«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘ ЭШЛӘГӘН ҺЫНДАРҘЫҢ БУЛМЫШЫНДА ЙӘШӘЙБЕҘ КЕҮЕК
+  - 

Ғәҙәттә, ижади һәләтте тик матур әҙәбиәткә һәм сәнғәт өлкәһенә генә ҡағылған төшөнсә булараҡ аңлайҙар: шиғыр яҙа белеү, йыр ижад итеү, матур һүрәт төшөрөү һ.б. Ә ысынында иһә был төшөнсә "ижад" һәм "ижади эшмәкәрлек" менән ныҡ бәйләнгән. Кешенең төрлө өлкәләге эш-хәрәкәтен, үҙ-үҙен тотошон күҙәтеп, эшмәкәрлектең ике төрөн айырып күрһәтәбеҙ. Береһе - репродуктив эшмәкәрлек (ул беҙҙең хәтеребеҙ менән бәйле), йәғни кешенең элек барлыҡҡа килгәнде ҡабатлауы. Бынан тыш, кешенең ижади эшмәкәрлеген билдәләп китергә кәрәк. Ул үткәндәрҙе ҡабатлау ғына түгел, ә яңы образдар, яңы моделдәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Бының нигеҙендә ижади һәләт ята. Редакциябыҙҙың сираттағы ҡунаҡтары - Ләлә Камалитдинова һәм Әлфир Дәүләткирәевтың башҡарғанын мин репродуктив ижад тип атар инем. Сөнки улар тыуҙырған өлгөләр ысынлап та беҙҙең хәтерҙе терелтә, хатта ҡайҙалыр күмелеп йоҡлап ятҡан төпкө аң тулҡындарын тирбәтеп ебәргәндәй. Улар икеһе лә башҡорт сувенирҙары яһаусы оҫталар.

Ә ни өсөн һеҙҙең эшмәкәрлек тап башҡорт сувенирҙары? Был ниндәйҙер заман һулышын тойоуҙанмы, әллә модаға эйәреүме?

Ләлә Камалитдинова Л. Камалитдинова: Минең өсөн был заман һулышы ла, мода ла түгел, ә күптәнге хыялым. Бәләкәйҙән балсыҡтан, пластилиндан әүәләп һындар эшләргә яраттым. Беҙ бөгөн балаларға һатып алған ҡурсаҡтарҙы, уларҙың йорт йыһаздарын заманында әсәйем беҙгә балсыҡтан яһап бирә ине. Унан Себерҙә йәшәгәндә лә балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө астырыу, шунда йәшәгән башҡорттарҙың балаларын бергә туплау ниәте менән янып йөрөнөм, тик, үкенескә ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында был уйымды тормошҡа ашыра алманым. Башҡортостанға ҡайтҡас та башҡорт теле уҡытыусыһы булыу теләге менән яндым, тик бында ла хыялым тормошҡа ашманы - эш юҡ. Шулай аптырап йөрөгәндә, бер көндө күрше ҡыҙ танышы алып килгән бүләген күрһәтеп, күңелемде ҡуҙғытып ебәрҙе. Матур ғына япон ҡыҙының һыны - статуэтка формаһындағы ҡурсаҡ ине был. Шунда башыма "Ә ниңә был башҡорт ҡурсағы түгел?" тигән сәмсел уй килде һәм... мин балсыҡтан башҡорт ҡыҙын әүәләргә ултырҙым.
Әлфир Дәүләткирәев Ә. Дәүләткирәев: Был сәнғәткә мин бәләкәйҙән ғашиҡ. Дүртенсе класта уҡығанымда мәктәптә ағас эше түңәрәгенә йөрөй башлағайным, шунан айырылғаным юҡ. Мин, әлбиттә, сувенир продукцияһының төрлөһөнә тотоноп ҡарайым, әммә милли һыҙаттар менән булғанына өҫтөнлөк бирәм. Йәғни, ат эшләйһең икән, уның тап Аҡбуҙат йәки башҡорт аты икәнлеге беленеп торһон. Һауыт-һаба икән, биҙәктәрендә башҡорт орнаменттары булһын. Башҡа төр сувенирҙарҙа ла уның тап беҙҙең халыҡтыҡы икәнен айырып күрһәтер һыҙаттарҙы бирергә тырышам. Тырышам ғына ла түгел, был - эшемдең төп маҡсаты ла инде.

Һеҙ етештергән сувенирҙарҙы ниндәй мәнфәғәттән һатып алырға тейештәр, тип уйлайһығыҙ?

Ә. Дәүләткирәев: Мин, мәҫәлән, үҙем һырлап эшләгән сувенирҙарҙың Башҡортостаныбыҙҙа булып киткән кешеләргә бүләккә, иҫтәлеккә бирелеүен теләр инем. Улар беҙҙең рухтың, менталитеттың бер өлөшө булып һаҡланһын ине сит ерҙәрҙә. Шулай уҡ был әйберҙәр һәр беребеҙҙең интерьер биҙәге лә була ала. Был үҙенә күрә милли колоритлы зауыҡ, минеңсә.
Л. Камалитдинова: Бер-беребеҙгә иҫтәлек өсөн рухи ҡиммәте булған бүләктәр бирешергә тейешбеҙҙер ул. Был мәҙәниәт беҙҙә үҫешергә тейеш. Аңлайышһыҙ картина, спиртлы эсемлек йәки кәрәкһеҙ һауыт-һаба бүләк иткәнсе, ниңә бейеп йөрөгән башҡорт ҡыҙы, ҡурайсы егет сувенирын тапшырмаҫҡа яҡындарыңа ла, дуҫтарыңа ла. Балалар өсөн иһә, милли кейемдәге балалар, башҡорт аттары һындары бар. Был бүләк алыусыла үҙеңдең тарихыңа, мәҙәниәтеңә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

Башҡорт сувенирҙарын яһау өсөн ниндәй белемгә, оҫталыҡҡа өлгәшергә кәрәк булды һеҙгә?

Ә. Дәүләткирәев: Әлбиттә, иң беренсе сиратта, тарихты өйрәнергә кәрәк ине. Унан археологик ҡаҙылмаларҙа табылған һындарға, һауыт-һабаға иғтибар итәм. Ана шул һындарҙағы боронғолоҡто, серлелекте сағылдырырға тырышам үҙемдең сувенирҙарымда. Тағы ла орнаментарҙың дөрөҫлөгөнә етди ҡарайым. Ҡаҙаҡтарҙың, рустарҙың биҙәктәре лә беҙҙекенә яҡын, уларҙы бутамаҫ өсөн ҡат-ҡат тикшерәм, сағыштырып ҡарайым. Милли һыҙаттарҙы бутамау бик мөһим. Мәҫәлән, Аҡбуҙатты Конек-горбунок итеп ҡабул итмәһендәр, йәки башҡорт батырын монгол егете икән тимәһендәр...
Л. Камалитдинова: Ситтә ғүмер итеп, бығаса кейемдәрҙең, биҙәүестәрҙең атамаларын да белмәгәнмен икән. Үҙемә бер мәктәп булды был. Мәҫәлән, ҡыҙҙар, килендәр йәки олораҡ ҡатындар ниндәй елән, ниндәй баш кейеме кейергә тейеш, шулай уҡ толом осонда, ҡолаҡтарҙа ниндәй алҡа-сулпылар булырға тейешлеген һ.б. айырмалыҡтарҙы, кемдең кем булыуын аңлатҡан билдәләрҙе өйрәндем. Итектәрҙәге, ситектәрҙәге биҙәктәр, еләндәрҙәге орнаменттар ҙа, Әлфир ҡусты әйтмешләй, дөрөҫ сағылдырылһын. Шулай уҡ йөҙ-һыҙаттарҙың беҙҙеңсә асыҡ, алсаҡ һәм бер үк ваҡытта ғорур ҙа булыуы зарур.

Ярай, эшләү процесын үҙләштерҙегеҙ ҙә, ти. Ә әҙер продукцияны һатыу мәсьәләһе нисек ҡаралған?

Л. Камалитдинова: Башта минең сауҙа итеү нөктәләрем дә бар ине баш ҡалала, хәҙер улар ике-өскә генә ҡалды. Урын алыу, һалымдар һәм башҡа ҡағыҙ эштәре быуа быуырлыҡ, тип әйтһәм дә шаштырыу булмаҫ. Ғөмүмән, һатыу эше еңелдән түгел. Күпме кеше үҙе етештергәнде алыпһатарҙар ҡулына тапшырырға мәжбүр. Ә бит иҡтисади белемдәре булһа, улар үҙе етештергәнде үҙе һатыр ине. Шулай итһәләр, тауар ҙа осһоҙораҡ булыр ине, оҫтаға ла йүнлерәк килем килер ине. Ә. Дәүләткирәев: Минең дә эштәрем әлегә өйҙә башҡарыла, оҫтаханам төҙөлөү өҫтөндә. Әлегә бер үҙеммен, әммә яҡын киләсәктә бергәләшә торған оҫта дуҫтарым бар. Улар менән берлектәге пландар төҙөйбөҙ.
Материалды Дәүләкән районынан килтерәм. Йүкәне туғандарым, таныштарым бирә. Хатта бура бураһалар ҙа төптәрен, кәрәкмәгән өлөштәрен миңә ҡалдыралар. Күргәҙмәләргә күберәк милли колоритлы әйберҙәрҙе алып сығам. Ә былай төрлө стилдәге эштәрем бар. Заказдар ҙа ҡабул итәм, ирекле формала ла яһайым. Теләгем: ҡала һәм республикала уҙғарылған күргәҙмәләргә саҡырырға онотмаһындар ине, бындай саралар эштәрҙе киңерәк даирәгә күрһәтергә, ҡыҙыҡһыныусыларҙы табырға ярҙам итә. Икенсенән, тамаша ҡылыусылар ошондай ҙа сәнғәт оҫталығы бар икәнлекте күрә, белә. Тағы ла, Ләлә апайға ҡушылам, ситтән килгән ҡунаҡтарға ошондай рухлы, милли колоритлы бүләктәрҙе тәҡдим итһен ине барыһы ла.

Уйлап ҡараһаң, һәр оҫта тота килеп милли юҫыҡтағы эшкә тотонмай. Күптәр үтемлерәк, барыһына ла аңлайышлы булғаныраҡ йәки универсаль стилдәгене һайлай. Ә һеҙҙең сувенирҙарға айырым ҡараш, айырым зауыҡ, айырым һатып алыусы кәрәк...
Ә. Дәүләткирәев: Ошо юлды һайлағанмын инде... Башҡортлоғомдоң сағылышы ла тап ошондалыр, бәлки. Мин бит ҡалала йәшәһәм дә, ауыл ерлеге тәрбиәһендә үҫкән кеше. Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ һәм киләсәктә үҙ балаларымдың да туған телде белеүен теләйем. Халҡымдың тарихы, ҡомартҡылары һәм бөгөнгөһө лә ныҡ ҡыҙыҡһындыра мине. Бөтөн ошо дөйөм булмыш күңелемдә ниндәйҙер ҡомар уята һәм мин ана шул һынланасаҡ батырҙар, аттар, ҡоралайҙар, һауыттар һ.б. хаҡында уйлап йөрөй башлайым. Әле "Урал батыр" эпосы буйынса бер серия һындар һырлап ҡарау хаҡында хыял итәм. Ошондай хыялдар менән йәшәгәндә, әлбиттә, сувенирҙарымды һатыу, һатып алыусы табыу хаҡында уйлап ултыра алмайым бит инде. Иң мөһиме, ижад итеү процесы, ҡалғаны - аҙаҡ...
Л. Камалитдинова: Минең сувенирҙарҙы күреүселәр аҙ, әммә бар. Мин тап ана шул зауыҡлылар өсөн ижад итәм дә инде. Ҡайһы саҡ "Ярай, мәшәҡәтләнмәйем, бер килемһеҙ эш менән" тип ҡул һелтәп ҡуям да, тағы тотонам. Баш ҡалала тик милли тауарҙарҙан ғына торған махсус сауҙа үҙәктәре булһын ине ул. Кеше эҙләнеп йөрөмәһен, кәрәген килһен дә һайлап алһын. Сауҙа үҙәгендә тирмәнән башлап, кейемдәр, биҙәүестәр, сувенирҙар, башҡорт әҙәбиәте, аш-һыу һ.б. барыһы ла һатылһын ине. Был ваҡытта ошо зауыҡты аңлаусылар ҙа күбәйәсәк, минеңсә.
Минең башҡорт теле уҡытыусыһы булыу хыялым тормошҡа ашманы, шунлыҡтан, халҡыма булған һөйөүемде ошолай милли сувенирҙар яһау аша таратамдыр, тим. Тағы ла шул: бөгөн һатыуға сыҡҡан милли тауар ниңәлер үтә ҡиммәт хаҡҡа ҡуйыла. Мәҫәлән, биҙәүестәр, түшелдеректәр, ҡурай кеүектәрҙең хаҡтары бик ҡиммәт. Ябай ауыл кешеһе ун биш меңлек селтәрҙе нисек итеп һатып алһын? Йәки ҡумыҙҙы - дүрт меңгә? Нәфсе тигән нәмәне бер аҙ тыяйыҡ һәм "үҙебеҙҙекеләрҙеке булһын, үҙебеҙҙекеләр белһен" тигәнгә лә таянайыҡ әле.

Һеҙ ысын мәғәнәһендә илһөйәр һәм телһөйәр кешеләрһегеҙ, шулай бит?

Ә. Дәүләткирәев: Әлбиттә. Мин бер ваҡытта ла үҙемдең кем балаһы, ниндәй милләт вәкиле икәнде онотмайым. Тәүлектәр буйына ағас һын юнып ултырғанда ла мин шул аттың йәки батырҙың көсөн, энергетикаһын тоям, уның тере килеш нисек булғанлығын күңелемдә йөрөтәм, хатта уның булмышында йәшәп алам кеүек. Шунлыҡтан, милли рухымды кәмһеткәндәй фекерҙәр ишетеү ҙә миңә ауыр, шундуҡ яҡлау, һаҡлау инстинкты уяна.
Л. Камалитдинова: Мин дә урамда туған телдә һөйләшкәндәрҙе ишетһәм дә, боролоп ҡарамай, йылмаймай түҙә алмайым. Ситтә йөрөгәндә лә үҙ төҫөбөҙҙәге йөҙҙәрҙе эҙләйем. "Милләтсе" тигән төшөнсәне, ниңәлер, тик кире мәғәнәлә генә ҡабул итәләр, улай дөрөҫ түгел, минеңсә. Милләтсе - ул милләтен яратыусы, уның өсөн хәленән килгәнсә рухи йәки матди файҙа килтереүсе кеше. Был һүҙҙән ҡурҡырға ярамай. Аңлы һәр йән башҡаларҙы кәмһетмәҫкә, әммә үҙендә милләткә һөйөү йөрөтөргә тейеш.

Шулай итеп...
Башҡорт сувенирҙары яһау оҫталары Ләлә Камалитдинова менән Әлфир Дәүләткирәевтың ижади эштәре иң яҡшылар рәтендә булып, республикабыҙҙың күргәҙмә китабына ингән. Быға аптырарлыҡ та түгел. Сөнки ул эштәрҙе бына шундай илһамлы, рухлы, төплө кешеләр яһай бит.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 1364

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru