«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮБӘ
+  - 

Башҡорт кинорежиссеры яҡташым Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Тәүбә" тип аталған документаль фильмын ҡабат-ҡабат ҡарап сыҡҡас, ошо хаҡта үҙемдең фекеремде гәзит уҡыусыларға ла еткерергә булдым. Быйылғы "Рәсәй киноһы" йылы айҡанлы күрһәтелгән фильмдар араһындағы иң ныҡ тәьҫирләндергән әҫәр тураһында өндәшмәй ҡала алмайым.

Халҡыбыҙҙың иманға йөҙ бороуы һөйөнөслө. Тап бына шундай маҡсат менән төшөрөлгән был фильмды ла тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Ә иң мөһиме - ул берәй яҙыусы, йә иһә режиссерҙың уйлап сығарған фантазияһы түгел, ә ысынбарлыҡ! Беҙҙең дәүер кешеләре, халҡыбыҙ өсөн иң-иң кәрәк булған проблеманы алғы планға ҡуйып күтәреп сыҡҡан Вилүрә.
Ниндәйҙер бер ауыр енәйәт өсөн оҙаҡ йылдарға иркенән мәхрүм ителеп, төрмәнән сыҡҡас, ауылына ҡайтып, өр-яңынан тормош башлаған Әхәт исемле яҡташыбыҙ хаҡында был кино. Төрмәнән ҡайтҡас та, эш юҡлыҡҡа һылтанып, эскелеккә бирелеп, йә иһә һаман да енәйәт ҡылыуын дауам итеүсе ҡайһы берәүҙәрҙән ҡырҡа айырмалы, яҡташыбыҙ, ғаилә ҡороп, артабан тыуған төйәгендә йәшәргә ҡарар итә. Һәммә эштәрҙән ҡурҡмаған көслө рухлы был кеше үҙ хужалығын төҙөп, етеш кенә ғүмер итә башлай. Төрмә рәшәткәләре артында саҡта уҡ Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән рухы нығынған була уның. Ул ошо фани донъяла Аллаһы Тәғәлә тарафынан һәммә кеше өсөн бойоролған иң тоғро юлға баҫа. Раббыбыҙ алдында тәүбә итеп, иман килтерә, йәғни Ислам динен ҡабул итә. Изге Ҡөрьән Кәрим ҡушҡанды үтәгән, һәммә кеше өсөн мотлаҡ булған намаҙ-ураҙаларын ҡалдырмаған ысын мосолман булып ҡайтып инә ул ауылға. Оҙаҡламай уның хатта ауылда имам вазифаһын да атҡара башлауы күптәрҙе ғәжәпләндерә. Тотҡонлоҡ дәүерендә дин ғилемен ныҡ ҡына өйрәнгән, уның асылына төшөнгән Әхәт һымаҡ башҡа кеше табылмай ауылда. Күп ауылдаштары баштараҡ, әлбиттә, уға ҡырын ҡарай. Әммә ҡаҡшамаҫ рухлы мосолман башҡаларҙың бындай мөнәсәбәтенә иғтибар итмәй, оло сабырлыҡ ҡыла, ул ғына ла түгел, бүтәндәрҙе иманға өндәй. Әкренләп оло хәҡиҡәтте аңлаусы кешеләр ҙә табыла, дингә килеүселәр арта төшә. Әхәттең хәләл ефете Зөлфиә ханым да дин ҡабул итеп, намаҙға баҫа. Бына шундай таң ҡалырлыҡ мосолман яҡташыбыҙға, уның ҡатынына һәм бәғзе ауылдаштарына, айырыуса ошо фильмды ҡуйған режиссерға ҡарата оло ихтирам тойғоһо уята был фильм.
Ҡатмарлы яҙмышлы кешенең тормош юлын сағылдырған бындай фильмды төшөрөү режиссер өсөн һис тә еңелдән булмағандыр. Тиҫтә йылдар тирәһе тотҡонлоҡта булып, күптән түгел генә азат ителгән кешенең үҙе менән уртаҡ тел табыу ҙа уға, ай-һай, ауыр булғандыр, тип фаразлайым. Фильм геройынан уның шәхси тормошон бөтә республикаға күрһәтеүҙәренә ризалыҡ алыуға өлгәшеү генә лә үҙе ни тора. Был кинорежиссерҙың профессиональ оҫталығын, кешеләр менән аралаша белеү һәләтен дә күрһәтә. Рәшәткә артына инеп, төрмәне, шәхсән, төрмә мәсетен, Әхәт һымаҡ иманға килгән тотҡондарҙың унда намаҙға йөрөүен дә төшөрөп алыуға өлгәшкән Вилүрә һылыу, афарин! Төрмә хужалары менән килешеү өсөн дә байтаҡ көс һалырға тура килгәндер уға...
"Тәүбә" фильмы тик бер кешенең, йәғни Әхәттең тормошон ғына һүрәтләүҙе түгел, бәлки, уның кеүек меңәрләгән яҡташтарыбыҙға дөрөҫ юл күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. "Тәүбә" һүҙе ғәрәп теленән алынған, урыҫса - "покаяние". Йәмғиәт, йә иһә закон алдында ғына түгел, ә Аллаһы Тәғәләгә тәүбә итеү күҙ уңында тотола бында.
Бәғзеләр тик кешеләр өсөн ниндәйҙер насарлыҡ ҡылғандар ғына тәүбәгә килергә тейеш икән, тип уйлай. Мин үҙем дә бала сағымда "Нимә өсөн тәүбә итергә һуң?" тип, әсәйем мәрхүмә йырлаған ошо йырҙың мәғәнәһенә төшөнөп етә алмай аптырай инем:

Иртәнсәккәй тороп тәһәрәт алдым
Ике беләккәйемде һыҙғанып.
Йәш ваҡыттарымдан тәүбә иттем,
Ғәзиз башҡайымды ҡыҙғанып...

Түңәрәккәй күлдә, ай, суртан күп
Һыуы кибеп үлеп тә бөтмәһен.
Егет кенә кеше йәш ваҡытта
Тәүбә итмәй үлеп тә китмәһен...

Һағышлы көйгә ҡалып йырланған был йыр һаман да ҡолағымда сыңлай. Үҙем дингә килеп, динебеҙҙе төпләп өйрәнә башлағас ҡына, ата- бабаларыбыҙ сығарып йырлаған ошо йырҙың тулы мәғәнәһенә төшөндөм. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәр саҡ барлыҡ кешеләрҙе иң тәүҙә Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә ҡылып, унан иман килтерергә өндәгән. Эйе, тәүбә ҡылып. Ни өсөн? Ә бына ни өсөн: ошоғаса бер Аллаһты бар тип белмәй, Уға баш эймәй, Уның мотлаҡ үтәргә ҡушҡан ғәмәлдәрен үтәмәй ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) ғүмер иткән өсөн. Аллаһы Тәғәлә ысын күңелдән үкенгән һәм үтенгән кешенең тәүбәһен ҡабул итеүсе. Йәғни һәммәбеҙ ҙә әлегә тере сағыбыҙҙа Уның алдында тәүбә итергә тейешбеҙ. Беребеҙ ҙә гонаһһыҙ бәндәләр түгелбеҙ (фәрештәләр генә гонаһһыҙ була). Хатта Аллаһ илсеһе Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм үҙе лә көнөнә етмешләгән мәртәбә Раббыбыҙҙан үҙен ғәфү итеүҙе һораған. Шуның өсөн дә "Тәүбә итерлек гонаһтар ҡылғаным юҡ әле", тип, Аллаһы Тәғәлә алдында тәкәбберләнеп йөрөү - үҙе оло яңылышыу. Сөнки тәкәбберлек көфөрлөккә алып килеүсән, Аллаһ һаҡлаһын! Ошо хәҡиҡәтте аңлап, Аллаһ Тәғәләнең язаһынан ҡурҡып, тик Уға ғына ғибәҙәттәр ҡылып, бына шундай милләттәштәребеҙҙең ахирәткә, йәғни, һәр кемебеҙ барасаҡ мәңгелек тормошҡа алдан үҙ-үҙен әҙерләп ғүмер итеүен күреп һөйөнөүҙәремдең сиге юҡ. Ә кинорежиссерыбыҙ Вилүрә Иҫәндәүләтованың ошо эшенә Аллаһ рәхмәте насип булһын, тип доға ҡылам.

А. ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.07.16 | Ҡаралған: 1142

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru