«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...
+  - 

Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт ҡат-ҡат hыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән. Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йола-ҡағиҙәләр араһында тыйыу, әйтәйек, берәй эш-ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисереш-ярhыуға, тотанаҡhыҙлыҡҡа, тәртипhеҙлеккә ирек ҡуймау кеүек ғәҙәттәр ҙә бар.

Тәғәмгә табу

Боронғо дәүерҙәрҙә үк бәғзе тәғәмгә, үҫемлектәргә, аш-hыуға табу hалынған. Күп төрлө ҡыр үҫемлектәренең, емеш-еләктең, ҡайhы бер бәшмәктәрҙең ныҡ ағыулы булыуын ҡанбабалар тәүтормош мәлендә үк танып белгән. Әйтәйек, күкшел hарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло үләнде, йәғни тилебәрәнде ашау ҡәтғи тыйылған, сөнки ул тилертә. Ваҡ япраҡлы ҡыуаҡта ҡыҙарып бешкән, ымhындырып торған емеште, йәғни бүре еләген тәғәм итеү ярамай.
Әҙәмгә хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ итеү хоҡуғы бирелә, уларҙың фәҡәт ҡанhыҙландырылған итен генә ашарға рөхсәт ителә. Мәгәр үлем язаhы менән кешене ҡорбан итеү, үлтереү тыйыла: "Кем кеше ҡанын ҡоя, уның үҙенең ҡаны ҡойоласаҡ, сөнки кеше Аллаhы Тәғәлә өлгөhө hәм рәүеше буйынса бар ҡылынған". Әҙәм балаларын тура юлға өндәгән Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Аллаh биргән ризыҡты ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин hаҡ булығыҙ, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ таратмағыҙ. Һеҙгә шулар тыйыла: үләкhә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеме түгел, башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып йәки бәреп үлтерелгән, бейеклектән йығылып төшөп йәки мал hөҙөп үлтергән хайуан ите, йола буйынса боғаҙланғандан башҡа - емтек ашаусы йыртҡыс ите hәм шулай уҡ hын алдында салынған ҡорбан ите, фал уҡтары менән бүлгеләнгәне. Былар - харам. Fөмүмән, рөхсәт ителгән аҙыҡ менән ризыҡланғанда ла сама самаhын үтмәҫкә тейеш, күп ашау - яҙыҡ, саманан тыш күп ашау - гонаh. Илаh ҡушҡанса, эй, инсандар, ер йөҙөндәге ризыҡтарҙың хәләл hәм саф, таҙаларын ғына ашағыҙ.
Шумер мифологияhында ер аҫты донъяhы тәғәменә табу hалына. Эвен, эвенк мифтарында ҡатындарға айыу түшкәhенең ҡайhы бер өлөштәрен тәғәм ейеү тыйыла. Башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосында сағылғанса, Йәнбирҙе менән Йәнбикә "бала үҫеп еткәнсе, үҙе йәнлек тотҡансы, баш-йөрәкте ашауҙан, hыуhынға ҡан эсеүҙән балаларын тыйғандар, hис ярамай, тигәндәр".
Балалары иҫ белеп, Шүлгәнгә ун ике, Уралға ун тулғас, береhе, арыҫлан менәм, икенсеһе, шоңҡар сөйәм, тип маҙаhына тейгәс, Йәнбирҙе улдарына былай тигән:
Икегеҙ ҙә - баламhыҙ,
Күҙемдәге ҡарамhыҙ,
Тешәр сағығыҙ уҙмаған,
Быуынығыҙ ҡатмаған,
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирhәм - ашағыҙ,
Мин ҡушҡанды эшләгеҙ.
Йәнбирҙе улдарын тыйыу менән генә сикләнмәй, ә утыҡҡансы, йәғни үҫеп тамам көскә ултырғансы, йола буйынса нимә мөмкин икәнен өйрәтә: "Күнегергә hыбайға, ана, болан менегеҙ, сыйырсыҡтың тыуына яғылбайҙы сөйөгөҙ, hыуhаһағыҙ уйында, ана, аҡ hыу эсегеҙ, ҡапырсаҡҡа тултырған ҡандан ауыҙ тартығыҙ".
Бында беҙ боронғо тәрбиә сараларынан тыйыу, hәр теләккә ирек бирмәү, тотанаҡhыҙ ҡылыҡҡа юл ҡуймау йолаhын күрәбеҙ. Ваҡыты, мәле етмәйенсә, атай-инәй тарафынан йәш үҫмерҙәргә көҫәгән нәмә рөхсәт ителмәгән. Тыйыуға ҡарамай, Шүлгән "ҡапырсаҡтан аҙ-аҙлап ҡанды hемереп эскән", ата hүҙен тотмаған - оролған да бәрелгән тигәндәй, кешеләрҙе ишhенмәҫ, яҡшылыҡты тиңhенмәҫ ыулы йөрәкле затҡа әйләнгән. Ата йөҙөн - ят, инә hөтөн ыу иткән, үҙе лә игелек күрмәгән, ҡәрҙәштәренә лә күрhәтмәгән.
Фәhем шунда: нимә ярамай, күңел шуны көҫәhә лә, тыйылған емеш тәмле тойолhа ла, инә хәтере, ата хаҡы өсөн үҙеңде лә, нәҫел-нәсәбеңде лә хур ҡылмаҫ, бәхетhеҙ итмәҫ өсөн тыйылғанға ыҡламау зарур. Fөмүмән, hәр кемгә үҙен тота белеү, тыйнаҡ булыу хәйерле вә сауаплы. "Урал батыр" эпосында hунарға, тәғәм эйеүгә бәйле - башҡорт халҡы өсөн мәңгелек тыйыу тасуирлана:
Урал тоҡомо ҡоштар, тип,
Бер туғандай күрешеп,
Ау аулауҙан тыйышып,
Аҡҡош тотоп еймәҫкә,
Тип hәр кемгә әйтешеп,
Аҡҡош үрсеп киткән, ти.
Аҡҡош ите кешегә
Шуға харам икән, ти.
Уйым-уйым күлдәрҙәге дейеүҙәрҙең ҡоhоро теймәhен өсөн, барыhы менән хушлашып, Урал халҡына, улдарына шуны әйтә:
Күлдең hыуын эсмәгеҙ,
Эсеп әрәм булмағыҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ.
Башҡорттарҙың ғәҙәти аш-hыуы: бишбармаҡ, ҡуллама, ҡаҙылыҡ, өйрә, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, әжекәй, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, айран, бал балы, бал, балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, еләк-емеш… Fәмәлдә башҡорт аштары бер-береhенә ярашлы, сәләмәтлек өсөн шифалы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер беҙ hаулыҡты уйламай, үҙ-ара ҡушыла, берләшә алмаған ризыҡ менән туҡланабыҙ.
Бер ултырғанда ит, йомортҡа, сыр, сәтләүек кеүек аҡhымлы аҙыҡтарҙы икмәк, бәрәңге hәм татлы емештәр менән тәғәм итергә ярамай. Икмәк, бәрәңге, борсаҡ, банан hәм башҡа углеводлы аҙыҡты - лимон, әфлисун, ананас, помидор, сейә кеүек емештәр; һөт, ҡаймаҡ, hыйыр, үҫемлек майҙарын ит, йомортҡа, сыр, сәтләүек менән ашарға ярамай. Бер туҡланғанда hөт, йомортҡа, сыр, балыҡты, икенсе мәртәбә икмәк, бутҡа, туҡмасты тәғәм итергә мөмкин. Ҡайнар аш, сәй, йәиhә hалҡын hурпа, эсемлек ҡулланыу, ашағанда hыу эсеү тыйыла. Башҡорт бисәләре сәй эсә - ут эсә, тигән әйтем ярамағанға ишаралыр, моғайын. Сәләмәт булайым тиhәң, дөрөҫ туҡланыу хәйерле. Был хаҡта хәҙер мәғлүмәт, белешмә етерлек.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы. Башы 24-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.06.16 | Ҡаралған: 1017

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru