«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШТО ТЫҢЛА УНДА ФАЙҘАЛЫ НӘМӘЛӘР БИК КҮП
+  - 

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының билдәле журналисы, "Байыҡ", "Башҡорт йыры" исемле уникаль проекттар авторы Рита Өмөтбаева менән әңгәмә башлар алдынан Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе сәсән телле яҡташыбыҙ Әкрәм Ҡәйепҡоловтың махсус рәүештә уға арналған шиғри һорауын йүнәлттем:
Ғафуриҙар: "Беҙҙеке", - ти,
Йәнйегеттәр: "Минеке".
Дөрөҫ кенә әйт әле:
Рита, һин һуң кемдеке?
"Ритайым" - Гөлназдыҡы,
"Байыҡ", һылыу, һинеке!

- Минең әсәйем Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан, унда йәшәүсе Солтангилдиндар нәҫеленән. Атайымдың ата-бабалары юрматы ырыуынан. Үҙемде тулыһынса Баймаҡ кешеһе, бөрйән ырыуы вәкиле итеп тоям. Әкрәм ағай нишләп ул һорауҙы бирҙе икән: баймаҡлығым маңлайыма яҙылған даһа.

Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында Ҡорған өлкәһендәге башҡорт ауылдарына барып ҡайтыусылар бик ҡыҙыҡлы бер күренешкә тап булыуы тураһында һөйләгәйне. Өлкәлә сәнәғәт предприятиелары үҫешмәгәс, был хәл урындағы халыҡтың йәшәйешендә лә сағылыш тапҡан. Мәктәптәренең тәҙрәләрендә ҡорғандары булмаһа ла, урындағы милләттәштәребеҙҙең өҫтөндә милли кейем икән. Шунан беҙҙән барыусылар уларҙан: "Ниңә тәҙрәләрегеҙҙә ҡорған юҡ? Уның ҡарауы, милли кейем өсөн мөмкинлек тапҡанһығыҙ..." - тип уйынлы-ысынлы итеп һораған. "Беҙҙең рухты ҡорған түгел, милли кейем һаҡлай бит", - тип яуап биргән Ҡорған башҡорттары.
Был миҫалды нимәгә килтерәм һуң? Хәҙерге заманда донъяла һәм беҙҙең илдә уй эйәреп етмәҫлек үҙгәрештәр бара. Был үҙгәрештәр дәүләт-ара мөнәсәбәттәргә лә, сәйәсәткә лә, сәнәғәткә лә берҙәй үк ҡағыла. Беҙ иһә, был үҙгәрештәргә артыҡ тығылмайынса, өҫтөнә милли кейем кейгән ҡорғандар шикелле, ошо болғауыр заманда ниндәйҙер икенсе ҡиммәттәргә табынып, икенсе төшөнсәләр менән йәшәгән һымаҡбыҙ. Беҙ атай-олатайҙарыбыҙ меңәр йылдар һуҙымында барлыҡҡа килтергән рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлауҙы, сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙе тәүге планға ҡуябыҙ. Шулай түгелме?


-Һүҙемде ерлек төшөнсәһенән башларға теләр инем. Әгәр ҙә мин Баймаҡта тыуып үҫмәй, әйтәйек, Тәтешлелә тыуған булһам, баймаҡтар өсөн мөҡәддәс төшөнсәләрҙе аңламаған да булыр инем. Кешенең тыуып-үҫкән ерендәге уны уратып алған мөхите уға ифрат ҙур йоғонто яһай. "Байыҡ"ҡа килгән бейеүселәрҙә лә мин был йоғонтоно ныҡ һиҙәм. Әйтәйек, Әбйәлил бейеүселәре Учалы бейеүселәренән ныҡ айырыла. Мөхит айырымлығы шулай уҡ туйҙарҙа ныҡ сағыла. Беҙҙең яҡтағы туйҙарҙа "Килен һөйөү" йолаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Күп кенә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә хатта был йоланың барлығы хаҡында ла белмәйҙәр. Күп кенә урындарҙа башҡорт йәштәренең туйҙары милли йолаһыҙ - "ҡоро" көйө, "Әсе!" тип ҡысҡырыуҙар менән үтә. Нисектер, ул туйҙар ашау-эсеү өсөн, бүләктәр бирешеү өсөн генә үтә кеүек. Мин, мәҫәлән, үҙебеҙҙең яҡта үткән туйҙарҙан күңелем байып, үҫеп, рухым күтәрелеп ҡайтам.
Беҙ, асылда, күңел менән йәшәйбеҙ. Әммә беҙгә аңлы йәшәү етешмәй, анализ юғыраҡ. Күптәр балаһы урта мәктәпте тамамлаһа, шул еткән, тип фекер йөрөтә. Беҙҙе өлкәндәр күберәк тыйып өйрәткән, үҙаллы фекер йөрөтөргә, эш итергә өйрәтмәгән. Һөҙөмтәлә тәбиғәт тарафынан бирелгән, тыумыштан һәләтле балаларҙың күбеһе үҙенең һәләтен үҫтерә алмай, юғалып ҡала. Был хәл тик сәнғәткә һәм мәҙәниәткә генә ҡағылмай, йәшәйештең һәр тармағында шулай.

Аңлы, тойғоло йәшәү, тигәндән, "Байыҡ" бейеү конкурсында сығыш яһаған профессиональ бейеүселәргә ҡарағанда, халыҡсан башҡарылғандары рухыма нығыраҡ тәьҫир итә. Мин ундай сығыштарҙан һуң рухи балҡыш кисереп, тәрән уйҙарға биреләм. Бында ҡаныбыҙға һалынған аң хаҡында һүҙ алып барырға мөмкиндер. Ғөмүмән, нимә һуң ул рух? Тойғомо, аңмы? Минеңсә, ул тойғо, күңел менән аңдың, фекерҙең синтезылыр. Тимәк, беҙҙең аң менән йәшәү һәләтебеҙ ҙә үҙенсәлекле мәҙәни код менән ҡаныбыҙға һалынған. Һин әйткән аңлы йәшәргә ынтылышыбыҙ ҙа шул уҡ кодта. Шулай түгелме?

- Мин ошо конкурс башланғандан алып 500-ҙән ашыу бейеүсенең сығышын ҡарағанмындыр. Күпме генә ҡараһам да, һыуһыным ҡанмай. Кеше хоккей, футбол ҡарап, нисек допинг алһа, минең өсөн бейеү шундай әһәмиәткә эйә. Мин, ахыры, бейеү "наркоманы". Әгәр ҙә бейеүселәр араһында халыҡсан оҫталар килеп сыҡһамы, ул саҡтағы кисерештәремде аңлатыр өсөн һүҙҙәр таба алмайым. Әхмәр ағай, һин бит "Байыҡ" конкурсын башлап ҡына торғанда, башҡорт бейеүендә ат тояғы тауышы ишетелергә тейеш, тип әйтеп, беҙҙең алға бурыс ҡуйғайның. Был фекерегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был талапты конкурстың баһалама ағзалары, бигерәк тә Ратмир ағай Бәҙретдинов яҡшы тоя. Ана шул тояҡ тауышы үҙемдең йөрәгемә лә мәңгелеккә уйылды. Шул тауыш ишетелһә, тәндәр зымбырҙап китә. Ниндәйҙер яңы кеше менән танышһам, уны бейетеп ҡарағым килә башлай. Сөнки шул бейеүҙә уның характеры тиҙерәк сағылыр ине һымаҡ.
Беҙ тәбиғи хистәр менән йәшәйбеҙ. Ҡайһы ваҡыт шул хистәрҙең ҡорбаны ла булабыҙ. Шуға күрәлерме, йәшәйеш аңы беҙгә хаталар аша ғына килә.

"Аҡ тирәк - күк тирәк" проектын эшләгән Рита менән "Башҡорт йыры", "Байыҡ" проекттарын тормошҡа ашырған Рита араһында ниндәй айырма бар? Ул ошо ваҡыт арауығында ниндәй үҫеш кисерҙе? Шул арала һин радиола, Йәштәр эше буйынса дәүләт комитетында, матбуғат министрлығында эшләп алдың, шунан кире телевидениеға ҡайттың...

- "Аҡ тирәк - күк тирәк" миңә аңлы тормошҡа килергә ярҙам итте. Унда ҡатнашҡан кешеләрҙең фекерләүе тормош хаҡындағы еңел-елпе уйҙарымды үҙгәртергә ярҙам итте. Уйлана башланым. Бер ҡасан да булмағанса психологик, философик, дини китаптар уҡырға тотондом. Ток-шоу эшләү яйлап рухи ҡиммәттәребеҙгә иғтибар иттерҙе. Бер осор фитнесҡа, бер осор йогаға йөрөп алдым, саңғыға баҫтым. "Аҡ тирәк - күк тирәк" үҙ-үҙемде бер йоҙроҡҡа тупларға, холҡомдо үҙгәртергә, кешеләр менән мөнәсәбәтемде үҙгәртергә, әүҙемерәк булырға булышлыҡ итте. "Байыҡ"ты телевизорҙан ҡарағанда ғына шулай шыма һәм еңел генә үтә кеүек күренә, ә уның артында ниндәй мәшәҡәтле эш ятҡанын күптәр белмәй ҙә. Бер миҙгелдә беҙ алтмышлаған бейеүсе менән ун бишләгән тапшырыу яҙабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һинең командаң сәғәт механизмы һымаҡ эшләп торорға тейеш. Кемделер тәнҡитләргә, кемделер хупларға, баһалама ағзаларының да күңелен күрергә кәрәк. Беҙҙә матур проекттар башлаусылар күп булды, әммә күбеһенең командаһы ышаныслы булмағас, нисек башлаһалар, шулай тамамланылар. Телевидениела бер ваҡытта ла бер үҙең генә эшләп булмай.
Элек мин яндырай, бер ҡатлыраҡ инем. Тапшырыуҙа һорауҙарымды туранан-тура биреп, яуабын да үҙем һымаҡ шундуҡ бирелеүен талап иттем. Әйтәйек: "Апай, ағай, бына был мәсьәлә шулай-шулай булған, эйеме?"- тип, үҙем һорауын да, яуабын да бирә инем. Хәҙер шул етешһеҙлектәремдән арынырға, башҡалар фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һалырға өйрәнәм.

"Байыҡ"конкурсы барғанда мин күп кенә мәсьәләләрҙә һинең яҡлы, Рита. Әйтәйек, шундай ситуация: конкурста ҡатнашыусының бейеүе минең рухыма йоғонто яһай, ҡанымда ойоған боронғолоғомдо уята. Шул уҡ кешегә, бейеүен башҡарғанда ҡулдарын шулайыраҡ йөрөттө, башын былайыраҡ тотто, тип, баһалама комиссияһы ағзалары түбән бал ҡуйһа, йән көйә башлай. Тап шундай мәлдә һин дә бейеүсене яҡлай башлайһың. Шуға күрә лә, тик 50 бал йыйғандар ғына ниндәйҙер турҙы үтә ала, тигән конкурс шарты менән килешеп тә бөтмәйем. Бәлки, бейеү ветераны Ратмир ағайға кемделер үткәреү йә үткәрмәү буйынса "Аҡһаҡал хоҡуғы" бирергә кәрәктер?

- Ратмир ағай оло тормош тәжрибәһенә эйә булараҡ, бейеүсене теория күҙлегенән генә ҡарамай. Ул жюри ағзаһы ғына түгел, ә күңеле менән ҡабул итеүсе зауыҡлы тамашасы ла. Ул иң элек бейеүсенең күҙҙәренә, энергетикаһына иғтибар итә. Шул уҡ ваҡытта конкурста ҡатнашыусыны теория күҙлегенән үткәргән башҡа жюри ағзалары ла кәрәк. Беҙ шулай ҙа барыһын да төшөрөп ҡалдырырға тырышмайбыҙ, кемеһенәлер номинация бирәбеҙ. "Байыҡ"ҡа бишенсе тапҡыр килеп, урын алып ҡайтыусылар ҙа бар. Йәнде ҡырған күренештәр ҙә, конкурсҡа өс көн ҡалғас, бейеү ҡуйып: "И-ха-ха", - тип сәхнәгә килеп сығыусылар ҙа бар. Ундайҙарҙы бөтөнләй күрһәтмәйбеҙ.

Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовтың бик ҡыҙыҡлы һүҙҙәре булған. Ул: "Түңгәүерҙәр менән - ҡурайҙа, үҫәргәндәр менән - йырҙа, бөрйәндәр менән бейеүҙә ярышма", - тигән. "Башҡорт йыры" менән "Байыҡ"ты ойоштороусы булараҡ, уның был һүҙҙәренә нисек ҡарайһың?

- Мин бындай бүленеште Урал тауының һыҙаты рәүешендә күҙ алдына килтерәм. Һаҡмар ағышы буйынса Рәшиҙә Туйсинанан башлап Мөхәмәт Иҙрисовҡа тиклем - бейеүселәр, Ишмулла Дилмөхәмәтовтан Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа тиклем - ҡурайсылар, Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтан Сөләймән Абдуллинға тиклем - йыраусылар. Һәр бер халыҡ йыры хаҡында тарихи-музыкаль фильм төшөрөргә була. Киләсәктә, Алла бойорһа, уны эшләй алырлыҡ режиссерҙарыбыҙ буласаҡ. Улар әле үк күренә башланы. Мин, мәҫәлән, Алдар батыр менән Петр Беренсенең осрашыуы тураһында фильм төшөргөм килә.

Башҡорт бейеүенең мәҙәни коды лакмус ҡағыҙы кеүек. Ул милли асылынан аҙашып йөрөгәндәрҙе башҡарылған секунд-минутында уҡ асылына елтерәтеп ҡайтарыр ҡеүәткә эйә. Былтыр үткән конкурстың Гала-концертына килеүсе бер яҡташыбыҙ ҙа үҙенең башҡорт бейеүенән алған рухи балҡышы хаҡында бәйән иткәйне. Әлбиттә, был мәҙәни код юғарыла һин әйткән ат тояғы тауышына бәйле. Мин уны "Байыҡ" тигән ҡиссамда шулай билдәләнем: "Донъяға яралғандан бирле эйәр өҫтөнән төшмәгән башҡорттоң йөрәге ат тояғы тауышына көйләнгән. Шуға күрә уны ҡуҙғатыр өсөн дә бейеүебеҙҙә тояҡ тауышы ишетелергә тейеш. Ат тояғы тауышы ишетелдеме - башҡорттоң да йөрәге дөпөлдәп, ҡупҡалйый башлай. Был - атай-олатайҙарыбыҙҙың борондан ҡалған аманаты..."

- Гала-концертҡа мин икенсе республикаларҙың бейеү ансамблдәрен саҡырырға тырышам. Мохтар Кудаев, Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, башҡорт бейеүе хаҡында китап яҙа ине, тамамлап өлгөрмәне, ҡапыл вафат булды. Ул: "Мин башҡорт түгелмен, әммә мин башҡорттоң күңелен уның бейеүе аша аңлайым", - тигәйне. Ул беҙҙең сараға йыл һайын килә торғайны. "Байыҡ"ты урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаштар ҙа яратып ҡарай. Шылтыратып, тәҡдимдәрен, кәңәштәрен әйтәләр. Мин ҡатыны сыуаш, ире урыҫ милләтенән булған бер ғаиләне беләм. Улар "Байыҡ"тың һәр тапшырыуын ҡарай, башҡорт бейеүен аңлар өсөн башҡорт телен аңлау ғына етмәй икән - шуны беләм хәҙер.

Йыр сәнғәтендә, моңоң булмаһа ла, замандың техника мөмкинлегенә ышыҡланып сығыш яһарға булалыр. Ундайҙарҙың сағыу өлгөләре - Владимир Высоцкий менән Андрей Миронов. Андрей Миронов, мәҫәлән, тыумыштан "ҡолағына айыу баҫһа ла", ритм ыңғайына ҡысҡырып, шиғыр тексын әйтеп, тамашасы уның башҡарыуын йыр итеп ҡабул иткән. Высоцкий ҙа гитара аккордтарына тап килтереп "шиғыр һөйләп йырлай". Башҡорт эстрадаһында ла ундай "йырсылар" юҡ түгел. Хатта бер шиғыры ла булмаған кеше лә "халыҡ шағиры" булып китер заманда йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бейеүҙә улай итеп алдап булмай. Мин, мәҫәлән, нисек кенә тырышһам да, бейергә өйрәнә алманым. Ошо урында яҡташыбыҙ Әкрәм ағай Ҡәйепҡоловтың тағы бер дәғүәһен килтереүҙе урынлы һанайым: "Бер оло кешенән ишеттем. "Элек ҡыҙҙар тыпырҙатып бейей торғайны, хәҙер шыуып тик йөрөйҙәр. Егеттәр бейеһә, бот күтәреп ырғый башлайҙар. "Байыҡ" менән балетты бутамағыҙ, зинһар..."

- Эйе, беҙҙең халыҡ ойотоп ҡына бейегән. Әхмәр ағай, үҙегеҙҙең ауылды ғына алығыҙ: башҡорт бейеүе бына нисек булырға тейеш. Мостафа ағай Ҡотдосов, Рәсих ағай Хәмитовтар бейергә төшһә, һоҡланып туйғыһыҙ. Улар аяҡтары менән генә түгел, яурындары менән дә бейей. Тәүге фекергә килгәндә, килешәм: бейеүҙә һының-булмышың ҡатнашҡас, йырлағандағы һымаҡ тауышты үҙгәртә, һығылмалы итә торған акустик аппаратура булмағас, алдап булмайҙыр ул...

Мин, мәҫәлән, беҙҙең ауылдағы ике бейеүҙе "Байыҡ"та күрергә теләр инем. Беҙҙе бәләкәй саҡта өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр "Гиңгерләк"кә бейетте. Гиңгерләк - ауыҙ гармуны тип атала. Икенсе бейеү - "Ай, бикәсем Мәликә". Уны әсәйем мәрхүмә менән Сәрүәр апай Хәмитова ҡунаҡтарҙа бейей торғайнылар. Атайымдың бер туған ағаһы Басир олатайым кәүҙәһен тура ғына тотоп, тик аяҡтары һәм ҡулдары менән бейер ине...

- Мин уларҙы киләһе йылға "Байыҡ"ҡа алып сығам, Әхмәр ағай, мотлаҡ рәүештә. Халыҡ араһындағы бындай бейеүҙәр, бәлки, онотолмаҫ та ине: мәктәптәрҙә бейеү ансамблдәре юҡ бит хәҙер. Чечендарҙа, мәҫәлән, бейеү аша тәрбиәүи эш алып барыла.

Тәрбиә, тигәндән, интеллигентлыҡҡа уҡып өйрәнеп буламы? Әллә ул тәрбиә һөҙөмтәһеме, әллә тәбиғи һәләтме?

- Тәбиғи һәләттер ҙә, тәрбиә һөҙөмтәһе лә. Уҡып ҡына интеллигент булып булмайҙыр.
Өс юғары белемгә эйә булып та, хатта ябай корпоратив мәҙәниәттең ни икәнен белмәгән, үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәргә екерергә генә яратҡан етәкселәр бар. Шул уҡ ваҡытты мин белгән бер һауынсы апай ғүмере буйы һары май, дебет шәл бәйләп һатып, балаларына юғары белем, тәрбиә-әҙәп биргән. Уның балалары - ысын мәғәнәһендәге интеллигенттар. Беҙҙең шундай үҙен интеллигент тип һанаған ағайҙар ҙа бар. Улар һәр ваҡыт милләтте яҡлап ҡысҡыра, ә үҙҙәренең ҡатындары башҡа милләттән, балалары башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Улар кем була инде?..

Халыҡ ижадын өйрәнеүселәр "Байыҡ"тың ябай ғына бейеү түгел, ә сәғәттәр буйына һуҙылған композиция булыуы хаҡында яҙа. Һин уны нисегерәк итеп күҙ алдына килтерәһең?

- Мин әле башҡорт бейеүенең ысын асылындағы үҙенсәлектәрен тергеҙергә тигән хыял менән йәшәйем. Байыҡ сәсән шәхесенә, ул йәшәгән заманға бәйле булырға тейештер ул композиция. Ҡайһы ваҡыт тотош Гала-концертты шул темаға арнағым килә. Был халҡыбыҙ тарихының ҙур өлөшөн сағылдырған философик композициялыр ул, уның бер бәләкәй генә өлөшө - "Байыҡ" бейеүе. Тик беҙ ҡайһы ваҡыт популяр булабыҙ, тип, актуаль темаға тотоноп та харап булабыҙ. Күп нәмә режиссерҙан тора. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт темаһына спектаклдәрҙең булмауына ла эс боша. Марсель Ҡотоев һымаҡ тауыштар ҙа, шанлы тарихыбыҙға бәйле тематика ла бар, тик либретто, музыка яҙыусы, шуларҙы ойоштороусы юҡ.

Хәҙер бит һәр бер композитор үҙе шиғыр, һәр бер шағир үҙе йыр яҙып, шуны үҙе үк йырлап маташа.

- Шулай шул: шағирҙар бар һәм шиғырсылар, йырсылар һәм йырлаусылар бар.

Вәкил Хажин гәзиттәге бер сығышында: "Беҙҙе мәҙәниәт ҡотҡарасаҡ", - тип әйткәйне...

- Беҙ әле 2020 йылда беҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнәбеҙ. Ошоға әҙерлек йөҙөнән быйылғы "Байыҡ"ҡа фольклор төркөмдәре күп килде. Беҙ донъянан килгән ҡунаҡтарға, милли кейемдәрҙән тыш, мифтарға, эпостарға нигеҙләнгән мюзиклдар, музыкаль спектаклдәр, композициялар күрһәтергә тейешбеҙ. Һәр хәлдә, унда ошо йүнәлештәге тематика булыуы мотлаҡтыр. Полад Былбыл оғлы Әзербайжандың мәҙәниәт министры булып киткәс, ауылдарҙа легендаларҙы, риүәйәттәрҙе өйрәнеп, шуларҙы профессиональ кимәлгә күтәрә. Либреттоларға, милли оркестарҙарға шул материалды нигеҙ итеп ала. Был шәхес милләте өсөн ҙур эш эшләгән. Беҙҙең тамашасыға ла үҙебеҙҙең ерлектәге балет кәрәк. Тағы ла ниндәйҙер яңы проекттар тураһында уйланғаның юҡмы һинең?

- Әле ҡурай тураһында уйланып йөрөйөм. Ябай ғына концерт форматында күп халыҡты йәлеп итеп булмай хәҙер. Хәҙерге заман телевидениеһының бар мөмкинлектәрен файҙаланып, яңы проект эшләргә кәрәк. Һәр хәлдә, был проекттың халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсылары исемдәренә һәм үлемһеҙ көйҙәребеҙгә бәйле булыуы мотлаҡ. Ул дәрес һымаҡ та, ярыш һымаҡ та булырға тейеш, тип уйлайым.

Минеңсә, Юлай ағай Ғәйнетдиновтың ҡурайсылар бәйгеләрендә ҡулланған билет алып көй башҡарыу формаһы ла бында урын алырға тейештер, тип уйлайым..

- Мотлаҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың көйҙәрҙең тарихын белеүенә лә урын бирелергә тейеш был проектта. Өҫтәп тағы шуны әйтәм: ул ябай концерт формаһында ғына булһа, отошло булмаясаҡ. Проектта быуындар күсәгилешлелеге лә, эстафета тапшырыу ҙа булыуы зарури.

Һин тормош менән ниндәй мөнәсәбәт ҡороп йәшәйһең?

- Тормошто тыңлай белергә кәрәк. Беҙ уны тыңлай белмәйбеҙ, әгәр ҙә уны тыңлай белһәң, файҙалы нәмәләр күп унда.

Һиндә режиссер ҡарашы көслө. Бәлки, һиңә, ысынлап та, үҙебеҙҙең ерлектә берәй фильм төшөрөргә кәрәктер...

- Ҡараш бер нәмә, режиссерлыҡҡа ҡараш ҡына етмәй, махсус уҡырға кәрәк.

Һин хәҙерге йәштәрҙең ниндәй сифаттарын ыңғай баһалайһың?

- Беҙ элек тыуғанбыҙ, улар белеп тыуа. Хәҙерге йәштәрҙе бер нәмә менән дә аптыратып, ғәжәпләндереп булмай. Беҙ һәр бер яңылыҡты күреп аптырай, ғәжәпләнә, ҡурҡа торғайныҡ. Бәлки, был яҡшылыр, йәштәр һәр нәмәне "шулай булырға тейеш" тип ҡабул итә. Хәҙерге йәштәр бөтөнләй эсмәй тиерлек, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара. Беҙҙең заманда аңҡылдашып, ғауылдашып ҡунаҡҡа йөрөү бар ине. Хәҙер эсеү модала булмағас, йәштәрҙең тормошонда былар күҙәтелмәй. Хәҙер иһә йәштәр саңғыла йөрөй, ҡыҙҙар фитнесҡа, егеттәр спортзалға бара. Психологияла "манипулятор" тигән төшөнсә бар. Бөгөн шундайҙар күбәйҙе. Улар кеше холҡоноң иң нескә урындарын белеп эш итәләр. Мәҫәлән, аҡса яратҡандарҙы - "пирамидалар" уйынына, ихтыяры булмағандарҙы - "секталарға", милли үҙаңы түбән булғандарҙы "милләтселеккә" йәлеп итәләр. Манипуляторҙар йәмғиәттәге иң ҡурҡыныс һәм оҫта ораторҙар. Шуларҙан һаҡ булһын йәштәр.

Традицион дин төшөнсәһен нисек аңлайһың?

- Был бейеү сәнғәтендәге кеүек: халҡыбыҙ нисек бейегән, беҙ ҙә шулай бейергә, шул нигеҙгә таянып бейеү сәнғәтен үҫтерергә бурыслы. Беҙҙең өсөн традицион дин - ҡартатай-ҡартәсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ тотҡан дини йола. Тәрбиәле, әҙәпле, намыҫлы, сабыр дин. Мин әлегә намаҙҙа түгелмен. Әммә Аллаһы Тәғәләгә һыйынып йәшәйем...

Әйткәндәй, әле генә Рита Ришат ҡыҙын "Ҡурай" музыка каналының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Уның был канал эшен дә телевизор ҡараусылар зауҡына, талабына тап килерлек итеп ойошторорона, "Башҡорт йыры", "Байыҡ" проекттарын артабан да гөрләтеп дауам итеренә, тағы әллә күпме яңы проекттарға башланғыс һалырына ышаныс ҙур. Уңыштар уға!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1321

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru