«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛЛЫ ҒЫНА БУЛҺАҢ ДА МУТТАР ТОҘАҒЫНА ЭЛӘГЕП ҠУЯҺЫҢ
+  - 

Гәзит уҡыусыларыбыҙ редакцияға төрлө йомош-юл менән килеп инә. Ҡайһы берәүҙәр ниҙер юллай, икенселәр теге йәки был хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индереүҙе һорай, өсөнсө төркөмгә, ғәҙәттә, мәсьәләләрен үҙаллы хәл итергә тырышҡан һәм әүҙемлек сифаттарына эйә булып та ҡайһы саҡ уңышһыҙлыҡҡа осрап ҡуйған кешеләр башҡаларға һабаҡ, ғибрәт йөҙөнән үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашыр өсөн дә килә йә шылтырата.

Яңыраҡ беҙгә килеп ингән 45 йәштәрҙәге ҡатын үҙе менән булған һәм күңелһеҙ бөтә яҙған бер хәл тураһында бәйән итеп китте. Хәҙер тормошобоҙҙоң бөтөн өлкәләрендә лә ҡырҡ тапҡыр уйлап эш итергә, һәр төрлө тоҙаҡ-хәйләләрҙән һаҡ булырға тура килә. Был хаҡта күпме генә яҙылмаһын, телевидениенан күрһәтелмәһен, яуыз уйлы алдаҡсыларҙан төп башына ултырыусылар һаман да осрай әле. Филолог һөнәренә эйә әлеге Хәлиҙә һылыу (исеме үҙгәртелде), ҡыҫҡартыуға эләгеп, эш эҙләй торғас, интернеттағы иғлан буйынса копирайтор (иғлан йә реклама текстары яҙыусы) вазифаһына мәғлүмәттәрен ебәрә һәм тиҙ үк әңгәмәгә саҡырыу ҙа ала. Күрһәтелгән адрес буйынса Черниковка биҫтәһендәге иҫке генә бер торлаҡ йорттоң подвалына барып эләгә. Ҡараңғы, һаҫыҡ бинала ике өҫтәл менән дүрт ултырғыстан башҡа бер ни ҙә булмауын шәйләп, шикләнә төшә. Ниҙер яҙып ултырған мөләйем ҡыҙ анкета тултыртып ала һәм Хәлиҙәнең бер айлыҡ әҙерлек курсына алыныуын әйтә. "Аптырамағыҙ, беҙ был бинала ваҡытлыса ғына, үҙебеҙҙең офиста ремонт эштәре бара", тип аңлата ул һәм өс көндән тиҙләтелгән курс, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр өсөн 450 һум аҡса алып килергә ҡуша. Өйгә ҡайтҡас, тиҙҙән эшләй башлаясағы тураһында вузда уҡып йөрөгән улына әйтә. Көнө-төнө интернетта ултырған егет әсәһенең ҡайҙа барып ҡабыуын бик тиҙ аңлап ала, бәхеткә күрә. Шулай итеп, бында бер ниндәй ҙә курс та, офис та юҡ, ә алдаҡсыларҙың "сәхнәләштерелгән" тоҙағы булыуы асыҡлана. Бер нисә көндән улы менән юрый ғына килеп ҡараһалар, подвал ишегендә тутығып бөткән йоҙаҡ элеүле тора. Күрһәтелгән адрес буйынса барып, алдаҡсыларҙың "ремонтланып ятҡан офисын" да таба алмай улар.
Был хәл яңы "һөнәр эйәләренең" йөҙәрләгән схемаларының береһе генә, әлбиттә. Алдауҙың башҡа төр күп һанлы варианттары хаҡында ишетеп тә, уҡып та беләлер гәзит уҡыусыларыбыҙ. Шул уҡ аҙнала үҙәк телевидениеның яңылыҡтар тапшырыуында тап ана шундай "эш биреүсе" муттар төркөмө фашланыуы тураһында репортаж күрһәтелгәйне. Яҡынса шундай уҡ схема, тик улар "эшкә алыныусы"ға бер юлы махсус эш кейеме лә һатып ултыра. Алдау ышаныслыраҡ килеп сыҡһын өсөн хатта ниндәйҙер квитанциямы, чек ҡағыҙымы ла уйлап сығарғандар. Алданған ир-егеттәр байтаҡ булып сыға. Бәхеткә, алдаҡсылар уйламағанда ғәҙеллек юллаусы берәү тарафынан фашланып ҡуя: ни тиһәң дә, Мәскәүҙә полиция шәберәк эшләй икән шул. Ә бына алдаҡсыларҙы яуапҡа тарттырыу мөмкин түгел, тинеләр. Ни өсөн тигәндә, енәйәт эше асыу өсөн иҫбатлау дәлилдәре етмәй. Тауар һатылған, чек бирелгән, ҡултамғалар ҡуйылған: бөтәһе лә шыма уйланған, бәйләнерлек түгел. Бына шулай ҙа килеп сыға, үкенескә.
Ялған хеҙмәт баҙарынан тыш, кеше алдауҙың байтаҡ төрҙәре беҙгә ошоға тиклем дә күптән таныш ине инде. Тик был фантазия тигән нәмәнең осо-ҡырыйы юҡ икән шул: алдауҙың яңынан-яңы төрҙәре килеп сығып ҡына тора. Айырыуса интернетта алдашыуҙар көсәйеп китте, сөнки меҫкен пенсионерҙарҙы туҡтауһыҙ төп башына ултырта торғас, уларҙа хәҙер бер аҙ иммунитет булдырҙылар шикелле, уның ҡарауы, интернет донъяһында гиҙеүселәргә тотондолар. Улары, нигеҙҙә, йәштәр. Бер яҡтан, бындай аудитория һиҙгер булырға тейеш, тип уйлаһаҡ та, улар араһында ла бер ҡатлылар бөтмәгән.
Бер таныштың ҡыҙы өйөндәге мебелде яңыртырға булып китә. Ата-әсәһе берәмтекләп йыйған йорт йыһаздары әле өр-яңы ла бит, тик ҡыҙыҡай бындай "отстой"ҙан килгән иптәштәре алдында ояла икән. Бына һиңә - мә! "Үҙең эшләй башлағас, теләгәнеңде алып ултыртырһың", тип кенә ҡуяһы булған да бит... Әсәһе ҡаршылашып тормайынса ғына ҡыҙына эш хаҡы туплана барған картаһын тоттороп ҡуя, етмәһә. Күндән тышланған ҡупшы ғына диван менән ике кресло Avito иғландар сайтына "эленеп" тә ҡуя. Сәскәгә килеп ҡунған бөжәк кеүек, бик тиҙ күреп тә алалар быны. Һатып алыусы икенсе ҡалала йәшәүенә һәм ваҡыты булмауға һылтанып, хатта тауарҙы килеп тә күрмәйенсә, фотоһүрәтен ҡарап алырға ла риза була һәм йомош менән Өфөгә барған йөк машинаһына мебелде тейәп алып ҡайтырға ике ярҙамсыһын ебәрәсәген хәбәр итә. Хаҡына ла тормайынса, хәҙер үк түләргә ризалығын белдерә, тик уға аҡса күсереү өсөн һатыусының иҫәп-хисапты СМС аша раҫлауы кәрәк икән. Ҡыҙыҡай шул саҡта ғына билдәһеҙ "һатып алыусы" тарафынан үҙенә ниндәй ау ҡоролғанын аңлап ала, ләкин һуң була. Шулай ҙа юғалып ҡалмай, телефондан тиҙ генә әсәһенең картаһын яптырта һала. Шулай итеп, карталағы 50 меңгә яҡын аҡсанан саҡ ҡолаҡ ҡаҡмай ҡала үҙһүҙле бала. Теге кешегә бер ниндәй ҙә мебель кәрәкмәгән, ул бары берәй асыҡ ауыҙҙың тейешле кнопкаға баҫыуын ғына көткән, әлбиттә. Бында балаһына картаһын биреп, пароленә хәтлем әйтеп ҡуйған әсәнең тәртибе лә һоҡландырмай. Баланан аҡсаһын йәлләмәй, имеш, берәү, ә бит бында эш бер ҙә йомартлыҡта түгел, ә хәүефһеҙлек саралары күреүҙә икәнен икеһе лә аңлап етмәгәндер, күрәһең...
Бына ошондайыраҡ трагикомедиялар яуыз алдаҡсылар ҡорбаны була яҙған осраҡтарҙың бер нисәһе генә. Бынан тыш, кеше фатирына Горгаз, ЖКХ эшселәре, медик, социаль хеҙмәткәр һәм башҡа шундай "битлектә" килеүселәр, телефон, СМС аша алдаусылар бик күп. Алдаҡсыларҙың фантазияһына күҙ эйәрмәй. Шуға күрә, теләһә кемгә ишек асмаҫҡа, телефон аша хәбәрҙе шундуҡ тикшерергә, көтөлмәгән "ҡунаҡтар"ҙы ла тейешле урынға шылтыратып белешергә, полицияға хәбәр итергә һәм сәйер тойолған төрлө осраҡтарға ышанып бармаҫҡа кәңәш ителә. Кеше алдап кәсеп итеүсе яңы "һөнәр" эйәләре барлығын иҫтә тотоп, "Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар" тигән алтын аҡылды онотоп ебәрмәһәгеҙ, алданмаҫһығыҙ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1085

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru