«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫҢ ДАНЫ – ИХЛАСЛЫҒЫНДА
+  - 

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров үҙе эшләгән Сибай концерт-театр берекмәһендә һәм Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош республикабыҙҙа сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш йырсы. Уның тыумыштан бирелгән таланты, күңел түренән урғылған аһәңле моңо күптәрҙе әсир итә һәм үҙенә арбай.

…Иҫ китмәле хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Яуымбай ауылында буй еткерә буласаҡ йырсы. Ҡайынөй йылғаһының һыуын эсеп, Шәрифә тауы һәм Олотау тауҙарының итәгендә уйнап үҫкән егет бөгөн Сәңгелде буйҙарында ҡолас киреп бесән сапҡан мәлдәрен татлы бер төш кеүек кенә хәтерләй. Ике малай һәм ике ҡыҙ үҫәләр улар ата йортонда. Атаһы Рәмзи ағай мәрхүмдең күкрәк тултырып һуҙған "Һандуғас", "Илсе Ғайса", "Раушаниям, бәғерем" һ.б. йырҙарын әҫәрләнеп тыңларға ярата Баязит. Әммә уны милләтебеҙ ғорурлығы, башҡорттоң айырылмаҫ моңдашы булған ҡурай нығыраҡ әсир итә. Шуғалыр ҙа, бәләкәй Баязит, үҫкәс, үҙен ҡурайсы итеп күҙ алдына килтерә. Айырым бер дәрт һәм илһам менән ҡурайҙа уйнаған малай мәктәп һәм район бәйгеләрендә призлы урындар яулай, үҙенең уңыштары менән ҡанатлана. Әле башланғыс синыфтарҙа ғына уҡып йөрөгән һәм бейеүсе булараҡ танылып өлгөргән малайҙың был һәләтен ата-әсәһе һәм уҡытыусылары ла хуплай. Ә урта синыфтарҙа инде һәләтле үҫмер үҙен йырсы булараҡ та таныта.
Тәү тапҡыр йыр менән сәхнәгә сыҡҡан көнөн кисә генә булған кеүек хәтерләй Баязит: ауыл клубында 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур концерт бара. Ҙур тулҡынланыу менән йырлай башлаған үҫмер беренсе куплеттан һуң, артабанғы һүҙҙәрен онотоп, ҡаушап ҡала һәм сәхнән сығып китергә мәжбүр була. Ә клуб тулы халыҡ гөж килеп ҡул саба, уның яңынан сәхнәгә сығыуын талап итә. Шулай итеп, тәү башлап сәхнәнән йырлаған "Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә…" йыры ғүмерлеккә хәтеренә һеңеп ҡала йырсының.
Бөгөн билдәле йырсылар Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин ише шәхестәрҙән өлгө алып, әммә тормошта үҙ һуҡмағын ярырға тырышып йәшәй йырсы. Сәхнәлә лә тик үҙе генә булып ҡалыу, үҙенә генә хас образдар һынландырыу уның теләге. Репертуарындағы һәр йырҙың төбөнә төшөп, эстәлеген тәрәндән аңлап башҡарыуы ғына ла Баязит Байназаровтың сәнғәт донъяһында үҙ йөҙөн, үҙ булмышын һынландыра. Ә инде актерлыҡ һәләте, башҡарыу оҫталығы, тырыш һәм ныҡышмал хеҙмәте һәр сығышына күркәмлек өҫтәй, тәбиғилек бирә.
Бөгөнгө тамашасыларҙың үтә лә талапсан, аңлы һәм һиҙгер булыуын иҫтә тотоп, Баязит һәр сығышына ентекле әҙерләнә, башҡараһы йырҙарын, ролдәрен тәрәндән өйрәнә. Буш ваҡытын һис кенә лә әрәмгә үткәрмәй ул: йә, фортепиано артына ултырып, тауышын көйләй, йә булмаһа, бергә эшләгән иптәштәре менән шаярып ҡына уйнайһы ролен шымарта. Шуғалыр ҙа инде, сәхнәлә артист үҙен иркен һәм тәбиғи тота. Тамашасыһы уның йыр-моңон тыңлап ҡына түгел, ә рухи аҙыҡ, күңеленә ял, илһам алып ҡайтһын өсөн тырыша талантлы йырсы. Ана шул ябайлығы, дан өсөн түгел, нәҡ ябай тамашасы өсөн эшләүе менән дә арбай ул кешеләрҙе. Һәр йырҙы үҙ итеп, яратып башҡарыу бар йырсыларға ла хас түгел, Баязит Байназаров халыҡ йырҙарын да, күптән онотолған йырҙарҙы ла, бөгөнгө эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ һәм ихласлыҡ менән сәхнәгә алып сыға. Сығыштары ваҡытында дәртләнеп бейеп китеүе, актерлыҡ һәләте тамашасы күңелендә үҙенә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тыуҙыра.
Репертуарын тулыландырған ваҡытта Баязит иң элек йырҙарҙың эстәлегенә, уларҙың көйөнә иғтибар итә. Сөнки әлдексә йырҙарҙың милли сәнғәтебеҙҙең бәҫен, йырсыларҙың абруйын төшөрөүен бик яҡшы тоя ул. Үҙенсәлекле тауышлы йәш йырсыларҙың ике-өс һүҙҙе ҡабатлай-ҡабатлай сәхнә буйлап йүгереүен ваҡытлыса дан артынан сабыуға тиңләй. Ысын моң һәм йыр майҙанында ваҡытлыса икәнлектәрен айырырға өйрәнһендәр ине ундайҙар, ти хәҙер инде ярайһы ғына тәжрибә туплаған профессионал йырсы. Уның был һүҙҙәрен "аҡыллыға - ишара" тип уйларға кәрәктер…
Бөгөн күпселек профессионал артистар араһында модаға ингән "фанераға" йырлауға ла үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар Баязиттың. "Тере тауышҡа йырлағанда бит үҙеңә бөтмәҫ кинәнес алаһың, рухи күтәренкелек кисерәһең, тыңлаусыларыңа үҙеңдең энергетикаңды еткерә алаһың… Ҡыҫҡаһы, үҙ тауышы менән тамашасы алдына сыҡҡан йырсы үҙ-үҙен үҫтерә", - ти ул "фанерасы"ларға ҡарата үҙ баһаһын биреп.
Республикабыҙҙа танылыу алған, тамашасылар араһында ихтирам ҡаҙанған йырсы башҡаларға өлгө булырҙай абруйлы ғаилә башлығы ла. Үҙе менән Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән хәләл ефете Гөлнара Исмәғил ҡыҙы менән бергә ике ҡыҙ үҫтерәләр улар. Алла бирһә, ошо көндәрҙә өсөнсө сабыйҙарын ҡулдарына аласаҡтар. Байназаровтарҙың иркен фатирында һәр кемгә ишек асыҡ - иҫәпһеҙ-һанһыҙ туғандары ла, дуҫтары ла, бергә эшләгән иптәштәре лә уларҙа берҙәй ҡәҙерле ҡунаҡ.

Мотал РӘМОВ.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1309

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru