«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ СӘНҒӘТЕНДӘ БЕҘҘЕҢ ДӘ ҮҘ УРЫНЫБЫҘ БАР
+  - 

Һәр халыҡтың үҙенә генә хас булған, уны башҡалар араһында айырып күрһәтә торған милли мәҙәниәте бар. "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә, РФ Мәҙәниәт министрлығы, БР Башлығы Гранты ярҙамында быйыл баш ҡалабыҙҙа 18-се тапҡыр үткәрелгән "Урал моңо - 2016" Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале лә этник музыка өлгөләре менән таныштырыу йәһәтенән иң күркәм сара булды. Туғандаш халыҡтарҙың телен, йолаларын, кейемен, сәнғәтен өйрәнеү һөҙөмтәһендә беҙ тағы ла бер-беребеҙгә яҡынаябыҙ, бер-беребеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ.

"Ер шарының картаһына ҡараһаң, Өфө - төрки донъяһының үҙәге икәнен күрәбеҙ. Шуның өсөн дә "Урал моңо" беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иң төп һәм иң яҡын ижади бәйге булып тора", - тигәйне журналистар менән осрашыуҙа БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡунаҡтарҙы сәләмләп. Ысынлап та, төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөмүмән, этник музыка бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уята тамашасыла. Шуға ла был сараны Өфө халҡы көтөп ала һәм һәр ваҡыт залдар шығырым тулы була.
Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин әйтеүенсә, быйыл конкурста 6 илдән, Рәсәйҙең 10-дан ашыу төбәгенән бөтәһе 15-тән ашыу милләт вәкиле ҡатнашҡан. Конкурс тарихында икенсе тапҡыр - гагауздар, беренсе тапҡыр долгандар килде. Долгандар бөгөн Таймырҙа яҡынса 6 мең тирәһе - донъяла бөтәһе 8 мең тирәһе иҫәпләнә. Быға тиклем Үзбәкстандан ҡарағалпаҡтар ҡатнашҡаны булһа ла, үзбәктәр сығыш яһағаны юҡ ине. Үзбәк ҡыҙы Мөслимә Алиева беренселәрҙән булып Башҡортостанға моңло-йырлы күпер һуҙҙы һәм бәйгелә йырсылар араһында икенсе урынға лайыҡ булды. "Был урын миңә Гран-приға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк, шул тиклем көтөлмәгән хәл булды. Хәҙер мин ошо бәйгенең, башҡорт халҡының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп эшләргә бурыслымын", - тине ул беҙҙең менән аралашҡанда.
Милли йолаларға, туған телгә, тарихҡа һаҡсыл ҡараш, башҡа мәҙәниәттәргә ихтирам, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттарҙы быуаттар дауамында үҙ күңелдәребеҙҙә һаҡлай алыуыбыҙ ҙа берләштерә беҙҙе, тигән фекергә киләһең бындай байрамдарҙа. "Урал моңо" ысын мәғәнәһендә моң, йыр, ижад һәм, әлбиттә, йәшлек байрамына әүерелде. "Бында берәү ҙә ярышырға килмәй, беҙ бында үҙ мәҙәниәтебеҙ менән таныштырабыҙ", - тигәйне жюри ағзаһы, Үзбәкстандың халыҡ артисы, йырсы һәм композитор Мансур Ташматов башта уҡ. Сәйәси тотороҡһоҙлоҡ ваҡытында мәҙәни бәйләнештәр өҙөлөп тә тора һуңғы мәлдә, шуға ла төрки телле халыҡтарҙың сәнғәтендә ниндәй үҙгәрештәр бар, улар ниндәй юҫыҡта үҫешеүе барыһы өсөн дә ҡыҙыҡ булғандыр, моғайын. Бәйге ошо һорауҙарға ла яуап бирҙе. Алтайҙың билдәле өзләүсеһе, Гран-при яулаусы Добрыня Сатин милли уйын ҡоралдары икилиҙа уйнап, үҙе ижад иткән "Шаман хаҡында легенда" башҡарҙы. 23 йәшлек Добрыня үҙе профессиональ музыкаль белемле, ятаған, топшур, ҡумыҙҙа уйнай белә, урындағы филармонияла эшләй һәм башҡорт музыка һәм йыр сәнғәтенә лә юғары баһа бирҙе: "Беҙҙең ерлектә боронғо шамандарҙың донъяның өс ҡатына сәйәхәте тураһында тарихтар күп һаҡлана. Шаманлыҡ - кешелек менән бер мәлдә үк барлыҡҡа килгән мәҙәниәт төрө. Ниндәй заманда йәшәһәк тә, халҡыбыҙ тарихындағы был дәүерҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ошо тарихтарҙы музыка менән ҡушып, сәхнә вариантын эшләп алып килдем. Башҡорт ҡалаһы Өфөнөң бик матур тәбиғәтенә хайран ҡалдым, беҙҙең төрки телле халыҡтар һәр ваҡыт йәшәү өсөн ҡулайлы урындарҙы - йылға буйҙарын һайлап ултыра белгән. Йәшеллеккә күмелеп йәшәйһегеҙ, ата-бабаларығыҙ кеүек, һеҙ ҙә тәбиғәт менән гармонияла икәнегеҙҙе күрәм. Туғандаш халыҡтар булыуыбыҙ менән ғорурланам, кешеләр бында нурлы йөҙлө, изге күңелле икән. Иң һоҡландырғаны - милли сәнғәт юғары кимәлдә үҫешкән, боронғоса башҡарыу мәктәбе юғалмаған". Конкурстың кимәле лә йылдан-йыл артыуын билдәләне ҡатнашыусылар. Ойоштороусыларҙың гел дә бер яңылыҡ уйлап табыуы ла матур йолаға әүерелгән хәҙер. 1995 йылда "Урал моңо" бәйгеһенә беренселәрҙән булып Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан "Алмасты" төркөмөн алып килеп, шул рәүешле бәйгегә халыҡ-ара статус биргән композитор, жюри ағзаһы Музафар Этчеев быйыл 13-сө тапҡыр йәштәрҙең ижадына баһа бирҙе. Уға Гала-концерттың асыҡ һауала үтеүе бигерәк оҡшаны: "Ике йыл элек Гала-концерт Салауат Юлаев майҙанында үткәндә, шунан да артыҡ аптырата алмаҫ башҡорт дуҫтар, тип уйлап хаталанғанмын. Быйыл тағы ла яҡшыраҡ урын тапҡандар. "Ете ҡыҙ" һәйкәле эргәһендә шыбаға тотошҡанда уҡ уның иҫ киткес һағышлы тарихын ишетеп, ете ҡыҙҙың һығылмалылығын бронзала һынландыра алыу оҫталығын күреп тетрәнеү кисергәйнек инде. Ошо тойғо бәйге барышында ҡабат-ҡабат йөрәктәрҙе һыҙландырҙы. Шундай ҙур сараға эләктек, симфоник төн дә, кино төнө лә, ҡурай фестивале лә ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Башҡорт ҡурайы минең өйөмдә лә бар, мин унда уйнарға өйрәнергә тырышам. Конкурста ҡатнашыусыларға килгәндә, бик көслө башҡарыусылар булды. Үзбәкстан, Әзербайжан, Ҡырымды айырым әйтеп китер инем..."
Жюри рәйесе, композитор Урал Иҙелбаев та башҡарыусыларҙың да профессиональ кимәле үҫеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйыл "Урал моңо" номинация йәһәтенән дә үҙгәрештәр кисерҙе: "Элекке йыл "Йор үҙән" фестивалендә инструменталь төркөмдәрҙең күп булыуын күреп, уларға үҙҙәрен ҡайҙалыр күрһәтергә мөмкинлек тыуҙырырға кәрәк, тип уйлағайным. Шуға ла был юлы солист-йырсыларҙан тыш, вокаль-инструменталь төркөмдәр һәм солист-инструменталистар айырым ҡатнашты. Әлегә башлыса Башҡортостандан төркөмдәр булды, уларҙың ижады мине бик ҡыуындарҙы, эҙләнеү өҫтөндәләр, уларға был юлда туҡтап ҡалмаҫҡа кәңәш итер инем. Халыҡ ижады, халыҡ көйҙәре шул тиклем бай бит ул. Уны мин таҙа шишмә итеп күрәм. Уны кемдер күрә, кемдер иғтибар итмәй үтеп китә. Ә этник музыка ошо шишмәләге саф һыуға ниндәйҙер форма биреп, тәҡдим итеү. Уны шул рәүешле ҡабул итеүе еңелерәк тамашасыға, бигерәк тә башҡа милләт кешеләренә. Шулай уҡ Әзербайжан музыканттары үҙҙәренең музыка ҡоралдарын яҡшы күрһәтә алды. Музыка ҡоралдарында уйнаусылар номинацияһы шулай уҡ мөһим, сөнки беҙҙең ҡурайҙы ла халыҡ-ара конкурстарға сығарырға кәрәк".

Шулай итеп...
Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөн кешелек тарихын, йәиһә бөгөнгө заманды алып ҡараһаҡ, халыҡтарҙың мәҙәниәтендә сағылыш алған үҙенсәлектәр бер ҙә үҙгәреш кисермәй. Йәғни, һәр мәҙәниәт - ул ҡайһы ғына дәүерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан - үҙен ижад иткән милләттең аң кимәлен, донъяға ҡарашын, эшмәкәрлеген, тормошона мәғәнә биреүсе ышаныуҙарын, рухи ҡиммәттәрҙе сағылдыра. Ошо йәһәттән үҙ асылыбыҙға тоғро булыуыбыҙ беҙҙең сәнғәтебеҙҙе, ә сәнғәтебеҙ беҙҙе һаҡлай, күрәһең. "Урал моңо - 2016" Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивалендә беренсе урынға - Адилет Азимов (Ҡырғыҙстан), "Йәмле" ансамбле (Татарстан), "Йатаған" этно төркөмө (Башҡортостан); икенсе урынға - Мөслимә Алиева (Үзбәкстан), Илнур Хәйруллин (Башҡортостан), "Беш-Тау" вокаль ансамбле (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы); өсөнсө урынға Ооржак Ай-Хаан (Тыва Республикаһы), "Сулускан" вокаль төркөмө (Красноярск крайының Таймыр Долган-Ненец районы), "Тархан" этно төркөмө (Башҡортостан) лайыҡ булды. Абай Әмирханов исемендәге махсус приз Ниджат Рагимовҡа (Әзербайжан) тапшырылды.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 996

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru