«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮӘТ, ИСМАҺАМ, УРЛАЙҘАР!
+  - 

Үәт, исмаһам, урлайҙар, муйындарынан коррупцияға батҡандар! Ҡайҙа, тиһегеҙме? Билдәле инде… Ҡытайҙа. Шул ҡырым-ҡытайҙағы, диңгеҙ аръяғындағы хәлдәрҙе яҙып уҙмаҡсымын.

Рәсми мәғлүмәттәр нигеҙендә быйылғы йылдың ғинуар айында ғына ла бында 5459 дәүләт хеҙмәткәре уғрылыҡ юлында тотолоп, ғәҙел язаһын алған, ә инде былтыр ғәйепләнеүселәрҙең дөйөм һаны 50 меңдән ашып киткән. Аптырағандың көнөнән, сараһыҙлыҡтан, ирекһеҙҙән ғәйре яңы закон да ҡабул итеп ташлағандар тегеләр - кем дә кем инде лә килеп 3 миллион юаньде (465 мең доллар самаһы) рөхсәтһеҙ, һорауһыҙ-ниһеҙ кеҫәһенә тыҡшыра, уны шунда уҡ үлем язаһына хөкөм итәсәктәр. Ошо хаҡта уҡыйһың да сәстәрең үрә тора!
Ә беҙҙә, ышанаһығыҙмы быға, әллә юҡмы, шыпа ла урламайҙар! Берәй фермерға ялланып эшләп йөрөүсе белекһеҙ малсының, гонаһ шомлоғона ҡаршы, ярты тоҡ ярманы сәлдереп, арбаһы төбөнә һалып алып ҡайтыу ихтималлығы бар барлыҡҡа. Уныһы ла онотҡанда бер. Ул саҡта ла әле хоҡуҡ ҡанундарын теүәл һәм аныҡ башҡарыусы, атҡарыусы ойошма бурҙы эләктерә һалып, тотош мир алдында рисуай итә, башҡалар һабаҡ алһын, тип, төрмәгә тығып ҡуя. Ә түрәләребеҙгә килгәндә, үтә лә ғәҙелдәр, сафтар, һиңә әйтәйем, улар аҡтан аҡ, пактан пак. Оборона министрлығында "бил бөккән" Евгения Васильева тигән ҡатынды миллиардлап аҡса урлауҙа ғәйепләп, ике-өс йыл тирәһе өҙмәй ҙә ҡуймай башты ҡатырҙылар, ярай әле, күңелдәренә аҡлыҡ биреп, мәлендә туҡталып ҡала алдылар. Бөгөнгө көндә уға ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эше башҡа асылмаҫлыҡ итеп ябылды, ил алдында йөҙө яҡты, һөйкөмлө ханым әлеге көндә ел-ямғырҙан ышыҡ йылы урында тыныс, баҫалҡы ғына эшләп йөрөй, "нахаҡҡа" рәнйетеүҙәрҙе онотҡан, улар ике ятып бер төшөнә инмәй, тиҙәр. Был ҡатынға яла яғырҙан алда уйлап, иҫәпләп, самалап ҡараһаларсы: миллиардлаған аҡсалар тыңҡысланған тоҡтарҙы сибек кенә ҡатын-ҡыҙ иңе ҡайһылайтып күтәреп йөрөтһөн, бил биртенә, эс төшә лә баһа!
Былтыр шулай юғары урынды биләүсе бер чиновниктың беләгендә 23 миллион долларлыҡ ҡул сәғәте күреп ҡалып, тәрбиәһеҙлек күрһәтеп, дау ҡуптарып маташтылар. Теге зиһенлеген раҫлап, тапҡыр яуап ҡайтара белгән бит һуңғы сиктә: "Миңә уны бүләк иттеләр!" Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк! Бына һеҙҙән, мәҫәлән, тыуған көнөгөҙгә бүләк ителгән Ишембай фабрикаһының ойоғон ҡайҙан алдың, кем бирҙе, ни хаҡ, тип берәү ҙә төпсөнмәй, таптырмай бит. Йәнә, Мәскәүҙә йәшәгән берәүҙең фатиры аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, теүәл 500 миллион ғына тора икән. Ул да, теләһәгеҙ фатирымды арзан хаҡҡа, 450 миллионға һатам, тип ғәйбәтселәрҙең ауыҙын тиҙ япты. "Осһоҙ" торлаҡты һатып алырға теләүселәр бөгөнгө көндә лә табылмаған, йәнәһе лә. Яҙғанымды күҙ уңында тотоғоҙ, ағай-эне, белмәй-ишетмәй ятмағыҙ, уңайлы форсаттан файҙаланып ҡалырға теләүселәр табылыр, бәлки.
Сталинизм хаҡында күп һөйләйбеҙ, ул осорҙоң аяуһыҙлығы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. И.В. Сталин баҡыйлыҡҡа күскәс, 1953 йылдың 5 мартында 22 сәғәт 30 минутта уның фатирында, эш кабинетында тикшереү үткәреп, бар мөлкәтте дәүләт иҫәбенә күсергәндәр. Генералиссимустың бер нисә пар эске кейеме, көндәлек һәм байрамдарҙа кейә торған китель-шинелдәре, ике пар хром итеге, төрөпкәһе, кисете, бер нисә ҡап тәмәкеһе, ҡыҙыл төҫтәге блокноты һәм һаҡлыҡ кенәгәһендә 900 һум аҡсаһы табылған. Барыбер, ни тиһәң дә, үҙенә күрә бол.
Ә беҙҙә юғары даирәләргә эшкә килгән, яҡындары өсөн өҙөлөп торған етәксе тапҡанын-таянғанын күҙ ҙә йоммай ҡатынына, балаларына, ҡайны-ҡәйнәһенә, ҡәйнеш-балдыҙҙарына яҙҙыра ла ҡуя. Уның байлығының ниндәй кимәлдә, күләмдә икәнлеген ошонан аҙаҡ юллап ҡара, хәлеңдән килһә! Эштә лә "Москвич", үтә ҡиммәт тигәндә "ВАЗ" маркалы автобомилдәрҙе генә файҙалана, юғарынан талап итһәләр, велосипедҡа атланырға ла әҙер…
Яңыраҡ тағы ла бер мөһим ҡарарҙы ҡабул итергә йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иттеләр: киләсәктә етәксенең эш хаҡы уның ҡулы аҫтында эшләүселәрҙең айлыҡ килеменән саҡ ҡына юғары итеп билдәләнәсәк. Был мөһим документтың да тормошҡа ашырына иманым камил. Шулай булмай тағы, беҙҙең етәкселәр аҡса төҫөн күрмәйҙәр ҙә баһа! Уның килеменең кем кеҫәһенә, иҫәбенә күскәнлеген яҙҙым бит инде, ҡабатлап тормайым. Әгәр етәксе эш хаҡы алмай, буштан-бушҡа эшләй икән, ошонан аҙаҡ ябай халыҡ нимәгә өмөт итә ала? Тимәк, күп йыллыҡ хыялыбыҙ тормошҡа аша: тиҙҙән хөрриәт, аҡса-фәлән кәрәкмәгән яңы фармация, коммунизм килә…

Ғәҙел ДӘҮЛӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.16 | Ҡаралған: 1094

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru