«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СПОРТСЫНЫ ҺӘР ҒАИЛӘ ҮҪТЕРӘ АЛА,
+  - 

әммә балаңдан алда үҙең ныҡышмал бул, уның рухын нығыт, дәртләндер, талап ит, алдына оло маҡсаттар ҡуй

Асҡар һәм Эрик Хәмзиндар хаҡында ишеткәнем бар ине. Фехтованиеның рапира менән алышыу төрө буйынса Рәсәйҙең спорт мастерҙары, күп тапҡырҙар Башҡортостан, Рәсәй, Европа, Донъя Кубоктары этаптары призерҙары, Рәсәй йыйылма командаһының төп төркөмө ағзалары булған был егеттәрҙең уңыштары хаҡында интернет селтәрҙәре аша хәбәрҙармын. Сираттағы ярыштарҙан һуң Өфөгә тыуған йортҡа ҡайтҡан егеттәрҙе атайҙары Хәлил Ғәббәс улы ХӘмзин менән бергә редакциябыҙға ҡорға саҡырҙыҡ.

Егеттәр, ни өсөн тап ошо спорт төрөн һайланығыҙ? Ярай, "фехтование" тигәнен беләбеҙ, ә "рапира" тигәндең мәғәнәһен өйрәнеп алырға тура килде, был бит беҙҙең халыҡ өсөн ят шөғөл. Кем ылыҡтырҙы һеҙҙе был спортҡа?

Асҡар Асҡар: Рапира - ул фехтованиеның ҡорал төрө, мәҫәлән, унда ҡылыс, шпага һәм рапира менән алышалар. Беҙ тап ана шул рапира менән ҡоралланыусылар булып сығабыҙ. Эйе, фехтование беҙҙең халыҡҡа хас спорт түгел, француз аристократтарының һуғыш сәнғәте. Әммә шул уҡ ваҡытта боронғо башҡорттарҙа ҡылыс һуғышы сәнғәтенең киң таралған булыуын да онотмайыҡ. Талап ителгән көс, таҫыл, аҡыл һәм етеҙлек был спорт төрөнә лә хөрмәт уятмай ҡалмайҙыр.
Эрик: Әсәйебеҙ әхирәтенең кәңәше менән беҙҙе 8 йәштә спорт мәктәбенең фехтование класына алып барҙы. Үҙҙәре эштә саҡта урамда бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәһендәр тигән маҡсаттан булғандыр инде был. Ата-әсәйебеҙ сәнғәт кешеләре булғанлыҡтан, бәләкәйҙән йыр һәм музыка тауышынан беҙ, нисектер, ялҡып киткәйнек. Шунлыҡтан, ҡылыс алышыу беҙҙең өсөн бөтөнләй икенсе донъя булып тойолдо һәм беҙ тиҙ генә ошо спортҡа әүрәнек тә киттек.

Ҡасандан алып һеҙ тиҫтерҙәрегеҙ араһында айырыла башланығыҙ? Тәүге уңыштарҙан, тәүге еңеүҙәрҙән һуңмы? Нисә йәштә тренерҙарҙың һеҙгә өмөт бағлауын тойҙоғоҙ?

Асҡар: 17-18 йәштәрҙә һынылыш осоро булды. Беренсе еңеү ҙә шул 18-19 йәштәргә тура килә. Был уңыштарыбыҙ, беҙгә бирелгән мөмкинлектәр өсөн төрлө йылдарҙағы тренерҙарыбыҙ Рәшит Әйүпов, Лира Грушинина, Руслан Насибуллин, Ольга Шабаеваларға рәхмәтлебеҙ.
Эрик Эрик: Израилдың Иерусалим ҡалаһында Европа беренселегендә - 3-сө, Францияла Донъя кубогы этабында 1-се урындарға сығыу беҙҙең тәүге уңышлы һөҙөмтәләребеҙ булды. Ул саҡтағы кисерештәрҙе бөгөн һүҙ менән генә аңлатып булмайҙыр. Беҙ үҙебеҙҙең тиҫтерҙәр араһында ла, спортсылар араһында ла бер башҡа үҫеп киткәндәй булдыҡ. Шул ваҡыттан иңебеҙгә оло яуаплылыҡ ятҡанын да тойҙоҡ.

Был һорауҙы мин атай кешегә төбәйем: ошондай шәп спортсыларҙы тәрбиәләүҙең серҙәре бармы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн спортта беҙҙең башҡорт исемдәре һирәк яңғырай?

Хәлил Хәмзин: Спортсыны һәр ғаилә үҫтерә, тәрбиәләй ала. Бары тик ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ һәм сәләмәт балалар булыуы ғына бурыс. Профессиональ спортҡа ынтылыш - ул ҡаты, хатта бер аҙ яҡшы мәғәнәләге ҡанһыҙлыҡ, тип тә әйтергә була. Мин малайҙарымдың әле бәләкәй саҡтарында битлек аҫтында һығылып илап йөрөгәндәрен дә белә инем. Әммә бәләкәй генә саҡтарынан уҡ уларҙы күҙ йәше күрһәтеүҙән тыя килдем. Башҡаларҙың балалары кеүек, уларҙы ла төшкәсә йоҡлатҡым, арыған, ҡурҡҡан саҡтарында ташламалар биргем, йәлләгем килде. Тик барыбер тороп йүгерергә, ҡолайҙар икән, киренән аяғүрә баҫырға, ҡурҡҡан нәмәгә тура ҡарарға өйрәттем. Ысын ир булып үҫһендәр, тип, бына шулай бәләкәй генә саҡтарынан ныҡлы талап ҡуйҙым, унан һуң ошо тәртипкә үҙҙәре лә яйланды. Балаларҙың бер ярышын да ҡалдырмайым. Мин генә түгел, уларҙың алыштарын бөтөн зат-ырыу күҙәтә, ваҡытында 90 йәшлек олаталары ла райондан килеп етә торғайны. Беҙҙең халыҡта балаларға иғтибар етешмәй. Беҙ нишләптер баланы үҫеп еткәс кенә күҙгә эләбеҙ, шул ваҡытта ғына уны тәртипкә күндерергә, ҡайҙалыр урынлаштырырға тырыша башлайбыҙ. Ә бит баланы әле бармаҡ башындай сағында уҡ әүәләргә кәрәк. Һин бит атай-әсәй, уның киләсәге, кем булыры һинең яуаплылыҡта. Спортсы итергә теләйһең икән, балаңдан алда үҙең ныҡышмал бул, уның рухын нығыт, дәртләндер, талап ит, алдына ҙур маҡсаттар ҡуй. Һәр хәлдә, миңә таныш тәрбиә алым-ысыулдары ошолар.

Атайығыҙ әйткәндәр тураһында үҙегеҙ ни әйтерһегеҙ, егеттәр? Спортсы яһайым тип, һеҙҙең бала сағығыҙҙы "урламанылармы" икән?

Асҡар: Беҙ бәләкәй саҡта үтә тиктормаҫ балалар булғанбыҙ. Етмәһә, икәүбеҙ. Бик ныҡ тәртипһеҙләнеп китһәк, ҡайыш атайҙан түгел, әсәйҙән эләгә торғайны. Атай ҡайыш тотманы, әммә ул асыуланһа, уның күҙ ҡарашы алдында әсәйҙең ҡайышы бүстәк кенә кеүек тойола ине. Беҙҙе спортҡа әүрәтеп, атай-әсәй барыбер ҙә дөрөҫ эшләгән, аҙмы тиҫтерҙәребеҙ маҡсатҡа илтер, киләсәктәге шөғөлгә нигеҙ һалыныр ваҡытты бушҡа үткәргән.
Эрик: Еңеүҙәребеҙҙе күп осраҡта беҙ үҙебеҙҙән бигерәк атай өсөн яулайбыҙ, тиһәм дә хата булмаҫ. Мин алыштар ваҡытында һәр саҡ күҙ күреме арауыҡта торған атайыма ҡарап-ҡарап алам. Ул ярһый икән - еңеүгә тиклем алға, тигән сәм уяна.

Егеттәр, һеҙ бит ағайлы-ҡустылы ғына түгел, ә - игеҙәктәр! Был тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә, спортта сағылыш табамы? Бер-берегеҙгә ҡаршы алышҡа ла сығырға тура киләме?

Эрик: Игеҙәк булһаҡ та, атай-әсәй беҙҙе ағалы-ҡустылы итеп үҫтерҙе. Мин Асҡарҙан бер нисә минутҡа ғына бәләкәй. Бала саҡта әсәй: "Һин - ағай, һин - ҡусты", - тигәнде һеңдергән, шунлыҡтан мин уға (Асҡарға инде) ағайыраҡ итеп ҡарайым. Ул үҙе лә һәр ҡайҙа мине ҡурсаларға, яҡлашырға ғына тора. Бер-беребеҙҙән алыҫ булғанда беребеҙгә ҡыйын булһа, икенсебеҙ тоя, ауырыһаҡ йә бошонһаҡ та шунда уҡ күңелгә килә.
Асҡар: Бәләкәйҙән икебеҙ араһында ярышыу, сәмләнеү көслө булды. Бөтә нәмәлә лә уҙышмаҡта булдыҡ. Тренировкаларҙа үҙ-ара алышҡаныбыҙ етмәй, ҡайтырға сыҡҡас та, икебеҙ ике юлдан "кем алдараҡ" тип сабышып ҡайта торғайныҡ. Спорт ярышында бер-беребеҙгә ҡара-ҡаршы сығырға тура килһә лә, кәрәк саҡта беҙ берләшә беләбеҙ, беҙ бергә булғанда ҙур көс икәнебеҙҙе аңлағанбыҙ инде.
Хәлил Хәмзин: Тренерҙар "Иң ҡаты алыш ике Хәмзин араһында" тиһә лә, малайҙар араһында, Аллаға шөкөр, дошманлыҡ хистәре тойолғаны юҡ. Бер ниндәй дан-шөһрәт тә туғанлыҡтан өҫтөн була алмағанын күңелдәренә һеңдергәнмен, тип уйлайым. Ә шулай ҙа алышта бер-береһенә ташлама яһамайҙар. Бындай осраҡтарҙа мин уларҙың күҙ алдында булмаҫҡа тырышам, ситкә китәм. Ҡалайтаһың: еңгәне лә, еңелгәне лә үҙемдең бауыр. Тик спорт йомшаҡлыҡты һанламай.

Асҡар, Эрик, Рәсәй йыйылма командаһында, сит илдәрҙә һеҙҙең башҡорт егеттәре икәнегеҙҙе беләләрме?

Асҡар: Башта командалағы татар милләтле спортсыларға ҡушып, беҙҙе лә улар иҫәбенә индермәкселәр ине, беҙ шунда уҡ үҙебеҙҙең башҡорт милләтенән, Салауат тоҡомонан икәнебеҙҙе аңлаттыҡ. Мәҫәлән, итальян тренерыбыҙ, "тартар"ҙан (татарҙы шулай тип әйтә) нимә менән айырылаһығыҙ, тип һораны бер саҡ. Үҙебеҙҙең боронғо тарихлы, ҡурайлы, эпослы аҫаба халыҡ икәнебеҙҙе төшөндөрөргә тура килде. Үҙе лә аҙаҡтан характер һыҙаттарындағы айырманы аңғарыуын белдерҙе.
Эрик: Бер чемпионатта, сит илдә, башҡорт икәнлегемде айырып күрһәткем килде һәм халыҡ алдына кәрәҙ, С. Юлаевтың һәйкәле төшкән өҫ кейеме кейеп сыҡтым. Киләсәктә аренаға башҡорт көйөн яңғыратып, милли еләндә, ҡамсат бүректә сығырға хыялланам.
Асҡар: Ҙур спортта башҡорт милләтен дә таныһындар өсөн Башҡорт спорт үҙәге булдырырға, унда балаларҙың шәжәрәһен тикшереп кенә ҡабул итергә кәрәк. Был беҙҙең саф милли һыҙаттарыбыҙ һаҡланһын өсөн мөһим. Сөнки мин милли һыҙаттарыбыҙҙың ни хәтлем көслө икәнен, уларҙың спортта ла оло уңыштар, еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итә алыуын беләм. Башҡортҡа бокс, көрәш кеүек бер аҙ тупаҫыраҡ көс, таҫыллыҡ, ҡатылыҡ талап иткән спорт төрҙәре яҡыныраҡ. Башҡортта яугир рухы, русса әйткәндә, "дух воина" көслө, шуға ла ул алыштарҙа үҙ-үҙен аямай ташланған арыҫлан хәленә инә ала. Ә күп милләттәргә был хас түгел, ҡайһы берәүҙәрҙә "үҙ йәнен аяу" өҫтөнөрәк ҡуйыла. Башҡорт спорты фехтование ла, шахмат та түгел. Әлбиттә, уларға ла урын бирергә кәрәк, әммә милли потенциалды файҙаланып, уға хас спорт төрҙәрен, йәғни боксты, көрәште үҫтерергә кәрәк. Тау халҡы бокста ниндәй ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшһә, беҙҙең мөмкинлектәр ҙә уларҙыҡынан бер ҙә кәм түгел.

Хәлил Ғәббәс улы, ғәҙәттә, баланы бер яҡлап ҡына үҫтерергә тура килгәндә, ул шул юҫыҡтағы белемде нығыраҡ үҙләштерә, ә ҡалған белем өлкәһе бер аҙ иғтибарҙан ситтә ҡала. Беҙ был күренеште йыш ҡына спортсыларҙа күҙәтәбеҙ. Ә һеҙҙең уландарҙың физик күрһәткестәрҙән тыш, үҙаңы яҡшы үҫешкән, фекерләү, һөйләү телмәрҙәре юғары. Тимәк, ғаиләлә рухи тәрбиә лә күҙ уңынан ысҡындырылмаған, шулай бит?

Хәлил Хәмзин: Мин үҙем тау-урманлы Белорет ерлеге кешеһе. Беҙҙә фәләсәфәүи аң тәбиғәттең үҙенән - бынан бер нисек тә ҡасып булмай. Балалар, ҡала малайҙары булһалар ҙа, бәләкәй саҡтарын ауылда үткәрҙе. Олатай тәрбиәһен татып өлгөрҙөләр. Бабалары - минең бер туған ағайым, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын ишеттеләр, мин үҙем дә сәнғәт кешеһе, әсәләре лә йырсы. Быларҙың барыһы ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әлбиттә. Әле һуңғы йылдарҙа Эриктың тырышып-тырышып үҙаллы гитарала уйнарға, йырларға өйрәнгәнен, китап уҡыуға бирелә барғанын күҙәтәм, Асҡарҙың сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныуын, ҡыйыу ғына ҡараштары шытып сығып килеүен аңғарам. Атай булараҡ, мин бик ризамын. Уларҙың уй-фекерһеҙ спорт машинаһы булыуҙарын теләмәйем, әлбиттә, беренсе урында - аң, рух торорға тейеш, шуларһыҙ бер һөнәр кешеһе лә үҫешә, алға китә, уңыштарға өлгәшә алмай.
Асҡар: Ошонда мин дә өҫтәп китәм: беҙгә атай менән әсәйҙән яҡшы гендар бирелгән, уларға рәхмәт!

Егеттәр, һеҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында сит илдәрҙә ярыштарҙа ҡатнашаһығыҙ. Нисек ҡабул итәләр сит тарафтарҙа Рәсәй спортсыларын, ғөмүмән, рәсәйҙәрҙе?

Эрик: Ул хәтлем шәптән түгел. Берҙән, бар урында ла рәсәйҙәрҙе көслө конкурент итеп ҡабул итәләр. Шуға ла уларҙың һәр аҙымы тиерлек күҙгә салынып бара. Икенсенән, Рәсәй туристарының сит илдә үҙҙәрен тота белмәүен күҙәтеп, ныҡ ҡына кәйеф ҡырылғаны бар. Беҙҙең спортсылар араһында ла бар ундайҙар. Эсеп алып кәмит ҡорорға ла аптырамайҙар. Улар өсөн ҡыҙарырға ла тура килә. Ә бына Кавказ спортсылары һәр ваҡыт әҙәпле, үҙ баһаларын белеп, башҡаларға хөрмәт менән ҡарай белә. Беҙ уларҙан үрнәк алабыҙ.

Эсеү-тартыу... һеҙгә хасмы?

Асҡар: Тәмәкене бер тапҡыр ҙа ауыҙыма алып ҡарағаным да юҡ. Спиртлы эсемлектәрҙән шарап менән коньякты Италияла дегустация мәлендә тәмләп ҡараным. Һыраның да ни икәнен белмәйем. Былар, нисектер, ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Эрик: Спортсылар араһында беҙгә башта эсергә тәҡдим итәләр ине. "Йә, ярай, башҡаларҙан айырылмағыҙ", - тип өгөтләй торғайнылар. Хәҙер өйрәнделәр, был тәҡдим менән мөрәжәғәт итмәйҙәр. Был тәңгәлдә йәмғиәт, кешеләр фекеренә буйһонорға ярамай, ә уларға үҙ ҡарашыңды, позицияңды һеңдерергә, сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөктәрен үҙ өлгөңдә күрһәтергә кәрәк.

Шулай ҙа спорттың ваҡыты ҡыҫҡа икәнлекте беләһегеҙҙер, эйеме? Ул нисә йәшкәсә? Һәм һеҙ артабан ниндәй юлдар һайламаҡсыһығыҙ?

Асҡар: Миңә журналистика оҡшай, сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһынам. Бая әйткәнемсә, башҡорт балалары өсөн спорт үҙәге булдырыу хыялы ла күңелдә йөрөй.
Эрик: Профессиональ спортта яҡынса 33 йәштәргә тиклем йөрөргә була. Артабан кеше организмында күҙгә күренмәһә, тойолмаһа ла, ҡартайыу процесы башлана һәм уның мөмкинлектәре кәмей төшә. Бигерәк тә үҙен физик яҡтан артыҡ "тотонған" спортсыларҙа. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, бөтә нәмәнең дә һәйбәт тамамланыуы яҡшы. Мин йәш спортсылар өйрәтеү өсөн тренерлыҡ юлын һайлайым.

Спортсы баланы "аҫырау" ҡиммәткә төшәме бөгөн?

Хәлил Хәмзин: Арзан түгел. Күп осраҡта ана шул матди сығымдары ла биҙрәтә бит ата-әсәләрҙе. Спорт өлкәһендә йәш спортсыларҙы яҡларҙай, үҫештәренә булышлыҡ итерҙәй йүнле программалар юҡ, булғандары ла эшләмәй. Тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен ярыштарҙа ҡатнаштырырға теләй, йүнен таба алмәй өҙгөләнә. Ата-әсәнең баланы спорт формаһы менән тәьмин итеү, юл хаҡтары кеүек сығымдарҙы күтәрә алмауы ла бар. Хатта быларҙы эшләргә тейеш түгел тип тә һанай күптәр.
Беҙ балаларҙың шөғөлөнә аҡса йәлләмәнек. Нимәләрҙәлер ҡыҫһаҡ ҡыҫтыҡ, әммә малайҙарҙы ҡайҙалыр ярышҡа алып барыуҙан баш тартманыҡ. Тренер тәҡдим итә икән, көн һораным да, йыйындым да, ике малайҙы ултыртып алдым да сыҡтым да киттем. Әммә былар һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, шунлыҡтан, йәш спортсыларға хөкүмәт яҡлауы, иғтибары бик тә кәрәк. Улар быға мохтаж.

Көслө спортсыларҙы байыраҡ илдәр саҡырып, әүрәтеп, һатып алып та ҡуя икәнен беләбеҙ. Һеҙгә тәҡдимдәр булғаны бармы?

Эрик: Бар. Беҙҙең спортсыларҙы Украина, Әзербайжан, Үзбәкстан кеүек илдәр командаһына саҡыралар. Тик беҙ икебеҙ ҙә һатылыу яҡлы түгел. Ситтә - Рәсәйҙең, Рәсәйҙә Башҡортостандың данын яҡлауҙы дауам итәбеҙ. Бәлки, был пафослыраҡ та килеп сығыр, әммә "тыуған ил" төшөнсәһе беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Минең, мәҫәлән, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә шәп ҡалалар күрһәк тә, үҙебеҙҙең Өфөнән яҡынырағын осратҡаным юҡ. Бәлки, тыуған йорт ошонда булғанғалыр, һәр саҡ һағынып, ашҡынып ҡайтабыҙ.

Хәлил Ғәббәс улы, егеттәргә 21-әр йәш, гүзәл зат күҙҙәренә салыналыр бит. Һеҙ уларға килен һайлауҙа берәй төрлө талаптар ҡуяһығыҙмы? Ниндәй килендәр өмөт итәһегеҙ, мәҫәлән?

Хәлил Хәмзин: Әлегә береһенең янында ла ҡыҙ-ҡырҡын аңғармайым. Әммә, ваҡыты еткәс, уларҙың булырына ышанам. Әлбиттә, әҙәпле, тәүфиҡле башҡорт ҡыҙҙарын килен итеп алып ҡайтырҙар, тип көтәбеҙ. Мин йыш ҡына уларға бөтә яҡтан да әсәләрен үрнәк итеп ҡуям. Тик егеттәрҙең ҡыҙҙарға ҡарата үҙ ҡараштары бар икәнде лә беләм.
Эрик: Был хаҡта артыҡ уйланғаным юҡ... Мотлаҡ, мосолман ҡыҙына өйләнәсәкмен, ул да спортсы йәки спорт менән шөғөлләнгән ҡыҙ булырға тейештер. Миңә һомғол буйлы, көслө характерлы ҡыҙҙар оҡшай.
Асҡар: Мин ҡыҙҙарҙың үҙе башлап танышырға теләк белдереүен яратмайым. Буласаҡ кәләшем өйҙә ултырырға теләһә - бигерәк тә яҡшы. Ғаиләне мин аҫырарға тейеш, ул, әйҙә, күберәк ваҡытын миңә, балаларға арнаһын...

Спорт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаусы йәш спортсыларға, үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып, ниндәй кәңәштәр бирер, теләктәр әйтер инегеҙ?

Асҡар: Иң беренсе, спортсы була торған балаларҙың ата-әсәләренә түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ теләйем. Бәләкәй спортсыларға, бер ваҡытта ла сигенмәҫкә, тигән девизды маҡсат итеп ҡуйырға кәңәш бирәм: туғыҙ тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осрағанда ла, унынсыһы мотлаҡ еңеү килтерәсәк.
Эрик: Профессиональ спортсы булыу өсөн генә түгел, ә сәләмәт, әүҙем булыу өсөн дә спорт менән дуҫ булырға кәңәш итәм. Эске тәртип һәм рух ныҡлығы тәрбиәләүҙән башлана ул ҙур спорт. Һин үҙ-үҙеңде еңһәң, башҡалар һине еңә алмаясаҡ.

Шулай итеп...
Ошондай ихлас һөйләшеү булды аталы-уллы Хәмзиндар менән. Улдарының ярһып-ярһып үҙ фекерҙәрен белдереүен тыйнаҡ ҡына йылмайып тыңлап ултырған, уларҙы сикләмәй генә төҙәтмәләр индергән, ыңғайҙарына шаярып-көлгән атай кешенең ғорурлығын да тоймау мөмкин түгел ине. Һәм ул хаҡлы. Балаларҙы өйрәтергә, талап итергә генә түгел, улар менән ғорурлана белергә лә кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.16 | Ҡаралған: 1431

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru