«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘА ЕР БИЛӘҮСЕЛЕК
+  - 

Гәзит уҡыусылар иғтибарына Санкт-Петербург архивында һаҡланған "Национальный вопрос во внутренней политике царизма. Конец 19-го начало 20 вв" тип аталған материалдар йыйынтығындағы башҡорттарға ҡағылған мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

***

23. 02. 1832. Комитет былай тип ҡарар итте: бөгөнгө көндә бәхәсһеҙ рәүештә башҡорттарҙыҡы тип иҫәпләнгән ерҙәрҙә башҡорттарҙың аҫабалығын танырға. Һатырға рөхсәт өсөн бөтөнөһөнөң дә ризалығын талап итмәҫкә, халыҡтың өстән ике өлөшө ризалыҡ бирһә, етә, сөнки "Ырымбур крайына урыҫтарҙы күсереп ултыртыу ниәтенә - хөкүмәттең төп маҡсатына тиҙерәк өлгәшергә кәрәк". Әммә ер һатырға рөхсәт биргәндә башҡорттарҙа ер йән башына 40-60 дисәтинәнән дә аҙыраҡ ҡалырға тейеш түгел. Тау заводы төҙөргә теләүселәргә башҡорттарға ҡуртымға ер биреүҙе рөхсәт итергә.
Мишәрҙәр, татарҙар, ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм удель крәҫтиәндәре башҡорт улыстарынан һәм ауылдарынан бүлеп алынған ерҙәргә тейелгеһеҙ хужа булып ҡала. Башҡорт ерҙәренә законһыҙ килеп ултырыусыларҙан: мишәрҙәргә, типтәрҙәргә һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе йәки ҡаҙна хеҙмәте алып барыусы ерһеҙҙәргә йән башына 30 дисәтинә (VII), ә татарҙарға һәм крәҫтиәндәргә - йән башына 15 дисәтинә ер бүлергә. Әммә шундай шарт менән: башҡорттарҙың үҙҙәренә йән башына кәмендә 40 дисәтинә ер ҡалырға тейеш. Улай килеп сыҡмаһа, күсеп килеүселәргә ерҙе аҙыраҡ бүлергә кәрәк. Был ҡағиҙәләр юғарынан 10. 4. 1832 көнө раҫланды.
Башҡорттарҙы спекулянттарҙан ҡурсалау өсөн уларҙың ер һатыу эшмәкәрлеген хөкүмәт тарафынан ҡәтғи контролгә алыу ҡаралған - аҫаба ерҙәрҙе һатыу йәки ҡуртымға биреү тураһында (19. 7. 1833) һәм Башҡорттар тураһында (14. 5. 1863) раҫланған ҡағиҙә.
Бынан һуң 1863 йылғы положениеға ярашлы рәүештә, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуҡтары менән ауыл обывателдәренә тиңләштерелә, улыстарға бүленә, ауыл сходтары һәм һайлап ҡуйыла торған йәмәғәт вазифалары, улыс судтары булдырыла. Хөкүмәт, шулай итеп, башҡорт ерҙәрен урыҫтар тарафынан колонизациялауҙы тормошҡа ашыра башлай. 4. 6. 1871 йылғы ҡарар менән башҡорт йәйләүҙәрендәге запас биләмәләрҙе ташламалы шарттар менән төрлө кешеләргә һатыу рөхсәт ителә. Урындағы властар был ҡарарҙы үҙ файҙаһына бороп ебәрә һәм бик аҙ ғына ваҡытта байтаҡ ер һатыла. 19-сы быуаттың 70-се йылдарында тиҙ арала байырға теләүселәр башҡорт урмандарын ҡулға төшөрә башлай. Урман дөрөҫ хужалыҡ итеүҙән туҡтай, йылдам рәүештә ҡырыла башлай. Ырымбур генерал-губернаторы Крыжановский урманды ҡаҙнаға һатып алырға тәҡдим итә. Әммә был тәҡдим ҡабул ителмәй, сөнки башҡорт урмандары юҡҡа сығарыла, өҫтәүенә, урман башҡорттары фәҡәт урман иҫәбенә көн күрә. Шулай булғас, урман һатыу мәсьәләһен ҡәтғи контролгә алырға кәрәк, тигән фекерҙә булалар.
Урманды тотош ҡырып бөтөрөүҙән һаҡлау маҡсаты менән Дәүләт советы 1. 5. 1884 йылғы ҡарары менән Өфө һәм Ырымбур губерналарынан 157 мең дисәтинә урман һатып ала. Бер үк ваҡытта хөкүмәт башҡорт ерҙәре мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә. Дәүләт советы ерҙәрҙе фәҡәт хөкүмәткә йәки крәҫтиәндәрҙең ауыл йәмғиәттәренә генә һатырға хоҡуҡ бирә. Әммә бындай хоҡуҡ арҡаһында күсеп килеүселәргә ер һатып алыуҙа ауырлыҡтар тыуа башлай. Бынан тыш, ҡайһы бер башҡорттар үҙҙәре лә ауыл йәмғиәтенән ер һатып алып, урыҫтарға һата башлай.

***

Башҡорттарҙың ере әле лә күп, тик улар вайымһыҙлығы һәм ер файҙалана белмәүе арҡаһында үҙҙәрен-үҙҙәре ярлылыҡҡа дусар итә. Шул арҡала ерҙәрен йә һаталар, йә ҡуртымға бирәләр.
Башҡорт ерҙәренән алынған килемде файҙаланып, уларҙың белемен һәм әхлаҡ кимәлен күтәрергә мөмкин.
Улыс сходтары йыйыуҙа аңлашылмаусанлыҡтар булыуы ихтимал. Ҡатнаш милләтле улыстар һаман арта бара, әммә башҡорттар һаны урыҫтарҙыҡынан һаман күберәк. Шуға ла сходтарҙа башҡорттарҙың өҫтөнлөк алыуы ихтимал, быға юл ҡуйырға ярамай. Әлегә улар араһындағы мөнәсәбәт һәүетемсә, әммә тәбиғи айырмалыҡтар бар. Башҡорттарҙың ерҙәре кәмегән һайын, ризаһыҙлыҡ арта барасаҡ һәм урыҫтар менән тыныс мөнәсәбәттең дә үҙгәреүе ихтимал. Улыс сходтарында ҡатнашыу өсөн башҡорттар менән урыҫтарға тигеҙ нисбәт эшләргә кәрәк.
Артабан Эске эштәр министрлығында, Юстиция министрлығында һәм дәүләт секретарына яҙған хаттарҙа башҡорт ерҙәрен бүлеү, башҡорт хәле, ултыраҡ тормошҡа күскәс, уларҙың йәшәйешенең үҙгәреүе һәм ер эшкәртергә өйрәтеү мохтажлығы тураһында бәхәстәр бара һәм 1904 йылдың 13 ноябрендә сығарылған законда бындай фекер әйтелә: башҡорттарҙы законға буйһондорорға (әммә Эске эштәр министрлығы ул закондарҙың камил түгеллеген үҙе лә таный), башҡорттарҙың борондан ҡалыплашҡан йәшәү рәүештәрен ҡаҡшатырлыҡ үҙгәрештәр индерергә. Әммә шул уҡ ваҡытта, тышҡы сәйәсәттә хәлдәрҙең киҫкенлеген, Рәсәйҙең тышҡы дошман менән мөнәсәбәттә ауыр мәл кисереүен иҫәпкә алып, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырмау яғын ҡарарға кәрәк, тигән һығымта яһала.

(Аҙағы. Башы 21-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 1423

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru