«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТ ӨҪТӨНДӘ САҠТА ЫСЫН АСЫЛЫМА ҠАЙТАМ
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубының идара рәйесе Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ менән күптән фекерҙәш, теләктәш, рухташ беҙҙең редакция. Илдар Ғиндулла улы үҙенең яңы идеяларын, яңы башланғыстарын һәм проекттарын, ғәҙәттә, киң йәмәғәтселеккә тап беҙҙең гәзит аша еткерә. Бөгөн унан башҡорттоң айырылғыһыҙ дуҫы - ат тураһында һөйләүен үтендек. Был теманың актуаллеге нигеҙлелер, тип уйланыла, сөнки ат менән йылҡы төшөнсәләрен бутаған саҡтарыбыҙ ҙа йышайҙы. Илдар Ғиндулла улы был төшөнсә тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләр. Тағы ла ул "ат яратыу" һүҙенә лә аңлатма бирәсәк. Беҙ "яратыу" һүҙен бары тик һөйөү, яҡын күреү тип кенә аңлап өйрәнгәнбеҙ. Баҡтиһәң, "ат яратыу" тигән һүҙбәйләнешкә бөтөнләй икенсе мәғәнә һалына икән. Ҡыҫҡаһы, һүҙ - Илдар ШӘЙӘХМӘТОВҡа.

Ат уйнатып, ялан буйлатып...

Һүҙемде "Өфөлә йәшәүсе Республика Хәрби Дан музейы ғилми хеҙмәткәре тормошонда атҡа урын бармы?" тигән һорауҙан башлайым әле. Эйе, минең ысын атым да, "тимер ат"ым да юҡ. Әммә минең һымаҡтарҙы, ғәҙәттә, "ат ене ҡағылған" тиҙәр. Йыш ҡына хәрби-тарихи реконструкцияларҙа башҡорт яугирҙары сүрәтендә сығыш яһайбыҙ. Боронғо башҡорт яугиры бер һуғышта ла йәйәү йөрөмәгән, ә атына атланып хәрәкәт иткән. Атҡа менһәң, әгәр ул килешле эйәр-өпсөнлө, йылҡылдап торған көр ат икән, үҙеңде кәмендә ил батыры һымаҡ хис итәһең. Был тойғоно һыбай килеш кенә кисереп булалыр.
Клубыбыҙ "Любизар" Беренсе атлы башҡорт полкы" тип аталһа ла, үҙебеҙҙең атыбыҙ юҡ. Беҙгә дуҫтарыбыҙ ярҙамы ла етә. Уларҙың атын бер нисә көнгә ҡуртымға алып, тамаша ваҡытында бер-ике сәғәт һыбай йөрөп алыу беҙгә бик оҙайлы ҡәнәғәтлек бирә.
Әйткәндәй, сағыу бер хәтирә иҫкә төштө. Бородино яланында гөрһөлдәгән туп канонадаһы ваҡытында фронттың алғы һыҙығында урынлашҡан артиллеристарға Рус ғәскәре генералы фарманын еткереп, полкыма кире ҡайтып барам. Минең атым, Баймаҡта тыуған, дүнән сағында Мәскәү янындағы Беззубово ауылы фермерына һатылып, тәрбиәләнгән Мерлин ҡушаматлы ерән айғыр, бер мәл мине юлда осраған бер уйһыу соҡор аша осортоп алып сыҡмаһынмы! Минең күҙгә салынмаған соҡорҙо күреп, һөрлөкмәгән, ҡурҡыуын еңеп, һикереп үткән бит әле ул, тип, әле лә һөйөнәм. Ҡайһы бер аттың, туп тауышынан ҡурҡып, фалиж һуҡҡандай дер ҡалтырап торғанын үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар. Мал ҡурҡһа, шыбыр тиргә бата. Уны хужаһы ла урынынан ҡуҙғалта алмай. Мерлин мине һис ҡасан алдаманы, баш бирмәй аҙапландырманы. Әле бер тапҡыр ҙа дары еҫен еҫкәмәгән, туп тауышына өйрәнмәгән ат өҫтөндә йәнтәслим сабып, заданиены теүәл үтәп, үҙем генералдан - рәхмәт, ә башҡа кавалеристарҙан - һоҡланыу һүҙҙәре ишеттем. Мерлин аҡыллы, кәрәк саҡта хәйләкәр, тәүәккәл, сыҙамлы, сама менән етеҙ, кәрәк икән, көслө ат ине. Мин уны үҙебеҙсә яратып "Мөхәммәтрәсүл" тип атаным...
2013 йылда Лейпцигта үткән сарала, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған хәрби-тарихи реконструкцияла, башҡорт яугирын тейешле кимәлдә күрһәтә алыуым менән ҙур бәхет кисерҙем. Унда миңә тип Илче (мин уны башҡортсалап, Илсе тип йөрөттөм) ҡушаматлы яҡшы өйрәтелгән көр туры бейә эйәрләнеләр. Илсе - бейек тә түгел, башҡорт тоҡомло кеүек ыҡсым, арҡаһы бүрәнә кеүек киң, һырты йылҡылдап тора. Ләкин беҙҙәге аттар ише һөнәрһеҙ түгел. Мин уға өҙәңгегә баҫып менеп тормайым - ятҡырып ҡына менәм. Ҡорал менән атланаһың да, "Тор!" тиһәң, ул аяғына баҫа. Үҙеңде һәйкәлгә менеп ултырған кеүек хис итәһең. Һине ҡарап тороусы кешеләргә лә, үҙеңә лә күңелле. Немецтар ул атты хәрби-тарихи реконструкцияларға яҡшы әҙерләгән.
Үҙебеҙҙә, Өфө дәүләт Ат һарайында, бихисап хәрби уйындарҙа яу атым булған Саян ҡушаматлы оло йәштәге айғыр ҙа күңелемә яҡын. Өфө дәүләт Ат һарайының элекке директоры (әле ул хаҡлы ялда), башҡорт тоҡомло аттарға мөкиббән киткән Николай Петрович Штенцев ярҙамы менән беҙ Бородинола үткән хәрби-тарихи реконструкцияла бер түгел, ике ат менән сығыш яһаныҡ. Шул аттарҙың береһе Саян исемле ине. Әйткәнемсә, Саян менән беҙгә бик күп сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Форсаттан файҙаланып, предприятие коллективына гәзит аша рәхмәтемде еткерергә теләйем.

"Ат яратыу" төшөнсәһе

Башҡорт тоҡомло ат эпосҡа Аҡбуҙат исеме менән инеп киткән. Ул үҙе үк ат тигән һүҙ. Йылҡы түгел. Атты тынысландырыу өсөн уның муйынынан һыйпап яратыу - бер булһа, уны иһә һөнәргә өйрәтеү - икенсе төрлө "яратыу" була. "Ат яратыу" мәҙәни күренеш, хатта цивилизация күренеше ул. Урамда йылҡы малы тотоу - бер хәл, ат тотоу - икенсе. "Атты яратыу", йәғни уны һөнәрле итеү ваҡыт, көс, сабырлыҡ, сығымдар талап итә.
Башҡорт атының бер нисә төрө бар. Был халҡыбыҙ төйәк иткән тәбиғәт зоналарының төрлөлөгө менән аңлатыла. Шулай итеп, Башҡорт атының урман-дала зонаһына һәм таулы зонаға яраҡлашҡан ике төрө бар. Көньяҡ Уралда формалашҡан, тарпандар сифаттарын үҙендә һаҡлаған йылҡыларҙы башҡорттар, "яратып", атҡа тиклем үҫтереүгә өлгәшкән һәм шулай итеп Башҡорт тоҡомло аттар барлыҡҡа килгән. Бүтәндәр ул аттарҙы башҡорттар мәҙәниәтенең бер өлгөһө итеп ҡабул иткән. Әгәр шул йылҡыларҙы бүтән бер милләт тәрбиәләгән булһа, аттар уларҙың исеме менән аталып йөрөтөлөр ине. Тик был эшкә башҡорттар тырышлыҡ һалған. Ат башҡорт ир-егетенең дуҫына әйләнгән. Ат яуҙа ла, тыныс тормошта ла, һунарҙа ла, хужалыҡ эшендә лә файҙаланыла. Ә һөнәрһеҙ ат кире йылҡы хәленә ҡайта. Бәйгеләрҙә еңгән аттарҙан да яп-ябай йылҡы ҡолондар тыуа. Йылҡы русса "лошадь" була. Һис юғында, эшкә генә яраҡлы ундай атты алаша тип тә әйтәбеҙ. Әйтәйек, тәбиғи рефлекстары менән генә түл йыйып, көрәйеп, иркенлектә генә йәшәгән мал ул - йылҡы. Һарайында ите өсөн генә йылҡы һимертеүсе хужа, тимәк, атай-олатайҙар йолаһынан ситләшеп, тик ит ашап ятыусы ғына. Беҙҙең бурыс - һәр ҡолондо ат рәүешенә еткереү. Элек башҡорттар аттарының һөнәрҙәрен бер-береһенә күрһәткән, бер-береһе менән ярышҡан, маҡтанышҡан. Бөгөн иһә беҙ ат хәленә еткерелгән йылҡыларыбыҙ күплеге менән маһая алмайбыҙ.
"Ат яратыу" мәҙәниәте бөтөн халыҡтарға ла хас тип әйтеп булмай. Ат яратыуҙы әлегәсә ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр һаҡлап ҡалған. Төркмәндәрҙә аҡһыл төҫтәге сүл аты - Ахал-тәкә (Ахалтекинская) тоҡомо бар.

Ат итеме, әллә йылҡы итеме?

Ат итеме, йылҡы итеме, тип, күптәр аҙаплана хәҙер. Быны хатта белгестәр араһында ла белмәгәндәр осрай. Мәҫәлән, 2009 йылда Чапаевтың Өфөнө алыуына арналған хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнашыу өсөн клубыбыҙға унға яҡын ат кәрәк булды. Ярҙам һорап, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығындағы йылҡысылыҡты үҫтереү бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Унда миңә ошо сара үтәсәк Ҡыҙылъяр ауылындағы бер фермерҙың йылҡы өйөрөнән ун ат һайлап алырға кәңәш иттеләр. "Уларға эйәр һалынғаны бармы һуң?" тип һорауыма, "Юҡ", тигән яуап ишетелде. "Ул өйрәтелмәгән йылҡыға атланам, тип, һеләгәйебеҙҙе ағыҙып тороуҙан ни файҙа, улар бит ат түгел..." тигәйнем, белгестәр: "Ә йылҡы менән аттың айырмаһы ниҙә һуң?" - тигән һорау бирҙе. Уларҙы һынамаҡ булып, яуап табыуға биш минут ваҡыт бирҙем. Ваҡыт үтте, һорау яуапһыҙ ҡалды. Мин уларға йылҡы менән аттың сифаттарын аңлатып биргәс, улар хайран ҡалды. Йылҡыны менеп булмай. Ул ялы-ҡойроғо таралмайынса, яланда утлап йөрөй. Ул генофондты һаҡлаусы ғына.
Ит темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡорттар бер ваҡытта ла аттарын һуймаған. Атын иптәш итеп күргәнгә күрә, йәлләп, уға ҡартайып, үҙ үлеме менән үлергә мөмкинлек биргәндәр. Йылҡы итен генә ашағандар. Әйткәндәй, милләттәштәрҙең күпләп йылҡы көтөп, итен-ҡаҙыһын һатып, аҡсаға "батып" ултырғандарын да күргәнем юҡ. Бер ыңғайҙан, ошо мәсьәләне лә ҡуҙғатып үтке килә. Йәл бит: Баймаҡ яҡтарында йылҡыны үрсетәләр ҙә, күмәртәләп алыусыларға ныҡ осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрәләр. Үҙебеҙгә йылҡы продукцияһы етештереү эшен йәнләндерергә ине ул. Юғиһә, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында етештерелгән йылҡы ите, ҡаҙылыҡ һатыла ла бит, ә башҡорт йылҡыһы ите, "башҡорт ҡаҙылығы" тигәндәрен күргәнебеҙ юҡ. Йылҡының һәр һынынан файҙа алырға була...

Атым бар, йүгәнем юҡ...

Шул уҡ аттың тиреһе тураһында бер нисә һүҙ. Беҙҙең күн тегеүсе оҫтабыҙ бар. Ул клубыбыҙ өсөн төрлө күн кәрәк-яраҡтары тегергә булһа, материалды Ҡытайҙан яҙҙырып ала. Ҡайҙа элекке күн эшкәртеүсе предприятиелар? Эшҡыуарҙар ошо өлкәлә үҙ эшен асып ебәрһә, һорау ҙа артыр ине бит. Халҡыбыҙға ниәт итеү һәм сәбәп ҡылыу ғәмәле етмәй. Ниәте булһа, сәбәбе лә табыла. Бер маҡсат барлыҡҡа килһә, ул маҡсат янына бер фекерле кешеләр, мөмкинлеге булған эшҡыуарҙар яйлап-яйлап йыйыла ла китә. "Ат яратыу" нимә менән бәйле? Һинең яныңда оҫталар барлыҡка килә башлай. Ағас эшкәртеп, ҡайын ағасын юнып, башҡорт тоҡомло аттар янына хәҙер башҡорт эйәрен тергеҙергә кәрәк. Сит илдән, Европанан килтерелгән теләһә ҡайһы йомшаҡ эйәр беҙҙең аттарҙың арҡаһын барыбер өйкәй, сөнки улар икенсе аттарға тип яһалған, беҙҙең аттарҙың арҡаһы ла, тәненең ҙурлығы ла үҙенсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, музейҙа ғына һаҡланған өлгөләрҙе өйрәнеп, уларға ҡарап, башҡорт эйәрҙәрен тергеҙергә тейешбеҙ. Ысын мәҙәниәт музейҙа быяла эсендә булырға тейеш түгел. Ул тере булырға тейеш. Был эшлекле, бай хужалыҡлы, бөтмөр эшҡыуарҙарҙан да тора. Үҙенең башҡаларҙан айырып торған билдәләре булған, әммә етештереү туҡталып ҡалған уҡалы, көмөшлө йүгәндәрҙе яңынан яһай башларға кәрәк. Башҡорт оҫталары барлыҡҡа килһә, уларға йәрминкәләр кәрәк. "Ат яратыла" башлаһа, был һөнәр ҙә үҙенән-үҙе тергеҙеләсәк. Учалы районында бер-нисә оҫта йүгән эшләй ул, тик, һорау булмағас, улар үҫә алмай. Бында Хөкүмәттең ярҙамы кәрәк.
Мәҫәлән, сит ерҙә башҡорт яугирҙарын һынландырыуыбыҙҙы белгән бер кеше йәшникләп ҡымыҙ килтерә, икенсеһе ҡурайын тоттора, өсөнсөһө - бал, дүртенсеһе - шифалы минераль һыу алып килә һәм башҡалар, һәм башҡалар. Тимәк, ниәт булһа, сәбәп ҡылыусыһы ла табыла.

Аттың файҙаһы

Башҡорт гимназияларыбыҙ ҡалаларҙа ла, райондарҙа ла бар, Аллаға шөкөр. Ләкин улар һуңғы ваҡытта үҙ йөҙҙәрен, йүнәлештәрен юғалта башлаған һымаҡ тойола ниңәлер. Минең уйлауымса, башҡорт гимназияһы тип аталған уҡыу йорто, директорҙан, уҡытыусыларҙан башлап, башҡаларҙан нисегерәк айырылып тороу юлын эҙләргә тейеш. Уларҙың һәр береһе милли мәҙәниәтебеҙҙең ниндәйҙер өлгөһөнә йөҙ борорға тейеш. Шуның өсөн бындай гимназияларҙа үҫмерҙәрҙе "ат яратыу" төшөнсәһе менән таныштырыу, гимнастикаға ылыҡтырыу буйынса факультативтар ойоштороу мотлаҡ кәрәк. Сөнки һыбай йөрөү - үҙе гимнастика. Һыбай йөрөү арҡаны тура тоторға өйрәтә. Ул йөҙөү мәлендәге һымаҡ уҡ, мускулдарға ял да, үҙенә күрә көсөргәнеш тә бирә. Ул ҡан тамырҙарын киңәйтә, массаж һөҙөмтәһен бирә. Ирҙәргә был ныҡ файҙалы. Элек халҡыбыҙ шуға үрсемле, һауһаҡ, талымһыҙ булған. Шуның өсөн, Мәғариф министрлығы башҡорт гимназияларындағы тәрбиәүи программа буйынса ошо ҡыйыу аҙымды эшләһен, йәғни уға ҡортсолоҡтоң башланғыс нигеҙҙәрен, һыбай йөрөү нигеҙҙәрен өйрәнеүҙе индерһен ине. Быны, бәлки, ДОСААФ йүнәлешендә, йә йылҡы аҫраусы хужалыҡтар менән килешеүҙәр төҙөү аша ла хәл итеп булалыр. Кеше менән тәбиғәттең бәйләнешен һаҡлап ҡалыу мәнфәғәтендә әлегә формалашып бөтмәгән фекерем булды был. Башҡорт гимназиялары балалары Аҡбуҙат менән эпостан ғына түгел, ә ипподромдарға барып та танышһын ине. Киләсәк быуын үҙе өйрәнгән предметты күреп, тойоп үҫергә тейеш.

Ат өҫтөндә уйналған уйындарҙы тергеҙеү

Элек башҡорттар ҡурайҙы һыбай йөрөгән сағында, йәғни ат өҫтөндә уйнаған, ә сәхнәнән уйнамаған. Дәртле, ҡыҙыҡлы көйҙәр, дүрт тактлы марштар ат өҫтөндә тыуған. Мәҫәлән, "Ҡара юрға" көйө. Уйнаҡлап торған айғыр өҫтөндә йәш килен ергә төшә алмай ултыра. Егете уны төшөрөргә тейеш. Уның өсөн атты йыуатырға, тынысландырырға кәрәк. Шул процесты көйгә һалғандар. "Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөрсәле, юрғам", - тигәндәр. Мин ат өҫтөндә, юртып барғанда ҡурай уйнарға өйрәнеүем өсөн бик тә һөйөнәм.
Беҙ халҡыбыҙҙың традицияларын кире ҡайтарырға тейешбеҙ. Йыр, бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай ул традициялар. Мәҫәлән, былтыр клубыбыҙ идараһы менән уйланыҡ, план ҡорҙоҡ та, Хөкүмәткә ҡыҙыҡлы ғына бер проект индереп бирҙек. Унда: "Һабантуйҙарҙа, башҡа милли байрамдарыбыҙҙа халыҡты аттар менән бәйле уйындарға, "Ат яратыу" сәнғәтенә ылыҡтырырға, йәйәнән атыу, сәкән һуғыу кеүек ат өҫтөндә уйналған уйындарҙы күберәк күрһәтергә кәрәк", - тиелә. Был тәҡдим ыңғай ҡабул ителде, тип һанайым, сөнки ыңғай яуаптар килде. Быйыл булып үткән һабантуйҙарҙа ысынлап та ошондай уйындар ойошторолдо. Был тәж-рибә киләсәктә бар райондарға таратылыр, тип ышанғы килә. Сөнки был йәһәттән, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын бар сағыулығында һәм төрлөлөгөндә һаҡлау, ҡулланыу буйынса беҙҙе венгрҙар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа күптән уҙып киткән. Беҙ уларҙан артта ҡалып торайыҡмы! Тормош - бәйге бит ул. Башланған эштәребеҙҙе ошо юҫыҡта дауам итә алһаҡ, беҙ барыһын да уҙып китә аласаҡбыҙ. Ләкин бында бөтөн халыҡ, йәмәғәтселек менән, дәүләт менән берлектә уйларға, эшләргә кәрәк.
Үҙгәрештәргә бер яҡлап ҡына ҡарарға ярамай. Мәҙәниәтебеҙ тере булһын, тағы ла үҫһен, тиһәк, ошо әйтелгән һөйләмдәр тирәһендә лә ағай-энеләр менән күберәк фекер алышһаҡ ине. Үрҙә әйтелгәндәр бер кешенең субьектив фекерҙәре генә булды. Мин бөтәһен дә дөрөҫ әйттем, тип раҫлай алмайым. Ләкин миңә "ат ене" ҡағылған, тип тулы ышаныс менән әйтә алам, сөнки беләм: Ширияздан ҡартатайым колхозға өс ат биреп ингән, атай-олатайҙарым ат йәнле булған. Ат эргәһендә мин дә үҙ асылыма ҡайтҡандай булам. Күңелебеҙҙе өйкәгән мәңгелек һорауҙарға үҙемсә яуап эҙләйем. Бәлки, табырмын, тим.

Шулай итеп...
Илдар Шәйәхмәтовтың энтузиазмы, әүҙемлеге сере ниҙә, тип күп уйланған бар. Яуап асыҡ. Бар ғиллә уның ваҡыты-ваҡыты менән әлеге хәрби-тарихи реконструкцияларҙа йөрөп, ата-бабалар ейгән ризыҡ ейеп, улар йөрөгән һуҡмаҡтан йөрөп, улар алып барған йәшәү рәүешен һынап ҡарап ҡайтыуындалыр, тип уйланыла. Һәм тағы, ҡалала йәшәп, ер рухын, ат рухын тойоуынандыр Илдар Ғиндулла улының көсө, аҡылы.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.16 | Ҡаралған: 1352

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru