«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙ БЕРЕНСЕЛЕГЕНӘ ӨФӨ УҠЫТЫУСЫҺЫ ЛА БАРА
+  - 

Өфөлә егерме алтынсы тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Быйыл конкурста республиканың төрлө төбәктәренән йәмғеһе 140 уҡытыусы һөнәри оҫталыҡтарын һынаны, шуларҙың ун бише - баш ҡала педагогтары. Асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, педагогик совет, мәғариф проекты кеүек һынауҙарҙан тыш, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ҡатнашлығында үткәрелгән түңәрәк ҡорҙағы фекер алышыу барышында ла һәр конкурсант үҙенең еңеүгә лайыҡ булыуын иҫбатларға тырышты. Бигерәк тә хеҙмәт юлын яңы ғына башлаған йәш педагогтарҙың төплө фекерләүе, үҙенсәлекле эш тәжрибәһен күрһәтә алыуы ҡыуандырҙы. Улар "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсы сиктәрендә тәүге тапҡыр ойошторолған "Йәш уҡытыусы" конкурсында көс һынашты. Әйткәндәй, был ярышта ла Өфө педагогтары беренселекте бирмәне. Йәш педагогтар араһында баш ҡаланың 58-се лицейы физик культура уҡытыусыһы Сергей Шекунов еңеүсе тип табылды. Сергей Алексеевичтың хеҙмәт стажы ни бары өс йыл булыуға ҡарамаҫтан, күпкә тәжрибәле коллегаларынан һис ҡалышмауын иҫбат итте. Асыҡ дәрес барышында ул заманса спорт кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылмаған спорт залында физик культура дәресен үткәреү буйынса идеялары менән бүлеште. "Мин стандартһыҙ инвентарь ярҙамында физик культура дәресен юғары кимәлдә ойоштороу бурысын маҡсат итеп алғайным. Асыҡ дәрес ваҡытында уҡыусылар ябай ҡағыҙ, скотч ҡулланып, туп яһаны һәм кәрзин урынына ҙур ҡаптар ҡуйып, баскетбол уйнаны. Бына шулай, ҙур стадиондар, заманса йыһазландырылған спорт майҙансыҡтары булмаһа ла, балалар өсөн мауыҡтырғыс дәрес ойоштороп була", - тине йәш педагог.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында ҡатнашыусылар "Йөрәгемде балаларға бирәм", "Һөнәргә тоғролоҡ", "Педагогик оҫталыҡ", "Педагогик өмөт", "Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙалы ҡулланыу өсөн", "Башҡортостан халыҡтарының илһөйәрлек мираҫын һәм мәҙәни традицияларын һаҡлау" номинацияларында билдәләнде. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ булдырған В. Сухомлинский исемендәге миҙал Бөрө ҡалаһының 1-се урта мәктәбе физик культура уҡытыусыһы Алексей Ляпустинға тапшырылды. Билдәле булыуынса, "Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында Ишембай ҡалаһы З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова еңгәйне. Ә бына "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2016" конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡытыусыһы Марат Йәмәлетдинов иң яҡшы педагог титулына лайыҡ булды. "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2016" конкурсында ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының 31-се урта белем биреү мәктәбе педагогы Гөлшат Мансурова еңеүгә өлгәште. "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсының лауреаттары булыу хоҡуғын Дүртөйлө ҡалаһы Н. Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһының физика уҡытыусыһы Алексей Андрекус, Салауат ҡалаһы 2-се гимназияһы химия уҡытыусыһы Лия Искәндәрова, Өфө ҡалаһы 118-се мәктәбе биология һәм химия уҡытыусыһы Юлия Лобова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се гимназияһы информатика уҡытыусыһы Наталья Носко алды.
Шулай итеп, төбәктең иң яҡшы уҡытыусыһы тип Өфө ҡалаһының 159-сы мәктәбе тарих уҡытыусыһы Сергей Переверзев билдәләнде. Биш йыл хеҙмәт стажы булған йәш педагог "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсы барышында юғары квалификациялы, алдынғы ҡарашлы, һәр яҡлап белемле оҫта булыуын күрһәтә алды. Ул киләһе йылда Рәсәй кимәлендәге конкурста республика уҡытыусылары исеменән сығыш яһаясаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1103

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru