«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БЕРЕНСЕЛӘР" ҺӘР САҠ БЕРЕНСЕ
+  - 

Белем усағы тәү башлап үҙ ишектәрен 1944 йылда Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбе нигеҙендә етем балалар өсөн булдырылған интернат булараҡ аса. 1991 йылда ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип үҙгәртелә. Әлеге көндә етмеш ике йыллыҡ тарихы булған уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһында милли кадрҙар әҙерләү йүнәлешендә эшләгән иң алдынғы гимназия.

Гимназия-интернатҡа туған телендә иркен һөйләшкән, теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшкән балаларҙы етенсе синыфтан уҡырға алабыҙ. Әлеге көндә бөтәһе 688 уҡыусы белем ала, киләсәктә уларҙың барыһының да республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, зыялы шәхестәре булып үҫеп етеренә шик юҡ. Сөнки был балаларҙы рухлы, тәрбиәле итеп үҫтереүгә ҙур көс һалына. Юҡҡа ғына Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын "милләттең бишеге" тип йөрөтмәйҙәр. Ысынлап та, һәр бала күңеленә башҡорт телен тәрәндән өйрәнеү теләге, халҡыбыҙға һөйөү, милли мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға ихтирамлы ҡараш, республикабыҙ һәм милләт өсөн файҙалы эш атҡарыу, ярҙам итеү, оло шәхес булып үҫеп етеү ынтылышы һалабыҙ. Быйылғы 172-се сығарылыш уҡыусыһы ла, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ошо маҡсаттарҙы алға ҡуйып, яҡшы белем алып, оло тормошҡа әҙерлек алып сыҡты. Иң мөһиме, Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән килгән башҡорт балаларына гимназия-интернатта уҡыу йылдарында туған телен яҡшы өйрәнеү , рухи яҡтан сынығып, үҙ мөхитебеҙҙә үҫеп етеү мөмкинлеге бирелә. Ситтә таралышып йәшәгән милләттәштәрҙең балаларын ата-бабалары белгән телдән айырмай, үҙ ерлеген оноттормай, асылына ҡайтырға ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурысыбыҙ итеп һынайбыҙ.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты белем кимәле буйынса йыл һайын Башҡортостандың милли белем усаҡтары араһында почетлы беренселекте бирмәй. Былтырғы уҡыу йылында Бөтә Рәсәй кимәлендә химия-биология йүнәлеше буйынса уҡытыу эшен иң яҡшы ойошторған йөҙ мәктәп рәтенә индек. Быйыл Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә дистанцион математика буйынса уҡытыу проекты Федераль Грант аҡсаһына тормошҡа ашырыласаҡ. Бынан тыш, гимназия-интернатта уҡыған балалар ҙа беҙҙе төрлө өлкәләрҙәге еңеүҙәре, өлгәштәре менән ҡыуандырып тора. Спорт ярыштары, олимпиадаларҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан балалар "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" тигән девиз менән йәшәй. Уларҙың һәр көнө иртәнге етелә урамда физик күнекмәләр яһауҙан башланып китә. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең "Шоңҡар" спорт комплексы, ике спорт залы, ике стадион бар. Уларҙа милли көрәш, волейбол, еңел атлетика, бокс, баскетбол һәм башҡа спорт түңәрәктәре эшләп килә. Быйыл уҡыусылар ГТО нормаларын яҡшы күрһәткестәргә тапшырҙы. Бынан тыш, "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле, драма, ҡурай, халыҡ йырҙары буйынса һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Киләсәктә математика буйынса ла өҫтәмә дәрестәр үткәреүҙе күҙаллап торабыҙ. Беҙҙең гимназия уҡыусылары туған телен һәм рус телен яҡшы белеү менән генә сикләнеп ҡалмай, улар бер нисә сит телде (бигерәк тә инглиз телен) үҙләштерә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия-интернатҡа күренекле замандаштарыбыҙ йыш ҡына осрашыуҙарға килеп, беҙҙә үткәрелгән күркәм сараларҙа ихлас ҡатнашып тора. Уҡыусыларҙы маҡсатлы, рухлы итеп тәрбиәләүҙә бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт халҡының күҙ терәп торған аҫыл ул һәм ҡыҙҙары булыуҙарын үҙҙәре лә аңлаған балалар һәр ваҡыт иңдәрендә яуаплылыҡ тойоп йәшәй, уларға ошо тойғо яңы үрҙәргә ынтылырға көс бирә. Беҙгә иһә, балаларыбыҙ маҡсаттарына ирешһен өсөн уҡыу-уҡытыу эштәрен, тормош шарттарын тағы ла нығыраҡ яҡшыртыу тураһында хәстәрлек күрергә генә ҡала.

Люциә ХӘМИТОВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика
гимназия-интернаты директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1356

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru