«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘННӘТ ҠАПҠАЛАРЫН АСҠАН, ЙӘҺӘННӘМ ҠАПҠАЛАРЫН ЯПҠАН АЙ
+  - 

Башҡа айҙарҙан йөҙҙәрсә, меңдәрсә тапҡырға юғарыраҡ күтәрелгән сираттағы Рамаҙан айына аяҡ баҫырға торабыҙ. 5 июнь ҡояш байыу менән тәрәүихтәргә, сәхәрҙәргә, ифтарҙарға һәм ураҙаға башланғыс биреләсәк. Рамаҙанда Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, мосолмандарҙы тура юлдан тайпылдырмаһын өсөн шайтандар сылбырҙар менән бәйләнә. Хәҙистәрҙә: "Кешеләр Рамаҙан айының өҫтөнлөктәрен белһә, улар уның мәңге һуҙылыуын теләр ине", - тип әйтелә.

Быйыл ураҙа көндөң иң оҙон осорона тап килә. Аллаһы Тәғәлә ҡолдарын ай дауамында итәғәтлектә һынаясаҡ. Ысынлап та, көнөнә 19-20 сәғәт буйына һыуһыҙ, ауыҙға бер тәғәм ризыҡ ҡапмайынса йөрөүе еңелдән түгел. Еңелдән түгел, шулай ҙа... Ауырлыҡтар артында - Аллаһы Тәғәләнең ризалығы. Раббыбыҙ Изге китабында, ҡыйынлыҡтар артында икеләтә еңеллек, шатлыҡ ята, тигән хәҡиҡәте менән үҙенең талаптарын үтәгәндәргә көс, ҡеүәт бирә. Ҡояш байып, ифтар ваҡыты ингәс тә, бер йотом һыу, бер хөрмә менән Раббыбыҙ көндөҙ күргән бар асығыу һәм һыуһау мәшәҡәттәребеҙҙе оноттора, яңы көс, дәрт менән бүләкләй. Был мәлдә беҙ ғүмеребеҙҙең аҡшамы тураһында ла уйланабыҙ. Бер йотом һыу менән бар ураҙа ҡыйынлыҡтары онотолған кеүек, үлем менән бергә был донъяның бар проблемалары, етешһеҙлектәре, байлыҡтары, дан йә фәҡирлек, сирҙәр, бөтә михнәттәр онотоласаҡ. Алдыбыҙҙа бер генә мәсьәлә - үткәргән ғүмеребеҙ өсөн яуап тотоу ғәмәле генә тороп ҡаласаҡ. Ул ваҡытта: "Йә, Раббым, ҡайтар беҙҙе!" - тип ялбарасаҡ берәүҙәр. Тороп ҡалған хәләл ефеттәре һәм балалары, алынмаған автомобилдәре, биләмәгән вазифалары хаҡына тағы ғүмер һораясаҡмы улар? Юҡ, улар ғәфләттә үткәрелгән ғүмерен, уҡылмаған намаҙҙарын, тотолмаған ураҙаларын, түләнмәгән зәҡәттәрен, ҡылынмаған хажын үтәр, ә иң ҡурҡынысы, әйтелмәгән шәһәҙәтен әйтер өсөн оҙайтырға теләйәсәк ғүмерҙәрен. Әммә инде һуң буласаҡ...
Иблис тә беҙгә ғүмеребеҙҙе оҙон итеп күрһәтергә тырыша. Хәйләләре менән изге ғәмәлдәрҙән йыраҡлашыу өсөн вәсвәсәләр күндерә, намаҙ уҡырға әле ваҡыт бар, изге ғәмәлдәргә ғүмереңдең аҙағын ҡалдыр, ә әле күңел асып ҡал, тип, зиһенебеҙҙе яулай, йөрәгебеҙгә зыян килтерә. Әммә ул Аллаһы Тәғәләнең ихлас ҡолдарына ҡаршы бер ни эшләй алмаясаҡ. Етмәһә, яңы рухи үрҙәр яулаһын өсөн, иблис һәм нәфес ҡотҡоһона бирелмәһен өсөн Аллаһы Тәғәлә кешегә яңынан-яңы мөмкинлектәр биреп кенә тора. Рамаҙан айы, намаҙҙар, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу һәм ятлауҙар, Ҡәҙер кисе, тәрәүих, фитр саҙаҡалар - ана шул мөмкинлектәрҙән.
Рамаҙан айындағы ураҙа - Ислам диненең биш шарты, терәге араһында Аллаһы Тәғәләгә шәһәҙәттән һәм намаҙҙан ҡала өсөнсө фарыз ғәмәл. Ураҙаның тышҡы асылы - көн дауамында, сәхәрҙән (ҡояш ҡалҡҡансы ике сәғәт тирәһе) ҡояш батҡансы һыу-ризыҡтан, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылыу булһа, рухи асылы - ай дауамында барлыҡ гонаһлы ҡылыҡтарҙан: әрләшеүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән, ялғандан һәм үҙ ҡәлебеңә йәки башҡаларға зыян килтерә торған башҡа эштәрҙән йыраҡлашып, бар булмышыбыҙ менән Раббыбыҙға һыйыныуҙан ғибәрәт. Был изге айҙа ураҙа тотоу - балиғ булған һәр мосолманға мотлаҡ. Мосафирҙарға, ауырыуҙарға йә ҡартайыуҙан хәлһеҙләнгәндәргә, ауырлы, сабый имеҙгән йәки физиология менән бәйле таҙарыныу мәлендәге ҡатын-ҡыҙҙарға изге ғәмәлде кисектереп торорға рөхсәт ителә. Ләкин үрҙә әйтелгән сәбәптәр арҡаһында ураҙаны кисектереүселәр (сәләмәтлектәре ҡаҡшаған ололарҙан тыш) мөмкинлектәре булыу менән ҡалған ҡаза көндәрҙе тултырып ҡуйырға тейеш. Сәләмәтлектәре ҡаҡшау сәбәпле ураҙа тота алмағандар фидәйә түләй.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: "Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп һәм уның әжеренә өмөт итеп Рамаҙан айында ураҙа тотоусыға уның бар булған әүәлге гонаһтары ғәфү ителәсәк", - тип әйтә. Дин ғалимдары, "иман килтереп" тигән һүҙҙәр аҫтында, ураҙа тотоусы имандың бөтә терәктәренә - Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, фәрештәләргә, изге китаптарға, бәйғәмбәрҙәргә, Ҡиәмәт көнөнә һәм тәҡдиргә шик-шөбһәһеҙ инанырға, фарызды - фарыз тип танырға, хәләлде - хәләл, харамды - харам тип айырырға тейеш, тигәнде аңлай. Тимәк, үрҙә телгә алынған шарттар үтәлгәндә, кеше Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә өлгәшеү менән бергә үҙенең гонаһтары юйылыуына ла өмөт итә ала. Ләкин һәр ғәмәлдең нигеҙе ниәт икәнен дә оноторға ярамай. Ураҙаның сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы, социаль йоғонтоһо һәм башҡа ыңғай яҡтары булыуы сәбәпле, һаулығымды яҡшыртам, артыҡ ауырлыҡты ташлайым кеүегерәк ниәттәр менән был оло ғәмәлде башҡарыу уның бар ҡиммәтен юҡҡа сығара. Был фарызды Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, Уның ҡушҡандарына итәғәт итеп үтәү зарур.
Ошо изге айҙа Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеп, Уның ризалығын алып, гонаһ-кәмселектәрҙән таҙарынырға насип итһен.

Арыҫлан ИСКӘНЙӘРОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1000

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru