«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИНЕҢ ФАТИХАҢ МЕНӘН ҮРГӘ АРТЫЛАМ
+  - 

Гәзитебеҙҙең үткән 29-сы һанында "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһында респонденттар алдына бик матур һорау ҡуйылғайны: "Һеҙ атайығыҙҙан ниндәй сифаттар үҙләштерҙегеҙ, үҙегеҙ уландарығыҙға ниндәй ир-егет тәрбиһе бирәһегеҙ?" Ошо һорау өҫтөндә мин дә уйландым әле бына...

Атайым, Нил Хәким улы Бүләков, иң тәүҙә миндә яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндер, тип уйлайым. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Бала саҡтан эшеңде еренә еткерергә кәрәк, тип, ҡалған эшкә ҡар яуа, тигән принципта тәрбиәләне ул беҙҙе. Үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Ул яуаплы эштәрҙә эшләне: колхозда инженер, звено етәксеһе, бригадир, ун ике йылдан ашыу ауыл хакимиәте башлығы. Атайымдың эштән арып ҡайтыуын белгәс, өйҙәге бар эштәрҙе башҡарып ҡуйырға тырыша инек. Бер маҡтап ебәрһә, икенсе көн тағы ла дәртләнеберәк эшләй торғайныҡ. Ата-әсәбеҙ беҙҙе бала саҡта бер ҡасан да үҙҙәре менән ҡунаҡҡа алып йөрөмәне. Ул саҡта быға үпкәләп тә ҡуя торғайныҡ, тик бының беҙҙең өсөн яҡшыға булыуын хәҙер аңлайым. Улар беҙҙең әрһеҙ, оло бәйел булып үҫмәүебеҙҙе теләгәндер. Хәҙер беҙ ҙә кәләшем менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ошо йүнәлештә тәрбиәләйбеҙ.
Атайҙағы рух ныҡлығы ла һәр саҡ һоҡландырҙы. 90-сы йылдарға тиклем колхозда эштән эсеп ҡайтыу замананың нормаһы тип ҡабул ителгән бит. Илдә үҙгәрештәр башланғас, миңә 10 йәш тирәһендә, атай спиртлы эсемлектән бөтөнләй баш тартты. Инде 30 йылдан ашыу айыҡ тормош алып бара. Бала сағым, үҫмер осором тыныс тормошта уҙыуы менән уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Атай ҡатынынан - әсәйемдән уңыуы тураһында ла әйтеп ҡуя ҡайһы саҡ. Ысынлап та, уларҙың ғаилә моделе беҙҙең өсөн үрнәк. Ир кеше табыусы булырға тейеш. Шул сифаттарҙы ла унан күреп үҫтем. Шуға ла бөтә тапҡан-таянғаным ғаиләм өсөн тигән инаныс менән йәшәйем.
Атай нисә йәштә булһа ла ныҡлы терәк ул. Инде ул аҡһаҡалдар йәшенә етте. Мине утыҙ йәш булғанда, тап бынан 6 йыл элек, ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуйғанда бер аҙ борсолоп та ҡуйғайны. Сөнки ул үҙе ошо эштә тиҫтә йылдан ашыу эшләгән, эштең ауырлығын яҡшы белә. Тәүге йылдарҙа аҡыллы кәңәштәре, төплө фекерҙәре менән ярҙам итте. Кешеләрҙе,аҡты-ҡараны айырырға өйрәтте. Эреләнергә, башҡаларҙан үҙеңде өҫтөн ҡуйырға ярамағанын да атай-әсәй һеңдерҙе беҙҙең аңға. Хәҙер үҫеп килгән өс ҡыҙыбыҙға ла ошо хәкиҡәтте төшөндөрөргә тырышабыҙ.
Илебеҙ кимәлендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай тәрбиәһе, ғаиләлә атай роле тигән мәсьәлә, нишләптер, ситтә ҡала. Ир-егетте ир итеүсе - ирҙәрсә атай тәрбиәһе, тигәнде онотмаһаҡ ине. Түбәндә - атайыма арналған шиғырымды ла тәҡдим итәм.

Атайыма

Уҡ юнырлыҡ заман түгел бөгөн,
Замананың башҡа ҡоралы.
Атай, һинән күпте төшөндөм дә,
Мин тормошта шуға ҡораллы.

Аталы ла бала - арҡалы ла,
Аҙымымда минең ышаныс.
Балаларым ҡосағымда хәҙер,
Атайлыҡтың хисе бик таныш.

Хискә һаранбыҙ беҙ, тик шулай ҙа
Күҙҙәр өнһөҙ генә аңлаша.
Атай һүҙе - хәкиҡәттең үҙе,
Мин төшөндөм быға аң аша.

Аҫыл ир-егеттең асылы һин,
Атай, тиеп һиңә тартылам.
Тормош үре текә, фатихаң бар,
Шуғалыр ҙа еңел артылам.

Фәнил БҮЛӘКОВ,
Учалы районы Иманғол ауыл биләмәһе башлығы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.07.16 | Ҡаралған: 1171

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru