«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨНӘЖӘТТӘР АША ИМАН НУРЫ ТАРАЛА
+  - 

Элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыусыларҙың "Иман нуры" исемле асыҡ район конкурсы булып үтте. Был конкурс халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған, әммә совет осоронда тыйылып килгән дини, өгөт-нәсихәт йөкмәткеле шиғырҙарҙы - мөнәжәттәрҙе тергеҙеү маҡсатында икенсе тапҡыр үткәрелде.

Ярышта ҡатнашыусы 29 кешенең иң йәшенә - 9, иң өлкәненә 92 йәш ине. Уларҙың сығыштарын мәртәбәле ҡунаҡтар - З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғәлина, йырсы Радик Динәхмәтов hәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, Стәрлебаш районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Хәнә Баhаутдиновалар баһаланы. Ярыш бик көсөргәнешле булды. "Балалар" номинацияhында 3-сө урынға Азалия Ғиззәтуллина, 2-се - Ирәндек Дәүләтйәров, ә 1-се урынға 9 йәшлек Регина Ғәлиева лайыҡ булды. Ансамблдәр араhында 3-сө урынды "Ҡуғанаҡҡай", 2-се урынды күрше Фёдоровка районынан килгән "Ағинәйҙәр ҡоро" ансамбле, 1-се урынды Айҙарәле ауылынан "Балҡыш" ансамблдәре яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында оҫталар күп булғанға күрә, hәр урынды бер нисә кешегә биреү кәрәкле тип табылды. Шулай итеп, 3-сө урынды Зөлхизә Әсәҙуллина, Хәлил Хәкимов hәм Люциә Байназаровалар бүлеште; 2-се урын Фирүзә Ғәйсина, Зөлфирә Булатова, Нәжиә Байтимероваларға бирелде. Ә инде 1-се урынды Рәйлә Заманова яуланы. Конкурста Гран-при хаҡлы рәүештә әсәле-уллы Фирүзә hәм Морат Иҫәнсуриндарға тапшырылды. Улар башҡарған "Улыма" мөнәжәте өлкән быуындың йәштәргә дуҫлыҡ hәм дошманлыҡ, яҡшылыҡ hәм яманлыҡ кеүек әхләки ҡиммәттәргә ҡағылған аҡыл-кәңәше, өгөт-нәсихәте булып яңғыраны. Бөтә конкурсанттар ҙа дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Киләсәктә был конкурсты республика кимәленә сығарыу күҙ уңында тотола.
Көндөң икенсе яртыһында конкурста ҡатнашыусылар һәм был жанр тураһында күберәк белергә теләүселәр өсөн мөнәжәт, уны башҡарыу үҙенсәлектәре тураһында семинар үткәрелде. Уны Гөлназ Ғәлина һәм Радик Динәхмәтов үткәрҙе. Ауыл биләмәләре китапханаларын берләштереүсе район китапханаһы тарафынан мөнәжәттәр буйынса эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен туплаған махсус йыйынтыҡ та әҙерләнгәйне. Оҙаҡламай ул донъя күрәсәк. Был мөнәжәт кеүек рухи хазинабыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыу йәһәтенән матур бер эш буласаҡ.

Рәйфә ҒӘЛИЕВА,
Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.07.16 | Ҡаралған: 1307

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru