«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы дауам итә. Киләһе хатты беҙгә Әлфиә Батталова ебәргән. Ул һәр кем уҡырға тейешле китаптар араһында мотлаҡ рәүештә мәғрифәтсе шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың йыйынтығы булырға тейеш, тигән фекерҙә.

- Мифтахетдин Аҡмулла заманына күрә бик алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы, тормош тәжрибәһе туплаған олуғ шәхес булған. Уның шиғырҙарын уҡыған кеше шағирҙың иҫ киткес һүҙ байлығына, һәр юлда тәрән мәғәнә йәшереп яҙыуына хайран ҡала. Аҡмулланың бер шиғыры ла тиктомалға, күңел ҡушыуы буйынса ғына яҙылмаған төҫлө. Уның ижады киләһе быуындарға, милләттәштәренә үҙе туплаған ғилемде, фәһемде, аҡылды еткереү маҡсатына ярашлы барлыҡҡа килгән кеүек. Бөгөнгө заманда М. Аҡмулла шиғырҙарын уҡыуҙың файҙаһы шунда: тура һүҙле, әсе телле Аҡмулланың һәр юлында хәҡиҡәт йәшеренгән. Шуға күрә, "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының китаптар/әҫәрҙәр исемлегенә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан һуң тәүгеләрҙән булып индерелергә тейеш китап - ул Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы. Бөгөн йәштәр кешенең психологияһына ҡағылышлы, тормош һынауҙарына ҡаршы тороу өсөн көс табырға ярҙам иткән, төрлө философик китаптарҙы күп уҡый. Ә бит Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт кешеһенең психологияһына, философияһына арнала һәм башҡорт мөхитендәге проблемалар буйынса күп мәсьәләләрҙе аңлатып бирә. Уның "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" шиғырынан тыш, актуаллеген юғалтмаған, һәр заман кешеһенә кәрәкле шиғырҙары байтаҡ. Һүҙ аҙағында шундай дүрт юллыҡтарҙың береһен килтерәм:

Ир аҙмаҫ - ямандарға эйәрмәҫ булһа,
Ошаҡ йөрөтөп, кеше ғәйебен тирмәҫ булһа.
Һүҙеңдең ҡәҙерен белер шунда әҙәм -
Аҡылы - аҡылыңа тиңдәш булһа.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙән тағы ла "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына төбәп ебәрелгән хаттар көтөп ҡалабыҙ. "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып та үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1097

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru