«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2019

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо арала Бөтөн донъя сирлеләр көнө лә билдәләнә. Шуға бәйле һорауыбыҙ: "Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ" тигән халыҡ аҡылын нисек аңлатыр инегеҙ?

 
Сайттың архивы
 

2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ҠАҘАН ҠАЙНАЙ - ЯРМА ЮҠ
+  - 

Һеҙ беләһегеҙме, йәмәғәт: Рәсәйҙә ярлы пенсионерҙар юҡ икән дә баһа! Ысын-ысын, был турала бына яңыраҡ ҡына РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Топилин әфәнде прәме күҙгә бәреп әйтте.

Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән. Дәлилдәрһеҙ популистик был һүҙҙәренән һуң Топилинды интернет донъяһы нәфрәт диңгеҙенә батыра яҙҙы. "Капиталист министр" тип әрләп тә бөттөләр. Ысынлап та, Топилиндың белдереүҙәре ҡараға аҡтан ямау һалырға маташыу һымағыраҡ булды шул. Хәлебеҙ хатта ошо мәсьәләләргә битараф кешенең дә күҙенә ап-асыҡ күренеп тора: торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн, бигерәк тә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар икеләтә тип әйтерлек артты. Пенсия ла шул тиҙлектә арта торһа, ни әйтер инең дә...
Хәҙер Топилиндың аҡ ямауы аҫтында йәшеренгән һандарға күҙ һалайыҡ, булмаһа. Бөтә Рәсәй тормош кимәле үҙәгенең генераль директоры Вячеслав Бобков әйтеүенсә, "Росстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған халыҡ һаны унан алдағы йылға ҡарағанда 16,1 миллиондан 19,2 миллионғаса артты. Был илдәге дөйөм халыҡ һанының 13,4 процентын тәшкил итә..." Ә илдә эшһеҙлек артыуын хеҙмәт министры нисек аңлатыр ине икән? Эшһеҙлек, тигәндән, пенсионерҙар үлгәнсә (ғәфү итегеҙ) эшләргә мәжбүр ителһә, йәштәр ҡайҙан эш урыны табыр? Сөнки хөкүмәтебеҙ, В. Жириновский һүҙҙәре менән әйткәндә, "пенсияға сығыу йәшен өҫтәү юлы менән ҡаҙна килемен арттырырға" йыйына. Бер моңһоу көләмәстәгесә, кеше былай ҙа "10 йыл ғына" йәшәй: мәктәпкә барғанса - 7 йыл һәм пенсиянан һуң - 3 йыл. Һәм аяҡ һуҙғанса - эшлә! Эше булһа, бер яҡтан, бик эшләр ҙә инең, тик барыбер властар теләгәнсә, 65 йәшкә тиклем үк түгел. Уға тиклем барып етеп булырмы икән, тип борсола әле үк күптәр. Ысынлап та, бөгөн Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығын (тик ниңәлер ул төрлө сығанаҡта төрлөсә: 66-нан 71-гәсә күрһәтелә) 70 йыл тип алғанда ла, тап әлеге анекдоттағыса килеп сығасаҡ бит! Дәүләт Думаһы Рәсәй чиновниктарына пенсия йәшен кисектерҙе лә инде: ирҙәр - 65, ҡатындар - 63 йәштән китәсәк хаҡлы ялға.
Минфин концепцияһы буйынса, пенсия системаһын үҙгәртеп ҡороуҙың тағы бер "туҡмағы"- ул ташлама менән файҙаланыусылар һанын бермә-бер кәметеү. Статистика буйынса әле Рәсәйҙә һәр өсөнсө кеше һөнәр үҙенсәлеге, зарарлы эш шарттары буйынса ваҡытынан алда (45, 50, 55 йәштә) пенсияға сыға. Хәҙер иһә чиновниктар, күп һөнәрҙәр зыянлы булыуҙан туҡтаны, шуға күрә улар өсөн дә яңы закон мотлаҡ, тигән фекерҙә. Пенсия реформаһының өсөнсө туҡмағы эшләп йөрөүсе пенсионерҙар башына эләкмәксе: эшләй икән, тимәк, хәле, көсө бар, ә пенсия - ул ҡартлыҡ буйынса пособие, тип ҡарала юғарыла. Тимәк, аҡса еткерә алмай, аптыраған көндән эшләп йөрөүсенең пенсияһын тартып алырға ла мөмкиндәр. Ысын булһа, был йыллыҡ килеме бер миллион тәшкил иткән хәллеләргә генә ҡағыла, тип тә йыуаталар. Улай булғас, эшләп йөрөүселәр ҙә закон боҙорға мәжбүр булып, эш хаҡын конверттарҙа ала башламаҫ, тимә.
Йәштәргә лә бүләк әҙерләмәй яңы реформа. 1967 йылдан һуң тыуғандарҙың эш хаҡынан 22 процент күләмендәге иғәнә Пенсия фондында махсус иҫәпкә туплана ине. Һуңғы ике йылда был иҫәп туҡтатылды. Әле Финанс министрлығы ошо 22 процентты тулайым бюджет иҫәбенә күсермәксе. Был юл менән 400 миллиард һум экономияланасаҡ. Уның ҡарауы, тупланма пенсия фондына граждандар күпмелер процент иғәнәне үҙҙәре күсереп барырға тейеш булып сыға. Тик бының да үҙ әтнәкәһе: баяғы процент өҫтөнә йән башынан һалым күләме лә артасаҡ бит, ә был эш хаҡында сағыласаҡ. Бөтөн был үҙгәрештәрҙең маҡсаты - бюджет аҡсаһын экономиялау, тип әйтелә. Шуға ла сығымдарҙы ҡыҫа барып, Минфин быйыл пенсияларҙы индексациялауҙы ла сикләне, ә эшләп йөрөүселәр өсөн ул бөтөнләй туҡтатылды. Шулай итеп, быйыл февралдә закон буйынса 13 процентҡа артырға тейешле ҡартлыҡ пособиелары ни бары 4 процентҡа ғына артты.
Ҡаҙна ҡаҙанын ҡотҡарыу, шулай итеп, тулыһынса халыҡ елкәһенә һалынмаҡсы. Юғиһә, мәҡәлдәгесә, ат бар - арба юҡ, ҡаҙан ҡайнай - ярма юҡ һымағыраҡ килеп сыға бит. Икенсе бер мәҡәлдәгесә, батып барыусыны ҡотҡарыу - батып барыусының үҙ эше, тип тә ҡарай торғандыр, күрәһең, ҡаҙна өсөн яуаплы түрәләребеҙ. Хөкүмәт ни әйтер - әлегә билдәһеҙ. Һәр хәлдә, итәк ҡырҡып, ең ямай торғас, итәкһеҙ тороп ҡалмайыҡ - оят булыр, тип кенә әйтке килә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 771

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 50665 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә февралдә һәм мартта 2019 йылдың икенсе яртыһы өсөн ваҡытынан алда яҙылыу иғлан ителде. 615 һумға әле үк яҙылып ҡуйһағыҙ, оторһоғоҙ. Май айынан хаҡтар бер аҙ юғарыраҡ буласаҡ. Ә 2019 йылдың тәүге яртыһы өсөн иһә 18 февралгә тиклем яҙылһағыҙ (дүрт айға - 404,64 һум) гәзитебеҙҙе марттан алдыра башлаясаҡһығыҙ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2019 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt