«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ ТИҺӘГЕҘ...
+  - 

Киләһе йыл Рәсәй һәм Башҡортостанда "Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы" тип иғлан ителде. Республикала экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, кешеләрҙә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

Инбер ЯППАРОВ, БДУ доценты, география фәндәре кандидаты: Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты указына ярашлы, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тирә-яҡ мөхит проблемалары йылдан-йыл киҫкенләшә барған мәлдә махсус йыл үткәреү көнүҙәк сараларҙың береһе, әлбиттә. Эсәр һыуыбыҙ бысрана, тупраҡ составы ярлылана, йәшеллек аҙайғандан-аҙая бара, уртаса һауа температураһының кимәле күтәрелә, ә был үҙ сиратында боҙлоҡтарҙың күпләп иреүенә килтерә. Атмосферала һаҡлағыс озон ҡатламының кәмеүе лә ҡотолғоһоҙ кире үҙгәрештәргә сәбәпсе булып тора... Тупраҡ сифатын һаҡлау, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, башҡа экологик проблемаларҙы хәл итеү буйынса йыл ағымында эксперт эштәре башҡарыласаҡ. Шундай юлдар менән Рәсәй Хөкүмәте 2017 йылда илдәге дөйөм экологик хәлде бер аҙ яҡшыртырға һәм экологтарҙың хәүефле күҙаллауҙарын йомшартырға тырыша. Һис һүҙһеҙ, бындай исемле йылдар үткәреү йолаһының аныҡ маҡсаты, төҙөк программаһы була. Ниндәй генә йыл иғлан ителмәһен, ул ахыр сиктә кешелектең тормош сифатын, йәшәү шарттарын яҡшыртыу бурысын күҙҙә тота. Ә был үҙ сиратында ике йүнәлеште үҙ эсенә ала: тәбиғәт шарттарын һәм социаль-иҡтисади өлкәне яҡшыртыу. Улар икеһе бер-береһенә ныҡ бәйле, әйткәндәй. Әгәр беҙ тәбиғәт шарттарын юғары кимәлдә тотһаҡ, тормош сифатыбыҙ үҙенән-үҙе яҡшыға табан үҙгәрер ине. Элек беҙ һыу, һауа, тупраҡты бысратыусы ҙур предприятие, завод-фабрикаларға зарлана торған булһаҡ, улар хәҙер байтаҡҡа кәмене, ә ғәмәлдәгеләре таҙартыу системаһы менән эшләй. Уның ҡарауы, бөгөн транспорт саралары күбәйҙе һәм улар тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә: кеше һулаған һауаны, эсәр һыуҙы, үҫемлектәрҙе ағыулай. Мәҫәлән, ҙур трассаларға яҡын биләмәләрҙән еләк-емеш, бәшмәк һ.б. йыйыу бик хәүефле икәне бөтәбеҙгә лә билдәле. Экология йылын иғлан итеү менән генә эш бөтмәй. Ил Президенты шундай указға ҡул ҡуйған икән, беҙ был башланғысты күтәреп-эләктерә һалып алырға тейешбеҙ. Минеңсә, хәҙер тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға мөнәсәбәте булған һәр кем: министрлыҡтар, ойошмалар, эколог-ғалимдар - бер һүҙ менән әйткәндә, йәмәғәтселек тарафынан фекер алышыуҙар ойошторолоп, шул нигеҙҙә Экология йылының программаһы төҙөлөргә тейеш, тип уйлайым. Тик әлегә бер эш тә күренмәй. Уны октябрҙән дә ҡалмай башҡарырға кәрәктер, тием, сөнки киләһе йыл бюджетына уның финанс яҡтарын планлаштырыу ҙа мөһимдер бит.

Марат БӘХТИЙӘРОВ, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәре: Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа донъя кимәлендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә бик ҙур иғтибар бирелә: экологик саммиттар, форумдар үткәрелә. Рәсәй Президенты В. Путиндың былтыр климат мәсьәләләре буйынса Парижда булып үткән БМО саммитында, Халыҡ-ара Арктика форумында һөйләгән сығыштары, асылда, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса программа положениеларын үҙ эсенә алды. Республикала байтаҡ йылдар тәбиғәт ресурстары менән аяуһыҙ эш итеү алымдары хөкөм һөрөп килде. Мәҫәлән, Белорет районында ғына ла ошоға тиклем "Селена" холдингы менән "Башлеспром" комбинаты меңәрләгән гектар ерҙәрҙе ҡуртымға алып, был биләмәләрҙә ағасты, айырыуса ылыҫ урмандарын системаһыҙ рәүештә ҡырағайҙарса ҡырҙы, талауға юл ҡуйҙы, тиергә лә була. Үҙ өлөштәренә "төшкән" ярты миллиондан ашыу гектар урманда был эре компаниялар ни теләһә, шуны эшләне: ҡырҡты ла, "тамырынан" да һатты. Һөҙөмтәлә был яҡтағы юлдарҙан ағас тейәгән лесовоздар бер генә минутҡа ла өҙөлмәне. Ете йыл эсендә әлеге компаниялар ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү предприятиеһы булдырыу хаҡында уйлап та ҡараманы. Ниһайәт, республика Башлығы Р. Хәмитов был тәртипһеҙлектәрҙе сикләү буйынса сара күреүҙе кәрәк тапты һәм Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында былтыр республикала урман хужалығы эштәрен алып барыуҙы тәртипкә һалыу юлдары, урман эшкәртеү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары, намыҫһыҙ инвесторҙарға ҡарата саралар күреү хаҡында етди һөйләшеү булды. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы урмандарға һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу һәм уны законһыҙ ҡырҡыуҙарға ҡаршы эште әүҙемләштерергә ҡушты. Үкенескә күрә, илдең төрлө төбәктәрендә, айырыуса Себер яҡтарында урмандар күпләп яна. Беҙҙә быйыл, шөкөр, урман янғындары хәүефе әллә ни булманы, сөнки халыҡ та был йәһәттән иҫкәртелгән, улар әҙерлекле. Беҙҙең ҡурсаулыҡ Архангел, Белорет, Силәбенең Ҡатау-Иван районы биләмәләрен берләштерә. Беҙ ошо райондар мәктәптәре менән балаларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, улар йыл һайын айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ярҙам йөҙөнән ойошторолоп килгән халыҡ-ара "Парктар маршы" акцияһында ихлас ҡатнаша. Унда 5-се кластан башлап бөтөн уҡыусыларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ: улар тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға, сүпләмәҫкә өйрәнәләр; пейзаж күренештәрен һүрәткә төшөрәләр, тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре конкурстарында ҡатнашалар.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, биолог: Экология беҙҙә иң үгәйһетелгән фәндәрҙең береһе инде ул. Мәктәптә дөйөм биология эсендә уға ҡағылышлы бер нисә генә тема бар. Шуға ла, был төшөнсә халыҡ тарафынан "һыу, һауа, тупраҡ бысраныуы" булараҡ ҡына ҡабул ителә. Экология термины грек телендәге "ойкос"-йорт һәм "логос"- фән тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Йәғни: йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт эсендәге үҙ-ара мөнәсәбәт ҡануны буйынса тормош ҡорорға, үҙ йортоңда йәшәй белергә өйрәтеүсе фән ул. Ҡасандыр ул ботаника, зоология, физика һәм башҡа фәндәр менән тиң булһа, бөгөн планетар кимәлдәге фән. Уның даирәһендә йәнле тәбиғәттең ҡыҫырыҡланыуы, ресурстар ҡороуы, парник эффекты, ерҙең аҫты-өҫтө бысраныуы, биосфераның емерелеү хәүефе... Был мәсьәләләрҙең хәл ителеүе лә планетар даирәлә генә, халыҡ-ара кимәлендәге ойошмалар аша ғына мөмкин.
Әммә ул проблемалар "сирҙең" симптомы ғына. Сәбәбе тәрәндәрәк ята. Дөйөм алғанда, юғары даирәләрҙә белемһеҙ кешеләр ултырмай. Донъя кимәлендә танылған экологтар ҙа әҙ түгел. Закондар ҡабул итеп кенә сирҙе дауалап булмай. Ете миллиард кешенең һәр береһенең дә ҡатнашлығы кәрәк был эштә. Ә бының өсөн белем генә етмәй. Беренсе урында экологик мәҙәниәт, тәрбиә кәрәк, ә ул әсә һөтө менән һеңдерелергә тейеш. Беҙҙең ата-бабаларҙа булған ундай мәктәп. Әле лә саф килеш беҙ таба алабыҙ уны... үҙебеҙ түбәнһетеп ҡараған "ҡырағай ҡәбиләләләрҙә". Тик кем ҡырағайыраҡтыр әле? Йәш кенә әсәләр балаларын етәкләп, уларҙы ялтыр-йолтор ҡаптар менән алдаштырып, магазиндан сығалар. Улары ашап бара, арттарынан сүп-сарҙары ятып ҡала бара. Өлкәндәрҙән ала бит улар был "фәһемде". Урам тулы төпсөк тә төкөрөк. Ә инде юл буйҙары, яр ситтәре, урман ҡырҙары тулы ҡый-һай тултырылған пакет, ҡапсыҡтар туҙып ята. Урманда аҙым һайын тиерлек һәр төрлө шешә, туналған ағас ботаҡтары. Махсус сүплек урындары ла гектар-гектар. "Мәҙәни" ял итергә сыҡҡан туристарҙан һуң нимәләр генә ятып ҡалмай! Матур-матур байрам саралары, һабантуйҙар һуңынан ғибрәт яланы ғына ҡала... Тәрбиә ғаиләнән башланһын өсөн тәрбиәле атай-әсәйҙе мәктәп кенә әҙерләп бирә ала. Мәктәп программаһына экология фәне иң өҫтөнлөклө предмет итеп индерелергә тейеш. Үҙаллы предмет итеп. Биология йәки башҡа предметҡа ҡушып түгел. Ул махсус белгестәр фәне генә түгел. Идара итеү даирәһенә экологик белеме һәм тәрбиәһе булмаған кеше үткәрелмәҫкә тейеш. Әле унда булғандарына махсус курстар мәктәбе ойоштороу - заман талабы. Һәр түрәнең ошо юҫыҡтағы эшен күрһәтерлек ғәмәлдәре (ҡағыҙҙа ғына түгел) закон менән нығытылырға тейеш.
Шишмәләр ҡороу, йылғалар һайығыу, ҡоролоҡ һәм башҡа тәбиғи ғәрәсәттәрҙең сәбәбе - урмандарҙың ҡырағайҙарса ҡырылыуы. Әле урмандар күмәртәләп таратып бөтөлгән. Кемдә ҡайһы ер ҡалғанын урындағы халыҡ белмәй ҙә. Белгәндәре лә уларға ялланып, урман елгәреүсе "эшҡыуарҙар". Етмәһә, уларҙы заман менән атлаусы эшмәкәр тип маҡтайҙар. Асылда, бер ни ҙә етештермәй бит улар. Бары Хоҙай тарафынан бирелгәнде ҡыра, һата. Хатта халыҡҡа өй һалырға ла ағас юҡ. Шуға ла, "сосораҡтары" йәшереп кенә тау битләүҙәрен ҡыра. Ә бит тауҙар яланғасланһа, беҙҙе икенсе афәт көтә. Унан аҡҡан ҡөрөн ялан-туғайҙарҙы баҫып, уңдырышлы тупраҡты йыуҙыра йәки ҡаплап юҡҡа сығара... Бөгөндән урманды ҡырҡыуҙы туҡтатыу - заман талабы. Уға яңырырға, аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирергә, күпләп питомниктар булдырырға кәрәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1423

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru