«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ
+  - 

БҮРЕКТӘР

Көн-төн эштә йөрөгәнгә, йәйәү йөрөүгә ҡарағанда, һыбай йөрөүҙе хуп күргәнгә, башҡорт ирҙәрендә башын ел-һыуыҡтан һаҡлау мохтажлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда нығыраҡ булған. Шуға ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам баш кейемдәре, биҙәүестәре күп, ә ирҙәрҙә көндәлек баш кейемдәре төрө күберәк.
Бөгөн һүҙ бүректәр хаҡында барасаҡ. Башҡа баш кейемдәре һымаҡ уҡ, бүректәр ҙә бейек ҡыйыҡлы булған. Ғөмүмән, ни өсөн башҡорт баш кейемдәренең формаһы бейек булған һуң? Был һорауға яуапты ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреш шарттарында эҙләргә кәрәк. Ирҙәр һунарға йөрөгән, көтөү көткән, сит яҡтарҙа хеҙмәт иткән. Тиренән йәки кейеҙҙән тегелгән баш кейемдәре елдән һәм һыуыҡтан һаҡлаһа, бейек ҡыйығы эсендәге һауа тирләргә бирмәгән, был - үҙенә күрә гигиеник сара. Әйткәндәй, шул уҡ сәбәптән ир-аттар бер ҡасан да оҙон сәс үҫтермәгән. Аҙналар, айҙар буйы ситтә йөрөгәндә, оҙон сәсте нисек тәрбиәләмәк кәрәк? Шуға ла телевидение төшөргән ҡайһы бер клиптарҙа (мәҫәлән, 1812 йылдарҙа сығарылған "Һары ла сәс" йырына төшөрөлгән клипта) оҙон сәсле башҡорт егеттәрен күрһәтәләр икән, был - тупаҫ хата. Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ таҙалыҡҡа бик ҙур иғтибар биргән, һәм ҡыҫҡа сәс бының билдәһе булып тора. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: башҡорт ирҙәре башын гел түбәтәй менән ҡаплаған, һәм бүрек аҫтынан да түбәтәй кейер булған.
Әгәр ҡолаҡсын һәм көләпәрәлә ҡалыплаштырылған бер форма һаҡланып килһә, бүректәрҙең төрҙәре иҫ киткес күп. Байрамдарға ҡама бүрек, ҡамсат бүрек кейер булғандар. Ҡара төлкөнән тегелгән бүрек бигерәк тә затлы һаналған. Был йәнлек һирәк осрағанлыҡтан, ул иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе булған, һабантуй ярыштарында еңеүселәргә бирелгән. Ябай төлкөнән тегелгән бүректе иһә бөтөн төбәктәрҙә лә кейгәндәр. Бүректәр шулай уҡ бүре, аҡ төлкө, ҡуян һәм тейен тиреһенән тегелгән, көндәлек кейә торғандары һарыҡ тиреһенән булған.
Тире бүрек бейек, өҫкә табан киңәйтелеп тегелгән тирәсле, яҫы, бәрхәт йәки тула менән ҡапланған ҡыйыҡлы булған. Эсенән һарыҡ тиреһе менән йылытылған. Бындай бүректәр бик матур булған, затлы тире күҙ яуын алып торған. Ҡатын-ҡыҙҙар кейгән бүректәр ҙә ошондай формала булған.
Икенсе төрлө тегелгән бүректәр ҙә булған, һәм, көнкүрештә кейеүгә уңайлыраҡ булғанға, киңерәк таралған. Күбеһенсә улар һарыҡ тиреһенән тегелә торған булған, уларҙы ҡыш та, йәй ҙә кейгәндәр. Улар тиреһен эскә ҡаратып, бейек итеп тегелгән, тула, бәрхәт менән көпләнгән, тирәсе тире менән биҙәлгән. Ҡыйығын уҡа йәки төҫлө таҫма менән биҙәгәндәр. Бындай бүректәрҙең формалары төрлө булған. Әлбиттә, ҡарауға ҡайтышыраҡ күренһә лә, көпләнгән бүректәр ҡулланыуға уңайлыраҡ булған, туҙып бармаған.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттар төшөрөлгән һүрәттәрҙә тағы бер төр бүректәр күреп була. Улар бейек конус формаһында, өҫ яғы туҡыма менән ҡапланған, тирәсе тиренән тегелгән. Уға оҡшаш баш кейеме үзбәктәрҙә һәм тажиктарҙа һаҡланған һәм "кулох" тип атала. Күреүебеҙсә, был баш кейеме башҡорттарҙа ла киң таралған булған. Был бүректәрҙе тарихсылар боронғо сактарҙың баш кейеме менән бәйләй. А.О.Орловскийҙың һүрәттәрендә иһә бындай бүректәр дүрт йәки һигеҙ яҡлап, уҡа менән биҙәлгән. Шулай уҡ ҡолаҡсындыҡы һымаҡ бейек башлы төлкө бүрек тә күреп була уның һүрәттәрендә. Ә 1857 йылда, кантонлыҡ системаһы ваҡытында, Башҡорт ғәскәре өсөн махсус проектланған обмундированиеға киң тирәсле, түңәрәк ҡыйыҡлы бүрек индерелә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әгәр заманында рус һәм француз рәссамдары башҡорт һуғышсыларын төшөрөп ҡалдырмаған булһа, халыҡ костюмы тураһындағы бик күп мәғлүмәттән мәхрүм булыр инек. Әле беҙ уларҙы күрә алабыҙ, ләкин һүрәттәге бүректәрҙең ниндәй төрө нисек аталғанын белмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың үҙенә килеп сыҡһа ине лә бит рәссамдар... Үкенескә ҡаршы, этнографтар башҡорттар менән ун туғыҙынсы быуаттың уртаһынан башлап ҡына ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, ә ул ваҡытҡа башҡорт кейеменең байтаҡ үҙенсәлектәре юйыла башлаған була. Шуға ла беҙҙең бурысыбыҙ - һаҡланып ҡалған өлгөләрҙе өйрәнергә һәм сәхнә костюмдарында ла, көндәлек тормошта ла ҡулланырға.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.06.16 | Ҡаралған: 1146

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru