«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына сираттағы уҡыусыбыҙ ҡушылды. Ришат Зәйнәғәбдинов Ризаитдин Фәхретдиновтың "Нәсихәттәр" китабын уҡырға тәҡдим итә.

- Ризаитдин Фәхретдиновтың "Нәсихәттәре" - балалар һәм ололар өсөн яҙылған мөһим ҡағиҙәләр йыйынтығы, халыҡ педагогикаһының тупланмаһы. Был йәшәйеш ҡағиҙәләре кешегә юғары белемле һәм юғары этик нормаларға тап килгән шәхес итеп үҫешергә ярҙам итә. Унда төрлө урында, төрлө кеше араһында үҙеңде нисек тоторға, аралашырға, уҡырға, туҡланырға, ғаилә мөнәсәбәттәре, гигиена ҡағиҙәләре һәм башҡа мөһим һорауҙар буйынса мәғлүмәттәр ябай, бөтәһенә лә аңлайышлы итеп яҙылған. Автор баланың төп тәрбиәселәре - ул атай һәм әсәй тип билдәләй, кешеләргә хас етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарыу буйынса бөгөнгө көндә лә бик актуаль булған кәңәштәр бирә. "Нәсихәттәр" китабына ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәп яҙыуы бик ауыр, сөнки ул тормоштоң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә алған, дини һәм донъяуи белемгә нигеҙләнеп ижад ителгән. Ризаитдин Фәхретдиндең "Нәсихәттәр"ен ниндәйҙер кимәлдә Мишель Монтендең "Тәжрибәләр"е һәм Сенеканың "Луцилиоға әхлаҡи хаттар"ы менән сағыштырырға була. Был йыйынтыҡты, һис шикһеҙ, һәр кемгә өҫтәлдә, ҡул аҫтында тотоп уҡый торған китап рәүешендә тәҡдим итергә мөмкин. Сөнки һәр заманда ла "Нәсихәттәр" китабынан үҙеңә кәрәкле, ҡиммәтле бик күп мәғлүмәт табырға була. Ризаитдин Фәхретдиновтың был хеҙмәте башҡорт халҡының юғары мәҙәнилеген, әхлаҡи ҡиммәттәрен, рухи тәрбиәһен сағылдырған. Уны уҡыған һәр милләттәш үҙенә фәһем, аҡыл туплаһа, бүтән халыҡтар өсөн ул башҡорт донъяһы менән яҡындан танышыу сараһы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1011

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru