«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә быйыл Өфө ҡалаһында 8 августа йыйыласаҡ. Кәңәшмәлә ниндәй проблемаларға иғтибар биреләсәк, ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл ителешен көтә?

"Август айында яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәлен баһалау, һығымталар яһау йолаға ингән. Мәктәптәрҙә эштәр тамамлана, барлыҡ учреждениелар ҙа тиерлек балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Быйыл балалар баҡсаларына 8600 бала килә, мәктәптәрҙә беренсе синыфта 52783 бала белем аласаҡ. Ә дөйөм Башҡортостан буйынса ҡарағанда, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 234 меңгә яҡын бала тәрбиәләнә, мәктәптәргә 440586 уҡыусы йөрөй. Шуға күрә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә күтәрелгән һорауҙар беҙҙең республикала йәшәүселәрҙең күбеһенә ҡағыласаҡ", - тине Константин Толкачев һәм мәғариф системаһының үҫеше һәр ваҡыт БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың иғтибар үҙәгендә тороуын билдәләне.

Айбулат ХАЖИН, БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары: Август кәңәшмәһенә йыйыласаҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре биш көн буйы ун ете белем биреү учреждениеһында төрлө мөһим мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып, тәжрибә һәм фекер уртаҡлашасаҡ. Сарала бөгөнгө заман уҡытыусыһының һөнәри камиллашыуы, уҡыусыларға физика-математика йүнәлешендә төплө белем биреү, илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер юлы булараҡ тарих уҡытыуға иғтибар арттырыу, бөгөнгө шарттарҙа рус телен уҡытыу, шулай уҡ милли мәғарифтың ғилми-методик йәһәттән тәьмин ителеүе, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ҡағылышлы һорауҙар ҡараласаҡ.
2025 йылға тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә уҡытыуҙы бер сменаға күсереү, белем биреү усаҡтарын ремонтлау һәм яңыларын төҙөү федераль программаһына ярашлы, һәр муниципалитетта мәктәптәрҙе тикшереп, финанс мәсьәләләрен хәл иттек. Әлеге көндә республиканың 16 районында ике сменалы уҡытыу бөтөрөлдө. Белем биреү стратегияһы киләсәктә ғилми-техник йүнәлешле кластар булдырыу, балаларҙы теүәл фәндәргә ылыҡтырыу, спорт һәм фән буйынса түңәрәктәр һанын арттырыуҙы күҙаллай. Был йәһәттән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның "Сәлих" социаль белем биреү үҙәге, Өфөлә асылған Республика балалар белем биреү технопаркы, Республика инженерҙар лицей-интернаты балаларҙың һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәрҙең һөҙөмтәһе булып тора. Әйткәндәй, былтыр уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында республиканан 30 уҡыусы еңеүсе тип табылһа, быйыл 43 бала төрлө йүнәлештәр буйынса уңыш ҡаҙанған. Тимәк, һәләтле балалар менән эшләү ыңғай һөҙөмтәләрен бирә.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен борсоған тағы бер мөһим мәсьәлә - ул ҡағыҙ эшенең күплеге. Был турала ғына түгел, уҡытыусы һөнәренең бәҫен күтәреү буйынса ла фекер алышасаҡбыҙ. Шулай уҡ яңы һөнәри стандарт талаптарының айышына төшөнөү буйынса ла ярҙам итеү кәрәк буласаҡ. Уҡытыусы отчет биреү менән генә шөғөлләнмәҫкә, ә балаларҙы уҡытырға, тәрбиә бирергә тейеш. Бының өсөн тәү сиратта ата-әсәләр менән бәйләнеште нығытыу, осрашыуҙар үткәреү, психологик, юридик ярҙам күрһәтеү, сәләмәт тормошҡа әйҙәү мөһим. Әлеге көндә республика буйынса күрһәткестәргә ярашлы 77 процент уҡыусы төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, киләсәктә был һан 85-90 процентҡа тиклем барып етергә тейеш. Уҡыусылар буш ваҡытын файҙалы эш менән шөғөлләнеп үткәрһен өсөн робот техникаһы, мехатроника, спорт, музыкаль белем биреүсе төрлө түңәрәктәр асыуҙы хәстәрләйһе бар.
Рәйсә КҮЗБӘКОВА, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сектор мөдире: Мәғариф өлкәһендә хәл ителәһе проблемалар күп, улар араһында милли мәғарифҡа ҡағылышлы мәсьәләләр беҙҙе бигерәк тә борсой. Былтырғы август кәңәшмәһендә милли мәғариф проблемаларын "Патриотик тәрбиә" тигән секция сиктәрендә генә тикшерҙек. Был мәсьәләләрҙең кәңәшмәнең пленар өлөшөндә лә ентекле ҡаралыуы мөһим, сөнки шул осраҡта ғына "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закон тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ. Билдәле булыуынса, ошо закондың "Дәүләт сәйәсәтенең мәғариф өлкәһендәге принциптары" тигән статьяһының икенсе пунктында "Күп милләтле дәүләт шарттарында белем биреү системаһының милли мәҙәниәттәрҙе, төбәктәрҙең мәҙәни йолаларын һәм үҙенсәлектәрен һаҡларға һәм үҫтеререргә" тигән юлдар бар. Был беҙҙең мәғариф хеҙмәткәрҙәренең төп бурысын билдәләүсе һәм милли мәғарифҡа ҙур иғтибар бүленергә тейеш икәненә ишара яһаусы шарттарҙың береһе.
Хәҙер Берҙәм дәүләт имтиханы, Төп дәүләт имтиханы һәм башҡа төрлө әллә нисәмә контроль эштәргә һылтанып, бөтә белем усаҡтарында ла балаларҙы рус телендә уҡытыуға күсерә башланыҡ. Рус телендә уҡыған бала шул телдә фекерләргә өйрәнеп, туған телендә - башҡортса һөйләшмәйәсәк. Башҡорт теле - ул аралашыу өсөн генә түгел, ул быуаттар дауамында халыҡтың рухи ҡиммәттәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын киләсәк быуынға тапшырыу сараһы. Бөгөн балаларҙы тәртипһеҙ, компьютерға мөкиббән киткән тип зарланабыҙ икән, былар барыһы ла уларҙың туған телен белмәүенә, уның аша милли рухта тәрбиәләнмәүенә бәйле. Аңлы ата-әсәләр баланың туған телендә фекерләүе ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен аңлап, балаларын башҡорт балалар баҡсаларына, башҡорт мәктәптәренә йөрөтөргә ынтыла. Мәғариф системаһында эшләүсе белгестәр ҙә ошо мөһим факторҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһын һәм уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләүҙән тыш, рухлы, илһөйәр һәм лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтереү өсөн милли мәғариф проблемаларын иғтибар үҙәгенә алһын ине. Быйыл үтәсәк педагогтарҙың август кәңәшмәһендә милли мәғариф өлкәһендәге проблемалар пленар ултырышта ла ентекле яҡтыртылыр, тигән өмөт бар.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы: Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә бөтөн уҡытыусылар ҙа ҡатнаша алмай. Әммә кәңәшмә алдынан һәм унан һуң да барыһы ла уҡытыу-тәрбиә эштәре хаҡында уйлана. Йылдан-йыл уҡытыу программаһы ҙур үҙгәрештәр кисерә, әммә рухи тәрбиә кешелек донъяһы бар булғандан алып бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр кисермәй, тип әйтерлек. Уҡыу программаһында туған тел һәм республика компонентының кәмеүе - ул уҡыусыларҙы, тимәк, халыҡты, рухһыҙлыҡҡа алып киләсәк. Ә рухһыҙлыҡ - ул телһеҙ ҡалыу ғына түгел, ул тамырыңдан йолҡоп алыныу. Тамырынан йолҡолған үҫемлек артабан йәшәүҙән туҡтай, был билдәле.
Ун туғыҙ йыл дауамында эшләп килгән "Йәйләү" программаһы һәр быуын балаһының үҙ ҡалыбына, рухи байлығына, мәҙәниәтенә ҡайтырға теләүен күрһәтә. Беҙ баланы үҙ ҡалыбынан айырып, уның ҡанында булған һәләттәрен юҡҡа сығарып, шул тиклем ҙур хата, хатта киләсәк алдында енәйәт эшләйбеҙ. "Йәйләү"ҙә ял итеүсе балаларҙың өс аҙна эсендә бөтөнләй икенсе булып үҙгәреүен күреү, бер яҡтан, ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан, ни тиклем аяныс аҙымдар яһауыбыҙҙы ла асыҡ күрһәтә. Шуға күрә, дәрес биреү өсөн генә түгел, ә халҡының киләсәге өсөн дә янып-көйгән уҡытыусыларға әйтер һүҙем шул: туған тел, туған мөхит, туған мәҙәниәт Кеше тәрбиәләүҙә иң төп таяныс. Ниндәй юлдар менән булһа ла баланы ошо бер ни менән дә тиңдәше булмаған ҡиммәттәребеҙҙән айырмау сараһын күрһәк ине. Шул саҡта ғына беҙ Урал батыр васыятына тоғро ҡала алырбыҙ. Һәр балаға уның Урал батыр вариҫы икәнлеген аңлатырға кәрәк. Бының өсөн айырым дәрес бүленмәй, бүленгәне лә юҡ ителә. Әммә теләк булғанда, балаға үҙенең кем икәнен аңлатырлыҡ мөмкинлек табып була. Биш көн бара торған быйылғы август кәңәшмәһендә ошо мәңгелек ҡиммәттәр тураһында ла телгә алыусы булыр, тигән өмөттә ҡалам.

Гөлфиә ДИНИСЛАМОВА, Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһы директоры: Һуңғы ун йыл эсендә мәктәп шаҡтай ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Беҙгә мотлаҡ ата-әсәләр менән бергә эшләргә, уҡыусыларҙы йылдан-йыл ҡатмарлана барған имтихандарға әҙерләргә, төрлө отчет ҡағыҙҙары тултырырға ла тура килә. Мәктәп уҡытыусыларының бурыстары өҫтәлгән һайын йәш белгестәр мәктәптәргә эшкә килеүҙән ситләшә, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Педагогтар иңенә төшкән бихисап отчет, ҡағыҙ эшен еңелләштереү тураһында дәүләт кимәлендә һүҙ барғас, республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә лә ошо турала һүҙ ҡуҙғатылыр, моғайын.
Тағы ла, уҡытыусының яңы һөнәри стандарттары нимә ул, тигән һорауға ла асыҡлыҡ индерелһә ине. Сөнки киләһе йылдан бөтә педагогтар ҙа ошо яңы талаптарға яраҡлашырға бурыслы, тип ишеттек. Бынан тыш, "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу шарттарында уҡыусыларҙы Төп дәүләт имтиханы, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуға әҙерләү менән бергә тәрбиә эштәрен нисек алып барыу тураһындағы тәжрибәләр менән дә уртаҡлашһалар ине. Был осраҡта беҙ, әлбиттә, мәсьәләне милли мәктәптәр миҫалында аңлатыуҙарын теләр инек. Әйткәндәй, милли мәғариф өлкәһендәге проблемалар ҙа быйыл күҙ уңынан ысҡынмаһын ине: башҡорт мәктәптәренең хәле, туған телде өйрәтеү кимәле, перспективалары тураһында һүҙ ҡуҙғатылһа, яҡшы буласаҡ. Милли мәктәптәрҙең эш һөҙөмтәһен уҡыусыларҙың өлгәш күрһәткестәренә ҡарап ҡына баһаламай, республикала үткән бөтә милли сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары буйынса ла фекер йөрөтһәләр ине. Ғөмүмән, киләсәктә милли кадрҙар әҙерләү өсөн талантлы, зирәк башҡорт балаларының һәләттәрен үҫтереүгә лә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Педагогтарҙың биш көн дауамында үтәсәк август кәңәшмәһендә ошо темалар күтәрелер һәм борсоған һорауҙарға яуап табырбыҙ, тип өмөт итәм.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.16 | Ҡаралған: 1157

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru