«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨНДӘШМӘҮ - АЛТЫН ӘММӘ АҒЫУ БУЛЫУЫ ЛА БАР
+  - 

Күптән түгел редакцияға Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе бер уҡыусыбыҙ шылтыратып, эсәр һыуҙың сифаты тураһында аңлатма биреүҙе талап итте.

"Ай буйына бер ниндәй сәбәпһеҙгә өйҙәгеләр эс ауырыуынан яфалана. Табиптар шикләнерлек сир-фәлән тапманы. Үҙебеҙсә, шул крандан аҡҡан һыуҙандыр, тип уйлайбыҙ", - тине ул. Шулай булыуы бик ихтимал, ләкин "Өфө һыу каналы" предприятиеһы ла, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан да бер тауыштан, Өфөлә эсәр һыу тейешле нормаға ярашлы, тип яуап бирәләр. Беҙгә шылтыратҡан гәзит уҡыусыбыҙ быйыл яҙ, 20 апрелдә, Ҡариҙел йылғаһының хәүефле пестицид - дуст менән ағыуланыу ваҡиғаһын телгә алды. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йылғаның бысраныу кимәле ул көндәрҙә тейешле нормала ҡаралғандан 29 тапҡырға юғарыраҡ булған! Был Ҡариҙел йылғаһының ярҙарынан ташып сыҡҡан мәленә тап килде. Тимәк, баш ҡаланан үрҙәрәк берәй урында йылға пестицидтар һаҡланған ниндәйҙер складты баҫҡан булыуы ихтимал, тигән фаразлауҙар булды, сөнки шәп ағышлы Ҡариҙелдең бысраныу кимәле бер-ике тоҡ химикат менән генә сикләнмәгәнлеге ап-асыҡ ине. Ғәжәпкә ҡалдырғаны шул: ошо ғәҙәттән тыш хәлде тикшергән, аңлатма биргән кеше лә, ойошма ла булманы. Ә эсәр һыу сифаты һәм экология өсөн яуаплы ойошмалар киң матбуғат сараларын был мәсьәлә буйынса "борсомауҙы" хуп күрҙе. Был турала осраҡлы ғына ишеткәндән һуң "Өфө һыу каналы"на шылтыратыуыма предприятиеның матбуғат секретары ошо хәлде асыҡлауҙа "ғәйепле" "Башгидромет" хеҙмәтен "халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырғаны" өсөн бер килке әрләп алғас ҡына: "Беҙҙең сайтты ҡарағыҙ, эсәр һыу ҡаралған нормаға ярашлы", - тип трубканы ташланы. Күрәһең, шылтыратыусылар миңә тиклем дә байтаҡ булған...
Нисек кенә булмаһын, бөгөн барыбер туранан-тура крандан килгән һыуҙы эсеү хәүефле икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Ҡеүәтле һәм ҡиммәтле таҙартыу аппараттары ҡуйҙырып булмағанда ла таҙартҡыс кувшиндар менән булһа ла файҙаланыу зыян итмәйәсәк. Төрлө фирмалар тарафынан ҙур һауыттарға тултырып һатылған һыуҙың сифаты хаҡында ла бәхәстәр сығып тора. Ни генә тиһәң дә, эскән һыуҙың таҙа, тейешле йомшаҡлыҡта һәм файҙалы минералдарға бай булыуы мотлаҡ, сөнки ҡулланған һыу сифатының кеше ғүмере оҙайлығына туранан-тура бәйләнеше барлығы ғалимдар тарафынан күптән иҫбатланған. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, нормаға яраҡһыҙ сифатһыҙ һыу ҡулланыу кешеләге ауырыуҙарҙың 80 процентҡа яҡынына сәбәпсе булып тора. Һыу сифатын тикшертеп тороу кәрәклеген дә иҫкәртә белгестәр. Башпотребнадзор идаралығының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә эсәр һыуға 13 күрһәткес буйынса анализ эшләйҙәр, ләкин был хеҙмәт түләүле. "Күңел тыныслығы өсөн аҡса булғанда берәй барып, тикшертергә тура килер, ахырыһы", - тип килеште беҙгә шылтыратыусы.
Шулай инде, ни эшләйһең: беҙҙә хәҙер йәмәғәтселекте ҡуҙғытыр киҫкен мәсьәләләр ҙә һәр кемдең шәхси эшенә әүерелә бара. Һәр кем - үҙ мәнфәғәте өсөн. Яуаплы ойошма, ведомстволар һәм власть органдары күп осраҡта шым ғына ситтә тороп ҡалыу яйын ҡарай, тик ығы-зығы, мәшәҡәттәр генә килеп тыумаһын. Тыныс кабинеттарҙа ҡағыҙ менән генә "эшләп" ултырыуға ни етә! Бөтөн һорауҙарға ла яуаптар - ана шул йәнһеҙ ҡағыҙҙарҙа инде. Былай итеп, чиновниктарға 65 түгел, 70-80 йәшкә тиклем дә хатта пенсияға ашыҡмаҫҡа була, тик ултырғыс ҡына сыҙаһын...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1059

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru