«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ БЕҘҘЕ ҠУРСЫЙ, БЕҘ ГЕНӘ УНЫ АЯМАЙБЫҘ
+  - 

Электр утһыҙ, газһыҙ ҡалыуҙы артыҡ ҡурҡыныс итеп күрмәйем мин. Заманында уларһыҙ ҙа йәшәгәндәр. Ә бына тәбиғәткә сыҡҡанда нимәләрҙелер мотлаҡ һалып алырға кәрәклекте күҙ уңында тоторға кәрәк.

Мәҫәлән, йәйҙең эҫе көнөндә еләккә тип сыҡҡанда ла шырпы (зажигалка), бысаҡ, һыу кеүекте алыу мотлаҡ. Еләк-емешле мәлдә аҙашҡанда туҡланыу инештәре етерлек. Урманда юлдың ҡайһы яҡта, ауылдың йәки йылғаның ҡайҙалығын белеү өсөн ергә ятып, уға ҡолағыңды терәп, тыңларға була. Ҡайҙалыр юлда машина килә икән, баҫып торғанда һин уны ишетмәйәсәкһең, ә ер аша хатта алыҫ түгел йылға шаптырлауын да, ат тояғы тупылдауын да ишетергә мөмкин. Урманлы-таулы зонала тау түбәнгә хәрәкәт итергә кәрәк. Бында йылғалар ҙа, кешеләр йәшәгән урындар ҙа түбәндә урынлаша.
Йәй көндәре еләк-емеш менән генә тамаҡ туймай икән, ҡош ояларын эҙләп ҡарағыҙ, йомортҡаһын тапҡанда, уны сейләй ҙә эсергә була. Йылға тирәләрендә нәҙек тал сыбыҡтарынан кескәй генә мурҙа ишеп алыу ҙа артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Мин йылға буйҙарында йөрөгәндә мурҙа үреп, берәй тарыраҡ шаршы тамағына һалып китәм дә, ярты көн тирәһенән бер нисә балыҡлы булам. Берәй киң япраҡты һыулап (йәки шул килеш), балыҡты шуға төрөп, утҡа һалам. Балыҡ көймәй генә бешеп сыға. Ут булмағанда балыҡты сейләй ашау ҙа мөмкин, ул мал ите кеүек ауырытмай.
Йүкә ағасын һыҙырып, тоҙаҡ яһап, төрлө ерҙәргә ҡуйып сығырға була. Бүҙәнә, ҡуян, сел эләгергә мөмкин. Ҡуян һуҡмағын эҙләп табыу ҙа ауыр түгел, тик иғтибарлыраҡ ҡына булырға кәрәк. Ҡуян тиҙәге осрай икән, шул тирәләргә тоҙаҡ һалаһың. Ҡуяндың тиреһе бик тиҙ сиселә, уны ойоҡ сискән кеүек итеп һыҙырып төшөрәләр. Эсендәгеләрен дә бер тамсы ҡанһыҙ, бер бысраныуһыҙ ғына алырға була. Унан һуң тәрән булмаған соҡор ҡаҙып, ҡалын итеп япраҡтар түшәйһең, ҡуянды шунда һалаһың, өҫтөн тағы ла йәшел япраҡтар менән ябаһың, ҡатлап тупраҡ һалаһың да, өҫтөнә ут яғаһың. Өс сәғәттән усаҡ аҫтындағы ит үлән еҫендә ыҫланып, бығып ҡына бешеп сыға. Ут өҫтөнә ҡуйып, яндырып-көйҙөрөп бешергәнгә ҡарағанда, күпкә тәмлерәк тә, йомшағыраҡ та була.
Ҡышҡы урманда ылыҫлы ағастың (ҡарағай, ҡарағас, шыршы) мүген ашарға мөмкин. Уны төрлө витаминдары өсөн медицинала ла ҡулланалар. Имән ағасы ҡайырыһының эске яғында ит кеүек аҡ йомшаҡ бар, шул ашауға яраҡлы. Муйыл, мышар, ҡайын ағастарының да ҡайыры аҫты "ите" әсе түгел. Саған, мышар, тал кеүек йомшаҡ ағастарҙың нәҙек ботаҡ остары ла сәйнәмле. Ҡыҫҡаһы, хайуандар кимергән бар ағастарҙың ҡайырын да, астан үлмәү маҡсатында, аҙыҡ итергә була. Имән ағасы янында мотлаҡ сәтләүек буласаҡ, ҡар аҫтынан ҡаҙып ҡарарға кәрәк. Бөтөн был ағас ҡайырылары ла, сәтләүек тә эҫе һыуҙа оҙаҡ ҡайнаһа, боламыҡҡа әүерелә, эсеүгә яраҡлы була.
Ҡайһы бер үләндәр ҡыш көнө лә ҡар өҫтөнән ҡалҡып ултыра. Ҡырағай ҡуҙғалаҡтың орлоғо ҡойола һалып бармай, шуны һыпырып алып ашарға йәки, мөмкинлек булғанда, орлоҡтарҙы ҡайнар һыуҙа быҡтырып туҡланып була. Ҡарабойҙай бутҡаһы һымаҡ масса килеп сыға. Үләндәрҙе танымаған хәлдә лә, ҡар өҫтөндә сосайып, орлоҡта көйө ултырған бөтә үләндең дә орлоғо "бешереүгә" бара. Был үҙенә күрә ҡайнар тамаҡ.
Ут сығарыу өсөн, кибеп, серей башлаған ағастың ботаҡ урынын (күҙен) ҡарап табып, шунда осло башлы ҡоро ботаҡты тығып, бик шәп тиҙлектә устар араһында орсоҡ кеүек итеп өйөрөлтөргә кәрәк. Был "күҙ" сайырлы урын булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ботаҡ "күҙ"гә тығыҙ ғына итеп инеп ултырһын. Шулай ҡыҙыу-ҡыҙыу итеп ышҡығанда, ут сыға. Ут сығарыуҙың күп төрҙәре бар, әммә ошоноһо иң еңеле. Бер тоҡандырылған утты һүндермәҫкә тырышырға кәрәк. Әгәр үҙегеҙ менән тимер котелок-маҙар булһа, икенсе урынға күскәндә уға һалып, ҡуҙ алып китегеҙ.
Ҡышҡы урманда (яланда ла) ҡыуыш ҡороуға йәки ағас башына менеүгә ҡарағанда, көрт эсен өңөп инеп ятыу күпкә хәйерлерәк. Ҡар үҙе үк йылыны тота, өҫтә һин туңасаҡһың йәки йоҡлап китеп, ҡолап төшәсәкһең. Маралдарҙың, боландарҙың эҙе осраһа, уларҙың хәрәкәт итеү йүнәлешенә иғтибар ит. Урман малдары ҡышын ауыл яғына ҡарай шылыша, уларға кешеләргә яҡыныраҡ булыу ҡышлау өсөн хәүефһеҙерәк.
Бөтөн үрҙә һанап үтелгән нәмәләрҙе файҙаланып, урманда аҙна-ун көн йән аҫырарға була. Иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә һәм ҡурҡыуға юл ҡуймаҫҡа. Урманда аҙашып үлгәндәрҙең ун проценты ғына - аслыҡтан, ә туҡһан проценты өмөтһөҙлөк һәм ҡурҡыу ҡорбаны була. Онотмағыҙ, ниндәй генә тәбиғәт шарттарында ла тереклек итеү форсаты бар, тәбиғәт беҙҙе үҙендә йәшәй алырлыҡ итеп яралтҡан, ул беҙҙе иҫләй, бары беҙ генә уны онота төшкәнбеҙ.

Зәбир СӘЙҒӘФӘРОВ.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1038

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru