«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНДАЙ АЛЫШТАР ИР-ЕГЕТТӘРҘЕ СЫНЫҠТЫРА
+  - 

22 апрелдә Өфө-Арена күп функциялы спорт-концерт комплексында ҡатнаш алыш төрҙәре (MMA) буйынса "45-се Глобаль төнгө алыштар" ("Fight Nights global") тип исемләнгән сағыу тамаша үтте. Ҡатнаш алыш төрҙәре спортсыһы, "Башҡорт" тип ололанған, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеме алған Венер ҒӘЛИЕВ бокс, таэквондо, әрме ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, тос йоҙроғо арҡаһында "Снайпер" тигән дан алған Акоп Степанянды рингта тын быуыу ысулы менән еңде!

Федор Емельяненко менән хеҙмәттәшлек итеүсе "Fight Nights global" промоутерҙары Өфөгә тәүге тапҡыр килде. Улар был проектты башҡорт продюссеры Заһир Ҡотлосурин менән берлектә тормошҡа ашырҙы. "Салауат Юлаев" хоккей командаһының боҙ һарайы ул көндө хәрби самбо, панкратион, ММА көйәрмәндәре менән шығырым тулы ине. Алыш ҡыҙыу булды: бер нисә спортсы нокаут алды, кемдеңдер тынын быуҙылар, кемдеңдер ҡулын шаҡарҙылар. ММА ҡағиҙәләре буйынса, 5-әр минутлыҡ 3 раундта көрәшселәр бер-береһенә йоҙроҡ, аяҡ, тубыҡ, терһәк менән ташланды. Рус телендәге "ятҡан кешегә һуҡмайҙар" тигән әйтемде инҡар итеп, үҙенә ҡаршы сыҡҡан егеттәрҙе ергә атып бәреп, һыу эскеһеҙ үк итмәһәләр ҙә, тетмәһен теттеләр. Ҡыҫҡаһы, Өфөлә шундай аяуһыҙ спорт төрө буйынса турнир үтте. Турнирҙы Өфө тамашасыһы нисек ҡабул иттеме? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Ғәлиев - Степанян, Яманбаев - Балкизов, Алиев - Хорхе алыштарын Рәсәйҙең үҙәк спорт телеканалдарында тура эфирҙа күрһәттеләр. Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы"ларының музыкаль оҙатыуында тамашасы алдына башҡорт милли кейемендә сығып баҫҡан Венер Ғәлиевтың шулай уҡ милли кейемдәге көйәрмәндәре лә операторҙарҙың иғтибар үҙәгенә эләкте. Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл тураһында әйтергә кәрәктер. Рәсәй спортсыһы Шарамазан Чупанов дәғүәсеһе - Өфө егете Илгиз Сәғәҙиевты еңгәндән һуң: "Был тиклем күп башҡорттарҙы тәүгә күреүем. Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт", - тип, өфөләрҙе сәләмләне. Эйе, Өфө халҡы батырҙарҙы ихтирам итеүен тулыһынса раҫланы. Венер Ғәлиевты "Башкир! Башкир!", "Башҡорт! Башҡорт!", "Венер ағай, әйҙә, әйҙә!" тип дәртләндерһә, башҡаларға ла тауышын, алҡыштарын йәлләмәне. Төп осрашыу тамамланыу менән Өфөләге әрмәндәр йәмғиәте етәксеһенең, рингҡа күтәрелеп, батырҙарға: "Миңә Башҡортостаныбыҙ көрәшсеһе Венер ҙа, тыуған илебеҙ Әрмәнстан спортсыһы Акоп та берҙәй ҡәҙерле. Рәхмәт һеҙгә, Венер һәм Акоп!" - тиеүен дә ихлас алҡышланылар.
Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы"лары, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, Заһир Зәйнетдинов (ҡумыҙ), Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Джиган (вокал) һәм башҡа сәхнә оҫталары тарафынан музыкаль яҡтан биҙәлгән тамашала бөтәһе 12 алыш уҙҙы, йәғни, профессиональ рингта 24 спортсы көс һынашты. Исемдәре билдәле Рәсәй һәм сит ил көрәшселәре менән берлектә, профессиональ алышҡа тәү аяҡ баҫыусы йәштәр ҙә рингҡа күтәрелде. "Глобаль төнгө алыштар" компанияһы гран-приһының сирекфиналында алышыусы яҡташыбыҙ, Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы ҡатнаш алыш төрҙәре һәм бокс буйынса донъя чемпионы Руслан Яманбаев та панкратион буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, ошо төр буйынса донъя чемпионаты призеры Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы егете Әхмәт Балкизов менән батырҙарса алышты, ләкин дәғүәсеһе отҡорораҡ булып сыҡты.
Хәтерегеҙҙәлер, ойоштороусылар вәғәҙәләгәнсә, Венер Ғәлиев 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында әрмән көрәшсеһе Давид Хачатрян менән алышырға тейеш ине. Әммә әрмән егете ошо осрашыуға бер нисә көн ҡалғас, күнекмә ваҡытында йәрәхәтләнеүе арҡаһында, рингҡа сыға алманы һәм промоутерҙар икенсе әрмән көрәшсеһе Акоп Степанянға тәҡдим яһаны. Степанян да башҡорт батырына арыу ғына ҡаршылыҡ күрһәтте. Ләкин Стәрлетамаҡ егете Венер Ғәлиев унан өҫтөнөрәк булып сыҡты - тәүге ике осорҙа аяғүрә алышта әрмән егете үҙенең төҙ, тос йоҙроғо менән өҫтөнлөк алһа, икенсе осор уртаһында хәлдәр ҡырҡа үҙгәреш алды. Тәүҙән үк әүҙем һөжүм иткән, әммә әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаған "Башҡорт" "Снайпер"ҙы ергә ҡолатты һәм тос ҡына тондороп, дәғүәсеһен ойпалап алды. Өсөнсө осор башланыу менән атылған уҡтай алға ташланып, Акоп Степанянды аяҡтан йығып, тын быуыу алымын ҡулланды.
Беҙ иһә, һөнәребеҙ ҡушҡанса, зыялы ағайҙарҙың һәм апайҙарҙың, фекерле йәштәрҙең уй-тәьҫораттарын күңел дәфтәребеҙгә теркәй йөрөнөк.

Хәбир Сөләймәнов, боксер, WBO, NABO версияһы чемпионы, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы: Миңә был ярыш ныҡ оҡшаны. Венер Ғәлиев - афарин! Уға ҡарап, халҡыма ихтирамым, башҡорт булыуым өсөн ғорурлығым артты. Минең кисерештәр бөгөнгө тамашаны ҡараған, Венерҙың еңеүе өсөн ҡыуанған һәр башҡортҡа хастыр, тип уйлайым. Кисә Fight nights global командаһы егеттәре - Камил Гаджиев, Бату Хасиков һәм Сангаджи Тарбаевтар менән осрашып, эшлекле бәйләнештәр булдырҙыҡ. Әлеге алыштарға килгәндә, Руслан Яманбаев бик шәп көрәшсе, тик ул бер аҙ ҡабаланып, эште харап итте. Икенсе яҡтан, уға саманан тыш көслө дәғүәсе биргәндәр. Профессиональ рингҡа сыҡҡан йәш егетте улай ҙур һынау алдына ҡуймай торорға кәрәк ине ул. Шундай әтнәкә бар ул профессиональ спортта. Һүҙемдең аҙағында һөйөнөслө яңылыҡ менән бүлешәйем - ике аҙнанан Өфөлә үҙемдең спорт залым асыласаҡ. Мәле еткәс, был хаҡта ентеклерәк мәғлүмәт еткерермен.

Рөстәм Байрамғолов, Федераль миграция хеҙмәте хеҙмәткәре: ММА тигән спорт төрө миңә яҡшы таныш. Мәктәптән һуң алты йыл Төньяҡ Кавказда эшләгән сағымда урындағы егеттәр менән спортзалда ҡул һуғышы, бокс менән шөғөлләнгәйнем. Шуға күрә, бөгөн партерҙа, йәғни иҙәндә ниндәй алымдар ҡулланылыуын аңлау ауырлыҡ тыуҙырманы. Уларҙың ҡайһыларын үҙем дә файҙалана беләм. Әлбиттә, был белемде тормошта ҡулланырға тура килгәне юҡ. Киләсәктә лә ҡулланырға тура килмәҫ, тип ышанам. Әйткәндәй, бөгөнгө нокауттарҙы күргәс, ирекһеҙҙән, ауыл клубтарында булғылаған ҡайһы бер күңелһеҙ хәлдәр хәтергә төштө әле. Ауыл егеттәре лә бындағыларҙан бер ҙә ҡалышмай һуғыша белә икән, тип көлөп ҡуйҙыҡ...

Регина Агилова: "Гүзәл-данс" студияһы бейеүсеһе, Өфө ҡалаһы: Бер яҡтан, ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалырлыҡ шәп тантана, йыр-моң, батырҙар сығышы әсир итһә, башҡорт батырҙары ғорурландырһа, икенсе яҡтан, ҡайһы бер спортсыларҙың нокауттан йығылыуы, ҡанлы йәрәхәттәр алыуы йөрәкте "өркөттө". Әммә килеүемә шатмын. Бындай тамашалар кәрәкме? Нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки улар барыбер белгестәр тарафынан әҙерләнә, спортсыларҙың ғүмеренә хәүеф тыуҙырмай. Икенсе яҡтан, бындай тамашалар өлгөһөндә ир-егеттәр сыныға. Еңеүҙе лә, еңелеүҙе лә лайыҡлы кисерә белергә өйрәтә. Күрҙек бит: дәғүәсеһенең күҫәктәй йоҙроғо берәмләп түгел, "биҙрәләп" яуғанда ла, егеттәр алға һәм алға бара. Тәүәккәллек, маҡсатҡа ынтылыш һәм сыҙамлыҡ өлгөһө был. Ә башҡорт батырҙары - Венер Ғәлиев менән Руслан Яманбаевҡа артабан да башҡорт егеттәрен үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүҙәрен дауам итһендәр, тигән теләгебеҙҙе еткергем килә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1247

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru