«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯБАЙ ТАМАША ТҮГЕЛ, Ә РУХЫБЫҘ САҒЫЛЫШЫ ЛА БЫЛ УЙЫНДАР
+  - 

Ошо көндәрҙә БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте халҡыбыҙҙың онотола башлаған атлы һәм йәйәүле уйындарын тергеҙеү, пропагандалау маҡсатында Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында тәүге тапҡыр "Уйын" Республика халыҡ байрамы ойошторҙо.

- Башҡорт халҡының һыбайлы һәм йәйәүле спорт төрөнә ингән уйындарын туплап, өйрәнеп, ошолай халыҡ алдына сығарыу үрнәге - тәүге тапҡыр, - тип һөйләне БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, - Был эштең маҡсаты - милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, халыҡсанлыҡты, тәүмәҙәниәтте ҡайтарыу, спортты һәм сәләмәт тормошто пропагандалау. Уйлап ҡараһаң, халыҡ ошондағы уйындарҙың ҡайһы берҙәрен белмәй ҙә бит. Мәҫәлән, таш ырғытыуҙы ҡайҙа күргәнебеҙ бар? Әле барыһының иғтибарын яулаған "Ылаҡ", ҡыҙ ҡыуыу, уҡ атыуҙар һәр һабантуй күренеше лә түгел. Әлегә был башланғыс ҡына. Киләсәктә был проекттар тағы ла ҙурыраҡ һәм киңерәк масштабта йәйелдерелеп, матур бер йолаға әүерелер, тип өмөтләнәбеҙ... Ысынлап та оло йыйын ине был. Халыҡ һаны, һәр береһе айырым бер ауылдай булып урынлашҡан тирмәләр, аш-һыу нөктәләре, күргәҙмәләр, балалар майҙансыҡтары, сауҙа урындары шул тирәне гөжләп торған ҡырмыҫҡа иләүенә әйләндергән. Уйын майҙанында теге йәки был төрҙә көсөн һынап ҡарарға самалаусылар шөғөлләнә. Көрәш балаҫының мөйөшө һайын берәр ҡуй бәйләп ҡуйылған, улар хужаларын көтөп, күндәм генә баш һалып тора. Арыраҡ бәйге шауҡымын тойоп ярһыған арғымаҡтар тыныслана алмай үрәпсей. Улар, ҡупшы баштарын алаҡандатып, бер-береһенә кешнәшеп ауаз ебәрә лә, әллә нисә урындан шундай яуап алып, тағы ла нығыраҡ ҡуржып ер сапсый. Был күренеш тамашасыға ла йоғонто яһамай ҡалмай, уларға ла аттарҙың ярһыулығы, уйын ҡомары күсә.
Етәкселәрҙең сәләмләүенән, уңышлы, имен уйындар теләүенән һуң, ярыштар башланып китте. Башта халыҡты "аһ" иттереп аттар бейене! Эйе, яңылыш уҡымайһығыҙ, еңелсә башҡорт көйөнә бер тигеҙ баҫып бейегән аттарҙың ҡылығы хайран итте. Уларҙы быға өйрәтмәгәндәр, улар быны үҙҙәре белә кеүек тойолдо хатта. Унан Учалы һәм Ҡырмыҫҡалы районы егет-ҡыҙҙары егетлектә һынашты. Тамашасы алдынан елеп килгән аттар өҫтөндә ниндәй генә трюктар яһаманы улар, сит ил киноларындағы каскадерҙарың ары торһон. Ысынлап та, борон ат өҫтөндә йөрөгән һәр башҡорт һуғышсыһы ошондай һәләткә эйә булһа, ниндәй таҫыл һәм саялыҡ булған уларҙа. Ә инде был бәйгелә ҡыҙҙарҙың да ҡатнашыуы күренешкә икеләтә сағыулыҡ өҫтәне. Уларҙың береһе, ат белгесе Нәйлә Булатова әйтеүенсә, борон башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн атҡа менеп һыбай сабыу бер ни тормаған. "Үҙемде белә-белгәнемдән аттарға ғашиҡмын, "ат ене" ҡағылған миңә. Әле башҡарған трюктарҙың күптәрен бала саҡта уҡ эшләй ала инем. Бөгөнгө көндә бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, был шөғөлөмдө ташламайым", - ти сая ҡыҙ.
Тамашасы йыйылғансы, милли көрәш буйынса төп ярыш үткәйне. Шуға ла улар алдында алдынғылыҡҡа сығыусы ике батыр алышты. Учалы бәһлеүәне ғәйрәтле булып, ҡарар күҙҙе ҡурҡытһа ла, Ҡырмыҫҡалы исеменән көрәшеүсе донъя чемпионы, спорт мастеры Артур Зөлҡәрнәев йәшлеге менән алдырҙы. "Беҙҙең затта әллә нисә быуын көрәшселәр килә. Атайым, ағайым көрәшсе. Көрәш - беҙҙең халыҡтың төп көс һынашыу ысулы, ул ғәйрәт һәм сослоҡто сағылдыра. Бөгөнгө балаҫта мин үҙемдән ауырлығы күпкә ҙур булған көрәшсе менән бил һынаштым. Бында көс менән алдыра алмаҫымды аңлағас, мин сослоҡ һәм йылғырлыҡты ҡулландым", - ти Артур.
Ике тәгәрмәсле арбала уҙышыу бер аҙ ят уйын булғанғамы, унда ҡатнашыусылар һаны ла күп булманы. Бында ат менән генә түгел, арба менән дә идара итә белеү оҫталығы талап ителә. Финишҡа беренсе булып елеп килеп инеүсе чемпионға 63 йәш тип иғлан итеүҙәре беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм еңеүсене эҙләп таптыҡ. Ул Венер Батталов булып сыҡты: "Миңә 63 йәш, шуның 40 йылын ошо спорт төрө менән шөғөлләнәм. Бығаса һыбай ҙа ярышҡаным булды. Ауыл кешеһе булараҡ, атһыҙ, этһеҙ йәшәгәнем юҡ. Мине әлеге ваҡытта халыҡта аттар һаны кәмеүе борсой. Был байрамдың ойошторолоуы ат спортының әһәмиәтен үҫтерә - маладистар! Тик бына арбала йүгереү юлы ғына тарыраҡ булды..."
Уҡ атыуҙа мәргәнлеген төрлө райондарҙан килгән уҡсылар һынаны. "Любизар - Төньяҡ Амурҙары" хәрби-тарихи клуб ағзалары уларҙы бәйге алдынан ярышҡа әҙерләгән. Уҡ атыусыларҙың янын алып, атып ҡараныҡ. Дөрөҫөрәге, ҡарамаҡсы булғайныҡ, ян керешен асырлыҡ та көс булмай сыҡты. Тимәк, мәргән уҡсы булыу өсөн дә кәмендә ике-өс йыллыҡ тәжрибә кәрәк. Әйткәндәй, 15 июлдә Ғафури районы Имәндәш ауылында "Мәргән уҡсы" Республика фестивале үтәсәк һәм был спорт төрөнә башланғыс һалынмаҡсы, сөнки әлегә ул бары тик һанаулы ғына кешеләрҙең фиҙаҡәрлеге менән йәшәп килә. Был байрамда иң мәргән уҡсы тип танылған Әбйәлил егете Раушан Хәсәнов та үҙ аллы шөғөлләнеүен әйткәйне. "Һәр ауыл малайының бәләкәйҙән уғы була бит инде, мин дә бала саҡтан уҡ атып үҫтем. Ул саҡта был уйындың спорт төрө икәнлеген белмәй ҙә инек. Әле сабырлыҡ, көс, күҙ үткерлеге, беләктәр таҫыллығы һәм һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән бер арбағыс әүрәү итеп күрәм уны", - ти ул.
Уйында беҙ бығаса күреп өйрәнмәгән ҡыҙ ҡыуыу, ылаҡ, таш ырғытыу кеүек ярыштар ҙа булды. "Ылаҡ"та ике һыбайлы төркөм кәзә өсөн талашты. Ҡайһы яҡ иң беренсе булып кәзәне майҙанда урынлаштырылған ҡаҙанға төшөп ятырлыҡ итеп ырғыта - шул еңеүсе. Был уйын халыҡты бәйгегә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Киләсәктә "Ылаҡ"ты ялан буйлап сабышып йөрөп уйнаһалар, тағы ла мажаралыраҡ булыр ине.
"Борон иң көслөләр, иң мәргәндәр, сәсән теллеләр, оҫта йырсылар, бейеүселәр йыйындарға йыйылып, үҙ-ара бәйге ойошторған. Был сара шул матур йоланы тергеҙеү маҡсатынан үткәрелде. Әлегә республиканың 6 районын ғына саҡырҙыҡ, тотош Башҡортостанды йыйһаҡ, "Уйын" өс көн, өс төн барыр ине, моғайын. Халыҡ байрамында бейеүгә һәм ат спортына баҫым яһалды, сөнки башҡорт атһыҙ, ҡурайһыҙ, йырһыҙ, бейеүһеҙ булмай. Ат тураһында һүҙ әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, ул халҡыбыҙ менән бер рәүеш, бер бөтөн булып йәшәй. Элек тә атһыҙ тора алмаған башҡорт бөгөн дә телефон, төрлө гаджеттар ваҡытында ла атһыҙ йәшәй алмай, быны "Уйын" да раҫланы. Ат тояғы тауышы, башҡорт бейеүендәге тыпырлауҙар башҡорттоң йөрәген аса, рухын күтәрә.
Яңы уйындар килеп сыҡты, бөрйән, ҡатай башҡорттары ташты бейеклеккә ырғытһа, бында бәйгеселәр алыҫлыҡҡа ырғыттылар. Баймаҡта, Учалыла атта һыбай төрлө трюктар эшләү йүнәлеше үҫешә башланы, бына хәҙер уларҙың рәтен ҡырмыҫҡалылар тулыландырҙы.
Уҡтан атыу беренсе тапҡыр ошондай ҙур кимәлгә сыҡты. Уҡ, ат менән үҙебеҙҙе бөтөн донъяға танытҡан башҡорттар бит әле беҙ, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы барлау, тарихыбыҙҙы иҫкә төшөрөү өсөн дә бындай байрамдар кәрәк", - тине тамашаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәкәре Рәйес Низаметдинов та. Әйткәндәй, ойоштороусылар был байрамды киләсәктә лә ҡабатлау мөмкинлеген күҙ уңында тота.
Белеүебеҙсә, был байрамда тамашасы ролендә 20-нән артыҡ ил вәкиле лә булды. Баш ҡалабыҙға суд приставтарының Халыҡ-ара конференцияһына килгән белгестәр башҡорт уйындарын ҡарап кинәнде. Аңлашылыуынса, уларҙың күптәре бындайҙы тәүге тапҡыр күреп, хайран булып ултырҙы. Һүҙ - ҡунаҡтарға:
Франсуаза АНДРИЕ, Франция: Төрки халыҡтар тураһында киноларҙа ғына күргәнем бар ине. Шундай сағыу, сюжетлы, йөкмәткеле сара булды был. Ат өҫтөндәге кешеләргә ҡарап һоҡландым. Уйындарҙа халыҡтың темпераменты, хатта бер аҙ ҡырағайыраҡ ҡанлы булыуы ла сағыла. Уйын өсөн дә шундай физик әҙерлек кәрәк булғас, ни эшләп был милләт сәләмәт һәм көслө булмаһын!
Гантулга НАВААН, Монголия: Беҙҙә июлдә "Ир-егеттең өс уйыны" тигән милли ярыштар байрамы үтә. Бында уҡ атыш, көрәш һәм бәйге инә. Күрәм, һеҙҙә лә ошо уйындар төп күренеш булып тора. Күп нәмәләрҙе сағыштырып ултырам, оҡшашлыҡтарын да, айырмалыҡтарын да аңғарам. Беҙҙә бәйгелә ат өҫтөнә ун йәшкә тиклем малайҙар ғына ултыртыла, бында йәш айырмаһы юҡ икән. Шулай уҡ көрәштә лә батырҙар ауырлығына, йәшенә ҡарап бүленмәй, кем кем менән булһа ла, һуңғы еңеүсе тороп ҡалғансы, бил һынашалар. Башҡорттарҙың милли уйындарын шулай онотмай, тотош байрам итеп ололауҙары бик хуп, бик мәслихәт.
Урмас ТАРХОО, Эстония: Башҡортостанға тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуым, башҡорт милләте менән дә тәүге танышыуым. Өфө ҡалаһын һоҡланып ҡарап сыҡтым. Бөгөнгө байрамдың халыҡтың милли уйындарынан тороуын аңлаттылар. Беҙҙә был ярыштарҙың бер төрө лә юҡ. Беҙ футбол, хоккей уйындарын тамаша ҡылырға яратабыҙ. Был уйындар күпкә ҡыҙығыраҡ, минеңсә.

Шулай итеп...
Уйын уйнап кинәнде был көндө халыҡ. Аллаға шөкөр, уйнаһаҡ - үҙ уйындарыбыҙ, йырлаһаҡ - йырҙарыбыҙ, һыҙҙырһаҡ - ҡурайыбыҙ, ашаһаҡ аш-һыуыбыҙ бар. Берәүҙән дә һорарға, өйрәнергә, үтескә алырға түгел. Бары тик шуларҙы йәшәтер һәм киләһе быуындарға тапшырыр рух ныҡлығы ғына булһын. Ошоно уҡ раҫланы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов та: "Бындай саралар ҡунаҡтар өсөн генә түгел, ә халыҡ өсөн, айырыуса йәш быуын өсөн ойошторола. Йәштәр белһен, күрһен, өйрәнһен, киләсәк быуындарға тапшырһын өсөн. Бөгөн беҙ ҡараған уйындар ябай тамаша ғына түгел, унда беҙҙең халҡыбыҙҙың тарихы ла, йолаларыбыҙ ҙа, рухыбыҙ ҙа сағыла. Улар беҙгә быуындан-быуынға тапшырылып килеп еткән, хәҙер инде беҙ үҙебеҙ уларҙы йәш быуынға рухи мираҫыбыҙ итеп тапшырабыҙ..."

Миләүшә ИСМӘҒИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.06.16 | Ҡаралған: 1113

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru