«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕЙ СЕЙӘНЕ СӘЙНӘЙ-СӘЙНӘЙ ЙӘКИ АРТИСТ БУЛЫУ АНҺАТМЫ?
+  - 

Был һөнәр бер ҙә ҡартаймай һәм һәр заман балалары өсөн ул иң ҡыҙыҡлыларҙан иҫәпләнә. Был һөнәр кешегә ҡартайырға бирмәй, тигәндәрен дә ишеткәнегеҙ барҙыр. Актерҙар тураһында ине бөгөн һүҙебеҙ. Актер булыу өсөн ниндәй сифат мөһим? Ғәҙәттә, кемдәр актер һөнәрен һайлай? М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендәге Башҡорт балалар театр студияһында шөғөлләнеүселәр - Гөлнур ЙӘМӘЛЕТДИНОВА, ағалы-ҡустылы Батырхан менән Баязит ШӘЙХЕТДИНОВтар, Карина ҠАДИРҒОЛОВА менән ошолар хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.

Актер - кем ул? Үҫкәс, кемдәр актер булып китә?

Батырхан: Кем үҙенең һәләттәрен күрһәтергә оялмай, уның тураһында башҡа кешеләр нимә әйтеренән ҡурҡмай, шул актер була. Былай беҙҙең студияға актер булыр өсөн генә йөрөмәйҙәр. "Тамыр" телеканалы өсөн тапшырыуҙар әҙерләүҙә ҡатнашһам да, алып барыусы һәм актер араһында айырма бар. Мәҫәлән, театрҙа актер үҙенең бөтөн кисерештәрен күрһәтә алырға тейеш...
Гөлнур: Мин дә актер оялмаҫҡа тейештер тип уйлайым. Студиялағы беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ актерҙар, улар театрҙа уйнайҙар. Бына Хөрмәтулла Үтәшев оялмаған өсөн актер булған. Улар беҙгә төрлө күнегеүҙәр эшләтә, уйындар үткәрәләр, сәхнә теленә өйрәтәләр. Нимәнелер эшләй алмаһаң, әрләмәйҙәр ҙә.
Баязит: Актер һәләтле булырға тейеш инде... Минең әҙерәк һәләтем бар былай...
Батырхан: Һәләт кәрәк нәмә инде, ә шулай ҙа һәләтһеҙ ҙә актерлыҡҡа барырға булалыр. Тик бының өсөн ныҡ тырыш булырға, үҙеңдә һәләт барлыҡҡа кил-гәнсе шымарырға кәрәк. Дуҫым менән фехтованиеға йөрөгәйнек. Минең спортҡа һәләтем бар ине, тик ялҡауланып, илке-һалҡы йөрөнөм, шуға ла турнирҙарҙа еңелә башланым. Ә дуҫым ныҡ тырыш малай булып сыҡты, ул үҙенең бөтәһенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ икәнен ярыштарҙа раҫланы. Бында ла шулайҙыр инде. Һәләтең булып та, тырышмаһаң, һәләт кенә ҡотҡара алмай...

Арағыҙҙа актер булырға теләүселәр бармы ул, әллә юҡмы?

Карина: Мин актер буласаҡмын. Әлеге мәлдә 35-се мәктәптә 9-сы класты тамамланым. Артист булыу маҡсатыма әле ошолай бәләкәй генә аҙымдар менән барам. Актер тормошо ныҡ ҡыҙыҡ тип уйлайым һәм уларға бер ҡасан да күңелһеҙ түгелдер ул...
Батырхан: Студияла алған белемебеҙ беҙгә ниндәй һөнәр һайлаһаҡ та ярҙам итәсәк. Мин, бәлки, депутат, министр, президент булып китермен. Шул саҡта "Бына ошоно, тегене эшләргә кәрәк", тип кенә ултырһам, мине тыңлаусы булмаясаҡ. Ә ҡул аҫтымда эшләүселәрҙән эшләтергә теләгәндәрҙе үҙемде ышаныслы тотоп, тауышты күтәреберәк талап итһәм, моғайын, маҡсатыма өлгәшермен. Минең нисек итеп һөйләшеүемдән, үҙ-үҙемде тотоуымдан эштең үтә мөһимлеге һиҙелеп торорға тейеш.
Гөлнур: Кеше был ерҙә йәшәгәндә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрөргә тейеш. Шуға ла үҙеңә оҡшаған эш һайларға кәрәк. Мин хирург буласаҡмын. Нисек итеп кешенең йөрәген алыштыралар икән, шуны белгем килә. Йөрәкте алыштырырға кәрәк, сөнки ул ҡайһы саҡта туҙып китә бит...
Батырхан: Кем тәмәке тарта, зарарлы эсемлектәр эсә, уларҙың йөрәге тиҙ ҡартая инде ул. Үпкә лә зарарлана төтөнгә, шулай ҙа ҡан тамырҙары тарайып, йөрәккә лә көс төшә. Ул ныҡ итеп эшләй, ҙурая башлай. Уның һайын насар, көсһөҙөрәк була бара. Мин былар тураһында интернетта төрлө төркөмдәрҙә уҡыйым. Сөнки мин дә хирург булырға хыялланам. Студиялағы уҡытыусыларыбыҙ ҙа беҙгә артист булығыҙ тип әйтмәй...

Ундағы уҡытыусыларығыҙ тураһында нимә әйтер инегеҙ, улар ныҡ уҫалдарҙыр, шулаймы?

Баязит: Киреһенсә, улар ныҡ изге күңеллеләр. Бигерәк тә Римма Тәлғәт ҡыҙы Харисова һәйбәт. Уның менән беҙ төрлө уйындар уйнайбыҙ. Ә башҡалар менән тауыш, телмәр өҫтөндә эшләйбеҙ, матур итеп һөйләшергә өйрәнәбеҙ. Батырхан: Ысынлап та, Римма Тәлғәт ҡыҙы тыштан талапсан тойолһа ла, ныҡ һәйбәт. Уның менән күңелле. Хөрмәтулла Ғаззали улы беҙҙең кәйефте күтәреп ебәрә белә. Бер ваҡыт дәрестә ишетелер-ишетелмәҫ кенә һөйләнеп ултырған булабыҙ. Хөрмәтулла Ғаззали улы ҡысҡырып бер көлөп ебәргәйне, беҙгә лә күңелле булып китте...
Гөлнур: Мин Хөрмәтулла Үтәшевты "Ҡоҙаса" спектаклендә күргәйнем. Ул ҙур актер. Ә бына Фәнис Вәкил улы Рәхмәтовты "Хыялға ҡаршы" спектаклендә күрҙем. Унда ул Даян булып уйнаны. Уның был роле миңә бик оҡшаманы. Ә бит ул тормошта бөтөнләй ундай түгел, һәйбәт...
Карина: Уҡытыусыларыбыҙ, ысынлап та, бик яҡшы. Унда төрлө йәштәге балалар бар, ныҡ итеп шаярып алып та китәләр ҡайһы саҡта. Шулай ҙа уҡытыусылар бер кемгә лә асыуланмай, киреһенсә, һәр кемдең яйын табып, көйләп алалар. Баязит: Бына һеҙ ҡабатлай алаһығыҙмы ошо тиҙәйткесте: "Сейәлек соҡорон үткән саҡта сей сейәне сәйнәй-сәйнәй сикәләрем сатнаны"? Ҡыйын шул, һеҙ әллә артист булыуы анһат тигәйнегеҙме? Шулай ҙа студияла мәктәптәге кеүек түгел, унда уйнап ҡына уҡыйбыҙ.

Ә мәктәптә уҡыуы ауырмы ни?

Баязит: Ауырыраҡ инде... Мин хәҙер икенсе класҡа күстем, әҙерәк шаярам инде дәрестәрҙә. Бер тапҡыр ғына директорға алып барҙылар. Был оҙон тарих, ярай, һеҙгә лә һөйләйем инде. Дуҫым менән бергә шар уйнап ултыра инек, ул бер малайҙың күҙенә тейә яҙҙы. Беҙҙе директорға алып барҙылар, башҡа улайтмағыҙ, тине директор. Шарҙы ла алып ҡалдылар.
Карина: Ауыр булһа ла уҡырға кәрәк. Алда төрлө имтихандар тапшырырға кәрәк бит. Мәктәп йылдары тиҙ генә үтә лә китә ул, шуға ҡәҙерен белеп ҡалығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар.

Актер булһағыҙ, ниндәй ролдәр башҡарыр инегеҙ?

Батырхан: Күңелле, көлдөргөс комедияларҙа уйнар инем. Комедияла уйнауҙың ауырлығы бар, үҙең көлмәҫкә тейешһең.
Гөлнур: Мин, мәҫәлән, "Хыялға ҡаршы" тигән спектаклдә уйнар инем. Унда малайҙар ғына уйнай инде былай. Мин Урал Әминев булыр инем, был спектаклдә ул миңә ныҡ оҡшай. Ә былай мин Алһыу Ғәлинаны яратам. Карина: Мин дә берәй һағышлы тарихлы әҫәрҙә драматик роль башҡарыр инем.
Баязит: Бэтменмы шундай, йәки тағы берәй шундай роль башҡарыр инем. Бер ҙә генә һәйбәт геройҙы уйнағым килмәй, ниңә улайҙыр инде? Тормошта ла шулай ул мин. Атайым, тышҡа сығып уйнап ин, тиһә, мин киреләнәм дә, юҡ, тейем. Тышҡа сыҡма, тиһә, сығып китәм. Тиҫкәре инде. Беҙҙең ысын ҡылысыбыҙ бар. Шул ҡылысҡа теймә, тиһә, мин уға барыбер тейәм...
Батырхан: Фәнис Вәкил улы тиҙерәк хәрәкәтләнә, ә Хөрмәтулла Ғаззали улының мимикаһы оҡшай, шуға ла мин уларҙың ошо сифаттарын үҙемдә берләштерергә теләр инем.

Шулай итеп...
"Һәр башҡорт ҡыҙы һәм малайы киләсәктә билдәле кеше булырға тейеш, шуға ла беҙ башҡорт студияһына йөрөйбөҙ", - тип юҡҡа әйтмәйҙәр йәш әңгәмәселәребеҙ. Артист булыуы ғына түгел, ғөмүмән, халҡыңдың лайыҡлы улы йә ҡыҙы булыуы ла анһат түгел, әммә был яуаплылыҡты бәләкәйҙән тойған дуҫтарыбыҙға аҡ юлдар теләйбеҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.07.16 | Ҡаралған: 1104

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru