«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕНЕРАЛ БҮЛӘГЕ БАШҠОРТОСТАНЫНА ҠАЙТТЫ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы ваҡытында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының архив документтарын республикаға тапшырыу тантанаһы ла үтте. Был изге миссияны Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов башҡарҙы.

- Халыҡ йөрәгендә йәшәгән данлы шәхестең исемен мәңгеләштереү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки ул - республиканың символына әүерелгән генерал! - тине Рөстәм Зәки улы иҫтәлекле награданы ҡабул итеп. Владимир Ростиславович үҙ сиратында Рәсәй Президентының Дәүләт наградалары буйынса идаралығына эҙләнеү эштәре алып барып, ошо оло шәхестең орденын Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн башҡарған эше өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Рөстәм Шәриф улының һүҙҙәре айырыуса тетрәтте: "Әлегә тиклем генералдың яҡты донъя менән хушлашҡан көнө билдәле түгел. Тарихсыларға эш етерлек был тәңгәлдә. Әммә ордендар келәтендә Шайморатовтың наградаһы ла һаҡланыуы беҙҙең өсөн уңышлы осраҡ булды. Сөнки 1990 йылдар башында, үкенескә күрә, СССР-ҙың бик күп дәүләт наградалары утилләштерелеп, Рәсәйҙең яңы наградаларын ҡойоу маҡсатында файҙаланылған. Ә бына генералдың бүләге һаҡланған!.." Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеүселәр күп ул Рәсәй тарихында, хатта өсәр, бишәр тапҡыр наградланғандар ҙа бар. Әммә тап легендар генералдың ордены һаҡланыуы беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Хәҙер дәүләт бүләге Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.
Башҡортостанда Владимир Мединский Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса координация советының XXIII ултырышын да уҙғарҙы. Унда ватандың һәр төбәгенән мәҙәниәт министрҙары, бүлек етәкселәре ҡатнашты. Сараның тап Башҡортостанда ойошторолоуы юҡҡа түгел. Владимир Ростиславович әйтеүенә ҡарағанда, ауыл ерендәге мәҙәни усаҡтарҙың һаҡланыуы буйынса республикабыҙға еткән төбәк юҡ. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем беҙҙә тағы ла 15 ауыл клубын асыу күҙҙә тотола. Тарих фәндәре докторы булараҡ, Владимир Мединский төбәктәрҙәге хәрби-тарихи ойошмалар әүҙемлегенә һәр саҡ таянасағын әйтте. Ошо уңайҙан ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған мәҙәни сараларҙы ойошторған етәкселәргә рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй Президенты Хакимиәте башлығы Сергей Ивановтың Рәхмәт хаттары З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Фәнзир Ниғмәтйәновҡа, Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәевкә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Салауат Сирғәлинға, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙингә тапшырылды. Ә инде йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп күп көс һалған өсөн "Рәсәй патриоты" иҫтәлекле миҙалы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин бүләкләнде.
Сара Шайморатов генералдың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән дауам итте. Мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышы сиктәрендә ватандың төрлө төбәктәренән йыйылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районындағы Илтирәк ауыл клубының эшмәкәрлеге менән танышты, "Сыңла, салғы!" республика фольклор байрамында, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залының исем туйында, "Симфоник төн" концертында ҡатнашты.

Лариса АБДУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1314

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru