«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫН АҢЛАП УҠЫ!
+  - 

Бынан ике йыл элек ғалим, этнограф Закирйән Әминев миңә үҙенең урыҫ телендә сыҡҡан "Урал батыр" эпосы һәм башҡорттарҙың мифологияһы" тигән китабын бүләк итте. Уға тиклем авторҙың "Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары" тигән хеҙмәтен уҡырға насип булғайны. Икенсе китабын бүләк иткәндә ағай аҙаҡ китап тураһында фекер әйтеүемде үтенде. Һуңынан осраған һайын: "Уҡыныңмы, фекерең нисек?"- тип һораны. Әммә китапты ниндәй генә күҙлектән сығып уҡыһам да, унда яҙылғандарҙы бигүк аңлай алманым. Аңлауҙар һуңлап булһа ла килә икән. Былтыр Башҡортостан "Юлдаш" телевидениеһында Азамат Юлдашбаевтың Закирйән Әминев менән "Урал батыр" эпосы һәм башҡорттарҙа йондоҙҙарҙы танып белеү" тигән темаға ҡорған әңгәмәһен ҡарарға насип булды. Закирйән Әминев был тапшырыуҙа Урал батыр эпосы тураһында элегерәк миңә бүләк иткән китабында яҙған уй-фекерҙәрен ниндәйҙер ҡатмарлы фәнни терминдар менән түгел, ә үҙ туған телебеҙҙә ябай ғына итеп, хатта ҡул ишаралары менән теләһә кем дә аңларлыҡ итеп һөйләп, аңлатып бирҙе. Бығаса ағай үҙенең китабы тураһында минән көткән фекерҙәрҙе, яуаптарҙы уның үҙенән ишетеп, эпосыбыҙҙың эске семантик мәғәнәләренә үтеп инеп, уларҙы аңлауҙан күңелем тулып тетрәнеүҙән аң байрамы кисерҙем. Шундуҡ Закирйән Әминевҡа, Азамат Юлдашбаевҡа шылтыратырға тотондом. Ошо интервьюны 2015 йылда үҙебеҙҙең телевидение күрһәткән иң яҡшы тапшырыу, тип атаным. Сенсацияға торошло был аңлауымды күберәк кешеләргә еткерергә теләүем китап авторы Закирйән Әминев менән ошо әңгәмәне ҡороуға алып килде лә инде.

Ҡөрьәнде тулыһынса тәфсирләр өсөн донъялағы барлыҡ ағастарҙы йығып, уларҙан ҡәләм эшләп, океандарҙағы, диңгеҙҙәрҙәге, йылғаларҙағы, шишмәләрҙәге, туңлыҡтарҙағы һыуҙарҙы ҡара итеп яҙһаң да, был изге китапҡа һалынған йөкмәткене асып бөтөп булмай, тиҙәр. Юҡҡа ғына килтерелмәй шунсама ағас һәм һыу нисбәте: әлбиттә, бында һүҙ был китапҡа һалынған сикһеҙ йөкмәткене, сикһеҙ мәғәнәне барлыҡҡа килтереүсе Хоҙай Тәғәләнең сикһеҙ ҡөҙрәте хаҡында бара. Шуға күрә Ҡөрьәнгә яҙылған һүҙҙәрҙе бермә-бер килеш ҡабул итеп фекер йөрөтөү айсбергтың миллиардтан бер өлөшөн генә күреүгә тиң булыр ине. Тап шуның кеүек, беҙҙең халыҡтың да Ҡөрьәне булырлыҡ "Урал батыр" эпосының дөйөм күҙгә күренмәгән өлөшө хаҡында фекер йөрөткөм килә. Эпос:
Борон-борон борондан
Кеше-маҙар булмаған,
Килеп аяҡ баҫмаған,
У тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән... - тигән юлдар менән башлана.
Беҙ бала саҡтан башлап "Урал батыр"ҙы әкиәт итеп ҡабул итәбеҙ ҙә, үҫеп еткәс тә һаман да шул әкиәт иллюзияһында тороп ҡалабыҙ. Бик күп ғалимдар уның тексына һалынған йөкмәткене туранан-тура, бермә-бер, һүҙмә-һүҙ аңлап, әкиәт кеүек тәфсирләп һөйләп, ундағы сюжетҡа, геройҙар мөнәсәбәтенә ҡарап ниндәйҙер фекер әйтергә тырыша. Ә бына һин, Закирйән ағай, "Урал батыр" тексында күренмәгән йөкмәткене нисек уҡырға өлгәштең, методологик яҡтан ул асыштарҙы яһауға нисек килдең? Ғөмүмән, был фекерҙәргә килеүеңдең механизмы нисек булды?


Закирйән Әминев - "Урал батыр" эпосын тәүге тапҡыр 1972-1974 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткәндә уҡығайным. Ул саҡта әсәйем миңә "Ағиҙел" журналы һандарын ебәреп, улар араһында эпос баҫылған 1968 йылғы һаны ла килеп эләккәйне. Тик ул заман мин эпосты боронғо бер әкиәт кеүек ҡабул иттем, эстәлеге, мәғәнәһе тураһында уйланманым, тиергә була. Эпостың тел байлығы хайран иткәне генә иҫемдә. 1977 йылда Мәскәүҙә "СССР халыҡтары эпостары" серияһында баҫылып сыҡҡан "Урал батыр" китабы ҡулыма килеп эләккәндә әҙерәк булһа ла уйлана алырлыҡ кимәлгә күтәрелгән булғанмындыр, тип уйлайым. Сөнки уғаса Билал Юлдашбаевтың "Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы", Рәил Кузеевтың "Башҡорт халҡының килеп сығышы" һәм башҡорт тарихы буйынса башҡа күп кенә хеҙмәттәрҙе уҡып өлгөргәйнем инде. Ә шулай ҙа башҡорттоң сығышы тураһындағы һорауыма тулы яуаптар таба алмағас, был мәсьәләне үҙем сисеп ҡарарға булдым. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында совет ғалимы Кнорозов ҡасандыр Көньяҡ Америкала йәшәгән майяларҙан ҡалған быға тиклем берәүҙең теше үтмәгән боронғо яҙмаларҙы егерме йылдан ашыу тырышып тикшереп, уҡыуға өлгәште. Ул үҙенең кабинетында "Ҡасандыр, кемдер уйлап сығарғанды, ул нисек кенә серле, ҡатмарлы булмаһын, тырышһа, икенсе кеше лә аңлай аласаҡ", - тигән яҙыу элеп ҡуйған булған. Ата-бабалар ни өсөндөр, ниндәй ихтыяждарҙандыр уйлап сығарған был эпосты, тимәк, мин дә берәй нисек аңлармын әле, тигәнерәк уйҙар менән тотондом "Урал батыр" эпосын өйрәнергә.
Эпоста Уралға - ун, ағаһы Шүлгәнгә ун ике йәш тулғас, улар аталары Йәнбирҙенең ҡушыуы буйынса күҙгә күренмәҫ Үлемде табып юҡ итергә, тип юлға сығалар. Ни өсөн мотлаҡ ун һәм ун ике йәштә юлға сығалар? Ниндәйҙер бер мәғәнә булырға тейеш бит был һандарҙа, тигән һорау тыуҙы. Эпосты уҡыған һайын һорауҙар ҙа күбәйгәндән-күбәйә генә барҙы.
Күпмелер юлдар үтеп, тауҙар артылып, һыуҙар кисеп алға бара торғас, Урал Һомайҙы осратып, танышып, һөйләшеп китәләр. Һомай унан ҡайҙан килеүе, ҡайҙа юл тотоуы хаҡында һорашҡас, Урал батыр уға донъяла "биш ил"дең барлығын белеүе, береһендә тыуыуы, икеһен үҙе барып күреүе, ҡалған икеһен күрергә китеп барыуы хаҡында әйтә. Ошо "биш ил" тигән юлдар тынғы бирмәй үҙҙәрен гел иҫкә төшөрөп торҙо. Кузеев һәм башҡаларҙың, башҡорттар Уралға Алтайҙан килгәндәр, тигәненән сығып, Уралдың тыуып үҫкән ерен, юл башын Алтай, ә туҡтаған ерен Урал, тип алып, ҡалған өс илде Алтай менән Урал араһында эҙләй башланым. Нисек кенә тырышһам да, таба алманым. Был "биш ил" тураһындағы юлдарҙы аңларға тырышып, башҡа төрки халыҡтарының эпостарын сағыштырып өйрәнергә тотондом. Төрки халыҡтарында эпостар күп булһа ла, "Урал батыр"ҙағы кеүек архаик дәүерҙәге ҡараштарҙы сағылдырған эпос уларҙа юҡ. Күпселек төрки халыҡтарының эпостары сағыштырмаса "йәш", беҙҙең көндәргә яҡын дәүерҙәрҙе сағылдырған эпостар. Уларҙа дәүләтселек (ҡағанаттар, ханлыҡтар) барлыҡҡа килеп, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарға (ҡағандар, байҙар, ярлылар һ.б.) бүленеүен күрәбеҙ. Был эпостарҙа ҡағандар, хандар, батырҙар төп геройҙар булып, улар үҙ-ара һуғыштар алып баралар. Был эпостарҙы ижад итеүсе халыҡтарҙың донъяуи ҡараштары дәүләтселек заманын сағылдыра. Уларҙа, "Урал батыр" эпосындағы кеүек, Донъя, Ғаләм һәм ундағы бар нәмәләрҙең барлыҡҡа килеүе кеүек глобаль күренештәр юҡ. "Урал батыр" иһә, Библия, Ҡөрьән кеүек үк, донъяның барлыҡҡа килеүен аңлатырға теләү ихтыяжынан килеп тыуған эпос. Ғөмүмән, донъяла "Урал батыр" кеүек космогоник эстәлекле оло эпостар бик һирәк. Мин тәүҙәрәк быны аңлап етмәйенсә, Урал батырҙың сәйәхәтен башҡорттоң ҡайҙандыр Уралға килеүен тасуирлаған әҫәр, тип уйлап, яуаптарҙы ерҙән эҙләнем.
Төрки халыҡтарҙың эпостарын, риүәйәттәрен, легендаларын һәм башҡа фольклор әҫәрҙәрен өйрәнеүгә 6-7 йыл ваҡытым киткәндер. Төрки донъяһында "Урал батыр"ға оҡшаған бер нәмә лә тапманым. Кузеевтың, Көньяҡ Уралда башҡорттар килгәнгә тиклем фин-уғыр телле ҡәүемдәр йәшәгән, тигәненән сығып, фин-уғыр телле (мари, мордва, удмурт, коми, финн, эстон һ.б.) халыҡтарҙың фольклорын, этнографияһын өйрәнергә тотондом. Карел, финдарҙың данлыҡлы "Калевала"лаһын ныҡлап өйрәндем, әммә унда "Урал батыр"ҙы аңлатырлыҡ факттар таба алманым. Был эпос бөтөнләйе менән икенсе, башҡортҡа ят донъяны сағылдыра. Уралдан күсенгәндәр, тип иҫәпләнгән мадъярҙарҙа эпос бөтөнләй юҡ. Уларҙа халыҡтың боланға эйәреп барып, яңы ер табыуы хаҡында бер генә мифологик эстәлекле легенда һаҡланған. Уныһы ла венгрҙарҙың араһына инеп йотолған бәшәнәктәрҙән, башҡорттарҙан тороп ҡалған легенданың бер ярсығы ғына.
Ошондай эҙләнеүҙәр менән 9 йыл ғүмер үтеп китте. 1986 йыл ине. "Фән яңылыҡтары" тигән бер йыйынтыҡта күренекле ғалимә, археолог Елена Кузьминаның мәҡәләһен күреп ҡалдым. Мәҡәләһендә ул скиф ҡомартҡылары араһында табылған төрлө металл әйберҙәрҙәге (башҡорт фольклорында аждаһа-дейеү кеүек заттарҙан һаналған) грифондарҙың боланды йотоуын сағылдырған сюжеттарға анализ яһағайны. Грифон ул - башында кикереге булған ҙур йылан, аждаһалыр. Нәҡ миңә кәрәк мәҡәлә ине был. Сөнки быға тиклем археологтарҙың хеҙмәттәренән скифтар менән бәйле төрлө әйберҙәрҙә грифондарҙың болан кеүек малды йоторға маташыуын ҡарап, беҙҙең "Урал батыр" эпосындағы Зәрҡүмдең боланды йотоуын тасуирлаған мотивҡа оҡшашлыҡ күрә инем, әммә сюжеттарҙың нимәне аңлатҡанын белмәгәс, оҡшашлыҡ күреүҙән ары киткән юҡ ине.
Е.Е. Кузьмина грифондың боланды йотоу мотивының ҡасан, ҡайҙа барлыҡҡа килеүен анализлап, уны календарға бәйләп, ышандырырлыҡ дәлилдәр менән аңлатҡайны үҙенең баяғы мәҡәләһендә. Баҡтиһәң, грифондың, арыҫландың һәм башҡа йыртҡыс заттың болан кеүек үлән емшәр йәнде ботарлауын тасуирлаған миф бынан 5 мең йыл элек шумерҙарҙа формалашып, ул календарь менән бәйле булып сыҡты. Шумер астрономдары күк есемдәренең күсеп йөрөүен күҙәтеп, Ай ҡасан батыуын, Ҡояш ҡасан ҡалҡыуын, йондоҙҙарҙың, планеталарҙың хәрәкәтен, уларҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәрен өйрәнеп, үҙҙәренең хужалыҡтарын алып барыу өсөн календарь төҙөүгә өлгәшкән булған. Шул дәүерҙә шумерҙар йәшәгән ерҙәрҙә февралдең егермеләрендә төнгө күктә Арыҫлан йондоҙлоғо ҡалҡҡан саҡта Болан йондоҙлоғо юҡ була. Ошо күренеште шумерҙар арыҫлан боланды ботарлап ырғытҡан, тигән миф аша сағылдырған. Шумерҙарҙан календарь менән бәйле был мотивты аҙағыраҡ хәҙерге Иран ерҙәрендә йәшәгән халыҡтар үҙләштерә, унан инде беҙҙең дәүерҙәргә тиклем етенсе быуаттарҙа Алғы Азияға яу менән килгән скифтар был мотивты үҙҙәре менән тыуған илдәренә алып ҡайта һәм ул Евразия ҡитғаһында киң таралып китә. Ваҡыт үтеү менән был эпизод әкренләп кенә февралдән мартҡа күсә. Хәҙер уны көнсығыш халыҡтары Наурыҙ байрамы тип 22 мартта билдәләй. Шулай итеп, көтмәгәндә Урал батыр эпосының бер эпизодының мәғәнәһе табылды. Факттарҙы әкренләп, бөртөкләп сүпләй торғас, эпостағы икенсе эпизодтарҙың мәғәнәләре лә асыла, аңлашыла башланы.
Юл ыңғайында шуныһын да әйтеп китергә кәрәктер: боронғолар бөтә был мәғлүмәттәрен шиғри юлдарға һалған булған, сөнки был ысул мәғлүмәтте халыҡ хәтерендә теүәл һаҡлау өсөн бик яйлы. Проза текстың үҙгәреүенә килтереүе ихтимал, ә шиғри юлдар, рифмалар структураһын ныҡ һаҡлап, теүәллекте тәьмин итә. Сөнки шиғыр ятлап алыуға еңелерәк булған өсөн хәтергә нығыраҡ уйыла.

Икенсенән, шиғырҙың образ, кинәйә мөмкинлеге хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер бында. Ғөмүмән, шиғриәттең барлыҡҡа килеүенең бер мөһим маҡсаты ла мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыуға бәйле икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Әле яҙыу булмаған саҡта әҙәм балаһы шиғырҙы уйлап сығарған һәм ул кеше аңы һәм күңеле үҫешенең баһалап бөткөһөҙ эволюцион ҡаҙанышы тип аталырға хаҡлылыр...

- Тап шулай. Арыҫлан йондоҙлоғо ҡалҡҡанда Болан йондоҙлоғоноң юҡҡа сығыуы шумерҙар ижад иткән шиғырҙа "Арыҫландың боланды йотоуы" тип бәйән ителгән. Быуаттар, меңйыллыҡтар һуҙымында күп кенә күк есемдәре торған урындарынан әкрен генә шыла һәм шуның һөҙөмтәһендә февралдең егермеләрендә булған баяғы "боланды йотоу" тигән ваҡиға марттың 22-нә барып сыҡҡан да инде. Тағы ла нисәмелер йыл үткәс, ул апрелгә күсәсәк. Әгәр кешелек ул заманда йәшәһә, был үҙгәреште лә күрер. Быны аңлауҙан түбәм күккә тейҙе. Бына һиңә кәрәк булһа! Тимәк, "Урал батыр" эпосында Зәрҡүмдең боланды йотоуы ла шул уҡ календарь ваҡиға булып сыға бит.

Бынан сығып шунай һығымта яһарға мөмкиндер: "Урал батыр"ҙың асҡыстарын ерҙән түгел, ә күктән эҙләргә кәрәк. Шулаймы?

- Эйе. Мин ул ваҡытта Күгәрсен районында прокурор булып эшләп йөрөй инем. Эш менән Өфөгә килгән һайын, китапханаларға барып, Елена Кузьминаның барлыҡ китаптарын уҡып сыҡтым, уның кемдәрҙең хеҙмәттәренә таянып яҙғанын тикшереп, ҙур бер исемлек төҙөп, ул авторҙарҙың хеҙмәттәрен эҙләй башланым да, боронғо скиф, сак, сармат һәм башҡа иранлылар донъяһына инеп киттем. Ғөмүмән, иң боронғо башҡорт материалдарының Иран донъяһына барып бәйләнгәнен аңлай башланым. Минең өсөн был ҙур асыш булды, сөнки беҙ, башҡорттар, төрки телле халыҡтар төркөмөнә ҡарайбыҙ. Йәғни, беҙ тел йәһәтенән - төрки, ә донъяуи ҡараштар, мифология менән - Иран донъяһына яҡынбыҙ булып сыҡты. Аптырарлыҡ хәл. Иранлылар донъяһын өйрәнә торғас, башҡорт донъяһы менән әллә күпме уртаҡлыҡтар таптым. Миңә дуҫым, хәҙер күптән мәрхүм шағир Вил Ғүмәров "Фарсы-урыҫ, урыҫ-фарсы һүҙлеге" бүләк иткәйне, унан мин фарсы теле менән үҙебеҙҙең тел араһында бик күп лексик уртаҡлыҡтар таптым. "Урал батыр" эпосында Зәрҡүм тигән персонаж бар. Баҡтиһәң, "Зәрҡүм" һүҙе күп кенә иранлыларҙың телендә "арыҫлан"ды аңлата икән. Беҙҙең эпоста Зәрҡүм - йылан улы, тиелгән. Быуаттар һуҙымында арыҫлан образын яйлап аждаһа-йылан алмаштырған, әммә арыҫлан мәғәнәһе эпоста йыландың исеме (Зәрҡүм) рәүешендә барыбер һаҡланып ҡалған. Төрки телдәрендә был һүҙ юҡ, һәм ул беҙгә хәҙер аңлашылмай, ата-бабаларыбыҙ аңлаған мәғәнәһе онотолоп, беҙгә тик ябай бер исем булараҡ ҡына күренә. Был үҙе үҡ эпостың тамырының ниндәй боронғо дәүерҙәргә китеүен күрһәтә.

Тимәк, Урал батыр барған биш илдең береһе Зәрҡүм йәшәгән ил булып сығамы?

- Эйе, береһе үҙәк, йәғни Урал тауҙары, ә ҡалған өсөһө ҡайҙа булырға тейеш? 22 март - ул яҙ мәле, йәки тәүлек масштабында алһаҡ, көнсығышта иртәнге ҡояш ҡалҡҡан мәл. Тимәк, арауыҡҡа һалһаҡ, ул көнсығыш менән бәйле була. Әгәр беҙҙең фараз дөрөҫ тип уйлаһаҡ, ҡайһы ваҡиғаны көнбайыш тарафына, ә ҡайһыларын донъяның көньяғына һәм төньяғына бәйләргә? Эҙләнә торғас, Уралдың Ҡатил батша иленә барып сығыуының ҡыш ваҡыты менән бәйле икәнен асыҡланым. Ҡыш мәлендә барлыҡ тереклек йоҡо хәлендә була, йәғни үлә, шуның менән был ваҡыт теге донъя менән бәйле. Үлеү һәм ҡар ҡаплау онотолоуҙы аңлата. Башҡорт фольклорында был хәл шулай аңлатыла:

Бейек тауҙың үлгәне -
Башын монар алғаны.
Ҡара ерҙең үлгәне -
Өҫтөнә ҡар ятҡаны...

Ошонан сығып, Ҡатил илен төньяҡ менән бәйләргә мөмкин булды. Календарҙа ул 22 декабргә, йәки беҙҙә Нардуған байрамына, йыл башланған саҡҡа тура килә. Шулай итеп, яҙ менән ҡышты таптым, артабан йәйҙе һәм көҙҙө табырға ҡалды. Ҡатил иле ҡара төҫтә тасуирлана. Эпоста Ҡатил батшаның "ҡара ҡоҙғон ҡошо" хаҡында әйтелә. Логика буйынса ҡараға ҡаршы аҡ төҫ булырға тейеш. Эҙләнә торғас, таптым: ул аҡ йылан иле, бында Урал батыр Ҡәһҡәһәнең тылсымлы таяғын ҡулына төшөрә. Уралдың был илгә эләгеүе календарь буйынса 22 июнгә тура килә. Ҡулынан таяғы киткәс, Ҡәһҡәһә: "Таяғым киткәс ҡулымдан, көсөм китте, хәҙер көс һиндә..." - ти. Шул уҡ эпизодта Ҡәһҡәһә илендә алты башлы дүрт йыландың асҡыс һөйрәп килеүе хаҡында әйтелә. Йыландың алты башлы булыуы 6-сы айҙы - июнде аңлата. Ә "көсөн бирҙе" тигәне - ул ваҡытта иң оҙон төндә ҡояш байып та өлгөрмәҫтән кире ҡалҡа, йәғни был көндәрҙә Ҡош юлы төнгө күктә һүрән генә булып күренә. Сөнки ул саҡта алыҫҡа ныҡлап китергә өлгөрмәгән ҡояштың нурҙары уға сағыу булып балҡырға мөмкинлек бирмәй. Ошо күренеште күк йөҙөн күҙәтеүселәр "таяҡтың ҡулдан китеүе" тип атаған. Был тылсымлы таяҡты теге донъяны был донъя һәм күк менән тоташтырыусы бер бағана (Донъя ҡолғаһы) тип аңлаған боронғолар. Таяҡ Урал батырҙың ҡулына күскәс, Ҡәһҡәһәнең көсө бөтә. Был илгә яҡынлағанда Урал менеп йөрөгән арыҫланын маңлайынан үбеп, уның менән хушлаша, Арыҫлан был саҡта юғалып тора.

22 сентябрь көн менән төндөң тиңләшкән көнө...

- Ваҡыттың был мәлендә Урал батыр Аҡбуҙатлы була. Эпосыбыҙҙы тыңлаған һәм һөйләгән боронғо кешеләр Аҡбуҙат тигәндә һүҙҙең Сириус йондоҙлоғо тураһында барғанын аңлаған һәм ваҡиғаларҙы ваҡыттың көҙ мәле менән бәйләгән. Август аҙағынан алып сентябрь урталарына тиклем төнгө күктә Сириус йондоҙлоғо балҡып тора. Тап шул мәлдә ямғырҙар башлана һәм донъяны һыу баҫа. Был ваҡыттың һыу менән бәйле булыуына бөтә донъяны һыу баҫып, Аҡбуҙаттың даръяға сумып, Зәрҡүмдән Һомайҙы ҡотҡарып алып ҡалыуы ишаралай.
Шулай итеп, эҙләнә торғас, эпостағы "биш ил" төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлауға ирештем. Баҡтиһәң, боронғо ата-бабаларыбыҙ "биш ил" тигәндә күк есемдәренең хәрәкәтен күҙ уңында тотҡан һәм башҡорттоң Алтайҙан Уралға күсенеүенә уның ҡыҫылышы юҡ булып сыҡты.

Ошоларҙан сығып, ваҡиғалар башланған урындың Алтайҙа булмауын, Уралтауҙа икәнлеген нисек итеп билдәләргә мөмкин һуң?

- Һәр боронғо халыҡтың инаныуы буйынса, уның тыуған ере - донъяның кендеге. Фәндә был күренеш "этноэгоизм" йәки "этноцентризм" тип атала. Эпостың иң башында уҡ "Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти бер урын..." тигән юлдар бар. Үҙ тыуған ере һәр кемгә ғәзиз. Эпоста "башҡорт" тигән һүҙ булмаһа ла, Урал үҙ артынан эйәрткән халыҡта беҙ башҡортто күрәбеҙ. Сөнки беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙың уйлауынса, бөтә донъяны ҡаплаған һыу ҡайтып, Донъя яралғас та, ошо ерҙә иң тәүҙә улар барлыҡҡа килгән, һәм был урын улар өсөн ерҙең кендеге булған. Уралдың Һомайға "Береһендә мин үҙем тыуҙым..." тигәнендә беҙ уның исеме менән аталған Уралтауҙы һәм уның төп халҡы башҡорттарҙы күрәбеҙ. Урал батыр "бер урын"дан, йәғни ер кендеге һаналған уртанан (тыуған еренән) сығып китеп, ҡояштың маршруты буйынса сәйәхәт ҡылып, донъяның дүрт тарафы буйынса йөрөп сыға. Кешеләр бик боронғо замандарҙа уҡ Ҡояштың бер йыл эсендә дүрт нөктә аша үтеүен билдәләй алғандар. Был нөктәләр - 22 март, 22 июнь, 22 сентябрь һәм 22 декабрь көндәренә тап килә. Ҡайһы бер халыҡтарҙа был дүрт нөктәне "дүрт тәҙрә" тиҙәр. Бәғзе халыҡтар "дүрт өй" тип әйтә, йәғни ҡояш үҙенең бер йыллыҡ сәйәхәтендә дүрт өйгә инеп, туҡталып китә. Беҙҙең башҡортта "дүрт ил" төшөнсәһе йәшәй. Урал батыр дүрт илгә һуғылып китһә, Шүлгән ҡайһы юлдан йөрөй һуң?
Тикшеренә торғас, Шүлгәндең сәйәхәтенең Айҙың маршруты менән бәйле булыуын асыҡланым. Мәҫәлән, эпоста Һомайҙың һеңлеһе Айһылыуҙы Шүлгәнгә ике тапҡыр кейәүгә бирәләр. Тәүгеһендә Шүлгән Зәрҡүм менән осрашҡандан һуң бирәләр. Был ваҡиға эңер менән бәйле. Нәҡ эңерҙә беҙ хәҙер Зөһрә йондоҙо (йәки Венера планетаһы), тип белгән күк есеме Ай янында сағыу балҡып тора. Башҡортта әле лә "Ай янында Зөһрә йондоҙ ..." тип йырлайҙар. Был йондоҙҙо халҡыбыҙ шулай уҡ Сулпан йондоҙо тип тә атай. Тәүҙә был йондоҙ Ай янында эңерҙә күренһә, аҙаҡтан таңға ҡарай тағын да Ай янында ҡалҡып сыға. Был юлы уны Таң Сулпаны тиҙәр. Ошо йондоҙҙо (дөрөҫөндә - планетаны) боронғо башҡорттар эпоста Айһылыу тип атағандар һәм уның эңерҙә һәм таң алдынан Ай янында күренеүен Айһылыуҙы ике тапҡыр Шүлгәнгә кейәүгә биреү, тип тасуирлағандар.
Әҙәм балаһы һәр ваҡыт тотороҡло, тыныс тормошҡа ынтыла. Ә ерҙә ундай тотороҡлоҡ юҡ, һәр ваҡыт нимәлер килеп сығып тора. Күктә иһә мәңге тотороҡлоҡ: Ай үҙ мәлендә ҡалҡа, Ҡояш үҙ мәлендә сыға, йондоҙҙар ҙа һәр ваҡыт үҙ мәлендә төнгө күктә пәйҙә булып, көндөҙ күренмәй тора. Әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа: шуға ла ул күктә лә әкренләп кенә барған үҙгәрештәрҙе бигүк шәйләп бармай. Күк есемдәренең меңәр йыллыҡтар дауамында күреп күнеккән урындарынан шылыуын тоймай тиергә була. Тик махсус, даими күҙәтеп барыусылар ғына быуындан-быуынға үҙ белемдәрен тапшыра килгәндәр һәм шул арҡала ғына кешеләр календарь төҙөүгә өлгәшкәндәр. Ябай кешеләргә үҙгәрештәр күренмәгән һәм уларға күк есемдәре үҙгәрмәгән кеүек тойолған. Шуға күрә лә шундай даими тотороҡлоҡтоң ерҙә лә күҙәтелеүен теләгән.

Тимәк, ул ғаләмдең йәшәү механизмын, ундағы есемдәрҙең хәрәкәтендәге тотороҡлоғон ергә, кешелек тормошона ла күсерергә итә булып сыға инде. Тимәк, ошо күсерелеш "Урал батыр" эпосы рәүешен алған да инде. Тағы ла төпкәрәк төшһәк, шулай тип тә әйтергә булалыр: халҡыбыҙ ошо эпосты ижад иткән саҡта мәңгелек тотороҡлоҡто үҙенең тормошона күсереп, бының менән үҙенең мәңгелеген тәьмин иткән. Шулай фекер йөрөтөргә буламы?

- Эйе, йәғни халҡыбыҙ ерҙәге тормошонда ла күктәге тотороҡлоҡто күргеһе килгән. Ул үҙенең тормошонда ла шундай уҡ тотороҡлоҡ булһын тип, ошоно халыҡтың асылына, фәлсәфәһенә, йәшәйешенә, йолаһына һеңдерер өсөн эпосты ижад иткәндер, тип уйларға булалыр. Урал - ул Ҡояш, унан бөтә тереклек йәшәү нуры, йылы, ыңғай энергетика ала, ә Шүлгән - ул Ай стихияһында, төндә кеше күрмәгәндә хаслыҡтар ҡылына, барлыҡ яуызлыҡ уның артында йәшерелгән.

"Дүрт яғың ҡибла" тигән әйтемде дүрт илгә, дүрт тарафҡа бәйләп аңлатып буламы?

- Дүрт тараф башҡорттоң социаль донъяһында һәр ваҡыт ҡабатланып килгән. Мәҫәлән, тарихтан башҡорт иленең дүрт юлға (даруғаға) бүленеүен беләбеҙ. Был бүленеште ҡайһы бер ғалимдар Алтын Урҙа осоро менән бәйләргә тырыша, йәнәһе, Сыңғыҙхан башҡорттарҙы дүрт юлға бүлгән. Бында монгол-татарҙарҙың һис ҡыҫылышы юҡ, был башҡорттоң борон-борондан килгән бүленеше. Йондоҙло күктә үҙҙәре көн дә күргән тотороҡло моделде башҡорттоң ата-бабалары ерҙә лә күрергә теләгән, һәм шуға күрә шул моделде үҙҙәренең йәмғиәтендә ҡабатларға ынтылған.
Ҡояш күктә дүрт нөктә аша үтә, тигәйнем бит бая өҫтәрәк. Ана шул дүрт нөктә донъяның дүрт тарафы менән бәйләп ҡарала. Дүрт ҡырлы донъя менән башҡорттоң йәмғиәт ҡоролошо ла яраҡлаштырыла. Беҙҙең ерҙәрҙә табылған боронғо ҡурғандар донъяның дүрт тарафы менән бәйләп ҡоролған. Башҡорт ырыуҙары ла дүрт өлөшкә бүленгән. Башҡорт шәжәрәләрен алып ҡарайыҡ. Уларҙың күбеһендә шул уҡ дүрткә бүленеүҙе күрербеҙ. Мәҫәлән, юрматы шәжәрәһен алайыҡ. Унда юрматыларҙың ере Тәтегәс, Аҙнай, Илсек-Тимер, Ҡармыш араларына бүленә, тиелгән. Күҫәк бей эпосында ла башҡорт йәмғиәтенең (түңгәүер, тамьян, ҡыпсаҡ, бөрйән) дүрткә бүленеүен күрәбеҙ.
Дүрт ҡырлы донъя, йылдың дүрт миҙгеле, дүрт ул - башҡортта теүәллек билдәһе. "Урал батыр" эпосынан Уралдың өс - Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел исемле улдары һәм Шүлгәндең Һаҡмар исемле улы барлығын беләбеҙ. Уландарҙың дөйөм һаны дүртәү килеп сыға. Әгәр донъяны горизонталь яҫылыҡта ҡараһаҡ, ошо дүрт улан донъяның дүрт тарафының хужалары (эйәләре) тип тә әйтә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар донъяны вертикаль (аҫтан өҫкә) өс өлөшкә - теге (ер аҫты) донъя, уртансы (был, яҡты) донъя, юғарғы (күк) донъяға бүлгәндәр. Горизонталь буйынса дүртәүгә вертикаль буйынса өсәүҙе ҡушһаң, 7 һаны килеп сыға. Был 7 һаны һинд-иран халыҡтарында теүәллек билдәһе булған. Башҡортта ла 7 һаны менән бәйле ышаныуҙар күп һаҡланған. Мәҫәлән, беҙҙең йәмғиәт ҡоролошонда ла 7 ырыу тигән тотороҡло төшөнсә йәшәп килә. Әммә ентекләп тикшерә башлаһаң, башҡорттар 7 ырыуҙың эстәлеген төрлө яҡта төрлөсә иҫәпләй, йәғни һәр ырыу унда үҙен индереп, ҡайһыһындыр төшөрөп ҡалдыра. Шуға күрә, 7 һаны ул тотороҡлоҡто аңлатыусы мифологиянан ингән төшөнсә. Был 7 ырыу принцибы бик боронғо дәүерҙәрҙә скифтарҙа ла булғанлығы билдәле.

Эпоста Урал тауҙарында ысынында барған ваҡиғалар теҙеп яҙылмаған, күк йөҙөндәге, ғәләмдәге есемдәрҙең хәрәкәтенән сығып, уларҙың образдарын символик мәғәнәгә әйләндереп ижад ителгән. Шулаймы?

- Эйе, ул символик әҫәр. Ә беҙҙә уны әҫәрҙәге геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте юҫығында фольклор әҫәре итеп кенә күрәләр. Һәр персонаждың ғаләмдәге күк есемдәренә бәйле ниндәйҙер мәғәнә аңлатыуы бөтөнләй онотолған. Һәр нәмә ихтыяждан тыуа, заман үтеү менән ул ихтыяж онотола. Әммә ошоларҙы сағылдырған эпос ижад емеше булараҡ оҙайлы быуаттар буйына һаҡлана, сөнки традиция, йола, тигән төшөнсәләр бар. Шул уҡ һабантуй үткәреү йолаһы ла башҡорттарҙың мифологик ҡараштарын сағылдырған байрам булып һанала. Был осраҡта "Урал батыр" эпосы сценарий булһа, һабантуй - уның спектакле. Һабантуй ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарында йыйын тип тә аталған. Уға оҡшаш байрамдың боронғо сак, скифтарҙа, гунндарҙа ла булғанлығы билдәле. Хәҙерге һабантуйҙар күңел асыу сараһы ғына булып һанала, уны үткәреүҙе талап иткән боронғо ихтыяждар күптән онотолған инде. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосында Урал Ҡатилдың үгеҙе менән көрәшә, һабантуйҙа ул ике батырҙың көрәшенә әйләнгән. Әммә элегерәк үгеҙ тиреһе кейеп көрәшеү тураһында ла (мәҫәлән, яҡуттарҙа) мәғлүмәттәр бар. Әгәр ҙә яңылыш ҡара үгеҙ тиреһе кейгән көрәшсе еңеп ҡуйһа, уны шундуҡ үлтергәндәр. Сөнки ҡара көс еңергә тейеш түгел. Халыҡ киләсәккә өмөт менән ҡараған һәм донъяһына тик аҡлыҡ, паҡлыҡ, яҡшылыҡ юраған.

"Урал батыр" эпосын боронғолар үҙҙәре өсөн бик тә мөһим астрономик белем, календарь булараҡ, юғалтмау өсөн шиғри юлдарға һалған булғандарҙыр. Сөнки шиғри формала яҙылған эпос телдән-телгә, быуындан быуынға күскәндә тотороҡло һаҡлана ала.

- Эйе, бая әйткәнемсә, боронғолар һаҡланырға тейешле бөтә мәғлүмәттәрен шиғри юлдарға һалыр булған, сөнки был ысул мәғлүмәтте халыҡ хәтерендә теүәл һаҡлау өсөн бик яйлы. Өҫтәүенә, был эпос изге, серле эстәлекле белем булараҡ, уны сәсәндәрҙең бик тар даирәһе генә белгән. Уны теләһә ҡайҙа, теләһә кемгә һөйләмәгәндәр. Дөйөм халыҡ уның барлығын да белмәгән, тик айырым өлөштәре генә йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа ишетелеп ҡалған. Әйтәйек, Ислам дине ҡанундары буйынса төрлө сараларҙа бөтөн Ҡөрьәнде түгел, ә айырым сүрәләрен, айырым аяттарын ятлаған һымаҡ инде. Унан һуң, боронғолар бит боҙом ебәреүгә ныҡ ышанғандар. Әгәр ҙә башҡорт донъяһының нисек барлыҡҡа килеүе ниндәй өлөштәрҙән тороуын белеп ҡалһалар, дошмандарҙың хаслыҡ уйлап боҙом ебәреү һәләтен иҫәпкә алып, ошо ихтималлыҡтан сығып, серҙе һәр тап булғанға асылып һөйләп бармағандар. Был серле белемде аңлаусылар бик һынсыл булғандар. Улар үҫеп килгән йәштәрҙе һынсыл күҙәтеп, сәсәнлеккә һәләте булғандарын һәм улар араһынан сер тоторҙайҙарын һайлап, һынау үткәреп, ышанырға мөмкинме - юҡмы икәнлеген тикшергәндәр. Тик шунан ғына Урал батыр кеүек космогоник эстәлекле эпос яңы быуын сәсәненә тапшырылған. Беҙҙең бәхетебеҙгә, Ғәбит менән Хәмит сәсәндәргә Мөхәмәтша Буранғолов тап булып, тик шул арҡала ғына мәшһүр эпосыбыҙ һаҡланып ҡалып, беҙҙең көнгә килеп етә. Ышанып тапшырырлыҡ кеше килеп сыҡмауы арҡаһында беҙҙең тағы ла әллә күпме эпостарыбыҙ, легенда-риүәйәттәребеҙ, йырҙарыбыҙ, ҡобайырҙарыбыҙ юғалғандыр. Мөхәмәтша иһә үҙенең һыйырын һатып, Ғәбит, Хәмит сәсәндәр менән бергә йәшәп, уларҙың ышанысын яулап, эпосты ятлап алған. Сөнки ундай ҡомартҡыларҙы бер ваҡытта ла яҙмайҙар. Ул үҙе Ғәбит менән Хәмит сәсәндәр кимәленә күтәрелгәс кенә эпосты ҡағыҙға күсерә.
Ундай космогоник эстәлекле эпосты тик ирҙәргә генә ышанып тапшырғандар. Сөнки ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығып, икенсе ырыуға киткән, әгәр уға ырыу сере билдәле булһа, ул бит уны үҙе менән икенсе ырыуға алып китә алған. Донъяла төрлө хәл килеп тыуа. Бөгөн татыу ғына күрше йәшәгән ырыуҙың дошманға әйләнеүе лә ихтимал. Ул ырыуға кейәүгә сыҡҡан ҡатындың серҙе сисеүен дә күҙ уңында тотҡандар боронғолар. Шуға ла уларҙы ундай изге эстәлекле эпостар менән таныштырмағандар. Тап ошо сәбәптән дә, Хәйбулла районындағы Әсмә апай Усмановаға "Урал батыр" эпосының бер вариантын өләсәһе һөйләп ҡалдырған, тигәнен уйҙырма итеп ҡабул итәм. Мин бит Хәйбулла районында йәшәп, эшләп киткән кешемен. Районды, уның кешеләрен яҡшы ғына беләм. Бик тә асыҡ, ихлас һәм ижади һәләтле халыҡ йәшәй унда. Аҡъярҙа тарихсы Рәшит Ғимат улы Насиров йәшәй. Ул үҙ тыуған яғын биш бармағы кеүек белгән, уның тарихы тураһында әллә нисә китап сығарған кеше. Әгәр ҙә Әсмә апайҙың "Урал батыр" эпосының вариантын белеүе дөрөҫ булһа, был турала бит иң тәүҙә Рәшит ағай белер ине, сөнки ул Әсмә апайға яҡын ғына туған кеше. Рәшит ағай үҙе әйтмәксе, улар илле йылдан ашыу бер-береһе менән ҡатнашып йәшәгән кешеләр. Унан һуң, бала саҡта ишетеп, ҡартайған көндә "Урал батыр" кеүек күләмле әҫәрҙе ҡапыл ғына иҫкә төшөрөү мөмкин түгел нәмә. Уны иҫтә тотор өсөн көн дә тигәндәй ҡабатлап, хәтергә төшөрөп йөрөргә кәрәк. Шулай булғас, Әсмә апайҙың "Урал батыр"ҙың яңы версияһынмы, вариантынмы иҫенә төшөрөүе ышандырмай.

Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән ошо эпосты яҙып алғандан һуң уның "Ағиҙел" журналында баҫылып сығыуы шул серҙе асыу, халыҡтың серен һатыу түгелме?

- Юҡтыр. Беҙ бит бөтөнләй башҡа дәүерҙә - рационализм хөкөм һөргән, фән өҫтөнлөк иткән заманда йәшәйбеҙ. Әммә шуны әйтеп китергә кәрәк. Халыҡта серле белемде һаҡлау тигән төшөнсә әле лә йәшәп килә. Боронғоно белгән кешеләр һәр һорашҡан кешегә асылып, үҙҙәре белгән боронғоно бигүк һөйләп бармайҙар. Мәҫәлән, экспедицияларҙа материал йыйып йөрөгәндә: "Әлләсе, белмәйем, кем белә инде уны ..." - тигәнерәк һүҙҙәрҙе мин йыш ҡына ишетәм. Ниндәйҙер боронғо мәғлүмәткә эйә кешене һөйләтеү өсөн ҡайһы ваҡыт бик ҙур түҙемлек талап ителә. Күпселек осраҡта материал йыйырға йәй йөрөгәс, кемеһенә бесән, ҡайһы берәйһенә утын әҙерләшергә, хатта бер тапҡыр урам эсен һеперергә тура килгәне булды. Унан бит әле телдең, урындағы диалект, һөйләш үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр мәғлүмәтле кешенең ышанысын, ихтирамын яулай алһаң, ул белгәнен асып бирер.

Игорь Кучумов тигән тарихсының "Аргументы и факты" гәзитенә биргән интервьюһында: "Урал батыр"ҙы Мөхәмәтшә Буранғолов үҙе уйлап сығарған", - тигәнерәк фекере йәмәғәтселектә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Был турала нимә тиерһең? Бер мәл кемдер Ғайса Хөсәйеновҡа ошо хаҡта әйткәс, Ғайса ағай уға: "Мөхәмәтша Буранғолов ундай эпосты тыуҙыра алғас, бәйғәмбәр булған бит..." - тигән...

- Был хаҡта тәү тапҡыр 1983 йылда БДУ профессоры Л.Г. Барагтан ишеттем. Университет ул ваҡытта профессор Л.Г. Бараг етәкселегендә "РСФСР халыҡтары фольклоры" тип аталған бик тә шәп йыйынтыҡтар серияһын сығара ине. Ошо йылда мин хәҙер инде күптән мәрхүм рухташ дуҫым профессор Дамир Вәлиевтың һорауы буйынса "Урал батыр" тураһында бер мәҡәлә яҙҙым да, баҫтырырға, тип уға алып килдем. Мәҡәләмде тотоп, икәүләп профессор Барагҡа килдек. Ул мәҡәләне уҡып сыҡты, хатта әҙерәк маҡтап та алды, тик аҙаҡтан ваҡыт әрәм итеп "Урал батыр" менән бүтән булышмаҫҡа, икенсе берәй тема алырға кәңәш итте. Йәнәһе, ундай эпос юҡ, уны "Мөхәммәтша бабай" үҙе уйлап сығарған, был уның фантазияһы. Профессорҙың был һүҙҙәре башҡа күҫәк менән тондорғандан да былайыраҡ тәьҫир итте. Аҙаҡ Дамир ағайҙың бүлмәһенә ҡайтҡас, мин үҙемдең аптырауымды, шаңҡыуымды, бөтә уйлағандарымды ағайға әйттем. Ул артыҡ иҫе китмәй генә: "Әгәр, Бараг әйтмәксе, "Мөхәмәтша бабай" ундай эпосты уйлап сығара алған икән, ул бит беҙҙең замандың Гомеры, уға алтындан һәйкәл ҡуйырға кәрәк, ҡустым. Хатта "Мөхәммәтша бабай" үҙе уйлап сығарған, тип ризалашҡан ваҡытта ла эпос тикшереүгә лайыҡ әҫәр, сөнки был бит башҡорттоң шундай әҫәр тыуҙырырлыҡ һәләтле кешеләренең булыуын, халыҡтың ижади ҡомарының ниндәй юғарылыҡта булыуының күрһәткесе. Шуға һин Барагтың һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмә, беҙҙең халыҡтың шундай әҫәрҙәре булғанына, уны хатта ҡабул итергә теләмәгән көндә лә, йәндәре көйөп уға иғтибар иткәндәренә ҡыуанырға кәрәк", - тип бик тә аҡыллы кәңәштәрен бирҙе.
М. Буранғолов, әлбиттә, бик тә һәләтле кеше булған, әммә ниндәй генә һәләтле булмаһын, ул бындай эпосты тыуҙыра алмаҫ ине. "Яҙа алыр инеме, юҡмы?" тип Буранғолов йәшәгән замандың фән кимәлен өйрәнеп сыҡтым. Әммә "Урал батыр"ҙа үҙ сағылышын тапҡан күп кенә йәмғиәт күренештәре ул ваҡытта фәнгә әле билдәһеҙ була. Унан һуң, Мөхәмәтша Буранғоловтың үҙенең белем кимәлен дә иҫтә тоторға кәрәк. Ул бит Европа университеттарында белем алмаған, ә мәҙрәсәлә уҡыған кеше. Ул заманда йәшәгән кешеләрҙең белем кимәле, мәғлүмәткә эйә булыу даирәһе бындай әҫәрҙе яҙыу ғына түгел, ундай эпосҡа һалынған төп фекерҙе аңларлыҡ кимәлдә лә булмаған. Быны хатта Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр ҙә аңлата алмағандыр, сөнки Урал батырҙы формалаштырыуға килтергән заман күптән үткән, уны тыуҙырған ихтыяждар ҙа, күп һүҙҙәрҙең мәғәнәләре лә онотолған була. Урал батыр кеүек эпосты ижад итер өсөн беҙҙең эраға тиклем йәшәгән боронғо һинд-иран, скиф мифтарын белеү, боронғо кешеләрҙең үҙаңын иҫәптә тотоу, шул заман тормош-көнкүрешенең төрлө-төрлө ваҡ-төйәген белеү, уларҙы эпоста оҫта сағылдырыу талап ителә. Былар иһә мөмкин булмаған нәмәләр.

Йондоҙло күктә үҙҙәре көн дә күргән тотороҡло моделде башҡорттоң ата-бабалары ерҙә лә күрергә теләгән, һәм шуға күрә шул моделде үҙҙәренең йәмғиәтендә ҡабатларға ынтылған. Шулай килеп сыға...

- Тәбиғәт боронғо кешеләр өсөн үҙе бер серле китап булған. Улар үҙҙәре йәшәгән ерҙең серле биттәрен йәшәй-йәшәй асҡандар, уны аңлай барғандар һәм шул асыштарын үҙ рухи донъяһында сағылдырғандар. Үҙҙәре шул серле донъяға яраҡлашҡандар, яраҡлашыу ғына түгел, тирә-йүнде үҙҙәре йәшәү өсөн уңайлы итеп яраҡлаштырғандар. Ошо яраҡлашыу-яраҡлаштырыу процесы "Урал батыр" эпосында үҙенең тулы сағылышын тапҡан.
Эпосты тикшергәндә ваҡиғаның ҡайҙа - ерҙәме, күктәме барғанын ҡапыл ғына аңламай ҙа башлайһың. Быға аптырарға кәрәкмәй. Сөнки боронғо кешеләр ерҙе, күкте, үҙе йәшәгән урынды, хайуандар донъяһын, кешенең үҙен дә бер бөтөн Донъя итеп күҙаллаған. Кешене уратып алған Донъяның бер генә элементы ла осраҡлы йәки артыҡ һаналмаған, уларҙың һәр береһенең үҙ тәғәйен урыны булған.
Башҡорттоң "Урал батыр" эпосында сағылған Донъя моделенең нигеҙе төрлө күк есемдәренең Күк ҡабағындағы торошонан сығып ҡоролғандыр, тип әйтергә була. Был эпоста ваҡыт һәм арауыҡтың барлыҡҡа килеүен, унда кешенең һәм уны уратып алған мөхиттең урынын билдәләргә ынтылыу, аңлатырға теләүҙе күрергә була. Башҡорттоң ата-бабаларының үҙҙәре йәшәгән Урал мөхитен аңлау, үҙләштереү мәле сағыла был эпоста. Тере ҡалып, ошо мөхиттә донъя көтөр өсөн үҙҙәре йәшәгән ерҙең үҙенсәлектәрен белергә, ошо үҙенәлектәрҙе сағылдырған календарь төҙөргә тейеш булғандар. Шунһыҙ, улар был ерҙә тере ҡала алмаҫтар ине. Быуаттар дауамында күк йөҙөн, ундағы үҙгәрештәрҙе ата-бабаларыбыҙ ентекле күҙәтеп, хәтерҙәрендә һаҡлап, быуындан-быуынға тапшыра килгәндәр. Ошо күҙәтеүҙәр, тәжрибә нигеҙендә формалашҡан ҡараштарын башҡорттар төрлө символдар аша эпостарҙа, йола байрамдарында сағылдырып, уларҙың тәғәйен урынын билдәләгәндәр. Һәм Урал батыр эпосы ана шул белемде туплаусы иң боронғо әҫәрҙер.

Шулай итеп...
Ғалимдар уйлауынса, һәр боронғо эпос, шул иҫәптән архаик эпостар ҙа үҙендә тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра. Был уларҙың төп функцияһы. Әммә архаик эпостар тарихи ваҡиғаларҙы үҙе формалашҡан боронғо дәүерҙең ҡалыбы, йәғни шул дәүерҙең Донъя моделе һәм ритуалдары буйынса сағылдыра. Бындай эпостарҙа донъя яралған ваҡыттағы ваҡиғалар тарихи ваҡиғаларға фон булып тора, тип әйтергә була. Тап шуның өсөн дә боронғо эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙы аңлап уҡырға кәрәк, тарихи тамырҙарыбыҙҙы, боронғо ата-бабаларыбыҙ фәлсәфәһен, аҡылын, тағы әллә күпме йәшәйеш серҙәрен белер өсөн.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.16 | Ҡаралған: 3057

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru