«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘ РОЛЕ ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕМЕ?
+  - 

Былтыр ҙур экрандарға Айнур Асҡаровтың "Әсә" фильмы сыҡҡас, унда төп роль башҡарыусы актриса күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, моғайын. Уның ҡырыҫ, күберәк үҙен ҡайғыртҡан геройы тамашасыларға төрлөсә тәьҫир итте - кемдер уны аҡларға тырышты, кемдер яуапһыҙлыҡта ғәйепләне. Быға тиклем дә республикабыҙҙың төп театрында сағыу ролдәре менән танылып өлгөргән актриса был яҙмыш бүләген нисек ҡабул иткән? Фильмдағы әсә образы уның өсөн кире ролдәр рәтенәнме? Ошолар һәм башҡорт театры һәм кино сәнғәте тураһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Таланттар төйәгенән

Тыуған төйәгем - Белорет районы Йөйәк ауылы илебеҙгә күп кенә һәләтле ижадсылар бүләк итһә лә, ауылыбыҙҙа Фаяз Солтановтан башҡа актер һөнәрен үҙ итеүселәр юҡ ине. Урта мәктәпте тамамлағанымда алдымда ике юл булды: БДУ-ның журналистика факультеты һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты. Сәнғәт юлын һайлауымды инәйем (әсәй) хупламаны, шулай ҙа уның һүҙен йығып булһа ла, актриса булырға ҡарар иттем. Ул йылда конкурс ҙур, бер урынға 14-15 кеше ине. Арабыҙҙа һылыу-һылыу ҡыҙҙар бар, уларға ҡарап, миңә бында урын юҡтыр инде ул, тип уйлайым. Шуға ла минең уҡырға инеп китә алыуым бер мөғжизә кеүек тойолдо. 17 егет һәм 5 ҡыҙ уҡыныҡ һәм Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры өсөн йыйылған махсус курс булараҡ, был ҡалаға эшкә киттек.
Стәрлетамаҡҡа барғас, миңә төп ролдәр ҙә эләгә башланы. Тәүге ролем - Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау"ында Йәмилә булды.

Осош өсөн майҙан кәрәк

Бына шулай Стәрлетамаҡ театрында бер-бер артлы төп ролдәр уйнап йөрөгәнемдә күңелемдә ниндәйҙер төшөнкөлөк башланды. Мин театрҙан китергә булдым. Театрҙан китәм, тиһәм дә, актерлыҡтан китеү уйымда юҡ ине, әлбиттә. Бәлки, кино сәнғәтендә үҙемде һынармын, тип тә уйланым. Стәрлетамаҡ театры минән актриса яһаны, күңелемде китмәй генә үҫтереп ебәрҙе. Тик минең өсөн был майҙан тар кеүек ине. Джульеттаны, Офелияны уйнаһаң да, берәү ҙә баһа ла бирмәҫ ине, хатта күрмәҫ тә ине кеүек бында.
Был мәлдә Өфөлә "Туғанлыҡ" фестивале бара ине, осраҡлы рәүештә генә Олег Закир улы Ханов менән осраштыҡ шунда. Уның менән беҙ Вампиловтың "Өлкән ул"ында бергә эшләп өлгөргәйнек, ул унда миңә Нина ролен биргәйне. "Был нескә актрисаны һаҡлағыҙ", тип әйткәне лә бар ине. Бөгөнгө театр һаман да элекке ысулдар, артыҡ әртисләнеү, күпертеп уйнау, артыҡ гримм менән алдыра алмай, бөгөн тәбиғилек, тойғолар кисерә белеү юғары баһалана. Ошо йәһәттән режиссер Олег Ханов миндә ниндәйҙер ыңғай һыҙаттар күргән һәм хәтерендә ҡалдырған, күрәһең. Яңы йыл алдынан Олег Закир улы миңә шылтыратып, үҙеңде һынап ҡарағың килһә, академия театрына кил, тип саҡырҙы. Шулай итеп, был минең өсөн иң тылсымлы Яңы йыл байрамы булды, сөнки был театрҙа уйнарға хыялланырға ла ҡыймай инем. Хәйер, артыҡ бирелеп Аллаға ышанмаһам да, ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр күңелемдә, ҡайҙалыр баш менән йөрәк араһындамы, йәшәй ул. Ҡасандыр нимә тураһындалыр хыялланам да, онотам. Ә ул күпмелер ваҡыттан һуң алдыма килә.

"Әсә" фильмы

Тормошомдоң аҫтын өҫкә килтергән тағы бер ваҡиға - режиссер Айнур Асҡаровтың үҙенең фильмына саҡырыуы булды. Быға тиклем театрҙарҙағы ролдәрем менән бер аяғымда баҫып торһам, был ролдән һуң мин актриса булараҡ ныҡлап ике аяҡҡа баҫтым, мин үҙемде тиң тотоп һөйләшә, үҙемдең фекеремде белдерә алам. Бер көндө урамдан китеп барһам, юлымды машина быуа. Айнур тураһында ишетеп белә инем, был машинаһынан төшә лә: "Һеҙ башҡорт театры актрисаһымы? Фильмға кастинг бара, килегеҙ", - тине. Күлдәк, бейек үксәле туфлиҙар кейеп, сәсемде үреп төшөрҙөм, йәнәһе, башҡорт ҡыҙын һүрәтләндерәм инде, киттем кастинг тигәндәренә. Текст бирәләр, камераға төшөрәләр, шундай көсөргәнешле сәхнә, ә минең күҙҙән йәш сыҡмай ҙа ҡуя. Тамаҡҡа килеп тығылды, әммә илай алмайым, үҙем эстән генә, их, бөттө, тип уйлайым. Баҡтиһәң, тап ошо эске кисерештәремдең йөҙөмә сығыуын оҡшатҡан режиссер.
Фильмды төшөрә башлағас, быға тиклем һине нимәгә өйрәттеләр, уларҙың барыһын да онот, тине Айнур Асҡаров. Әйткәндәй, һинең менән яңы эшләй башлаған бөтөн режиссерҙар ҙа шулай ти. 9-сы миҙгелде тамамланым, тәжрибәм дә бар, режиссерҙар нимә теләй, мин шул сәхнәне уйнай алам хәҙер. Тик кинола башҡасараҡ булып сыҡты. Унда театрҙағы кеүек ролгә оҙаҡ инеп йөрөп булмай, бөтөн нәмә секундында, минутында хәл ителә. "Әсә"не премьера көнөндә генә күрҙем. Ике тойғо көс һынашты эстә: береһе, яҡшы ла инде, Голливуд кимәлендәге фильм, һин бәхетле булырға тейеш, ти. Икенсе яҡтан, үҙ-үҙемә шул тиклем оҡшамайым. Хәҙер тамашасы фильмды нисек ҡабул итер, тип борсолам.
Үҙемде йәлләтергә яратмайым
"Әсә"ләге әсәне башта ҡабул итә алмай йонсоном. Нисек итеп балаларыңа шундай мөнәсәбәттә булырға мөмкин, тип бәхәсләшеп бөттөм, тормошта төрлө хәлдәр, төрлө яҙмыштар булыуын аңлаһам да. Артыҡ сөсөләнеүҙе үҙем дә яратмайым. Тормошта - үҙемде, сәхнәлә геройымды йәлләтергә яратмайым. "Уй, шундай ҡырыҫһың", - тип әйткәндәре лә бар. Матур ғаиләлә үҫтем, бәлки, баш бала булғанға шулай етдиҙер мин. Атайым миңә 15 йәш саҡта ғына мәрхүм булды, инәйемдең мине, һеңлем менән ҡустымды иркәләтеп ултырырға ваҡыты ла булмағандыр. Инәйем урамдан илап ингәндә лә йәлләмәне беҙҙе, үҙең ғәйепле, ти ҙә ҡуя торғайны. Әле уға шул тиклем рәхмәтлемен, холҡом миңә юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә. Инәйем менән эшлекле партнерҙар булһаҡ, әллә ниндәй уңыштарға өлгәшер инек ул, тип уйлап ҡуям.
Академия театрына эшкә килгәс: "Премьера була, инәй, киләһеңме?"- тием. "Һин төп ролдәме?" - тип һорай. "Нисек әйтергә, төп роль инде", - тигән булам. "Бына ҡасан төп ролдә булаһың, шунда киләм", - ти. Премьера булған көндө килмәһә лә, аҙаҡтан яйлап килеп ҡарай спектаклдәрҙе. "Әсә" фильмы сыҡҡас, фотоһүрәтем менән постерҙарҙы күп итеп тараттылар. Бер ваҡыт ауылға ҡайтһам, инәйем шул постерға "Минең ҡыҙым" тип яҙып, стенаға йәбештереп ҡуйған. Ошо һүҙҙәргә бөтөн нәмә һалынған - яратыу ҙа, минең өсөн борсолоу ҙа, һоҡланыу ҙа.
Театрҙа Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход" драмаһында Әсә инә боланды эшләгәндә режиссер Линас Зайкаускас та тойғоларҙы күрһәтергә рөхсәт итмәй ине. Һинең өсөн тамашасы көйһөн, тамашасы илаһын, ә һин һалҡын ҡан менән уйнарға тейешһең, тигәнде аңғартты ул. Айнур Асҡаровтың эше лә ошоға ауаздаш, мин балаларға ҡарата битарафлыҡ күрһәтәм, тамашасы әсәне әрләп, балаларҙы йәлләргә тейеш. Стәрлетамаҡта эшләгәндә характерлы ролдәрем булманы, сөнки улар барыһы ла ыңғай геройҙар ине. Бында килгәс, үҙенсәлекле ролдәр эшләргә насип булды, һөнәрем миңә хәҙер күпкә ҡыҙыҡлыраҡ тойола.

Шулай итеп...
Әгәр ҙә һәр артист холоҡ-ҡылығы менән һыу тамсыһы кеүек үҙенә оҡшаған геройҙарҙы ғына уйнаһа, театр һәм кино сәнғәте күпкә төҫһөҙ булыр ине. Юлиә тормошта иҫ киткес алсаҡ, ихлас булыуы менән арбай һине, үҙенә ҡапма-ҡаршы ролдәре менән тағы ла берҙе һоҡландыра. Һәйбәт актер өсөн насар ролдәр булмай, тиҙәр. Шуға ла геройыбыҙға төрлө ролдәр теләйек.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.16 | Ҡаралған: 1189

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru