«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘА ЕР БИЛӘҮСЕЛЕК
+  - 

Гәзит уҡыусылар иғтибарына Санкт-Петербург архивында һаҡланған "Национальный вопрос во внутренней политике царизма. Конец 19-го начало 20 вв" тип аталған материалдар йыйынтығындағы башҡорттарға ҡағылған мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

179. Ырымбур губернаһы присутствиеһының непременный ағзаһы М. М. Эверсмандың докладынан (1902 йыл).
Губернаның 4 миллион десәтинә биләгән һәм 250 меңдән ашыуыраҡ кеше йәшәгән 28 башҡорт улысында Халыҡ мәғарифы министрлығының барлығы 16 урыҫ-башҡорт мәктәбе бар. Уларҙың береһе - ике класлы, ҡалғандары - бер класлы. Уларҙа 460 кеше уҡый. Ҡалғандары мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә уҡый, ә уларының һаны хәҙер 151-гә етте.

197-199. Өфө губернаторының эске эштәр министрына яҙған хатынан (1902 йыл).
Губерналарҙа бик күп дворяндар ауылдарҙа йәшәй һәм крәҫтиәндәр кеүек, ер менән файҙалана. Фәҡәт дворяндар ғына йәшәгән ауылдар ҙа бар, әммә уларҙың дворянлыҡтары иҫбат ителмәгән. Дворяндарҙың ауыл йәмғиәттәрен ойоштороу тураһында мәсьәлә лә күтәрелә, сөнки улар ҡәҙимге дворян ойошмаһына инмәй, ер менән файҙаланыу күсеп килгән башҡорт припущенниктары хоҡуғында ғына, үҙҙәре урындағы ауыл властарының талабына буйһонмай һәм натуралата йөкләмәләрен үтәмәй.

251-252. Эске эштәр министры өсөн А. С. Стишинский Өфө губернаторына яҙа (1903 йыл).
Иң юғарынан төшкән бойороҡ буйынса, Себер юлы эргәһендәге Әҙерлек комиссияһы Европа Рәсәйе сиктәрендә аҙ ер биләгән крәҫтиәндәрҙе күсереү тураһындағы мәсьәләне ҡараны. Комиссия башҡорт ерҙәрен күҙ уңында тотто, сөнки башҡорт ерҙәрен межаларға тулыһынса бүлгеләп алғандан һуң, байтаҡ ерҙәр артып ҡала һәм унда башҡа яҡтарҙан кешеләрҙе урынлаштырып була, тип иҫәпләнеләр. Тәбиғи шарттары буйынса башҡорт ерҙәре беренсе булып күсенеүсе дала яғы кешеләре өсөн уңайлы буласаҡ. Күсеп килеүселәр һаны ишәйә барыу менән ергә хаҡ та күтәреләсәк, шуның өсөн был мәсьәләне хөкүмәт ҡарамағына ҡалдырып, ерҙең баһаһын ул билдәләйәсәк. Иң уңайлы юлы - Крәҫтиән банкының үҙ иҫәбенә ерҙәрҙе һатып алыуы булыр. Әлегә банк был эште бик аҡрын башҡара, ер һатып алыу буйынса алып барылған 7 йыл эсендә Өфө һәм Ырымбур губерналарынан бары тик 175 мең дисәтинә генә ер алған, ә фәҡәт башҡорт ерҙәре генә лә бик күп алына. Сәбәп шунда: ауылдарҙа ерҙәрҙе межаларға бүлеүҙең тамамланыуы тураһында банкка хәбәр ителмәй һәм шуға ла башҡорттар ерҙәрен үҙҙәре һата. Межаларға бүлеүҙе тамамлау тураһында Крәҫтиән банкына һәм Күсереп ултыртыу идаралығына хәбәр итеү үтенелә.
Межаларға бүлеү, ғөмүмән, бик аҡрын бара: Өфө, Ырымбур, Пермь губерналарында 1898 йылдан 1902 йылға тиклем башҡорт ерҙәренең 10,48 миллион дисәтинәһенән 327 мең дисә-тинәһенә генә документ төҙөлгән. Көньяҡ-көнсығыш губерналарының ер-ҙәрен мохтаж булғандарға бүлеү тигән яңы ҡарарҙан сығып эш иткәндә, был эш бик һүлпән бара.

268-362. Эске эштәр министрлығының Дәүләт советына "Крәҫтиәндәр тураһындағы дөйөм ҡарарҙың башҡорттарға ҡағылышы буйынса тәҡдиме". 31. 10. 1903 йыл (Министр өсөн П. Дурнов ҡул ҡуйған).
Башҡорт риүәйәттәрендә уларҙың (башҡорттарҙың - Ред.) иң тәүге тыуған илдәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Уларҙың Урал алды территорияһында йәшәүе VIII-Х быуаттарҙа теркәлгән. Ҡаҙан батшалығы ҡолатылғандан һуң, 1556 йылда үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылалар һәм үҙҙәре биләгән ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғы алалар. 1579 йылда Башҡортостан уртаһында Өфө ҡалаһы һалына һәм был төбәкте айырым кешеләр тарафынан да, хеҙмәткәрҙәр яғынан да колонизациялау башлана, ул кешеләр артабан припущенник (башҡортса әйткәндә, әтәмбай, ерһеҙ - Ред.) тип атала башлайҙар. Ҡаҙан батшалығынан Башҡортостанға мишәрҙәр, татарҙар, сирмештәр, сыуаштар ҡаса, ә Рәсәйҙән хәрбиҙәр - стрелецтар, баяр балалары һәм башҡалар күсенә. Күсенеп килеүселәр, башҡорттар-ҙың тәжрибәһеҙлегенән файҙаланып, ерҙе һатып йәки ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүҙе үҙ файҙаларына төҙөй, йәки бөтөнләй төҙөмәй. Завод тө-ҙөүселәр үҙҙәрен айырыуса йыртҡыстарса тота, башҡорттарҙы тотош ғаиләләре менән юҡ итә.
Был хәлдәргә сик ҡуйыу өсөн хөкүмәт XVII быуатта уҡ башҡорттарға үҙ ерҙәрен һатыу хоҡуғын сикләй башлай, ә 1649 йылда һатыу йәки ҡуртымға биреү бөтөнләй тыйыла. Әммә башҡорттар баш күтәрә һәм мосолман руханиҙары башлаған ризаһыҙлыҡ күтәрелештәре ике быуат буйы дауам итә. Ихтилалдарҙы баҫтырыу барышында башҡорттарҙың күп өлөшө һәләк була, хужалыҡ итә белмәү арҡаһында ер юҡҡа сыға, шунлыҡтан, хөкүмәт уларҙың ерҙәрен тартып ала. 1735 йылда тағы күтәрелеш була.
1736 йылдың 11 феврале указы менән баш күтәреүсе башҡорттарҙың ерҙәре тартып алына һәм башҡорт фетнәләрен баҫтырыуҙа ярҙам иткән мишәрҙәргә ғүмерлеккә һалымһыҙ файҙаланыу өсөн бүлеп бирелә. Башҡа күскенселәр (типтәрҙәр, сыуаштар, сирмештәр, татарҙар) башҡорттар файҙаһына һалымдан азат ителә. Бер үк ваҡытта офицерҙарға, дворяндарға һәм мишәрҙәргә ер һатыу рөхсәт ителә. 1739 йылдың 20 авгусында ер мәсьәләһендә бәхәстәр килеп сыҡмаһын өсөн айырым ауыл булып ултырырға ҡушыла. Фетнәлә ҡатнашмаған башҡорттарға 1742 йылда ер биләү хоҡуғы кире ҡайтарыла, ә 1755 йылдың 1 сентябрендә фетнәлә ҡатнашып та үҙ ерҙәренә кире ҡайтҡан башҡорттар ғәфү ителә һәм элек биләгән ерҙәре кире ҡайтарыла.
Был хәлдәр ер биләүселек эшендә буталсыҡлыҡ барлыҡҡа килтерә һәм был эште яйға һалыу өсөн 1761 йылдың 15 марты указы менән шулай билдәләнә: башҡорт ерҙәрен һатыу өсөн аҫаба башҡорттарҙың ризалығы кәрәк, ә башҡорт ерҙәренә күсенеп ултырыу тейешле указ булмаһа, тыйыла...
1798 йылда Ырымбур крайы ерҙәренә генераль межа үткәреү башлана. Башҡорттар иррегуляр ғәскәрҙәргә алына, улар ил сиктәрен ҡырғыҙҙарҙан һаҡларға тейеш була, башҡорт ерҙәре кантонлыҡтарға - (тәүҙә - 12, аҙаҡ - 28) бүленә, уларға башҡорттарҙың үҙҙәренең араһынан начальниктар етәкселек итә, уларға полицейский хоҡуғы бирелә һәм улар көнкүрештең бөтөн өлкәләренә лә ҡыҫылыу хоҡуғы ала. Ҡайһы ваҡытта улар халыҡтың ихтыяжына ҡаршы булған эштәр ҙә эшләй, шунлыҡтан, халыҡтың иҡтисади хәле насарая.
1818 йылдан башлап 1823 йылға саҡлы башҡорт ерҙәрен һатыу тағы тыйыла. 1823 йылда Ырымбур губернаһында генераль межа үткәреү тамамлана, башҡорт ерҙәре тураһында эш Башҡорт ерҙәре буйынса комитетҡа тапшырыла. Комитет башҡорттарҙың ер биләү хоҡуғын таный, әммә 1736 йылдың 11 февралендәге хөкүмәт указы үҙ көсөндә ҡала, хөкүмәт ерҙе кире тартып алырға хоҡуҡлы, фәҡәт "мәрхәмәтлек күрһәтеп кенә" ул хоҡуҡ менән файҙаланмай, тип иҫкәртеп ҡуя.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.16 | Ҡаралған: 1324

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru