«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТЛЫҠ ИТӘҒӘТЛЕ, ТӘҮФИҠЛЫ БУЛҺЫН
+  - 

Миләүшә Ҡаһарманованың гәзитебеҙҙең 25-се һанындағы ҡартлыҡ ғәләмәттәре тураһындағы мәҡәләһен уҡығас, үҙем дә оло кеше булараҡ, байтаҡ ҡарттарҙың холоҡ-фиғелен күҙ алдына килтереп, хәтерләп ултырҙым. Ҡайһы бер таныштарыма хәл белергә лә инеп сыҡтым әле. Мәктәптә анатомия фәнен өйрәнгәндә кешеләге бөтөн ағзаларҙы исеме менән әйтеп уҡыныҡ. Уларға хас сирҙәрҙе, ул сирҙәрҙе дауалау юлдарын да өйрәнә инек. Ә бына ҡат-ҡат, бүлкәт-бүлкәт өлөштәрҙән торған "күңел" тигән сер донъяһын ни өсөндөр өйрәтеүсе булмаған, уны телгә лә алмайбыҙ хатта. Бөгөн ана шул күңел тураһындағы уйҙарым менән бүлешәйем, тигәндән ҡәләмгә тотондом.

Күңелде серле һандыҡ тип күҙ алдына килтерһәк, ул, минеңсә, бәләкәй-бәләкәй, бармаҡ баҫымындай ғына бихисап бүлкәттәрҙән торалыр. Һәр бүлкәттә бер ынтылыш, бер хис, бер кисереш йәшерелгән, уларҙың һәр береһенең үҙ бурысы, үҙ тәғәйенләнеше, һәр ҡайһыһы - игелек, изгелек, хыялға ынтылыш, кешелеклелек һымаҡ берәр ыңғай сифатты, йә яуызлыҡ, көнсөллөк һымаҡ яман сифатты үҙ эсенә алған, тип күҙ алдына килтерәйек. Кеше күңелендәге был бүлкәттәрҙе Хоҙай үҙе бар иткән, ҡайһы йәштә уларҙың ҡайһыһын асыуы, йә нығыраҡ асыуы - бары Алланың ихтыярынандыр, тип уйланыла.
Гел яуызлыҡ эшләүселәрҙең ауыҙҙарын ябырлыҡ, ҡырын юлдан дөрөҫ юлға йүнәлтерлек тәрбиә ғәмәлдәрен өс тапҡыр ҡылырға, әгәр ул кеше тәрбиәне ҡабул итмәһә, ҡул һелтәргә ҡушыла. Әлеге беҙҙең бүлкәттәр миҫалына күҙ һалһаҡ, ундай кешенең ыңғай сифаттары һаҡланған күңел бүлкәттәре ҡапҡастары асылмаҫлыҡ булып ябылған, тимәк.
Ҡайһы бер ҡарт кешеләр насар эш эшләүсене лә тик матур һүҙҙәр менән генә "әрләүсән". Беҙҙең ауылдағы Нәзифә инәй - тап шундайҙарҙан ине. Бер ваҡиғаға үҙем шаһит булдым. Инәй юҡта уның йәшелсә баҡсаһына малайҙар "төшкән". Инәй уларҙы быжғытыу урынына:
- Һай, матурҙарым, батырҙарым, бай булғырҙарым, ашап туйҙығыҙмы? Ниңә һорап алманығыҙ? - тип, иркәләп кенә ороша. Малайҙарҙың ауыҙы ҡолағына еткән, үҙҙәре:
- Инәй, һорап алһаң ҡыҙыҡ түгел, йәшенеп инһәң генә ҡыҙыҡ та ул, - тимәһендәрме. Инәй һыны ҡатып көлгән арала малайҙар: - Инәй, ниндәй эшең бар, хәҙер эшләп бөтөрәбеҙ, - тип тә ебәрә. Ул арала утын ярып, өйөлгән, йорт, һарай таҙартылған, Ағиҙелдән һыу ҙа килтерелгән. Эш тә бөттө, малайҙар ҙа юҡҡа сыҡты. Яманлыҡты матурлыҡ, итәғәтле мөнәсәбәт, йылы һүҙҙәр еңде...
Тағы, өләсәйемдең күршеһе Зөлхәмиҙә инәй булды. Үҙе ябыҡ ғына, ҡупшы кейенә, ейәндәрен дә, урамдағы бала-сағаны ла ҡоймаҡ менән һыйлар ине. Үҙе тура һүҙле, етешһеҙлекте сатнатып әйтә торған кеше. Кемгәлер уның әйткәне оҡшамаһа, тупаҫ итеп яуап ҡайтарһа: "Ауыҙыңа бал да май бирәйем, ауыҙ эсең тәмләнһен, күңел түрең йәмләнһен", - тип, китә лә бара инәй. Тупаҫ телле кеше ояла, аптырап тороп ҡала. Бында ла яҡшы һүҙ бүлкәте тупаҫ һүҙ бүлкәтен еңә. Тимәк, кеше күңелендәге һәр бүлкәтте Хоҙай үҙе бүлеп биргән, үҙе белеп аса. Ҡайһы берҙәре ғүмер буйы бикле булып, ҡартлыҡ миҙгелендә асылыр мөҙҙәтен көтә. Иллә мәгәр, кеше күңелендәге һәр бүлкәт үҙ бурысын үтәй: кешегә, тормошҡа, тирә-йүнгә үҙенең төрлө-төрлө "таштарын" ташлай. Ҡайһы саҡта ул таштар араһында аҫылташтар ҙа осрай...
Күп холоҡто үҙгәртеп тә булмай. "Бөкөрөнө бары ҡәбер төҙәтә", тиҙәр.
Һәр беребеҙҙең күңелендәге тик матур бүлкәттәр генә асылһын ҡартлыҡта, тип теләйек. Гел аҡ "таштарын" ырғытһын тирә-яҡҡа кешеләр ҙә. Улар ҡартлыҡта тәүфиҡле, итәғәтле булһын. Ҡартлыҡ холҡо, ҡартлыҡ осоро - күңел түрендәге асылмай ҡалған серҙәрҙе асыу, ғүмер юлыңды йомғаҡлау мәле бит ул. Күңел түре серҙәре фәҡәт Хоҙайҙан икәнде онотмайыҡ.

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА. Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.16 | Ҡаралған: 1154

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru