«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАБАНДА ҺАЙРАШАЙЫҠ…
+  - 

Йыл һайын ер-һыу ҡороп, сәсеү мәле етһә, ер кешеһе булғанғанмы икән, һабан иҫкә килә лә төшә. Заманында ауыл еренең төп эш ҡоралдарының береһе ине бит ул. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн ул үтә лә һирәк ҡулланыла, әлегә һүрәттәре гәзит-журналдарҙа күренгеләй, ниндәйерәк ҡулайлама икәнлеге аңлатмалы һүҙлектәрҙә лә бар барлыҡҡа.

Хәйер, йәшерен-батырын түгел, сәсеү эштәре лә йоҡомһорағандай, йыбаныулы ҡыймылдағандай һүлпән үтә хәҙерге заманда. Күҙ күреме ерҙә сәскес таҡҡан берәй тракторҙың боҙолоп ултырғанын күрһәң дә ҡыуанып китәһең әле. Ни тиһәң дә, этелеп-төртөлөп булһа ла, яҙғы баҫыу эшенә сыҡҡан бит, ә уның эшләү-эшләмәүе бер кемгә кәрәк тә, хәжәт тә түгел. Әллә беҙ ерҙән ялҡтыҡмы, әллә ер беҙҙән биҙҙеме, бер Хоҙай белә. Ә бына һабантуй байрамдары ҡалды! Ҡалыу ғына түгел, ер аяғы ер башынан арҙаҡлы ҡунаҡтарҙы саҡырып, гөрләтеп үткәрәләр. Аңлашыла, тир түгеп эшләгәнгә ҡарағанда, ирәүәнләп, маҙырап байрам итеүе, күҙ бәйләп көршәк ватыуы, башты ҡатыҡлы табаҡҡа тығып, тел менән тәңкә эҙләүе, һуңынан күләгәлә ятып, бишбармаҡ һоғоноуы, һыра һемереүе күпкә рәхәтерәк тә, мәшәҡәтһеҙерәк тә. Артыҡлап талсыҡмаһаҡ та, һабантуйҙан һуң өс көн ял да бирәләр әле. Ҡуй инде, йыл буйы дауам иткән ял итеүҙәрҙән арманһыҙ булып арып кителә… Яңыраҡ яланды арлы-бирле тырматып йөрөүсе тракторсы янында туҡталып, уның ары ни эшләргә йыйыныуы менән ҡыҙыҡһындым. Ул миңә наҙан кешегә ҡараған һымаҡ таҫырайҙы: "Һин нимә, күрмәйһеңме ни, ер эшкәртеп йөрөйөм дә…" "Ары ни ҡылырға иҫәбең?" "Ошонда иген сәсәсәкбеҙ…" "Һөрмәйенсәме?" "Һин тормоштан артта ҡалғанһың, абзый, ер һөрмәгәнебеҙгә нисә йыл инде… Был ысул яңы технология, фәнни нигеҙҙә эшләү тип атала…" Ҡапыл ғына Ғабдулла Туҡайҙың "Шүрәле"һендәге шиғыр юлдары хәтергә төштө: "Ерҙе аҙ-маҙ тырмалап, сәскән инем, урған инем…" Ошо көндөң килерен үткән быуаттың башында уҡ әйтеп бирә алған бит бөйөк шағир!
Ер эшкәртеү, тигәндәй, туңға һөрөү эштәрен август аҙаҡтарында уҡ тулыһы менән тамамлап ҡуйған саҡтар иҫкә төшә. Тотош баҫыуҙар мамыҡтай ҡабарып, әллә ҡайҙан күренеп ята торғайны. Әйтерһең, уңып бешкән икмәк, тот та ҡаймаҡ һылап, ҡабып ебәр! Шул сифатлы эштең дә сейен эҙләп аҙапландыҡ, мыжыған булдыҡ - берәй ерҙә шараҡ-фәлән ҡалһа, йә һөрөү тәрәнлеге 18 сантиметрға етмәһә, бүлексә ултырыштарында оло ғауға сыға ине!
Туңға һөрһәң, баҫыуҙың уңдырышлылығы яҡынса 25 проценттан артып китә ине. Ә көҙ етһә, ырҙын табаҡтарында тау-тау өйөлөп ятҡан игенде күреп, өлгөрөп еткән ашлыҡ еҫенә иҫереп, күңел ҡыуана торғайны. Әллә тырышлығыбыҙға күҙ тейҙе инде, хеҙмәтебеҙҙең, нишләптер, йәме китте, ҡабыр ризыҡтан бәрәкәт ҡасты, эскелек, ялҡаулыҡ бәләһе лә булғандыр инде. Шул эҙемтәләрҙе бөгөн бөтә тәрәнлегендә татыйбыҙ. Ауылға бер ҡайтҡанымда ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан ырҙын табағына йәнем әрнене. Шул мәлдә Мостай Кәримдең шиғыр юлдары ауырттырып мейене сүкене: "Ниндәй быуат бөгөн урамда?.. Бер мәл шағир шулай һораған…" Шул һорауҙы үҙемә үҙем ҡат-ҡат бирәм дә осо-башына сыға алмайым. Әллә бәғзеләр һымаҡ уйланмай ғына йәшәп ҡарарғамы икән? Бәлки, һабантуйға барып, ҡатыҡлы табаҡҡа башты тыҡһаң, зиһен сафланып китер, кем белә…
Ер эшкәртмәйбеҙ, тип, лаф ороуым, бәлки, урынһыҙыраҡтыр, дәлилһеҙерәктер? Гәзиттәрҙә һандар бөтөнләй икенсе нимә хаҡында һөйләй бит - беҙ көн-төн йоҡламай сәсеп үҫтергән, урған игенде бөгөн йонсомай ғына йыйып алалар ҙа ҡуялар. Ҡағыҙҙа. Ҡайһы бер урындарҙа күрһәткестәр торғонлоҡ осорона ҡарағанда юғарыраҡ та. Әллә мин алданам, әллә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен үҙҙәре алдайҙар. Әлеге лә баяғы беҙҙең заманда мәктәптә киң таралған йырҙы класс сәғәте һайын тамаҡ ярып йырлай торғайныҡ:
Ит тә күп беҙҙә,
һөт тә күп беҙҙә.
Иген мул үҫә беҙҙең ҡырҙарҙа.
Ҡыуып етербеҙ,
уҙып китербеҙ,
Американы яҡын көндәрҙә!
Ошо ерҙә минең бер урынлы тәҡдимем бар: әйҙәгеҙ, ҡағыҙҙа иген үҫтерә белгәс, теге буш ятҡан баҫыуҙарҙы ла һөрөп-сәсеп ташлайыҡ. Ул саҡта бөгөнгө "йыйып алғанға" ысын тир түгеп эшләгәнде ҡушһаҡ, уңыш ике тапҡырға артып китә лә баһа! Шул саҡта, бәлки, ысынлап та американдарҙы ҡыуып та етербеҙ, уҙып та китербеҙ. Юғиһә, һабанда һайрашмаһаҡ, бер килеп ырҙында ыңғырашырға тура килер…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.06.16 | Ҡаралған: 1056

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru