«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа интернет селтәрендә "Йәш кеше уҡырға тейеш китаптар", "Иң шәп урыҫ китаптары", "Донъялағы иң шәп китаптар" кеүек төрлө исемлектәр төҙөү популярлашып китте. Был исемлектәргә сит ил һәм рус яҙыусыларының фәһемле китаптары индерелә, бөйөк фәйләсуфтарҙың хеҙмәттәре, заманалар үҙгәрһә лә актуаллеген юғалтмаған "мәңгелек" әҫәрҙәр менән танышырға тәҡдим ителә.

Әлбиттә, донъянан артта ятып ҡалырға теләмәгән һәр кем ошо китаптарҙы мотлаҡ уҡый. Әммә берегеҙ булһа ла үҙенә: "Башҡа халыҡтарҙың аҡыл эйәләре яҙғандарҙы беләм, ә үҙ милләтемдең бөйөк шәхестәренең ижады менән танышмынмы?" - тигән һорауҙы биргәне бармы? Әгәр ҙә Башҡортостандан ситкә сығып китергә, төрлө милләт кешеләре менән аралашырға тура килһә, уларға үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙ, тарихыбыҙ, халҡыбыҙ тураһында "Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәгән халыҡ" тиеүҙән артыҡ нимә һөйләй алабыҙ? Ҡаршыларында иҫ киткес бай ауыҙ-тел ижады булған, донъяға билдәле мәғрифәтсе-шағирҙар, яҙыусылар бүләк иткән милләт вәкиле баҫып тороуын нисек белдерергә?
Эйе, башҡорт халҡының тарихы, бөйөк шәхестәре, мәҙәниәте, йолалары тураһында һорауҙарға лайыҡлы яуап биреү өсөн булһа ла үҙебеҙҙең китаптарҙы уҡырға кәрәк. Тормош асылын аңлау, кеше мөнәсәбәттәренә төшөнөү, татыу ғаилә ҡороу, бәхетле булыу серҙәрен дә үҙебеҙҙең башҡорт авторҙарының китаптарынан эҙләү мөһим. Сөнки башҡорт ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, башҡорт кешеһенең күңеленә яҡын әйберҙәр тураһында үҙебеҙҙең милләттең аҡыл эйәһенән дә яҡшыраҡ, урынлыраҡ, тапҡырыраҡ итеп әйтеүсе булмаясаҡ.
Милләттәштәргә бихисап башҡорт китаптары араһынан фәһемле, белем даирәһен үҫтергән, бер ваҡытта ла актуаллеген юғалтмаған, зауыҡлы булғанын табырға ярҙам итеү өсөн "Киске Өфө" гәзите "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы үткәрергә булды. Был акция сиктәрендә һәр кем үҙе теләгән башҡортса китапты/әҫәрҙе уҡып, шуның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, редакция адресына хат ебәрергә йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөнә һалырға тейеш. Хатығыҙҙа китаптан/әҫәрҙән алынған фәһем, аҡыл, мөһим мәғлүмәт тураһында, уның тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында тасуири итеп яҙырға ла кәрәк булыр. Сөнки тап ошо китап/әҫәр ни өсөн "Башҡорт китабы топ-100+" исемлегенә инергә лайыҡ йәки инмәҫкә тейеш икәнен иҫбатлау мөһим.
Белгәнеңде һөйләп бирә белеү - үҙе бер оҫталыҡ, тиҙәр, шуға башҡорт теленең тел байлығын ҡуллана алыуығыҙҙы ла ошо хаттар аша һынарға иҫәп тотабыҙ. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү, был өлкәләге хәл ителәһе мәсьәләләргә иғтибар йәлеп итеү, йәштәрҙе туған телдә һөйләшергә һәм яҙырға өйрәтеү кеүек маҡсаттарҙы ла иҫтән сығармайбыҙ. Әлбиттә, милләттәштәрҙе китап уҡыуға ылыҡтырыу, әҙәбиәт арҡылы тәрбиәләү һәм зауығын үҫтереү, белем даирәһен арттырыу, илһөйәрлек тойғоларын уятыу ҙа изге ниәттәребеҙҙең береһе. Аҡыллы, мәғлүмәтле, илһөйәр, юғары уңыштарға өлгәшкән, заман башҡорто мотлаҡ уҡырға тейеш "Башҡорт китабы топ-100+" исемлеген бергәләп төҙөйөк, милләттәштәр! Халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында уйланғандар битараф ҡалмаҫ һәм олоһо ла, кесеһе лә уҡырлыҡ китаптарҙы/әҫәрҙәрҙе билдәләргә ярҙам итер, тип көтәбеҙ.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы 2016 йылдың 1 майынан алып йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Теләгән һәр кем ошо арауыҡ эсендә уҡылған башҡортса китаптар тураһында "Киске Өфө" гәзите редакцияһына хаттар яҙа, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" (vk.com/kiskeufa) төркөмөнә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙе тәҡдим иткән китап тураһында мәғлүмәт урынлаштыра ала.

МӨХӘРРИРИӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1343

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru