«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУЙЫ БАР ҘА ҺАБАНЫ ЮҠ
+  - 

Райондарҙа ғына түгел, ҡалаларҙа ла, төрки халыҡтары йәшәгән сит илдәрҙә лә һабантуйҙар гөрләй. Был байрамдар халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡларға, иҫкә төшөрөргә тырышыу сараһы булараҡ, күңелде кинәндерә, әлбиттә, әммә уның төп тәғәйенләнешен юғалтҡан байрам-шоу булып ҡына ҡалыуы күңелде ҡыра...

Борон һабантуйҙар яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, ергә орлоҡ төшкәс, көҙгөлөккә мул уңыш юрау һымағыраҡ уҙғарылһа, бөгөн уның "туйы" бар ҙа, "һабаны" ғына юҡ һымағыраҡ килеп сыға. Әлбиттә, әле генә сәсеү эштәрен тамамлаған йәки тамамлап өлгөрмәгән һабансылар тураһында һүҙ була унда. Етәкселәр сараны асҡас та уларҙың ҡайһы берҙәрен сәхнәгә саҡырып, "Маҡтау ҡағыҙы", шуға ҡушып берәй бүләк тоттора. Тик һабансылар өсөн байрам шуның менән тамамлана, тип әйтер инең... Улар концерт барған төп сәхнә тирәләй аҙ-маҙ ҡалған тамашасылар рәтен тулыландыра шулай ҙа. Ә бына һабантуй сиктәрендә үткәрелгән конкурстарҙа, бәйгеләрҙә башлыса байрамды тамаша ҡылырға килгәндәр, махсус саҡырылып килтерелгәндәр майҙан тота (хатта милли көрәшкә лә көрәшселәрҙе ситтән саҡырып килтерәләр хәҙер һәм район намыҫын яҡлауҙы йөкмәтәләр). Һабантуй майҙанында бик ҙур урынды сауҙа итеп аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан эшҡыуарҙар биләй. Әйтерһең, халыҡ йәрминкәгә йыйылған! Ярай әле һуңғы йылдарҙа уларға иҫерткес эсемлектәр һатырға рөхсәт ителмәй...
Ысынлап та, ауыл хеҙмәтсәндәре был байрамды йүнләп күрмәй ҙә тиерлек. Улар ауыл биләмәләре башлыҡтары тарафынан башынан аҙағына тиклем тирмә ҡуйыу, биҙәү, табын ҡороу, унан алда һый әҙерләү, бешеренеү кеүек мәшәҡәтле эштәргә йәлеп ителә. Кемдәрелер ҡунаҡ ҡаршылағанда атҡарыласаҡ махсус йола, концерт номерҙары әҙерләй. Кемдәрелер тирмә тирәләй кәсепселек, ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйып, шуны ҡарауыллай...
Иң ҡыҙығы был түгел әле: элек-электән халыҡ байрамы тип һаналған һабантуйҙар хәҙер бөтөнләй халыҡ өсөн ойошторолмай һымаҡ. Сараның абруйын арттырыу маҡсатында һабантуйға оло-оло, дәрәжәле ҡунаҡтар саҡырыла, улар өсөн сәхнә эргәһендә махсус япмалар ҡорола, ағай-апайҙар шунан ғына ултырып байрамды күҙәтә, улар эргәһенә берәүҙе лә яҡын ебәрмәйҙәр, хатта махсус ҡуйылған бәҙрәфкә лә индермәйҙәр, сөнки ябай халыҡтың сорты башҡа - түбәнерәк.
Сара рәсми асылғандан һуң, ҡунаҡтар кагортаһы, эйәртенешеп, оҙатыу һәм һаҡ аҫтында тирмәләр менән танышырға юллана. Әрһеҙерәк кешеләр уларҙың артынан эйәрә, юл ыңғайы берәй һорауын биреп, ниндәйҙер вәғәҙә алып ҡала, ә күптәр хатта ҡунаҡтарҙың кем икәнен дә белмәй ҙә, күрмәй ҙә. Юғары дәрәжәле ҡунаҡтар инеп сыҡмайынса, тирмәләрҙә үҙебеҙсә, башҡортсалап тороп аяҡ бөкләп сәй эсеп сығырға булһа ла өмөтләнмәгеҙ - табын ҡунаҡтар үтеп киткәнсе күргәҙмә ролен үтәй. Шул уҡ ваҡытта оло ҡунаҡтар өсөн айырым тирмә ҡоролоп, уларҙы унда ла көтәләр әле, уға ябай халыҡ яҡын да бара алмай - тотоп алып китеүен китмәҫтәр, әммә ҡыуылып китеүегеҙ бик мөмкин.
Бынан башҡа күп милли уйындар, мәҫәлән, ат сабышы, милли көрәш юғары ҡунаҡтар өсөн генә ойошторола, тиерһең, улар килмәйенсә йә башламайҙар, йә ҡапыл туҡтатып, әллә күпме халыҡты көттөрөп ҡуялар, йә уйындарҙың аҙағына ғына саҡырып, еңеүселәргә бүләктәрҙе уларҙан тапшырталар...
Ғөмүмән, һабантуйҙар хәҙер элекке түгел. Унда иғтибар үҙәгендә һабансы, игенсе менән бер рәттән, ауыл кешеһе торорға, уларға дан-хөрмәт күрһәтелергә һәм быны юғары ҡунаҡтар ҙа танырға тейеш булһа (әлбиттә, сәхнәгә сығарып бүләк тапшырҙың да, сәхнәнән төшкәс, оноттоң түгел), бөгөн ул дәрәжәле кешеләр байрамына әйләнеп кенә ҡалманы, ә ауыл хужалығына, ауыл кешеһенә, крәҫтиән хеҙмәтенә мөнәсәбәттең ниндәй кимәлдә булыуының асыҡ бер дәлиленә әйләнде. Йә, кем минең менән килешә йә минең фекерҙе кире ҡаға ала?

Фәнүзә ЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 946

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru