«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН МӨХИТТӘ ШӘХЕСТӘР ТӘРБИӘЛӘНӘ
+  - 

Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы 1970 йылда Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. Баш ҡалала йәшәгән милләттәштәрҙең балалары туған телен үҙләштерһен, мәҙәниәтен белһен, башҡорт мөхитендә аралашып үҫһен, тигән ниәттә булдырылған мәктәп 1992 йылда гимназия статусын ала. 1999 йылдан Фатима Мостафина исемен йөрөтә башлай.

Гимназияға нигеҙ һалынған осорҙа зыялыларыбыҙҙың ҡала башҡорттарын өгөтләп, оҙайлы рәүештә аңлатыу эштәре алып барғандан һуң ғына уҡыусылар йыя алыуҙары тураһында беләбеҙ һәм ул быуынға беҙ мәңге рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙең гимназияла уҡырға теләүселәр бик күп. Әле бөтәһе 751 уҡыусы уҡый. Гимназия баш ҡаланың иң алдынғы белем усаҡтарының береһе, уҡытыу, тәрбиә, фәнни-методик һәм хужалыҡ эштәре буйынса ла рейтингыбыҙ юғары.
Ата-әсәләр балаһын ҡайһы мәктәптә уҡытыу мәсьәләһен ул белем усағында ниндәй предметтар буйынса сифатлы, төплө белем биреүенә ҡарап хәл итә. Ғәҙәттә, инглиз теле тәрәндән өйрәтелгән йә теүәл фәндәр ныҡлап уҡытылған белем усағын һайлайҙар. Ә аңлы, рухлы кеше балаһын милли мөхит булдырылған, балаға туған телендә иркен аралашырға бөтә шарттар тыуҙырылған мәктәпкә, йәғни Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһына алып килә. Ғөмүмән, бала үҙенең туған мөхитендә үҫергә, белем алырға, аралашырға тейеш. Уның ыңғай яҡтарын беҙ үҙ тәжрибәбеҙҙә күреп беләбеҙ. Беҙҙең коллективта эшләгән уҡытыусылар уҡытыу һәм тәрбиә эшебеҙ яҡшы һөҙөмтә бирһен, һәр уҡыусы шәхес булып үҫеп етһен өсөн бар көсөн бирә. Төплө белем биреүҙән тыш, балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү, һәләттәрен асыу өсөн дә бар шарттар тыуҙырыла. Балалар бейеү, спорт, музыка түңәрәктәрендә шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа һәм байрамдарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, йыл да гимназияның "ХХ-централ" командаһы "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында призлы урындар яулай. Өфө ҡалаһы кимәлендә ойошторолған бөтә сараларҙа һәм ярыштарҙа гимназия данын яҡларға, иң алдынғылар рәтендә булырға тырышабыҙ. Беҙҙең был ынтылышты ата-әсәләр ҙә күтәрмәләп, һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер генә тора. Быйыл улар ярҙамында 60 кабинетҡа интернет селтәре үткәрҙек. Әйткәндәй, БР Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә тәжрибә рәүешендә беренсе синыф балаларын электрон белем биреү программаһына ярашлы уҡыта башлайбыҙ. Шулай уҡ киләһе уҡыу йылынан билдәләр электрон журналдарҙа теркәләсәк. Был уҡытыусыларҙың эшен еңелләштереүҙән тыш, ата-әсәләр өсөн дә бик уңайлы булмаҡсы.
Гимназияла башҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, тип әйткәйнем. Быйыл баш ҡаланың Совет районы хакимиәте менән берлектә башҡорт теле, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған "Ете ырыу" тип аталған лагерь астыҡ. Ул лагерға урыҫ мәктәптәрендә белем алған егерме уҡыусы йөрөй. Бынан тыш, үҙебеҙҙең гимназия уҡыусылары өсөн йыл да "Ҡурай" һәм Америка-Башҡорт интерколледжының "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы лагерҙары эшләй. Америка-Башҡорт интерколледжы менән ун ике йыл хеҙмәттәшлек итеү арауығында бик күп уҡыусыларға инглиз телен төплө өйрәнеү мөмкинлеге бирҙек. Шулай уҡ, гимназия ЮНЕСКО дуҫтары клубы ағзаһы, киләһе йыл ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә инергә иҫәп тотабыҙ.

Илдар МОТАЛОВ,
Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1134

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru