«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ОЛОНО, БЕР ТАБИПТЫ ТЫҢЛА!
+  - 

Олоғайыуҙы организмдың гендар тарафынан һалынған йәшәү функциялары гармониялы түбәнәйеүе тип ҡылыҡһырларға кәрәк. Әлегә "мәңгелек двигатель" уйлап тапмағандар, шуға күрә ҡартайыу - тәбиғи физиологик процесс. Ә инде кешенең тиҙ ҡартайыуы йәки был процестың оҙаҡҡа һуҙылыуы уның тормош рәүешенә туранан-тура бәйле. Юҡҡа ғына социологтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулланылышҡа "тормош сифаты" тигән билдәләмәне индермәгән. Ул кешенең үҙ тормошо менән ҡәнәғәтләнеүенән һәм уны баһалауынан тора. Ҡайһы берҙә оло йәштәге кешеләрҙе көс-ҡеүәте, энергияһы ташып торорға тейешле йәштәр менән сағыштыраһың да, уларҙың физик һәм интеллектуаль әүҙемлегенә аптырайһың, ысынлап та йәндең ҡартаймауына инанаһың. Шуға күрә, ҡартлыҡты тормоштоң айырым бер осоро тип ҡабул итергә кәрәк. Был ваҡытта кеше тормош маҡсаты һәм көйләнешенә, әүҙем тормош позицияһына эйә булырға, бәхетле тормош осорон оҙайтыу өсөн үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Оло йәштәгеләргә сәләмәтлектәрен һаҡлау һәм нығытыу өсөн нимә тәҡдим итергә була? Ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барыу буйынса барлыҡ күрһәтмәләр ҙә ололар өсөн дә көнүҙәк. Төп принциптар булып физик әүҙемлек, рациональ туҡланыу, стрестар менән көрәш, әүҙем тормош һәм социаль позиция, дарыуҙар ҡабул итеүгә дөрөҫ ҡараш тора.

Хәрәкәт әүҙемлеге

Антиклыҡ заманында Боронғо Греция философы Аристотель, "Хәрәкәт - ул тормош", тигән һәм был ололар өсөн дә бик мөһим. Бик күп әүҙем кешеләр, хаҡлы ялға сыҡҡас, аҙ хәрәкәтләнә башлай. Даими физик күнегеүҙәрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын юлдары системаһының, быуындарҙың функциональ мөмкинлектәрен һаҡлауын, иммунитетты нығытыуын, аҡыл эшмәкәрлеген арттырыуын һәм күңелде күтәреүен оноторға ярамай. Киреһенсә, физик ғәмһеҙлек матдәләр алмашыныуы процесын яйлатып, ҡартайыуҙы тиҙләтә. Бында шуны ла оноторға ярамай - физик көсөргәнештең интенсивлығы оло кеше мөмкинлектәренә тап килергә һәм сәләмәтлеккә зыян итмәҫкә тейеш. Иң хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысулдар - гимнастика күнегеүҙәре һәм саф һауала йөрөү. Мөмкин булғанда, табиптар менән кәңәшләшеп, көсөргәнеште арттырырға була (еңелсә йүгереү, велосипедта, саңғыла йөрөү, йөҙөү һ.б.). Әммә иң мөһиме - күнегеүҙәрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһын аңлап, уларҙан ҡәнәғәтлек алып, даими шөғөлләнергә кәрәк.

Рациональ туҡланыу

Рациональ туҡланыуҙың төп принцибы булып организмға етерлек күләмдә аҡһым, витаминдарҙың, макроэлементтарҙың (кальций, магний, калий), микроэлементтарҙың (тимер, йод, селен һ.б.), клетчатканың (күҙәнәклек) инеүе һәм аҙыҡта аш тоҙон, шәкәрҙе, туң май ҡулланыуҙы сикләү тора. Организм өсөн аҡһым сығанағы - һимеҙ булмаған мал ите һәм ҡош ите, балыҡ, сырҙар, майһыҙландырылған һөт продукттары, ҡуҙаҡлылар. Әммә бында ла сама белеү кәрәк - аҡһымдың күп булыуы ла ҡанды әселәндерә һәм быуындарҙың ауырыуына, мәҫәлән, подаграға килтереүе мөмкин. Макро- һәм микроэлементтар инһен өсөн көнөнә 400 грамм йәшелсә, емеш-еләк (шул иҫәптән кипкәндәрен дә), күберәк йәшел тәмләткестәр ашарға кәрәк. Күп булмаған сәтләүек порцияһы организмды кәрәкле минералдар һәм витаминдар менән байытыр. Шулай уҡ клетчаткаға, епсәләргә бай аҙыҡ-түлеккә лә етди иғтибар бүлергә кәрәк. Клетчатка, түбән калориялы һәм организмға кәрәкле эсәк бактериялары эшмәкәрлеге өсөн кәрәк, ә аҙыҡ епсәләре токсиндарҙы сығара һәм тиҙәкте нормалләштерә. Шуға күрә эшкәртелмәгән аҙыҡ-түлеккә: ярмаларҙың тупаҫ сортына, йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Тоҙ артыҡ булһа, ул артериаль ҡан баҫымын күтәрә, һыуҙы тотҡарлай һәм шешенеүгә килтерә. Шәкәр күп булған аҙыҡ-түлек ризыҡтың калориялылығын күтәрә, һимереүгә, шәкәр сиренә сәбәп була. Шуны уҡ майҙар, бигерәк тә туң майҙар тураһында әйтергә мөмкин. Артыҡ килограмдар бер кемгә лә сәләмәтлек өҫтәмәйәсәк.
Шулай уҡ, кире күрһәткестәр булмағанда, көнөнә 1,5 - 2 литр һыу, сәй, тәбиғи һуттар, морстар эсергә тырышығыҙ. Ә инде ризыҡты бәләкәй порцияларға бүлеп ҡабул итегеҙ. Ризыҡ әҙерләгәндә, бешереүгә, үҙ һутында быҡтырыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Йоҡлар алдынан тәғәмләнмәгеҙ. Иң мөһиме - ризыҡ ҡабул иткәндә сама белегеҙ.

Стрестарға ҡаршы көрәш

Беҙ йәмғиәттә йәшәйбеҙ һәм төрлө факторҙар, шул иҫәптән кире факторҙар, йоғонтоһона бирешәбеҙ. Улар - эштәге, ғаиләләге проблемалар, киң мәғлүмәт саралары яңылыҡтары һ.б. Һәр ҡайһыһына мөнәсәбәтебеҙҙе белдерәбеҙ, анализлайбыҙ, һөҙөмтәлә аңда эмоциялар, күңел торошо, тирә-яҡтағылар менән мөнәсәбәттә сағылған яуап реакцияһы барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла психоэмоциональ фонды тыуҙыра. Бик йыш яҡшы кәйеф ҡапыл насарая, ҡурҡыу, хәүеф тойғоһо урап ала, һөҙөмтәлә сәләмәтлек насарлана - баш ауырта, йоҡо ҡаса, йөрәк эшмәкәрлегендә өҙөклөк барлыҡҡа килә. Ҡайһы берҙә был торош етди невроз һәм депрессияға барып етә. Шуны ла билдәләп китеү зарур - ололар стресҡа күберәк бирешә. Әгәр бик күп кире факторҙарға йоғонто яһай алмаһаҡ, уны ҡабул итеүебеҙҙе үҙгәртә алабыҙ. Ҡайһы бер ваҡытта проблемаға икенсе күҙлектән ҡарап, уның ыңғай яҡтарын күрергә мөмкин. Бәғзе әйберҙәргә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә һәм юҡ-бар өсөн көйһөҙләнмәҫкә кәрәк. Башҡаларҙың ваҡ хатаһына иғтибар итмәгеҙ, ә тормоштоң ыңғай яҡтарына, үҙегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙгә һәм маҡсаттарығыҙға иғтибар йүнәлтегеҙ. Иғтибарығыҙҙы проблемаларға сарыф иткәнсе, иң яҡшыһы - яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ, ыңғай ҡарашлы кешеләр менән аралашығыҙ. Тыныс музыка тыңлағыҙ, файҙалы китаптар уҡығыҙ. Сәләмәтлек өсөн шулай уҡ етерлек һәм тыныс йоҡо ла кәрәк. Бер үк ваҡытта иртәрәк ятып, иртәрәк торорға тырышығыҙ. Йоҡлар алдынан ашамағыҙ, ә саф һауала йөрөгөҙ. Әгәр был кәңәштәрҙең береһе лә файҙа бирмәһә, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Дарыуҙар

Ысынлап та, ололар йәштәргә ҡарағанда күберәк дарыу эсә һәм был уларҙың күберәк хроник ауырыуҙарға эйә булыуынан, ваҡыт үтеү менән уларҙың артыуынан килә. Ниндәй дарыу эсергә кәрәклеген дауалаусы табип менән кәңәшләшеп һайлаһағыҙ, яҡшыраҡ, сөнки ул пациенттың сирен һәм уның үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала. Бик йыш сәләмәтлек күрһәткестәре бик яҡшы булған, шул уҡ ваҡытта дарыу ҡабул итмәгән ололарҙы осратырға мөмкин һәм был ҡыуаныслы. Әммә күпселек осраҡта дарыуҙар ауырыуҙар киҫкенләшмәһен һәм организмдың эшмәкәрлеген көйләү өсөн кәрәк, ә ҡайһы бер осраҡта дарыуһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Бында ла йәш һәм шәхси үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы уның контроле менән генә эсергә кәрәк. Ниндәйҙер осраҡта ололарға препараттың дозаһын кәметергә лә ҡушыла. Әгәр дарыуҙың нимәгә йоғонто яһағанын белһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки ҡайһы берәүҙәр үҙ белдектәре менән препаратты ҡулланыуҙы туҡтата һәм был уларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Шуға күрә, ниндәйҙер ғәмәл ҡылыр алдынан, дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Юҡҡа ғына "Ҡартлыҡ - яҡшы яҡҡа үҙгәреү һәләтен юғалтыу", тимәйҙәр. Шуға күрә, маҡсатығыҙ бар һәм уға табан хәрәкәт итәһегеҙ икән, тимәк, һеҙ әле ҡарт түгел. Тулы ҡанлы, бәхетле тормош өсөн йәш кәртә түгел. Әүҙем тормош позицияһын һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!

Марат АҠБҮЛӘКОВ,
5-се ҡала клиник дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты табибы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1098

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru