«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҠЛАНЫУЫҢ ДӨРӨҪМӨ?
+  - 

Һуңғы осорҙа туҡланыуға бик ҙур иғтибар бүленә, телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа ла һәр кем үҙенсә дөрөҫ туҡланыу серҙәрен асып, кешеләргә кәңәштәр бирергә маташа. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө ябығыу ысулдары тәҡдим ителә. Илле ике йыллыҡ хеҙмәт юлымдың егерме биш йылында гастроэнтеролог булып эшләп, көн дә туҡланыу проблемаһына бәйле ауырыуҙарҙы дауалап үткәргән кешемен. Төп кәңәшем: үҙегеҙ белмәгән, профессионал булмаған кешеләрҙең һүҙҙәренә ышанып, ашҡаҙанығыҙ менән төрлө эксперименттар яһамағыҙ.

Дөрөҫ туҡланыуға бәйле мәсьәләләр тәү тапҡыр үткән быуаттың 80-се йылдарында ҡалҡып сыҡты. Шул осорҙа ашҡаҙан, бөйәндәге яман шеш, гастрит ауырыулы, үҙәк көйә, ашағы килмәй, йә күп ашайым, эсем ауырта, тип зарланған кешеләр һаны бигерәк тә күп булды. Был ауырыуҙар, әлбиттә, кешенең туҡланыу рәүеше яйға һалынмауы менән бәйле, сөнки дөрөҫ туҡланыу - ул ябай ғына мәсьәлә түгел. Кешенең йәшенә, эшенә, үҙенә генә хас ғәҙәттәренә ҡарап, һәр кемгә көнөнә нисә тапҡыр ашарға, күпме ашарға, ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк икәнен айырым билдәләү мөһим.
Туҡланыуҙа тигеҙлек һаҡларға һәм уны яйға һалып алырға кәрәк, тип әйтәбеҙ икән, тимәк, ашаған аҙыҡтың организмда киләһе туҡланыуға тиклем эшкәртелеп, үҙләштерелеп бөтөүен күҙ уңында тотабыҙ. Бөтә эске ағзаларың да сәғәт кеүек эшләһен өсөн һәр ваҡыт өс ҡағиҙәне теүәл үтәргә кәрәк. Тәүгеһе - бер ҡапһаң, ике йот. Йәғни, ябай ғына итеп аңлатҡанда, бер тешләм икмәкте ике йотом һыу менән ашарға кәрәк. Хәҙер балалар гамбургер, бутерброд, чипсыларҙы ҡоролай ашап, кимереп йөрөйҙәр. Һуңынан улар үҙәк көйөүгә зарланып, дауаханаға килә, гастрит менән ауырыйҙар.
Икенсе мөһим ҡағиҙә - һәр ашағаныңдың яртыһы йәшелсә булырға тейеш. Хәҙер ҡала халҡының да күбеһенең шәхси баҡсаһы бар, ауыл ерендә йәшәүселәр йыл әйләнәһенә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеште ашай. Шулай ҙа күптәр көн дә төп ашамлыҡты ауыҙ итерҙән алда йәшелсәнән турама ашауҙы күҙ уңынан ысҡындыра. Мотлаҡ баҡсала үҫкән укроп, петрушка, сельдерей, салат япраҡтарын, помидор, кәбеҫтә, кишер, ҡабаҡ, ҡыяр, сей сөгөлдөр ашарға кәрәк. Былар кеше организмын кәрәкле күҙәнәклек (клетчатка) сығанағы менән тәьмин итә, ашҡаҙан-эсәк ағзалары эшен яйға һала.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа дөрөҫ туҡланыу тураһында бик күп нәмә белгән. Улар төрлө миҙгелдә ҡайҙа ниндәй үлән үҫә икәнен самалап, шунда малдарын да көтөп, үҙҙәре лә файҙалы еләк-емеш, үләндәр менән туҡланған. Башҡорттар бары тик мал итен генә ашап йәшәмәгән, уларҙың ризығы төрлө булған, эсемлектәрҙе лә бик төрлөләндереп әҙерләгәндәр. Һөттән бик күп төрлө ризыҡтар - ҡымыҙ, ҡатыҡ, ҡорот, айран эшләгәндәр. Ә беҙ бөгөн бындай рационды онотҡанбыҙ. Ҡасан нимә теләйбеҙ, ҡул аҫтында нимә бар, шуны тотабыҙ ҙа бешерәбеҙ. Кешенең бер көнлөк рационында аҡһым, май, углеводтар мотлаҡ булырға тейеш. Әгәр ҙә организмға уларҙың береһе генә лә етмәй икән, кеше ауырыуға һабыша. Аҡһым организм өсөн иң кәрәкле компонент. Әммә майҙар һәм углеводтар ҙа мөһим, уларһыҙ кеше йәшәй алмай. Мәҫәлән, баш мейеһе, эндокрин биҙҙәр нигеҙҙә май берләшмәләренән тора, аҙыҡтан алған майҙар ярҙамында яңыра. Шуға күрә, туң майға ҡарағанда күберәк үҫемлек майын (көнбағыш, етен, гәрсис, зәйтүн майҙары) ҡулланырға кәрәк. Углеводтар шәрбәтле ашамлыҡтар составына инә. Әммә күптәр һимерәм тип уйлап, майлы аҙыҡтан ғына түгел, хатта углеводтарға бай ашамлыҡтарҙан да баш тарта. Аҡ икмәк, булка, торт, ҡоймаҡ, туҡмас, макарон, кәнфит, еләк-емеш ҡайнатмаһы, һуттарҙа булған углеводтар ғына етмәй. Организмды яҡшы формала тотоу өсөн кәрәкле углеводтарҙы емеш-еләктәрҙән (әберсә, крыжовник, ҡарбуз, ҡауын, һ.б.), йәшелсәнән (кишер) һәм башҡорт балынан алырға була. Самаһын белеп ашаһаң, һимереү ҡурҡынысы янамай. Еләк-емеште ҡайнатыу урынына, әберсә һәм ҡарағатты иҙеп, сейә өҫтәп һалып, шуға 1:1 нисбәтендә шәкәр ҡушып болғатып, һыуытҡысҡа тығып ҡуйырға мөмкин. Был ҡатнашмала төрлө файҙалы витаминдар һаҡлана.
Ниһайәт, өсөнсө ҡағиҙәгә лә килеп еттек: ашауың ниндәй эш башҡарыуға һәм һаулығыңа ярашлы билдәләнергә тейеш. Дөйөм алғанда, кеше көнөнә өс тапҡыр ашаһа - шул норма. Иртәнсәк йәшелсә, эшкә йыйынған арала тиҙ генә бешерелгән бутҡа, йә ҡыҙҙырылған йомортҡа, йә кисәгенән ҡалған берәй ашамлыҡ һәм һут, минераль һыу йәки кефир, ҡатыҡ эсергә кәрәк. Ашағандан һуң сәй эсмәй тороғоҙ, саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Сәйҙе беҙ составында кофеин матдәһе булған өсөн ҡулланабыҙ, әммә унда тағы ла танин матдәһе лә бар. Ул ашҡаҙанды ҡороштора торған матдә. Ашау артынса уҡ сәй эсһәң, танин ашҡаҙан һутының структураһын боҙоуҙан тыш, ризыҡтарҙа булған файҙалы витаминдарҙы ла тарҡата, ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен "ҡорота" һәм йылдар үтеү менән "атрофик гастрит" тип аталған сиргә сәбәпсе була. Бигерәк тә ауыл халҡы ярты сәғәт һайын сәй эсергә күнеккән, һөҙөмтәлә уларҙың күбеһе ашҡаҙандың әселеге етерлек кимәлдә булмауынан яфалана. Сәйҙе ашағандан һуң 20-30 минут үткәс эсергә була. Төшкө аш ваҡытында ла иң тәүҙә йәшелсә турамаһы ашарға кәрәк. Унан һуң итле аш аша. Бер көн йылҡы итенән, икенсе көн ҡош итенән, өсөнсө көндә балыҡтан бешерергә була ашты. Йылҡы ите - иң файҙалыһы, уның составында холестерин күп түгел. Шунлыҡтан, склероз менән ауырыу ҡурҡынысы янамай. Итле аштың һурпаһына көн дә төрлө ярмалар, йәшелсә һалып, төрлөләндереп ашаһаң, ялҡытмай ҙа. Киске ашты сәғәт алтыла самалап ашарға, тип иҫкәртеү бик үк дөрөҫ түгелдер. Һәр кем үҙенең һаулығын хәстәрләп, физик эш башҡарып арып ҡайтыуына йәки, киреһенсә, көнө буйы бер урында ултырып ҡына эшләүенә ҡарап туҡланырға тейеш.
Бына шулай, кешенең һаулығы уның туҡланыу рәүешенә туранан-тура бәйләнгән. Дөрөҫ туҡланмайһың икән, самалап, көнөнә өс тапҡыр ашамайһың, аҙыҡты төрлөләндермәйһең икән, организм хәлһеҙләнеп, төрлө ауырыуҙарға бирешә башлай. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ҡатын-ҡыҙҙар зифа буй-һынын һаҡлайым тип, төрлө диеталарға ултыра, әҙ ашай, йәки бөтөнләй айырып ашауға күсә. Төрлөсә рекламаланған, маҡталған ябығыу буйынса кәңәштәрҙе тыңламаҫҡа кәңәш итәм. Бик тә бик артыҡ ауырлыҡ йыйып ташлаһаң, көн һайын ун мең аҙым атларға кәрәк. Ябай итеп әйткәндә, һинең бер аҙымың яҡынса алтмыш-етмеш сантиметр булһа, көнөнә 6-7 километр юлды йәйәү үтергә кәрәк. Ҡалала туҡталыштарҙа күҙгә салына: балалар бер туҡталышты ла трамвайға ултырып үтергә ғәҙәтләнгән. Ә ауыл ерендә трамвайҙар, троллейбустар йөрөмәй. Һәм унда эш кешеһе бер ҡасан да һимереп, артыҡ ауырлыҡ йыйыуына зарланып ултырмай. Улар йәйәүләп йөрөй, ауыр физик эш эшләй. Беҙҙең халыҡҡа көнбайыштың ғәҙәттәре, закондары килешмәй. Шуға, ниндәйҙер гәзит-журналдарҙан ябыҡ кешеләрҙе күреп, улар кеүек ябығырға ниәтләнеп, һаулығығыҙҙы ҡаҡшатып, ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуға юл ҡуймағыҙ.

Юнир ВӘЛИЕВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1148

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru