«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙары
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
Башҡорт дәүләт университеты студенты Ләйсән Шакирова Һәҙиә Дәүләтшинаның "Айбикә" повесын "Башҡорт китабы топ-100+" исемлегенә индерергә тәҡдим итә. Ул һәр заман ҡатын-ҡыҙына был әҫәр фәһемле булыр, тип иҫәпләй.

- Бер нисә йыл элек миңә Һәҙиә Дәүләтшинаның "Айбикә" повесы менән танышыу бәхете тейҙе. Ауыр саҡтарҙа, күңел бошҡанда мин һәр саҡ бирешмәҫ ҡыҙ Айбикәне күҙ алдыма килтерәм, шунан бер аҙ еңелерәк булып ҡала. Был әҫәрҙә аслыҡ, һуғыш йылдары, тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәгән ҡатын-ҡыҙ образы һүрәтләнә. Ябай батрак балаһы үҙ тырышлығы арҡаһында колхоз етәксеһе вазифаһына тиклем үрләй. Бала сағы ярлылыҡта, етешһеҙлектә үтһә лә, Айбикә ғәмһеҙ йәшәгән ул йылдарын бары бәхетле йылмайып иҫкә төшөрә. Яҙмышы ла еңел түгел уның: Ғәйшә һәм Ҡотлояр ал-ял бирмәй эшләтә, тормош иптәше һуғышта хәбәрһеҙ юғала, яҡын кешеләрен юғалта. Ул кисергән ыҙаларҙы башҡа берәү күтәрә алмай, тәҡдиренә буйһонор һәм яҡшылыҡтан төңөлөп, өмөтһөҙлөккә бирелер ине. Әммә Айбикә үҙендә көс табып, яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә ала. Повесть башында һәм аҙағында төп герой ер менән күк араһы кеүек, танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Һәҙиә Дәүләтшина уҡыусыларға көслө, маҡсатлы, эшсән ҡатын-ҡыҙ образын еткерә. Заманына күрә алдынғы ҡарашлы, коллективлаштырыу идеяһы менән һуғарылған әҫәр һәр быуын кешеһенә фәһемле буласаҡ. Сөнки унда тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырлыҡ көс, рух ныҡлығы тураһында һүҙ бара. Ә был етмеш йыл элек тә, илле йылдан һуң да актуаллеген юғалтмаясаҡ. Һәҙиә Дәүләтшинаның "Айбикә" повесын мин дә йыш ҡына ҡабаттан уҡып, ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә дәрт, үҙ көсөмә ышаныс алып торам. Шуға күрә, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙарға дан йырлаған был әҫәр һис шикһеҙ "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә инергә тейеш.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1254

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru