«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

Ниһайәт, "Киске Өфө" гәзитенең "Вконтакте" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының тәүге ҡатнашыусылары төрлө әҫәрҙәрҙе уҡырға тәҡдим итә башланы.

Улар "Вконтакте" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә үҙ фекерҙәрен белдереп, уҡыған әҫәрҙәре тураһында бик матур баһаламалар яҙып ҡалдырған. Башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсереп, аманат итеп тапшырып барырлыҡ, бөтәһе лә уҡып белергә тейешле китаптары/әҫәрҙәре тупланған исемлекте төҙөүгә булышлыҡ иткән акцияға тәүгеләрҙән булып башҡорт Википедияһын ойоштороусыларҙың береһе Рөстәм Нуриев ҡушылды. Түбәндә уның шиғри юлдарға һалынған тәҡдимен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

"Йыл дауамы бараһы
"Киске Өфө" сараһы.
Тура килһен шартына
Китап алып ҡулыма,
100 әҫәре башҡорттоң
Исемлеген башлаған
"Урал батыр" ҡобайырын
Уҡып сыҡтым яңынан.
Йәше-ҡарты, барыһы
Хәтерендә торһасы,
Урал батыр васыяты
Яҡты маяҡ булһасы:
"Ат итеп тик Яҡшыны
Яман юлын быуығыҙ!"
Иңгә изге бурысты
Һалған олуғ бабабыҙ".

Киләсәк быуынды башҡорт халҡының рухи донъяһына ылыҡтырып үҫтереү тураһында уйланған һәр кем "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһында әүҙем ҡатнашыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Бының өсөн ни бары "Вконтакте" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекереңде яҙып ҡалдырыу кәрәк. Йә булмаһа, "Киске Өфө" гәзите редакцияһына хат ебәрергә мөмкин.

МӨХӘРРИРИӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.16 | Ҡаралған: 1492

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru