«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА КҮҢЕЛЕ - АҠ ҠАҒЫҘ, НИМӘ ЯҘҺАҢ - ШУЛ ҠАЛЫР
+  - 

Бөгөн һәр тарафта замана үҙгәрештәренә, эшһеҙлеккә, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланыу ғәҙәткә инеп китте. Ул үҙгәрештәр беҙҙең кеүек бәләкәй ауылдарға нығыраҡ та ҡағылды әле ул. Әммә мәктәп юҡ, клуб юҡ, тип, ҡул ҡаушырып ултырмай ғүмәрҙәр. Баймаҡ районының ошо бәләкәй генә ауылында башҡарылған ҡайһы бер эштәрҙе барлап үтәйек әле, булмаһа.

Ғүмәр ауылы иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, тирә-яғын урмандар, тауҙар уратып алған. Халҡы ла эшсән, үҙ көнөн үҙе күреп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, дәртләнеп йәшәй. Ауылыбыҙҙа йыл һайын яңы өй һалып инеүселәр арта, яңы йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. 5 һәм унан күберәк бала үҫтереп бағыусы ишле ғаиләләр ҙә күп беҙҙә. Һәр өйҙә тиерлек балаларҙың шат тауыштары ишетелә. Быйыл ғына беҙҙә 7 сабый донъяға килде. Мәктәп йәшендәге уҡыусылар һаны ғына ла 76 бала, улар мәктәбебеҙ ябылыу сәбәпле күрше ауылға йөрөп уҡый. Ярай әле кескәйҙәребеҙ өсөн мәктәпкәсә йәштәге төркөм бар. Бөтәһе 15 бала йөрөй унда. Ауылда үткән барлыҡ сараларҙы ошо балалар менән берлектә ойошторабыҙ, ауыл тормошона йән өрөүселәр улар.
Эйе, ауылдың киләсәге - балалар. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, ауылыбыҙҙың йәше лә, ҡарты ла балаларыбыҙҙы тәрбиәләү эшен тәүге бурыс итеп алғанбыҙ. Урындағы башланғыс мәктәптең бер бүлмәһендә 2003 йылдан алып мәктәпкәсә йәштәге төркөм эшләй. Ҡыҫҡа көн режимында ойошторолған был төркөмгә балалар ҙур теләк менән йөрөй. Бындағы бар саралар - уйындар уйнатыу, һынашмаҡ, мәҡәлдәр әйтеп ярышыу, йыр-бейеү өйрәтеү, төрлө осрашыуҙар бер маҡсатты күҙҙә тотоп ойошторола: кескәйҙәр күңелендә туған телгә һөйөү, милли рух ҡунһын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре уларҙың да көнитмешендә урын алһын. Был тәрбиә телдә генә түгел, ә төркөм урынлашҡан бүлмәнең биҙәлешендә, йыһаздарҙа, һауыт-һабаларҙа, ашаған ризыҡтарҙа, шөғөлдәребеҙҙә лә сағылыш таба. Бүлмәбеҙҙәге "Башҡорт мөйөшө" ситәндән үрелгән усаҡлыҡта урынлашҡан. Башҡорт тирмәһен хәтерләткән был мөйөшкә сигелгән таҫтамалдар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме эленгән, һуғылған балаҫ, ҡорама һәм буй юрған йыйып ҡуйылған, түрҙә сәңгелдәк, һандыҡ урын алған. Ә һандыҡ эсенә өләсәйҙәрҙең күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡул эштәре, бирнәлектәр һалынған. Был бүлмәлә шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мираҫына, тарихына арналған китаптар, тематик папкалар ҙа бар. Балалар был мөйөштә булырға ярата, һәр әйбер менән ҡыҙыҡһына, тотоп ҡарай, һорауҙар бирә.
Был балаларҙың ата-әсәһе менән генә түгел, бигерәк тә өләсәй һәм олатайҙар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, улар менән йыш ҡына осрашып, аҡыллы кәңәштәрен тыңлап, улар бала саҡта уйнап үҫкән, хәҙер инде онотолоп барған уйындарҙы бергәләп уйнайбыҙ. Олатай-өләсәйҙәр менән үткәрелгән "Иман нуры", "Өләсәйем кәңәштәре", "Кәңәшле эш тарҡалмаҫ", "Аталы бала - арҡалы, инәле бала - иркәле" тигән кисәләрҙең бала күңеленә изгелек орлоҡтары һалыуына шик юҡ. Сиратлап, һәр баланың олатай-өләсәһенең өйҙәренә барып, йырлап-бейеп, башҡа һөнәрҙәрен күрһәтеп ҡайтыу ҙа беҙҙең бәләкәй генә бер тәрбиәүи сарабыҙ. Китапҡа, гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу уятыу тураһында ла онотмайбыҙ. Быйыл, мәҫәлән, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, тәүгеләрҙән булып "Аҡбуҙат" журналына яҙылып, редакцияның бүләгенә лә лайыҡ булдыҡ.
Республикала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" конкурсы иғлан ителеүе тураһында ишеткәс тә, әсәй-өләсәйҙәрҙе йыйып, һөйләшеп, эшкә тотондоҡ һәм "Алтын ҡуллы өләсәй" байрамы үткәрергә әҙерләнә башланыҡ. Балалар ҙа, өлә-сәйҙәр ҙә был көндө мотлаҡ үҙҙәре теккән милли кейемдә килергә тейеш ине. Байрамға әҙерлек эштәрен дәррәү башлап ебәрҙек: башҡорт милли күлдәге, камзул тектек, иҙеү, ҡашмау әҙерләнек, ә малайҙарға түбәтәй сиктек. Шул тиклем матур килеп сыҡты был байрам. Милли кейемдә теҙелеп баҫып торған өләсәйҙәр менән ейәнсәрҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Өләсәйҙәребеҙ оҫта беҙҙең: ҡул эштәре менән булышалар, милли ризыҡтар әҙерләйҙәр, буҙа ҡоялар. Улар барыһы ла ауылыбыҙҙың "Ағинәйҙәр ҡоро" ағзалары. Ағинәйҙәребеҙ Айһылыу Хәсәнова, Рима Үҙәнбаева, Зөбәйҙә Үҙәнбаева, Нүрзиә Юлуева, Хибиҙә Теләүсинә, Яңылбикә Ғәбитова ауылда ғына түгел, районда үткән һәр сарала кескәй балалар менән бергә ҡатнашып, ҡайнап йәшәйҙәр, элекке йолаларыбыҙҙы тәүгеләрҙән булып тергеҙәләр. Әле яңыраҡ ҡына "Ҡот ҡайтарыу" йолаһын күрһәтеп, онотолоп барған аҫыл бер хазинабыҙҙы хәтергә төшөрҙөләр.
Милләтте һаҡлап ҡалабыҙ тиһәк, милләтебеҙ бишеге булған ауылдарҙы һаҡларға кәрәк. Ауылдарҙы һаҡлайыҡ, тиһәк, унда йәшәгән халыҡ та, уларҙың ситкә киткән балалары ла был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Бына шуға ла тыуған ергә ылығыу, һөйөү орлоҡтарын һалырға тырышабыҙ ҙа инде ауылыбыҙҙың йәш граждандары күңеленә.

Миңзәлә ҮҘӘНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.16 | Ҡаралған: 1191

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru