«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ БЕЙЕҮ СӘНҒӘТЕНӘ БАЛАЛАРҘЫ ЛА ЫЛЫҠТЫРА "БАЙЫҠ!"
+  - 

Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индереүсе "Байыҡ" балалар телевизион бәйгеһе йыл һуҙымында алып барылған сәмле ярышҡа йомғаҡ яһаны. Үткән шәмбелә Күгәрсен районының "Мораҙым тарлауығы" тәбиғи паркы, һәр йылдағыса, аллы-гөллө милли кейемдәге балаларҙың шау-гөрө менән тулды. Байрамды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Хәләф Ишморатов менән Ринат Нагаев тәбрикләне.

Өс йәштән алып ун биш йәшкәсә балаларҙы бейеү сәнғәтенә ныҡлап ылыҡтырған был сара 2008 йылдан үткәрелеп килә һәм маҡсатына өлгәшә: йәш быуында милли бейеүгә һөйөү тәрбиәләй, был сәнғәт төрөнөң серҙәренә төшөндөрә, рухи мәҙәниәт аша балаларҙа илһөйәрлек тойғоларын үҫтерә. Быға саҡлы балаларҙа, йәштәрҙә башҡорт бейеүенә ҡарата шундай ылығыу, һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыусы башҡа сара булмағандыр республикала, тип, "Байыҡ" телевизион конкурсының әһәмиәтен билдәләп, нығытып та ҡуйғы килә.
Программаның етәксеһе Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, быйыл бәйгелә ҡатнашыуға 2300-ҙән ашыу ғариза килгән, шуларҙан 550 бала һайлап алыу турында сығыш яһаған. Йомғаҡлау концерты сәхнәһендә иһә иң көслөләр генә үҙ һәләтен күрһәтеп, төрлө номинациялар, приздар яуланы. "Һәләтле балалар шул тиклем күп, шуға ла быйыл айырым бейеүселәргә һәм 3 ансамблгә 9 Гран-при бирелде", - ти программа етәксеһе.
Бейеүҙәрҙең төрлөлөгө менән дә айырылып торҙо быйылғы бәйге. Балалар "Яҙғы сәхрә", "Еләкле йәй", "Күгәрсендәр", "Сая ҡыҙҙар", "Әхирәттәр", "Яйыҡ буйында", "Урманда" тигән заман бейеүҙәре менән бер рәттән, милләтебеҙҙе донъя сәхнәләрендә танытҡан "Оҙон сәс", "Зарифа", "Тыпырҙаҡ", "Еҙ үксә", "Рекрут", "Ҡоҙай Байығы", "Бишбармаҡ" бейеүҙәрен башҡарҙы. "Балалар бәйгеһе" тип аталыу сараға бер ниндәй ҙә ташлама яһамаған, профессиональ хореографтар етәкселегендә етди әҙерлек үтеп килгән йәш бейеүселәр сараға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Уларҙың юғары башҡарыу оҫталығы, уйнау, импровизацияға һәләте хайран итә. Шунсама башҡорт балаһының дәртле көйгә ҡапыл тоҡанып бейеп китер дарманға, хәрәкәттәрендә төрлө күренештәрҙе һүрәтләй белеү маһирлығына аптырамау мөмкин түгел.
- Быйылғы "Байыҡ" ҡатнашыусы балаларҙың йылдағынан күберәк булыуы һәм географик яҡтан тағы ла киңәйә төшөүе менән айырыла, - тине үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып баһалама комиссияһы ағзаһы Гөлназ Ғайсарова: - Йәғни, бығаса башҡорт бейеүенә битараф кеүек булған Бишбүләк, Краснокама, Шишмә райондарынан бына тигән балалар ансамблдәре килеп сығыуы көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Беҙ уларҙы күтәреп алдыҡ! Шулай уҡ әҙерлек, сәм яғынан да йылдан-йыл үҫеш кисерелә. Хәйбулла, Баймаҡ райондарында һәм Өфөлә үткән һайлап алыу турҙарында балаларҙың тырышлығын, ҡомарланып, сәмләнеп бейеүен ҡарап ултырыуҙы һүҙ менән генә әйтеп аңлатып булырлыҡ түгел.
Шулай ҙа ҡайһы бер күңелде ҡырған күренештәр ҙә бар: ансамблдәр күберәк интернеттан алынған көйгә бейей, сөнки урындарҙа музыканттар юҡ тиерлек. Махсус музыкант бит бейеү һалғанда ла музыкаға яңылыҡтар, үҙенсәлектәр индерә. Ә хореограф бығаса тотонолған музыка йәки фонограмма менән файҙаланырға мәжбүр. Киләсәктә ошо юҫыҡты ла ҡараһындар ине ҡатнашыусылар...
Бәйгенең йомғаҡлау концерты йыл да ниндәйҙер сюжетҡа ҡоролоп, күркәм тамаша хасил итә. Бына сәхнә уртаһына Ағинәй сыға һәм ете малайға уларҙың тоҡом ебе уралған йомғаҡты тоттороп, ете тарафҡа оҙата. Һәр тарафта "Байыҡ"ҡа саҡырып оран яңғырай. Һәм уландар һәр төрлө мажаралы сәфәр үтеп, аҡыл-тәжрибә туплап, һөнәрҙәргә өйрәнеп әйләнеп ҡайта. Шулай итеп, сценарий авторы Асия Ғәйнуллина, режиссеры Фәнил Әсәҙуллин, хореограф Рөстәм Хәйруллин, музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор Илшат Яхин берҙәмлегендәге ижади төркөм сәхнәләштергән күренеш бәйгенең финалын сағыу, онотолмаҫ матур тамашаға әйләндерҙе.
Гала-концертҡа ҡунаҡтар саҡырыу ҙа матур йолаға әй-ләнгән. Төньяҡ Осетиянан килгән "Барс" халыҡ ансамбле, Татарстандың "Очарование" хореографик коллективы, Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһынан "Уралым" милли-мәҙәни төркөмөнөң сығыштары байрамға бер биҙәк булды.
Әлбиттә, бәйге булғас, уның еңеүселәре лә билдәләнә. Быйылғы "Байыҡ" балалар телевизион бейеү бәйгеһендә "соло" номинацияһында Гран-при Әбйәлил районынан Карина Ғәйфуллина менән Әлиә Мөхөтдинова, Баймаҡ районынан Байрас Харисовҡа эләкте. Олораҡ балалар араһында беренселекте Стәрлетамаҡтан Әлиә Хөснөтдинова алды. "Дуэт" номинацияһында Ғафури ҡыҙҙары Гөлназ Дәүләтбаева һәм Элвина Күлманова, Ейәнсуранан Айһылыу Йәнсурина менән Вәсилә Мәүлетоваларҙың сығышы иң яҡшыһы тип табылды. Тулы булмаған ансамблдәр араһында Гран-при Салауат ҡалаһының 54-се балалар баҡсаһы менән Күгәрсендең "Грация" өлгөлө бейеү ансамбле, "Ансамбль" номинацияһында Әбйәлил районының "Шатлыҡ" өлгөлө бейеү ансамбле өлө-шөнә төштө.

ШУЛАЙ ИТЕП... Был бәйгенең маҡсатын үрҙә әйтеп үткәйнек инде. Һәм уның күрһәткестәре лә иғтибарға лайыҡ. Бөгөнгө көнгә тиклем ошо бәйгелә еңеүсе булған йөҙҙән ашыу йәш кеше үҙен һәләтле бейеүсе итеп танытҡан, өс йөҙҙән ашыуы төрлө ансамблдәрҙә бейеп йөрөй. Конкурс барышында яңынан-яңы хореографтар үҫеп сыға, һәләттәр асыла, юғалған, онотолған бейеүҙәр тергеҙелә, боронғо бейеү технологияһы өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Абхазия, Греция, Чечня, Бүрәт, Ҡалмыҡстан һ.б. төбәктәрҙең балалар бейеү ансамблдәре менән тәжрибә уртаҡлашыу, танышыу-күрешеү бәхете тейгән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1312

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru