«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҒЫШ ҮТКӘНМЕ НИ!..
+  - 

...Ут күбәләгендәй ғәйеп була
Имән ярҡаһындай ир-аттар...
(Рәйес Түләк. "Яныу" поэмаһы).

Күптән түгел етмештең дүрте менән барған бер ағайҙан уның синыфташтары тураһында, уларҙың иҫәнлеге хаҡында ҡыҙыҡһындым.
- Ҡайҙан ғына иҫән булһындар, мәктәпте тамамлағаныбыҙға ла илле алты йыл була бит, - тине ағай. - Класташтарымдың өсәүһе гүр эйәһе инде. Уларҙың баҡыйлыҡҡа киткәненә лә ете-һигеҙ йылдар самаһы булалыр.
- Өсәүһе?.. - ишетһәм дә ҡабатлап һораным.
- Эйе. Ә ҡалғандарыбыҙ бар, әлхәмдүлилләһ, һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла осрашып торабыҙ...
Миңә ҡарағанда ун биш йәшкә олораҡ булған был ағайҙың ошо яуабын ишетеп, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Бала саҡтары аслы-туҡлы үткән, ауыр һуғыш йылына тура килгән, күптәре атайһыҙ етем үҫкән уның синыфташтарының күпселегенең ошо көнгәсә тере булыуына хайран ҡалдым һәм ысын күңелдән һөйөндөм. Һәр күренешкә дөрөҫ баһаны, башлыса, тик сағыштырыуҙар аша ғына биреү мөмкиндер. Иптәштәре хаҡында һорауымды был ағайға тигенгә генә бирмәгәйнем шул. Уға ҡарағанда тиҫтә ярым йәшкә кесерәк булған үҙемдең бергә уҡыған һабаҡташтарымды бер-бер артлы күҙ алдымдан үткәрҙем...
Мәктәпте тамамлағанда ун алты малай инек (һүҙҙе малайҙар хаҡында ғына алып барырға ниәтем). Һәммәбеҙҙең үҙенә күрә тормош пландары ла, әлбиттә, бар ине. Кемебеҙҙер табип, уҡытыусы, инженер, агроном, йәиһә шофер, тракторист, комбайнер булырға хыялландыҡ. Барыбыҙ ҙа әрмеләребеҙҙе тамамлап ҡайтҡас, хыялдарыбыҙҙы томошҡа ашырырға ынтылдыҡ. Йәш саҡтар, әлбиттә, "һә" тигәнсе үтеп китә. Ғаиләле, бала-сағалы булдыҡ. Ғәйәт күп тармаҡлы, һикәлтәле, ҡатмарлы тормош һуҡмаҡтары буйлап, һәр төрлө һынауҙар, ауырлыҡтар аша артабан да алға барырға тырыша-килә, әле ҡайһы берҙәребеҙ пенсия йәшенә лә яҡынлашабыҙ. Эйе, ҡайһы берҙәребеҙ генә шул! Синыфташтарымды барлап ҡарайым. Берәү, икәү, өсәү... туғыҙ... Туғыҙ малай! Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙ әле генә минең ун алты һабаҡташымдың туғыҙы тере икән, тип уйлаһағыҙ - хаталандығыҙ. Киреһенсә, мәктәп дуҫтарымдың туғыҙы был донъяны ташлап китеп тә өлгөргән. Ә тереләребеҙ - етәү генә... Күптәрҙең хатта утыҙға, ҡырҡҡа ла етмәй әрәм булыуы уйға һала. Әрме хеҙмәтен үтәп, һау-сәләмәт булып ҡайтҡан, типһә - тимер өҙөрҙәй егеттәребеҙ ни өсөн шулай иртә донъя ҡуйҙылар, тигән һорау килеп тыуа. Һуғыш-маҙар ҙа булманы бит был дәүерҙә. Беребеҙ ҙә Афған, Чечня һуғыштарына эләкмәнек... Шул туғыҙ малайҙан тыш, һәр төрлө сирҙән ике ҡыҙыбыҙ ҙа арабыҙҙан китте. Әммә бөгөн һүҙ көслө заттарыбыҙ хаҡында.
Был хәлгә объектив күҙлектән сығып ҡына ҡарау кәрәктер тип уйлайым: бер-икәүһен генә һанамағанда, малайҙарыбыҙҙың шайтан хөсөтөнә ҡаршы тора алмай, шул ләғнәтле эсемлектән тыйылырға үҙендә көс тапмай был донъяны бик иртә ташлап китеүе беребеҙ өсөн дә сер түгел. Ниндәй шәп егеттәр ине улар. Шат, көләс йөҙлө, юморға ла бай, кәрәк саҡта йомарт, эшлекле, кешелекле, айыу тотоп менерҙәй, бәғзеләре хатта ҡасандыр танылған спортсы булған малайҙар.
Был ергә беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ, әлбиттә. Барыбыҙ ҙа ҡасан да булһа фани донъяны ташлап китәсәкбеҙ. Әммә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡәтғи тыйылған хәмер эсемлектәрен эсеүҙең үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға тиңәлеүен, шуның менән күптәрҙең әжәлдәрен тиҙләтеүгә сәбәп булыуын бәғзеләребеҙ һаман аңлап етмәгән һымаҡ тойола...
Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, яҡташтарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең эскелек арҡаһында үлеү осраҡтары хәҙер ауылдарҙа ғәҙәти хәл һымаҡ булып киткән дә баһа! Кемдер берәү әрмелә осраҡлы үлеп ҡайтһа, "ах та ух" килеп, бар илгә һөрән һалабыҙ. Ә егеттәребеҙҙең илгә ҡайтҡас һуғыш яланындағылай ҡырылыуы, ни өсөндөр, тәбиғи хәлдәр рәтенә инә башлаған. Бына ошо хаҡта йыш ҡына баш ватам. Ни сәбәп менән күптәребеҙ хәмер упҡынына тайып төшөп китте һуң? Әллә ҡасандан борсоған ошо һорауға яуап эҙләп, хәтер ҡапсығында соҡсонам.
Мәктәпте тамамлау айҡанлы сығарылыш кисәһе... Юҡ, унан күпкә иртәрәк, бала саҡтан башлайыҡ. Бәләкәйҙән ололарҙың, атай-әсәйҙәрҙең йыш ҡына, һәр байрамда тиерлек, хатта бер ниндәй байрамһыҙ ҙа ҡунаҡ саҡырышып, мәжлестәрен мотлаҡ рәүештә хәмер ярҙамында "йәмләндереүҙәрен" күрмәй үҫтекме ни беҙ? Ҡайсаҡ бәғзе уҡытыусы ағайҙарыбыҙҙың да лаяҡыл булған саҡтарына күптәребеҙ шаһит. Оло кешеләрҙең йәшәү рәүеше фәҡәт ана шулай булырға тейеш, тигән патологик ышаныс шул дәүерҙә үҫкән һәр баланың күңеленә инеп оялағанлығын һис кем инҡар итмәҫ, моғайын. Инде туғыҙ-унынсы синыфтарға еткән ҡайһы бер уҡыусыларҙың үҙҙәрен тап ана шул тормош өсөн өлгөргән тип хис итеп, яңы йыл, Октябрь байрамдарын "аулаҡ өйҙәрҙә" шарап, хатта араҡы менән билдәләү осраҡтары ла була торғайны бит. Дин тотҡан олатайҙарыбыҙҙың ахирәттәге тамуҡ уты менән ҡурҡытыуҙарын ҡолаҡҡа элеүсе лә булманы, сөнки беҙгә мәктәптәрҙә (хатта өйҙә лә!) динһеҙлек "тәрбиәһе" бирҙеләр.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында класыбыҙ менән йырлаған йыр һаман ҡолағымда сыңлай, синыфташтарымдың шат йөҙҙәре бөгөнгөләй күҙ алдыма килеп баҫа.

...Ояһынан осҡан бөркөттөр беҙ,
Ҡанатыбыҙ нығый һауала.
Беҙ осабыҙ сикһеҙ киңлектәргә,
Уҡытыусы тәүге юл һала...

Мәктәп ишек алдында радиоалғыс пластинкаһынан дәртле көй яңғырай. Шат һөйләшеү, көлөшөүҙәр ҡатыш шау-шыу әллә ҡайҙарға ишетелә. Аҡ күлдәкле малайҙар менән аҡ алъяпҡыслы ҡыҙҙар бер-береһенең йыр альбомдарына иҫтәлектәр, теләктәр яҙышып (ул заманда шундай ғөрөф-ғәҙәт бар ине) сыр-сыу килә. Дәүләт имтихандарын тапшырып, һәммәбеҙ ҡулыбыҙға өлгөргәнлек аттестаты алғас, мотлаҡ үткәрелә торған сығарылыш кисәһе лә килеп етә. Мәктәп тупһаһынан тәүге аҙым... Уҡыуҙы тамамлау айҡанлы үкәрелгән был сарала уҡытыусыларҙың тыйыуына ла ҡарамай, йәшеренеп, рюмкаларҙы өҫтәл аҫтында ғына сәкәштереп эсеү, шулай ҙа, күпселегебеҙ өсөн ғүмерендә беренсе мәртәбә булғандыр, тип уйлайым. Бына шул мәлде анализлап, тағы ла тәрәнерәк фекерләп, ирекһеҙҙән һәр төрлө уйҙарға сумам. Тормошҡа баҫҡан тәүге аҙымыбыҙҙы хәмер менән билдәләп ҡуйыуыбыҙ ҡайсаҡ тимер юл сатындағы иҫерек стрелочниктың яңылыш яҡҡа поезды йүнәлтеп ебәреүен хәтерләткәндәй... Ана шул "иҫерек" ошо көнгәсә бәғзеләребеҙгә юл күрһәтеп торған һымаҡ. Оло үкенескә, балиғ булып етеүебеҙгә, алкоголь эсемлеге йәшәйештең айырып алғыһыҙ бер өлөшө булырға тейешлелер, тигән фекер барыбыҙҙың аңыбыҙға ла һеңеп өлгөргән ине шул.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, илебеҙҙәге бихисап булған һәр төрлө байрамдар, тыуған көндәр, әрмегә оҙатыу һәм ҡаршы алыуҙар, яңы әйбер "йыуыу" кеүек, халҡыбыҙ рухы өсөн ифрат та ят булған йолалар аҙым һайын беҙҙе һағалап ҡына торған икән... Тап ана шундай сараларҙы мотлаҡ оҙата килгән шайтан эсемлеге утыҙ йәшкә лә етер-етмәҫтән күптәребеҙҙе "алкоголизм" тигән сир менән зарарлап та өлгөргән. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шул мәкерле сирҙе аҡса биреп һатып ала торҙоҡ. Харам эсемлек, йәшәү рәүешенә әйләнеп, бәғзеләребеҙҙе тиҙләтеп упҡынға һөйрәкләргә лә кереште. Ҡанаттары нығынып та өлгөрмәй ҡайырылып, "ояһынан осҡан бөркөттәр"ебеҙ бер-бер артлы ана шул төпһөҙ соҡорға йығылып, донъялыҡтан төшөп ҡала башланы. Ул алкоголь менән ағыуланып үлеү, йә иһә суицид булһынмы, йә булмаһа, башҡа берәй фажиғәгә юлыҡһындармы, һәр осраҡта әлеге шайтан менән дуҫлыҡ быға төп сәбәпсе булды. Юғарыла әйтелгән тәбиғи һорау һаман күңелде өйкәп тора: бына ошо заман афәтенә әйләнгән хәлгә кем ғәйепле? Бер нисә быуат элек илебеҙгә иҫерткес эсемлек алып килгән Иван ағай, тиер кемдер. Әммә мин, һис тә уйлап тормаҫтан, фәҡәт үҙебеҙ генә ғәйепле, тип әйтер инем. Ә беҙ "эш боҙоусы"ны һәр саҡ ҡайҙандыр ситтән эҙләп өйрәнгәнбеҙ. Күптәребеҙ Ивандарҙан арттырып та ебәрәбеҙ бит! Өфө, йәиһә башҡа берәй ҙур ҡала урамы буйлап, һис бер иҫерек кешене осратмайынса ғына, бер-нисә саҡырым ара үтеү мөмкин. Әммә, хәҙерге, хатта ҙур булмаған ауылыбыҙҙың бер осонан икенсеһенә сыҡҡансы, ныҡ ҡына итеп "ҡырын тейәгән" бер-ике кешенең мотлаҡ осрауы бик тә ғәҙәти күренеш...
Иң ҙур үкенес: үлгән яҡындарыбыҙҙы (бәғзеләребеҙ уларҙы хатта әлеге шарап менән иҫкә алып) оҙатабыҙ ҙа, ҡалғандарыбыҙ, йәғни, әлегә тереләребеҙ, бына шул шайтанды яҡын-тирәбеҙҙән бөтөнләйгә ҡыуып ебәреү урынына, һаман да "мәҙәни рәүештә" булһа ла уны түрҙән төшөрмәйбеҙ, киреһенсә, ҡәҙерләп алып йөрөйбөҙ. Балаларыбыҙҙың туйҙарында, тыуған көн мәжлестәрендә иң беренсе "бисмиллаһ" әйтеү урынына шул ҡәһәрле эсемлектән ауыҙ итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең "зубок"тарын, аттестат, дипломдарын даими рәүештә билдәләүҙәр, ысынлап та, "изге" йолаларға әйләнеп киткән бит. Өҫтәлдәребеҙҙең иң түрендә һаман да ҡаҡайып "шампан", уның янында матур этикеткалы коньяк, һәр төрлө башҡа иблис эсемлектәре урын алғанын балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ күреп үҫә, мәжлесте нисек кенә мәҙәни итеп үткәререргә тырышыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан. Нәҡ беҙҙең бала саҡтағы һымаҡ уҡ! Ә балалар, ғәҙәттә, ата-әсәйҙәрҙең юлын дауам итеүсән...
Элегерәк "ауылыбыҙҙан фәләнсә кеше һуғышҡа китеп, шуларҙың яртыһынан күбеһе яу ҡырында ятып ҡалды", тигән мәғүмәткә иҫебеҙ китә ине. Һуғышта һәләк булғандар ифрат та күп булып тойола ине. Эйе, ысынлап та, ғәйәт күп. Ә бына тыныс шарттарҙа кеше үлеү осраҡтары һуғыш мәленә ҡарағанда бер ҙә кәм булмауы уғата хәүефкә һала. Афғанстан һуғышында ун йыл буйына ун биш мең ир-егет башын һалды (Бөтә Советтар Союзы күләмендә!). Ә эскелектән илебеҙҙә һәр йыл һайын мәртәбәләргә күберәк үлеүҙәргә иғтибар итәбеҙме? Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ беҙ, ҡәҙерле милләттәштәр? Хатта бер ғаиләнән генә бер нисә ағай-эне бер-бер артлы киткән осраҡтар әҙме? Әллә быға күнегеп тә барабыҙмы? Бәлки, мин юҡҡа ғына саң ҡағамдыр? "Тормош булғас, барыһы ла була торғандыр инде..." тип тынысланыу кәрәктер бәлки? Шулай ҙа һәр кемебеҙ тирә-йүнебеҙгә күҙ һалайыҡ. Алыҫҡа йөрөү кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең ауылдаштарыбыҙ, күршеләребеҙ, туғандарыбыҙҙы иҫләйек. Әйтәйек, һуңғы ун-ун биш йыл эсендә һәммәләребеҙҙең нисә танышы хәмер арҡаһында был донъянан китте? Бәғзеләр әле булһа үҙҙәрен-үҙҙәре алдаштырып йыуатырға маташа, йәнәһе лә, теге йәки был кеше "ҡатыны бахмурға аҡса бирергә йәлләүе" арҡаһында, йәиһә, фәлән әбейҙең көмөшкәһенең "сифатһыҙ булыуы" сәбәпле йәшләй генә яҡты донъяны ташлап китеп әрәм булды... "Ул эскелектән үлде", тип әйтеүселәр һирәк. Былар, әлбиттә, үлгән яҡындарын нисек тә булһа аҡларға тырышып, уйлап сығарылған һылтау ғына. Ысынында иһә, был бәлә-ҡазаларҙың сәбәбе күпкә һәм бик күпкә төптәрәк. Яҡташтарыбыҙға ифрат та етди уйланыу зарур. Араҡыға табыныуға ҡоролған йәшәү рәүешен ватып, "хәмерле ритуалдар күп осраҡта мотлаҡ атҡарылырға тейеш икән", тигән стереотипты һис кисекмәҫтән һындырып, ҡыйлыҡҡа ырғытырға ваҡыттыр, ҡәҙерле милләттәштәр.
Тере ҡалған синыфташтарымдың, башлыса, етеш, матур тормош ҡороп, бала-сағалар үҫтереп, бәхетле йәшәп ятыуын күреп һөйөнәм. Иманға килеп, Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәп, Уның ризалығына өмөт итеп, Уға ғибәҙәт ҡылып йәшәгән бәғзеләренә айырыуса шатмын. Әммә бөгөнгө йән әрнеүе менән тулы һүҙем улар хаҡында түгел…

Ҡыуандыҡ ЗӘБИХУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.16 | Ҡаралған: 1628

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru