрлө мәҙәни сараларҙа фотоаппарат тотоп, сәхнә алдында улай-былай йүгереп йөрөгән оҙон буйлы кешене күрһәгеҙ - шул мин булам инде. Никах, туй һәм башҡа байрамдарҙа фотограф сифатында бер аҙ аҡса ла эшләйем. Ә дебет шәлдәр - күңелгә яҡын тема. Беҙҙә, Ейәнсурала, бар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиерлек шәл бәйләү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ минең әсәйем өсөн дә был эш төп кәсептәрҙең береһе. Бала саҡтан уға кәзә мамығы тарашырға, мамыҡ иләшергә лә ярҙам итергә тура килә торғайны. Үҙем дә бәйләп ҡарағаным бар шәлде. Хатта бер мәл йөн-энәләр менән булышып ултырғанымды күреп, атайым ҡулыма балта тоттороп китте... Ир-егеттәр эшенә өйрәнһен тигәндер инде.
Айҙар: Ә мин Бишбүләк районынан. Өфөлә Республика башҡорт лицей-интернатында уҡыным, әлеге ваҡытта БДУ-ла белем алам. Башҡорт асыҡ КВН лигаһын ойоштороу комитеты ағзаһымын. Беҙ башҡортса шаяртабыҙ һәм шуның менән башҡорт телен популярлаштырабыҙ. Баш ҡалабыҙҙағы башҡорт йәштәре менән аралашҡанда төрлө йүнәлештәге идеялар өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул идеялар халҡыбыҙға, йәштәргә йәки берәй кәсеп төрөнә ҡағылышлы була һәм беҙ ошо тәңгәлдә үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ, кәрәк саҡта, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Шулай бер көндө Илнур дебет шәлдәр тураһында һүҙ сығарҙы. Шәлде бәйләүе ауыр, әммә улар арзан хаҡҡа һатыла икәнен белдем шул аралашыуҙа...

Һеҙ ни өсөн проектығыҙҙы "Башҡорт шәле" тип атанығыҙ? Тауарҙы мәҫәлән, мамыҡ йәки дебет шәл тип тә атап булыр ине...

Айҙар: Беҙгә, башҡортлоҡҡа бәйле берәй идея көҫәп йөрөгән кешеләргә, шәл менән шөғөлләнеү уйы оҡшап ҡалды. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән, сит ил компаниялары, хәҙер инде беҙҙекеләр ҙә, үҙ тауарын һатыуға сығарғанда етештереүселәрҙең унар йыллыҡ тарихына, ҡулланыусыларҙың был тауар менән ҡәнәғәт булыуына баҫым яһай. Йәнәһе лә, беҙ күптән таныш, беҙ һеҙгә дуҫ, тигәнде әйтергә, тауарҙарҙың оҙаҡ хеҙмәт итәсәген дәлилләргә тырышалар. Ә шәлгә килгәндә, ошо уҡ маркетинг алымын ҡулланып булмаймы ни? Был тауар бит халыҡҡа нисә быуат таныш һәм көнүҙәклеген юғалтмай. Тимәк, уның абруйында ла шик тыумай.
Илнур: Шәл - мәҙәниәтебеҙҙең күркәм бер күренеше. Тарихи яҡтан нигеҙләргә лә мөмкин. Боронғо Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе башҡорт халҡы йәшәгән ерҙәр. Гай, Ҡыуандыҡ яҡтарында әле лә башҡорт ауылдары бар. "Ырымбур мамыҡ шәле" тип йырлай урыҫтар. Был йырҙы "Башҡорт дебет шәле" тип йырлаһаң, дөрөҫөрәк булыр ине. Сөнки "Ырымбур шәле" тигән исем тауарҙың ҡайҙа етештерелеүе хаҡында ғына һөйләй. Ә кем бәйләгәнен уйлап ҡараусы ла булмаған, күрәһең. Беҙҙең крайҙы өйрәнеүселәр П.И. Рычков һәм С.И. Руденко килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, башҡорттар кейеҙ һуғыу, дебет шәл бәйләү менән күпләп булышҡан. Бындай эш күсмә тормош алып барыусы ҡалмыҡ, ҡырғыҙ халыҡтары менән йәнәш йәшәү дәүерендә үк алып барылған. Аҙаҡ, 18-се, 19-сы быуаттарҙалыр инде, башҡа халыҡтар күпләп килеп ултырғас, шәл бәйләү эше тағы ла нығыраҡ үҫешкән. Сөнки ситтәр сигеү, семәрләү эшенең яңы алымдарын алып килгән һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан. Хәҙерге шәлдәрҙә күргән семәрҙәр уртаҡ эшмәкәрлек емешелер, моғайын. Ҡыҙыҡлы факттар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Екатерина Икенсе батшалыҡ иткән осоронда Ырымбурға килгән. Унда бер оҫта батшабикәгә дебет яулыҡты балдаҡ эсенән үткәреп күрһәткән. Йәнәһе лә, ҡулдан эшләнгән мөғжизә. Шундай сифатлы дебет-мамыҡ биргән кәзәләр тоҡомоноң беҙҙең яҡтарҙа ғына аҫыралыуы тураһында ла әйтеп китергә мөмкин. 19-сы быуатта "Ырымбур шәлдәре" тигән атама дан яулағас, шәл бәйләү оҫталары донъя буйлап күргәҙмәләргә йөрөй башлаған. Шул саҡ француздар, үҙҙәрендә был тауарҙы етештереүҙе яйға һалыу маҡсатында, беҙҙең яҡтың кәзәләрен тыуған илдәренә алып ҡайтҡан. Әммә күп тә үтмәгән, кәзәләрҙән алған дебет сифаты насарая башлаған. Француздарҙың ниәте бойомға ашмаған. Баҡтиһәң, бары тик беҙҙең яҡтарҙа ғына малдар шундай ҡалын дебет бирә ала икән...

Эште башлауы иң ауыры, тиҙәр... Һеҙҙең ниәттәрегеҙ алдында ниндәй ҡыйынлыҡтар осраны? Шәл бәйләү эшен нисек, кем башҡара, әллә кистәрен үҙегеҙ ултырып бәйләйһегеҙме?

Айҙар: Эшләй башлауыбыҙға 2-3 ай ғына әле. Маҡтанырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ юҡ. Әлегә эшләгән эшебеҙ шул: проектҡа логотип эшләтеп алдыҡ. Бынан һуң, тауарҙы матур итеп күрһәтеү өсөн модель булырҙай ҡыҙ таптыҡ һәм фотосессия үткәрҙек. Аҙаҡ ҡына интернет селтәрендә рекламаға күстек. Әлдә шул "Бәйләнештә" сайты бар. Дуҫтар, улар идара иткән төркөмдәр "Башҡорт шәле" исемен таратыуҙа тос өлөш индерҙе.
Илнур: Хәҙер Ейәнсурала етештерелгән тауарҙарҙың төп дистрибьюторына әйләнеп барабыҙ. Районда бит шәлде интернет аша һатыусылар бик әҙ. Беҙҙең өлкән быуын сауҙаны таныш-белештәр аша алып барырға күнеккән. Йә булмаһа, ҙур булмаған магазин-бутиктарға мөрәжәғәт иткән булалар. Ә беҙ шәлде бер дөйөм исем аҫтында тотош Башҡортостанға сығарырға уйланыҡ.

Ярай, исем булдырҙығыҙ, бәләкәй булһа ла ниндәйҙер тауар әйләнеше лә бар. Ә артабан нисек үҫешергә уйлайһығыҙ?

Айҙар: Киләсәккә пландар бихисап. Ҡайһылары тормошҡа ашыр - әйтеүе лә ҡыйын. Сауҙа, баҙар шарттарында һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерлек тәҡдимдәр яһарға кәрәк. "Башҡорт шәле" тип яңғырауыҡлы исем алыуыбыҙ ғына ла беҙҙең иңгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Хәҙер бит шундай заман, йоҡлап ятһаң, исемеңде лә, есемеңде лә тартып алырға әҙер генә торалар. Шуға күрә, иң башта "Башҡорт шәле" атамаһын патентларға, аҙаҡ шәлде сит илдәргә сығарырға уй бар.
Илнур: Атама тураһында дауам итәм. Бына, ҡарағыҙ, Ырымбур шәле атамаһы Рәсәйҙә киң билдәле. Ул исем, әйҙә, йәшәһен, беҙгә ҡамасауламай. Хатта ярҙам да итә, тип әйтергә була. Сөнки уйлап ҡараһаң, тап ошо брендты артабан үҫтереү маҡсатында 20-се быуатта ла эш алып барылған. Мәктәптәрҙәге түңәрәктәрҙә шәл бәйләү эшенә, төрлө семәрҙәргә ныҡлап өйрәнеп ҡалған бөгөнгө оҫталар. Ә инде уларҙың туплаған тәжрибәһен иһә киләһе быуындарға тапшырырға ғына ҡала. Беҙҙең "Башҡорт шәле" проектының йүнәлештәренең береһе лә шул. Хәҙерге заманда шәл бәйләү, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу кеүек халыҡ һөнәрҙәрен, ҡул эштәре тармағын юғалтмаҫҡа, киләһе быуындарға еткерергә кәрәк. Тарих та бит ҡабатланып тора, тиҙәр. Шундай милли мираҫ булып торған әйберҙәрҙе пропагандалау шәл бәйләү курстары асылыу менән үрелеп китһә, бигерәк тә шат булыр инек.

Рәшит ТАЙБУГИН
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1595

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru