«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҠЛЫҠ ХӘРӘКӘТЕНӘН - ЭТНОФОРУМҒА
+  - 

Гел генә бер юлдан йөрөүселәр башҡа юл барлығын шәйләмәүсән. Үҙ юлын ғына иң тураһы, иң дөрөҫө тип һанай ундайҙар. Уларҙан айырмалы, икенсерәк тәбиғәтле кешеләр артҡа сигенеүҙе лә, ҡырҡа боролош яһауҙы ла, икеләнеүҙе лә маҡсатҡа илткән юл тип ҡабул итә. Уларға юл түгел, ә тотҡан йүнәлеш ҡиммәт. Әле беҙ һанап үткән кешеләрҙең тәүгеләрен тимер юл буйлап елдереүсе поезд итеп, икенселәрен вертолет итеп күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Поезд алға вертолеттан шәберәк елдерергә лә мөмкин, әммә тимер юлда тығын барлыҡҡа килһә, юл өҙөлһә, ул мотлаҡ хәрәкәтһеҙ ҡаласаҡ. Яңы юлға төшөү өсөн уға оҙайлы адаптация үтергә тура киләсәк. Ә вертолет өсөн юл өҙөлөү бөтөнләй ҡурҡыныс түгел. Ул башы һуҡҡан яҡҡа осоп китә. Был сағыштырыуыбыҙ фекер юғарылығы тураһында. Урынлымы, урынһыҙмы - үҙегеҙ ҡарағыҙ. Ә бөгөнгө ҡунағыбыҙ борма юлдарҙы, бәлки, вертолет һымаҡ еңел дә үтмәйҙер. Сөнки ул бик ауыр юл һайлаған. Фекер юғарылығы мөмкинлек бирһә лә, оса алһа ла, ул ерҙәгеләрҙең проблемаларын хәл итә, ерҙәгеләр араһында йөрөй. Ул поезд һымаҡ шәп тә йөрөмәйҙер, әммә, ундайҙарҙы, бөгөнгө ҡунағыбыҙ һымаҡ кешеләрҙе, ғәҙәттә, юлһыҙ ерҙә үҙ һуҡмағын ярыусы, тиҙәр. Роберт әле яңыраҡ ғына "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусыларҙың - республикала айыҡлыҡ хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе булараҡ хайран итһә, бөгөн иһә Башҡортостанда воркаут (воркаут (ингл.) - турникта ҡалҡыныуҙы, күтәрелеүҙе аңлатҡан спорт төрө) хәрәкәтен популярлаштырыуы менән тағы бер һоҡландыра. Геройыбыҙҙы, Роберт ДӘҮЛӘТШИНды, хәҙер республикала күптәр белә, таный. Роберт был юлы беҙгә бөгөнгө эшмәкәрлеге, айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы йәштәр тураһында һөйләйәсәк.

Ойошмаларымдың тәүгеһе

Мин Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтына уҡырға индем. Унда көслө уҡытыусыларҙан һабаҡ алыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова минең тормошомдо бөгөн шөғөлләнгән эштәрем юҫығына бороп ебәрергә этәргес бирҙе. Ул үткәргән әңгәмәләрҙә, бәхәстәрҙә ҡатнашыу, ул етәкләгән "Дискус" клубында шөғөлләнеү эҙһеҙ үтмәне. Айыҡлыҡҡа, сәләмәт тормошҡа ылығыуым мәғлүмәтле булыуымдандыр, тигән һығымтаға киләм. Йәғни, айыҡ йәшәү рәүешенә күсер өсөн һинең нигеҙеңде тәшкил иткән белемең етерлек булырға тейеш. Институт йылдарында бер төркөм йәштәр менән "Айыҡ Сибай" ойошмаһына берләштек. Юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөгә килгәс, бында ла фекерҙәштәр таптым. Сибайҙағы тәжрибәне Өфөлә лә ҡулланып ҡарарға булдыҡ. Был юлы айыҡлыҡ, сәләмәт тормош, спортҡа ылығыу байрағы аҫтына бөтөн республика йәштәрен берләштереү идеяһы менән яндым. Күп тә үтмәй, 2010 йылда, "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмабыҙ барлыҡҡа килде. Беҙҙең хәрәкәткә республикабыҙ райондарынан бик күп йәштәр ҡушылды. 2011 йылда "Айыҡ ауыл" бәйгеһенә старт бирҙек. "Айыҡ ауыл" конкурсын ойоштороуҙа "Киске Өфө" редакцияһы ла әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алып, был темаға артыҡ туҡталып тормайым. "Айыҡ Башҡортостан" - минең ойошмаларымдың берәүһе генә. Бөгөн мин был ойошманың эшмәкәрлегенән бер аҙ ситләшеп торҙом...
2013 йылда "Воркаут-Башкортостан" тигән проектымды башланым. Ошо уҡ йылда воркаут буйынса республика фестивале үткәрҙек. Фестивалгә бөтә республиканан ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән йәштәр килде. Ойошмабыҙ үҫте, йәштәргә яңынан-яңы офоҡтар аса алдыҡ, тип һанайым. Бөгөн дә бик әүҙем эш алып барабыҙ. Быйыл 10 сентябрҙә Өфөлә Бөтә Евразия воркаут фестивале ойошторабыҙ.

Тормош һабаҡтары

"Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте - беҙҙең өсөн хобби ғына ине. Сөнки, бөтөнөбөҙ ҙә ниндәйҙер эштә эшләйбеҙ, кистәрен генә бергә йыйылабыҙ. Эшмәкәрлегебеҙ ҙә төрлө коллективтарға лекция уҡыуға, спиртлы шыйыҡсаларҙың, тәмәкенең зыяны тураһында документаль фильм күрһәтеүгә ҡайтып ҡала ине. Тәүҙәрәк ололар алдында сығыш яһаһаҡ, бер аҙҙан балалар аудиторияһына күсергә ҡарар иттек. Оло кешенең тормошҡа ҡарашы күптән формалашҡан, уны "һындырыу" ҙа ауыр, күпселек осраҡта, мөмкин дә түгел. Беҙҙең һүҙгә оло йәштәгеләрҙең 20 проценты ғына теләктәшлек белдерһә, балалар араһында айыҡлыҡ идеяһына ылығыусыларҙың нисбәте 80 проценттан ашыу ине.
Бер заман миндә ниндәйҙер яңы форматта эшләү теләге тыуҙы. Һүҙ, нисек кенә көслө тәьҫирле булмаһын, тыңлаусыға барыбер үҙ өлгөң һымаҡ уҡ йоғонто яһамай. Кешене һүҙ ярҙамында ышандырыуға ҡарағанда, эшеңдең һөҙөмтәһе ярҙамында ышандырыу күпкә еңелерәк. Балалар, үҫмерҙәр алдында сығыш яһаусы бар булмышы менән көслө шәхесте һынландырырға тейеш. Егет кеше оҙайлы ваҡыт физик күнекмәләр эшләй икән, был уның сыҙамлығы тураһында һөйләй. Ни өсөн егеттәр көстәрен күрһәтергә ынтыла? Булмышынан ышаныс бөркөлгән ирҙең һүҙе лә үтемле, эше лә ырамлы. Был ышаныс беҙгә атайҙар миҫалынан, олатайҙар өлгөһөнән, батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙән, хикәйәттәрҙән һеңгәндер, тип уйланыла. Үҙем пауэрлифтинг, ауыр атлетика һәм воркаут менән шөғөлләнгәс, сәләмәт йәшәү рәүешен ғәмәлдә күрһәтергә кәрәк, тигән фекергә килдем дә, фекерҙәш егеттәр менән бергәләп, йәнә йәштәр, балалар, үҫмерҙәр менән осрашыуҙарға йөрөй башланыҡ. Ғәҙәттәгесә, лекция һөйләйбеҙ, фильм күрһәтәбеҙ һәм тамашасыларға турникта төрлө акробатик күнекмәләр эшләп күрһәтәбеҙ. Миңә үҫмерҙәрҙең тиҙ ҡабыныуы оҡшай. Улар "Ағай, мин дә һинең һымаҡ көслө булғым килә, миңә лә өйрәт әле", тип, арттан ҡалмай. Мәктәптәрҙә совет заманынан ҡалған турниктар бар, әммә балалар шөғөлләнер өсөн заманса уңайлыҡтары булғандары юҡ тиерлек. Снарядтарҙы беҙ үҙебеҙ ҙә төҙөп бирәбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең бер тармағы - шул. Үҙебеҙ ҙә шөғөлләнгәнгә күрә, турникты уңайлы итеп урынлаштырыу бер ни тормай. Беҙ төҙөгән спорт майҙансыҡтары республикабыҙ райондарында бихисап булып китте. Өфөлә үҙебеҙҙең клубыбыҙ ҙа бар. Шөкөр, беҙҙең арттан эйәргән йәштәр күп хәҙер.

Тағы бер эшмәкәрлегебеҙ...

Йыл һайын Башҡортостандың төрлө райондарында Башҡорт йәштәре этнофорумы уҙғарыу ҙа матур йолаға әүерелә бара. Былтыр ул Баймаҡ районында үтһә, быйылғыһы - 8-10 июлдә Нуриман районында үтәсәк, тип көтөлә. Ҡатнашырға теләге булған йәштәр интернет аша беҙгә ғариза яҙа, беҙ уларҙы һайлап алабыҙ. Башэтнофорум - бер нисә майҙансыҡта лекциялар уҡыуҙы, аралашыуҙы үҙ эсенә алған белем биреү форумы. Бында килеүсе йәштәр тарих, иҡтисад, бизнес, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре белгестәре сығыштарынан файҙалы мәғлүмәт ала. 3 көн буйы барған форумда ҡатнашыусылар һыбай йөрөргә, тирмә ҡорорға, уҡ атырға өйрәнә.
Тиҫтәгә яҡын район менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Былтырғы этнофорумға Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Зәкирйән Әминев, Азат Бердин, Гүзәл Ситдикова, Сәлиә Мырҙабаева, Мәскәүҙән Илдар Кинйәбулатов, "Любизар" - Беренсе башҡорт атлы полкы" тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов эшҡыуарҙар эксперттар булараҡ саҡырылды. Быйылғы форумды ла ошо форматта, ләкин тағы ла киңерәк итеп үткәрергә уйыбыҙ бар.

Шулай итеп...
Әйткәндәй, егетебеҙ ҡала ерендә тыуып үҫһә лә, лекцияларын саф башҡортса һөйләй. Бынан бер нисә йыл элек кенә әле ул башҡортса телмәре менән маҡтана алмай ине. Телен ул руссанан-башҡортсаға тәржемәләр яһау ысулы менән күнектерә икән. Ҡыҙыҡ бит!

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1058

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru