«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫЙРАТЫЛҒАН ЯҘМЫШТАР
+  - 

Ошо көндәрҙә Учалы районы ағинәйҙәре Көсөк ауылында легендар батырыбыҙ Муса Мортазинға арналған Хәтер кисәһе уҙғарҙы. Был ауылда батырыбыҙҙың музейы ойошторолған. Унда Муса Мортазиндың ҡустыһы Ибраһим хаҡында ла байтаҡ материалдар урын алғанын күреп, ошо шәхес хаҡында үҙем белгәндәрҙе һөйләмәксе булдым.

1972 йылдың көҙөндә Сораман ауылы мәктәбендә эш башлаған ғына осор ине. Ғәлиә тигән апайҙың өйөндә фатирҙа йәшәйем. Бер мәл ул мине үҙҙәренән юл аша ғына йәшәгән Вәсбиямал әбей менән Сабирйән бабайҙарға ебәрҙе. "Һин дә, улар ҙа боронғо тарих менән ҡыҙыҡһынырға яратаһығыҙ. Бер юлы яҡындан танышып ҡайтырһың, уғата килешеп китерһегеҙ", - тип өҫтәп тә ҡуйҙы.
Ысынлап та, ололарҙың күҙгә элерлек, телгә алырлыҡ тарихтары бихисап ине. Бигерәк тә әбейҙең теленә һандуғас ҡунғанмы ни! Ул тәүҙә йәшлек йылдары мажараларын иҫкә алды. Шунан һуң элекке ире - Көсөк ауылы егете Ибраһим тураһында һөйләп алып китте. Йәш йөрәктәр Хәмдиә еңгәләре ярҙамында йәшерен осрашып күрешкәс, бер-береһенә ғашиҡ булалар, киләсәктә тормоштарын бергә бәйләргә һүҙ ҡуйышалар. Әммә бер мәлде буласаҡ кейәү ҡолағына яман һүҙ еткерәләр: имеш, буласаҡ кәләшенең ҡул бармаҡтары зәғиф икән. Ямандың аяғы ергә тейһә генә тигеҙ, ә хәбәре һигеҙ, ти. Сос ҡолаҡ Хәмдиә еңгәләре был турала ишетеп ҡалыу менән шунда уҡ кейәү егетте саҡыртып ала. Аңҡы-тиңке килгән егетте тәҙрә төбөнә баҫтыра ла һыуҙан ҡайтыусыны күҙәтергә ҡуша. Бер аҙҙан иңбашына көйәнтә һалған ҡыҙ күренә. Үҙе, еңгәһе өйрәткәнсә, егет күрерлек итеп, ике ҡулының да бармаҡтарын көйәнтәһе өҫтөнә йәйеп һалған... Оҙаҡламай йәштәр ҡауыша. Өфө Үҙәк архивында уларҙың никахлашыу тураһындағы ҡағыҙы ла һаҡланған...
Йылдар үтте. Мин дә Сораман ауылында ныҡлап тамыр йәйҙем. Шәжәрәләр менән ҡыҙыҡһынғас, төрлө архив ҡағыҙҙарын аҡтарырға тура килә. Шунда "Никах тураһында" тигән ҡыҙыҡлы документ таптым. Уны имам-хатиб Сәғитулла Хәбибулла улы яҙған булған. 1917 йыл. Вәсбиямал Ғабдулла ҡыҙы. 17 йәштә. Көсөк ауылынан 21 йәшлек Мортазин Ибраһим Ғаззал улына йәрәшелә. Шаһиттар: ҡыҙҙың ағаһы Нотфулла Ғабдулла улы. Әлтәфетдин Ишморат улы. Хөббихужа Мәғәсүм улы. Көсөк ауылында урынлашҡан Муса Мортазин музейына барғанда әлеге исемдәр теҙмәһен табып, яҙманың дөрөҫлөгөнә инандым.
Әбей үҙе һөйләгәнсә, ул ире Ибраһим Мортазин менән яу ҡырҙарында пар аттарҙа елдереп кенә йөрөгән. Хатта Муса Мортазин отрядында ире менән әҙме-күпме яу юлдарын да үткән. Ләкин йәштәрҙең артабанғы яҙмышы ҡыйралыштар осорона тура килә. Утлы-дауыллы йылдар уларҙы бер-береһенән мәңгелеккә айыра. Сираттағы яуға улар йәнә ирле-ҡатынлы бергә ҡуҙғалалар. Тик Әбйәлил районының Ҡыҙыл йылғаһына еткәс, яугирҙәр - Муса һәм Ибраһим Мортазиндар 15 һыбайлы ярҙамында ҡатындарын тыуған яҡтарына кире оҙата. Ирҙәре, башҡа һыбайлылар менән бергә, юлдарын дауам итә.
Күп тә үтмәй, Вәсбиямалдың ҡыҙы тыуа. Уға Фәриҙә тип исем аҙанлаталар. Муса Мортазин авторлығындағы "Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәр-ҙәре" китабында яҙылғанса, 28-се полктың командиры Ибраһим Мортазин Польша фронтында барған яуҙа башын һала. Эш былай була: һуғыштарҙың береһендә Ибраһим Мортазин полкына нығынған урынын ҡалдырырға тура килә. Етмәһә, уның бер һыбайлыһы пулемётты алып китергә өлгөрмәй ҡала. Асыуынан ярһыған Муса Мортазин кисекмәҫтән пулемётты алып килергә бойороҡ бирә һәм һалдаты урынына Ибраһимдың үҙен ебәрә. Яугир тиңһеҙ ҡан ҡойошта аҡтар тарафынан сәнскеләп үлтерелә. Ҡустыһының йәнһеҙ кәүҙәһен Муса ут эсенән алып сығыуға өлгәшә. Һәм уны Украина тупрағында ерләйҙәр.
Вәсбиямал әбей һөйләүенсә, иренең башҡынайы алыҫ Украинала, Киевта ятып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ауылдашы Шәрәфетдинов Фәйзрахман, Ибраһимдың ҡәбер ташын үҙ күҙҙәре менән күреп, унда яҙылған исем-шәрифтәрҙе уҡый. Һәм һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, был турала Вәсбиямал әбейгә һөйләп бирә.
Ә хәҙер уларҙың ҡыҙҙары тураһында бер нисә һүҙ. Ҡанлы-даулы йылдарҙа яралыуҙың һөҙөмтәһе булғанмылыр, Ибраһим менән Вәсбиямалдың ҡыҙҙары Фәриҙәнең дә ғүмергенәһе аяныслы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уҡытыусы ҡыҙ алыҫ Украинала хеҙмәт иткән иренән саҡырыу ала. Йәш ҡатын барып етеүгә генә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ире ашыҡ-бошоҡ хушлашып, кәләшен поезға ултыртып өлгөрә-өлгөрөүен. Әммә Фәриҙәгә тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ҡайғыға ҡалған әсә, күпме генә күҙ йәшен түкһә лә, ҡыҙын көтөп ала алмай. Һуңынан тейешле органдарға хат-хәбәр ебәреп, балаҡайын эҙләтә. Әсә кеше: "Һеҙҙең ҡыҙығыҙ ултырған поезд немецтар тарафынан бомбаға тотолған, ул шунда һәләк булған", - тигән яуап ҡына ала.

Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА.
Учалы районы Сораман ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.16 | Ҡаралған: 1402

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru